-3 °С
Болотло
VKOKМакс
Бөйөк Еңеүгә - 80 йыл
11 Август 2025, 07:45

Бер ҡасан да онотмам

Бөйөк Ватан һуғышында минең ҡарт олатайҙарым да ҡатнашҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер ҡасан да онотмамБер ҡасан да онотмам
Бер ҡасан да онотмам

Һаҙый Ғүмәр улы Ҡарағолов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы бул­ған. 1942 йылдың майында яу ҡырында ятып ҡала.
Икенсе ҡарт олатайым Әхмәтзата Иблеәмин улы Дәүләтбирҙин Ҡыҙыл армия һалдаты булып һуғышта ҡатнаша. Ул 1943 йылда Украинаның Киев ҡалаһында һәләк була.
Ә олатайым Әхмәт Әхмәтзата улына һуғыш башлан­ғанда 12 йәш була. Бала сағынан алып колхозда тырышып эшләй. Баҫыуҙарҙа ер һөрә, ашлыҡ сәсә, мал көтә. Тыл ветераны була ул.
Мин улар менән ғорурланам һәм бер ҡасан да онотмаясаҡмын.

Наҙгөл ҠАРАҒОЛОВА, V синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Бер ҡасан да онотмам
Бер ҡасан да онотмам
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас