– Ҡурайсы ла ине Йәнмырҙа ҡарт,
Уйнай ғына түгел, өҙҙөрә!
Ҡыҙ-ҡырҡынды бейетәйем, тиһә,
Әйтерһең дә, аҡҡош йөҙҙөрә.
“Һай,ҡурайым, һине уйнағанда,
Өҙөлә генә яҙа үҙәгем,
Эсекәйем тулы моңдарыңа
Үҙәккәйем, нисек түҙәһең? – тип яҙған ине Гөлнур апай Яҡупова ҡарт олатайым хаҡында.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас,Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәгән ҡарт олатайымдың атаһы Сәйфулланың өс улы ла һуғышҡа китә. Олатайым Йәнмырҙа менән Тайып бабайым – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында, ә Әхәт бабайым һауа десанты ғәскәрендә хеҙмәт итә. Өсөһө лә ҡурайсы, бейеүсе була, сөнки уларҙың аталары ла ауылда бик оҫта ҡурайсы булып таныла. Әрмегә тиклем Тайып бабайым Сәйетбаба урта мәктәбендә хәрби әҙерлек дәрестәрен алып бара, Әхәт бабайым иһә башланғыс синыфтарҙа уҡыта. Ҡарт олатайым колхозда эшләй. Сәйфулла ҡарт үҙе ғүмере буйы ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән.
Башҡорт кавалерия дивизияһында ҡарт олатайым Йәнмырҙа –отделение командиры, ә Тайып бабайым миномет расчеты командиры була. Яу яланында Тайып бабайым батырҙарса һәләк була. Әхәт бабайым һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтып, яраларынан төҙәлә алмай үлеп китә.
Йәнмырҙа ҡарт олатайым ете йәшендә ҡурайҙа көй сығара башлай. Ат йәнле кеше лә була олатайым,шуның өсөн Шайморатов һәр ваҡыт аттарын ышанып ,олатайыма тәрбиәләргә лә ҡушҡан. Аттарҙың телен Йәнмырҙа ғына аңлай ул, тип шаяртып та ала торған булған. Ҡыйыу һуғышсы разведкаларға күп йөрөй, мөһим заданиелар үтәй. Дәһшәтле һуғыш юлдарын иҫән-һау үтеп, фашистар ояһы Берлиндан әйләнеп ҡайта. Һуғышта буш ваҡытында бик күп хаттар яҙған, шиғырҙар сығарған, ҡурай тартып, бейеп иптәштәренең күңелен дә асҡан ул. Шиғырҙары һаҡланып ҡалған.
Ҡара ғына урманды үткән саҡта
Ерәнсәккәй атым өркә бит.
Егет кенә булып үҫеп еткәс,
Йәш ғүмерем һуғышта үтә бит (30 ғинуар 1943 йыл).
Ҡарауылды яңғыратып,
Ғыж-ғыж ҡурай тартайым;
Утта янмаҫ улың барҙа
Болоҡһома, атайым.
Ауыл йыуасаһын тәмләп,
Грузин сәйен эсәйем.
Еңеү теләп көтөп торһон,
Ҡайғырмаһын әсәйем (17 октябрь 1942 йыл).
Ҡарт олатайым һуғыштан 1945 йылдың 9 майында ҡайта. Яугир ике “Батырлыҡ өсөн” миҙалы,ордендар менән бүләкләнә. Яуҙан иҫән-һау ҡайтҡас бар көсөн, дәрт-дарманын туған колхозына арымай-талмай эшләүгә бирә. Туғай ауылынан Мәғүҙә тигән ҡыҙҙы кәләш итеп ала.Ун бер бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Оҫта балтасы ла була, ауылда бик күп бина уның ҡулы менән төҙөлгән. Олоғайғас та ике ир саҡ күтәргән бүрәнәне еңел генә итеп яурынына һалыр булған.
Ғәйрәтле ир-уҙаман Йәнмырҙа олатай ғүмер буйы яратҡан ҡурайынан айырылмай. Ауыл клубына үҙешмәкәр түңәрәккә йөрөй. Ауылдың, райондың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. 1960 йылда Сәйетбабаның үҙешмәкәр артистары баш ҡалабыҙ Өфөлә гөрләтеп сығыш яһай.Уларҙы телевидениеға төшөрәләр. Унда Йәнмырҙа олатай һәм уның ике туған ҡустыһы Сәхиулла бабайҙың ҡурай менән сығыштары иң сағыу номер була.
Уҡытыусы-ветеран Ханнан Закир улы Байбулдин “Табын” гәзитендә “Рухтары йәшәй ҡурайҙа” мәҡәләһендә олатайым хаҡында былай тип яҙа: ”Үҙенә генә хас яҡты ҡараштарын бөркөтөп, күҙҙәрен ҡыҫыбыраҡ, мыҡты төйөрөм кәүҙәһен баһадирҙарса тотоп, алпан-толпан айыра баҫып сәхнәгә килеп сығыуҙары, еҙ ҡурайы сатнатып, ярылып китерҙәй итеп ажар менән өрөп алыр ҙа ҡурайсыларға хас ҡомар менән башҡорттоң “Һанаҡа”һын уйнар ине, һуңынан һәр саҡ бейеү көйҙәренә теҙмә башҡарыр, күкрәк тауышы өҙләү менән тамамлар ине. Халыҡ был сихри моң әсирлегенән айырыла алмай ҙа ҡала, үҙенең яратҡан ”Шайморатов генерал”ын йырлап та ебәрә .Сәхнәнән сыҡҡанда һәр ваҡыт “Перовский” маршын уйнап,тәүҙә сәхнәгә нисек килеп ингән, шул рәүештә сығып китер ине”.
Ҡарт олатайым хаҡында күршеләре бына нимә ти:
“Беҙ ул ваҡытта бәләкәй генә малайҙар инек. “Әтәс ҡойоһо”ноң тау битенә сығып ултыр ине Йәнмырҙа бабай. (Уларҙың өйө ошо ҡойо эргәһендә генә,әле ул йорттоң нигеҙендә беҙ йәшәйбеҙ.) Үҙе менән фронт йылдарында төшкән фотоларын да алып сығыр ине.Беҙгә фотоларҙың һәр береһен күрһәтеп, һәр бер иптәше тураһында ҙур кинәнес менән һөйләй торғайны. Бына быныһы Курскиҙы алғас төшкән фото, бына быныһын Берлинда төштөк һ. б. Ҡурай тартып, таҡмаҡ әйтеп, беҙҙе бейетеп ҡайтарып ебәрер ине. Тағы шуныһы ныҡ хәтерҙә ҡалған: ҡурайын онотоп ҡалдырһа,бармаҡ менән,йә булмаһа эргәһендә ятҡан берәй ағас менән булһа ла уйнап көй сығарыр ине. Һай, оҫта ине үҙе” (Илдус ағай Иҙрисов).
Зәкир ағай Ишмырҙин: “Ҡарт олатайың бик егәрле булды, йыуан-йыуан бүрәнәләрҙе “һә” тигәнсе күтәреп алып китер ине, балта оҫтаһы ла булды ,ауылда бик күп йорттар уның оҫта ҡулы менән төҙөлдө. Бригадала бергә эшләнек. Музыкаға булған һәләтен әйтеп тә тормайым инде, сәхнәне дер һелкетте ул, ҡурайын да уйнаны, өҙҙөрөп бейене лә, моңло итеп йырланы ла. Баҫҡан ерендә ут сығарып торҙо. Әле ундай кешеләр бик һирәк. Ҡурайын ул һуғышта ла ташламаған. Үҙе тураһында бик һөйләргә яратманы,ә иптәштәрен маҡтай торғайны.Ҡыҫҡаһы, Йәнмырҙа ағай йәштәргә өлгө алырлыҡ кеше булды”.
Олатайым 1989 йылдың сентябрендә яҡты донъя менән хушлаша.Әммә беҙ уны бер ҡасан да онотмайбыҙ!
Ҡарт олатайым тураһында яҙғанда мин бик күп китаптар аҡтарҙым, китапханала һәм ”Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә булдым, ауылдың оло быуын кешеләре, бер урамда йәшәгән күршеләре менән һөйләштем. Һәм олатайымдың шундай һәләтле, тырыш, уңған, егәрле, кешелекле, ярҙамсыл булыуына һоҡландым да, ғорурландым да. Музейҙа “Башҡортостан” гәзитенә тап булдым: нисәнсе йылда сыҡҡаны билдәһеҙ, күптән сыҡҡан гәзит, тип төҫмөрләргә була, сөнки бит оҙаҡ йылдар һаҡланыуҙан һарғайып бөткән ине. Ошо бер бит тотошлайы менән Сәлимовтарға арналған. Ҡарт олатайымдың фронттан яҙған хаттары ,шиғырҙары урын алған. Был хаттарҙан күпме йылылыҡ бөркөлә! Әле лә ҡарт олатайым тере һымаҡ күҙ алдына килеп баҫа. Әйҙәгеҙ,бер нисәүһенә генә туҡталып китәйек әле.
“Ҡәҙерле атай, әсәй, өләсәйем, энем һәм һеңлеләрем! Һеҙҙе ҡайтып күрергә зар-интизар булып йөрөүсе Йәнмырҙанан һеҙҙең бөтәгеҙгә лә сәләм.
Беҙ әле Сталинград фронтына китеп барабыҙ. Тайыпты күргәнем юҡ. Хаты ла килмәй. Был хатты юлда ғына яҙҙым.
Барып урынлашҡас, адреслап хат яҙырмын.
Йәнмырҙа, 21 ноябрь 1942 йыл”.
“Атай,әсәй! Гел фронтта ут эсендә ил ҡурсалап йөрөүсе улығыҙ Йәнмырҙанан һеҙгә, туғандарыма, ағай, энеләргә, колхозсыларға, колхозсы ҡатын-ҡыҙҙарға сикһеҙ күп сәләм. Тайып менән Мәһәҙиев та күп сәләм тапшыра.
Атай, беҙ Курск өлкәһендә йәшәйбеҙ. Ҡоторонған дошманға аяу юҡ. Дауыллы ут менән “хөрмәтләп” ҡаршы алдыҡ. Илдән хат бик һирәк килә, һеҙҙең хәлдәрегеҙ менән таныш түгелбеҙ. Беҙ бында таныш-белештәрҙән Мәһәҙиев, Туғай ауылы Сәмиғулла, Шакир, йәнә Ҡауарҙынан ике иптәш менән йөрөйбөҙ, иҫәндәрбеҙ. Әле бында арыш бик шәп үҫкән. Әммә тапалып әрәм була. Сәйетбаба ағай ҡайтҡан икән. Унда тағы ниндәй яңылыҡтар бар? Шуларҙы хатҡа айырып яҙығыҙ. Иҫән булайыҡ, бергә уҡырбыҙ, һаулыҡ биреп,дошманды еңеп ҡайтһаҡ ине.
Иҫәнлек белдереп, Йәнмырҙа. 19 июль 1942 йыл”.
“Ҡәҙерле атайым һәм әсәйем! Һеҙгә, туғандарыма, мине һораусыларҙың бөтәһенә лә сәләм. Мин һау-сәләмәтмен. Дошманды туҡмай-туҡмай алға барыуҙы дауам итәбеҙ. Ауылға кемдәр ҡайтты, кемдәр китте? Әхәттән хат киләме? Мин үҙем яҙғайным, яуап булманы. 1942 йылда ике тапҡыр наградланғайным. Күптән түгел йәнә наградаға яҙҙылар. Әлегә береһен дә алғаным юҡ әле.
Хушығыҙ. Сәләм менән Йәнмырҙа. 7 октябрь 1944 йыл”.
Был хаттарҙа ҡарт олатайымдың йөрәк йылыһы һаҡлана. Тыуған илен, ата-әсәһен, туғандарын, ауылдаштарын өҙөлөп яратыуы, һағыныуы ярылып ята. Беҙҙең өсөн һәр хаты ҡәҙерле.
Бер ҡарт олатайымдың яҙмышында ғына һуғыштың ниндәй эҙҙәр ҡалдырыуын белдем. Ә ер йөҙөндә күпме бала – атайһыҙ, күпме әсә – улһыҙ, күпме ҡатын ирһеҙ ҡалған. Күҙ алдымдан иҫәпһеҙ-һанһыҙ һандар йүгерҙе. Күҙ алдым ҡараңғыланып китте, үҙемде упҡынға осҡан кеүек хис иттем. Был һуғыш илебеҙгә күпме ҡайғы-хәсрәт, күпме күҙ йәше килтергән, күпме сабыйҙы етем ҡалдырып, бәхеттән мәхрүм иткән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Ватанға булған мөхәббәт, тыныс, бәхетле киләсәккә ышаныс барыһынан да көслө булып, Бөйөк Еңеүгә алып килгән.
Беҙ, бөгөнгө заман балалары, бәхетле тормошта йәшәйбеҙ, яҡты мәктәптәрҙә уҡыйбыҙ, яратҡан эшебеҙ менән шөғөлләнәбеҙ. Ер йөҙөндә һуғыштар ҡабатланмаһын, артабан да тыныс, мул тормошта йәшәргә яҙһын беҙгә.
Яҙгөл ШӘЙХОЛОВА,
Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең
VII синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы.