Бик йәшләй генә етем ҡала . Ә оло өләсәйем Миңлебаныу Усман ҡыҙы – 1903 йылғы. Улар икеһе лә – атай-әсәй наҙын күрмәй үҫкән етемдәр. 1920 йылда ғаилә ҡороп йәшәп китәләр. Йәштәрҙең бер-бер артлы балалары донъяға килә. Миңниса – 1929, Әхкәм – 1932 (әсәйемдең ҡартатаһы), Ғәлиә – 1936, Сәүиә 1940 йылда тыуа.
Ауырлыҡтарға бирешмәй, йәшәргә лә йәшәргә ине бит... Һуғыш башланып, бер йыл үтеүгә бик күп тиҫтерҙәре менән бергә Ибраһим олатай ҙа 1942 йылдың февраль айында яуға китә.
Миңлебаныу өләсәй иҫән саҡта: «Ҡартатайыңдан өс хат килде, һуңғыһында, Сталинград янында ҡаты һуғышҡа керәбеҙ, башҡаса яҙа алмаһам, бәхил булығыҙ, тип яҙҙы», – тип һөйләр булған.
1943 йылда ғаиләгә «хәбәрһеҙ юғалды» тигән ҡара ҡағыҙ килә. Өләсәйем дүрт бала менән яңғыҙы тороп ҡала.
Ауылда – аслыҡ-яланғаслыҡ, ҡайҙа ҡарама, эшсе көстәр етешмәй. Ләкин өләсәйебеҙ балалары хаҡына бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп, дүртеһен дә аяҡҡа баҫтыра, кеше итә. Ул аҙаҡтан яҡты донъянан киткәнсе (1990 йылда мәрхүм була) улы Әхкәм, килене Флүрә менән йәшәй, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша.
Миңлебаныу өләсәй һуғыш осоро хаҡында: «Төндә ҡарауылда торҙом, төрлө эштә йөрөнөм: ураҡ урҙым, киндер иләнем, балалар өсөн дә, һуғышҡа ебәрер өсөн дә ойоҡбаштар бәйләнем», – тип һөйләгән. «Нәнәй, ҡартатайым ҡайтһа, нишләр инең?» – тип һораһалар, йыраҡҡа төбәлеп: «Ҡаршыһына йүгерер инем», – тип әйтер булған. Ғүмере буйы Ибраһим ҡартатайҙы көтөп йәшәгән ул.
Әхкәм ҡартатай атаһы үлгәндә 8 – 9 йәшлек булып ҡала. Ир бала булараҡ, үҙен әсәһенең ярҙамсыһы итеп тоя, туғандарын ҡарай. Ул ғүмере буйына колхозда эшләгән: тракторсы булған, һарыҡ та көткән, төрлө эштәрҙә йөрөгән. Ә Флүрә нәнәй сөгөлдөр үҫтергән. Улар балаларына матур тәрбиә бирә. Флүрә нәнәй бик иртә вафат була. Ә Әхкәм ҡартатайға быйыл 93 йәш тулды. Ул балалары менән йәшәй. Бала саҡтары дәһшәтле һуғыш осорона тура килеп, унан һуңғы йылдарҙа барлыҡ ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңендә кисергән, әлеге көндә йәштәргә өлгө булып йәшәгән ҡартатайыма ҡарап ғорурланам.
Минең бер генә теләк: башҡаса һуғыш булмаһын, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын!
Дим ҒӘЛИМОВ.
Ауырғазы районы,
Төрөмбәт ауылы.