-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Август 2025, 10:44

Республика данын яҡланылар

Пенза ҡалаһында «Гвардеец» йәш армеецтар хәрби-патриотик йыйыны үтте. Ул өс аҙна барҙы. Ярышта Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән, шулай уҡ Запорожьенан, Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан, Белоруссиянан барлығы 18 команда ҡатнашты.

Республика данын яҡланылар
Республика данын яҡланылар

Проект Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты һәм урындағы хөкүмәт ярҙамында 11-се тапҡыр тормошҡа ашырылды. IX – XI синыфтарға барасаҡ иң сыҙамлы, иң көслө, иң әүҙем 360 егет урындарҙа һайлап алынды һәм Пензаға юлланды.
Башҡортостан данын Архангел, Әбйәлил, Дыуан, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Стәрлебаш, Туймазы, Фёдоровка райондарынан, Өфө, Баймаҡ, Бәләбәй, Дүртөйлө, Яңауыл, Октябрьский ҡалаларынан 20 егет яҡланы. «Батырҙар» командаһы етәкселәре итеп өҫтәмә белем биреү педагогтары Ирек Илүс улы Хәсәнбәков менән Артём Раил улы Афзалов тәғәйенләнде. Ниндәй кәйефтәр, һөҙөмтәләр менән ҡайтты икән беҙҙең йәш батырҙар?

Ысынлап та, программа бик бай ине. Был юлы Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Еңеүҙең 80 йыллығына тура килгән йыйындың төп маҡсаты, әлбиттә, илһөйәрлек тойғоһон үҫтереү, буласаҡ һалдаттар тәрбиәләү. Бының өсөн хәрби әҙерлек буйынса теоретик дәрестәр генә түгел, практик эштәр ҙә ҡарал­ғайны: автоматты һүтеп йыйыу, полигонда атыу, дрондарҙы өйрәнеү, документаль фильм­дар ҡарау... Рәсәй Геройҙары менән осрашыу айырыуса тулҡынландырғыс булды.
Үҫмерҙәр әрмеләге кеүек шарттарҙа йәшәһә лә, улар өсөн мәҙәни саралар күп үтте. Пенза ҡалаһы буйлап экскурсияға сыҡтылар: бер көн тыуған яҡты өйрәнеү музейында булһалар, икенсе көн картиналар галереяһындағы күргәҙмәгә һоҡландылар. Ә Волга буйы федераль округында иң ҙуры һаналған зоопарк барыһына ла оҡшаны. Донъялағы берҙән-бер ағас планетарий иҫәпләнгән бинаға сәйәхәт тә ҡыҙыҡ булды. Бассейнға ла йөрөттөләр.
– «Тархандар» музей-ҡурсаулығы» тип атал­ған ергә экскурсияға барҙыҡ. Бында бөйөк урыҫ шағиры Михаил Юрьевич Лермонтовтың бала сағы үткән. Күҙ алдына килтерегеҙ: мин уның эҙҙәренә баҫып йөрөйөм! Ышанырлыҡ түгел! – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Өфөләге 108-се мәктәп уҡыусыһы Дияр Фазлетдинов.
Һәм, әлбиттә, төрлө ярыштар ҙа булды. Мәҫәлән, барғас та һәр команда үҙҙәре менән таныштырҙы. Әйткәндәй, «Визитка»ла беҙҙекеләр икенсе урын алды. Пейнтбол буйынса ла икенсе булдылар. Ә музыкаль конкурста һәм Ватан тарихы буйынса ойошторолған викторинала тәүге урынға сыҡтылар. Сафта йөрөү оҫталығы менән көс гимнастика­һында 18 команда араһынан өсөнсө урынға лайыҡ булдылар. Айырым приздарға килгәндә, Туймазы егете Алмас Әблүзин шашка буйынса икенсе урын яуланы, афарин! Дөйөм алғанда, ижади ярыштар, хәрби әҙерлек һынауҙарында үҙ-үҙеңде күрһәтеү һәм 11 спорт төрө буйынса бәйге ҡаралғайны. Һөҙөмтәлә, Башҡортостан Республикаһы командаһы – етенсе баҫҡыста.
– Физик әҙерлеккә иғтибарҙы нығыраҡ бүлергә кәрәк. Спорт менән дуҫ булырға, бындай ярыштарға алдан ныҡлап әҙерләнергә кәңәш итер инем. Шулай ҙа һөҙөмтә менән ҡәнәғәтбеҙ, – ти «Батырҙар»ҙың командиры, Дүрт­өйлөләге 4-се мәктәп уҡыусыһы Степан Вяткин. Уға барыһы ла оҡшаған. Әлегә бынан да ҙурыраҡ кимәлдәге хәрби йыйында ҡатнаш­ҡаным юҡ, ти.
Һүҙгә Баймаҡтағы 3-сө мәктәптән Илназ Сейсембин да ҡушыла:
– 21 көндөң һәр береһе үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы үтте. Тик яҡшы яҡтан ғына хәтерҙә ҡаласаҡ улар. Үҙем ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаштым, сөнки ҡумыҙҙа уйнайым.
– Төрлө райондарҙан йыйылдыҡ. Тәүҙә барыһы ла ят, аңлашылып етмәй кеүек ине. Һуңынан егеттәр менән дуҫлашып киттек. Хәрби йыйын һәр беребеҙҙе йыйнаҡлыҡҡа, тәртипкә өйрәтте, – ти Архангел районы Тирәкле мәктәбенән Артур Нәжметдинов та.
Егеттәрҙең сынығыу мәктәбе үткәнен етәкселәре лә ҡеүәтләй. Артём Раил улы Афзалов әйтеүенсә, улар физик яҡтан ғына көслөрәк булып ҡайтмаған, ә холоҡтарында ла үҙгәрештәр һиҙелгән: үҙ аллылыҡ, командала эшләй, ҡарар ҡабул итә белеү кеүек һыҙаттар, яңы маҡсаттар барлыҡҡа килгән, донъяға ҡараштары киңәйгән.

 

Республика данын яҡланылар
Республика данын яҡланылар
Республика данын яҡланылар
Республика данын яҡланылар
Республика данын яҡланылар
Республика данын яҡланылар
Республика данын яҡланылар
Республика данын яҡланылар
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас