Әлеге көндә тыныс тормошта, муллыҡта йәшәйбеҙ икән, бөтә йөрәгебеҙ менән матур тормош бүләк иткән ветерандарға, атай-олатайҙарға, өләсәйҙәргә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ.
Беренсе һүҙем яратҡан өләсәйем тураһында булыр.
Миңә уның йылы ҡосағында күп иркәләнергә тура килмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ун бер йәшемдә гүр эйәһе булды.
Ауылдағы ҡатын-ҡыҙҙар араһынан һуғышта ҡатнашҡандарҙың береһе ул Фәрхиямал Шәрәфетдин ҡыҙы Шәрәфетдинова. 1918 йылдың 15 мартында Салауат районы Илтәй ауылында тыуған. Атаһы Шәрәфетдин Саҙрый улы Саҙрыев граждандар һуғышында һәләк булғас, улар әсәһе Бибиямал, ағаһы Бәҙретдин менән Әлкәгә күсеп килә. Бында дүрт синыфты уҡығас, 1934 – 1935 йылдарҙа Яхъя мәктәбендә белем ала. Зирәк ҡыҙға уҡыу еңел бирелһә лә, етемлеге сәбәпле, уны артабан дауам итергә мөмкинлеге булмай. Ун бер йәштән өләсәйем әсәһе менән ураҡҡа йөрөй, бесән саба, көлтә бәйләй.
Йонос ауылынан Сәйетғәле Сиражев исемле егет бер күреүҙән ғашиҡ була үҙенә. Эшкә уңған, һылыу ҡыҙға күҙ төшмәҫлек түгел шул. Тик ризалығын бирмәгәс, сая егет уны урлап алып китә. Ләкин һөйөклө ҡатын булып, рәхәтләнеп йәшәргә яҙмай өләсәйемә. Ун ай ғына бәхетле ғүмер кисереп ҡалалар: олатайымды 1938 йылда Алыҫ Көнсығышҡа хәрби хеҙмәткә алалар. Ҡарынындағы бына-бына яҡты донъяға тыуасаҡ сабыйы менән оҙатып ҡала ҡатын Сәйетғәлеһен. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Өләсәйемә лә бер-бер артлы ҡайғы кисерергә тура килә. Улы Радмил ҡаты сирләп үлеп китә. Иренән:«Һуғыш башланғас, ҡасан ҡайтырым билдәһеҙ», – тигән хәбәр ала. Колхоздағы бөтөн ир-ат эше ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә. «Ә шулай ҙа бер кем уфтанманы, зарланманы. Серек бәрәңге ашап, көс-хәл менән ҡыш сыҡтыҡ. Яҙ көнө кесерткән, балтырған, алабута ашаныҡ», – тип һөйләй ине өләсәйем.
1942 йылда уны хәрби комиссариатҡа саҡырталар. «Ире һуғышта хәбәрһеҙ юғалған Мәрғүбә Сиражева менән икебеҙҙе, повестка көтөгөҙ, тип ҡайтарып ебәрҙеләр. 7 майҙың таңында Малаяҙға барып отправка алдыҡ. Ә инде 8 майҙа Мәрғүбә менән икебеҙҙе бөтөн ауыл халҡы илап, тау башына ҡәҙәр оҙатып барҙы. Пар аттар егеп, флагтар тағып, изге теләктәр теләп хушлаштылар. Салауат районынан егерме биш комсомолка тауар поезының берҙән-бер йәшел вагонына тейәлешеп киттек.
Өфөнән дүрт меңгә яҡын ҡатын-ҡыҙ алтмыш ике вагонда ун дүрт тәүлек тигәндә Сталинградҡа барып еттек. Ҡалаға килеп ингәс, уның күркәмлегенә таң ҡалып торҙоҡ. Бөтә өйҙәр ҙә тип-тигеҙ булып теҙелеп киткән, ап-аҡ итеп буялған. Матур ҡойма менән уратып алынған йорт алдарында емеш ағастары үҫә. Юлдар – ялтырап ятҡан асфальт. Әммә ара-тирә емерелгән йорттар, туп шартлауынан убылған ерҙәр был урында һуғыш үткәнлеге тураһында һөйләй. Артабан беҙҙе пулемёт, ракета частарына таратып сыҡтылар. Беҙ Мәрғүбә менән 748-се артиллерия полкының 11-се батальонына эләктек. Хәрби кейем таратып бирҙеләр, присяга ҡабул иттек. Төрлө приборҙар ярҙамында фашист самолёттарының алыҫлығын, тиҙлеген, ниндәй бейеклектә, ҡайһы йүнәлештә осоуын асыҡлап хәбәр итеү булды эшебеҙ. Ниндәй бойороҡ булһа, шуны үтәйбеҙ. Тревогалар, бомбаға тотоуҙар башланды…».
19 ноябрҙә «Волга аръяғына сигенергә» тигән бойороҡ килә. Алғы һыҙыҡта разведчик, телефонист ҡыҙ һәм ашнаҡсы ғына ҡала. Уларҙы шул көндө өләсәйем һуңғы тапҡыр күрә, башҡаса осрашырға яҙмай. Волганы аша сыҡҡанына үҙе лә ышанмай ине ул. «Ҡулда, исмаһам, ҡорал да юҡ, ялан аша оҙаҡ барырға тура килде. Бомба шартлап, минаға баҫып, бик күп иптәштәр һәләк булды. Төн етһә, шинелгә уранып, ҡырау төшкән ергә ятып йоҡлайбыҙ. Урманға килеп еткәс, землянкалар ҡаҙыныҡ», – тип һөйләр ине.
1943 йылға тиклем өләсәйемдәр урман эсендә урынлашҡан заводта снаряд яһай. Йыл ярым бында эшләгәндән һуң 2-се айырым зенит дивизионына тоҫҡаусы итеп тәғәйенләйҙәр. Тәгәрмәсле ҡоралды үҙҙәре һөйрәп йөрөтәләр. Өләсәйем Сталинградтан башлап Белоруссия, Польша, Германия буйлап хәрби юл үтә. Туғыҙ тапҡыр Рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләнә. «Полкта иҫ китмәле тәртип булды, – тип хәтерләй ул, – арабыҙҙа йәштәр ҙә, өлкәнерәктәр ҙә бар. Берәү ҙә бәйһеҙләнеп, аҙып-туҙып йөрөмәне. Һалдаттарыбыҙҙың батырлығынан тыш, армиялағы ҡаты тәртип, юғары рух илебеҙгә яуыз дошманды еңергә ярҙам иткәндер ҙә инде. Өҫкә тупраҡ сәселгән минуттарҙа үҙеңде ер менән бер бөтөн итеп тояһың, уға тағы ла нығыраҡ һыйынаһың. Минут һайын ғүмер менән бәхилләшәһең. Бомба шартлауҙарынан ҡолаҡтар тона. Улар тынһа, баш бар, аяҡтар бар микән, тигән уй мейене ярып үтә, аяҡ-ҡулдар имен икәнен аңлағас, ҡыуанышып, бер-беребеҙ менән ҡосаҡлашабыҙ».
Еңеү көнөн Германияла ҡаршылағандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарҙы иң тәүҙә ҡайтарырға, тигән бойороҡ алына. 1945 йылдың 16 июнендә гимн уйнап, хөрмәтләп, бүләктәр биреп оҙаталар уларҙы.
Утлы яу юлдарын үтеп ҡайтҡан батыр йөрәкле өләсәйем тыныс тормошта ла үҙен һынатмай. Колхозда һыйыр һауа, быҙау ҡарай, мәктәптә иҙән йыуа, оҙаҡ йылдар интернатта төнгө тәрбиәсе булып эшләй.
1945 йылдың декабрендә олатайым ҡайта. Ул милитаристик Японияға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Өләсәйем бар ғүмерен ҡыҙын һәм улын үҫтереүгә, ейәнсәрҙәрен, бүләсәләрен ҡарашырға, уларҙы уҡытып, кеше итеүгә арнай. Ул ауылыбыҙҙың ғына түгел, районыбыҙҙың хөрмәтле кешеләренең береһе, ауылыбыҙҙың ағинәйе булды, дин тотто.
Бабайыбыҙ, олатайымдың бер туғаны – разведчик Мөхәмәтхан Арыҫлан улы Сиражевты ла хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Ул ерҙә тыныслыҡ һәм яҡты киләсәк булһын өсөн көрәшеп, яу ҡырында ғәзиз башын һалған.
Өләсәйемдең бер туған ағаһы Бәҙретдин Шәрәфетдинов 1915 йылда Илтәй ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем Салауат исемендәге колхозда эшләй. Бөйөк Ватан һуғышында ҙур батырлыҡтар күрһәтә. 1942 йылда ҡаты яраланғас, ауылға ҡайта һәм колхозда тимерсе булып эшләй. «Германияны еңгән өсөн» тигән миҙал менән бүләкләнә.
Аяуһыҙ һынауҙарҙа ла һынмаған яугир өләсәйем, тыныс тормош алып килгән олатайымдарға мәңгелек дан һәм хөрмәт!
Флүрә СИРАЖЕВА.
Салауат районы, Әлкә ауылы.