-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
3 Сентябрь 2025, 14:46

Ике олатайым да - яугир

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә ҡалмағандыр. Атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәр көрәшеп яулаған Еңеүҙең 80 йыллыҡ байрамы яҡынлаша. Синыф сәғәтендә уҡытыусым ошо тема буйынса әңгәмә уҙғарғас, ҡулыма ҡәләм алып, мин дә үҙемдең олатайҙарым тураһында яҙып үтергә булдым.

Ике олатайым да һуғышта ҡатнаш­ҡан, Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн күп көстәрен һалған. Тыуған яҡтарына ҡайтып, тыныс тормошто күреп, был яҡты донъя менән хушлаштылар. Әсәйемдең атаһы Ғатаулла Ҡашбулла улы Рәхмәтуллин 1924 йылда Сәйетбаба ауылында донъяға килгән. Улар ғаиләлә 5 бала була, олатайым – иң өлкәне. 17 йәшендә әрме сафына алына. Шул ваҡытта һуғыш башланып, олатайымды ла фронтҡа ебәрәләр. Үҙ атаһы менән бергә яу яланында була ул. Икәүләп бик күп батырлыҡтар күрһәтәләр.
Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша минең олатайым. Һуғыш бик ҡаты бара, уның аяғына пуля эләгә, оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланырға тура килә. Бер аҙ төҙәлгәс, яңынан ут эсенә инә. Берлинға тиклем барып етә, 6 йыл һуғышта булып, 1947 йылда ғына күкрәге тулы орден-миҙалдар менән тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, тыныс тормошта – Ленин ордены... Уларҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.
Һуғыштан ҡайтҡас та тик кенә ултырмай. Яралары уңалып бөтмәһә лә, ул тыуған яғын төҙөкләндереүгә, колхоз эшенә ҙур өлөш индерә. Ауылда тауыҡ фермаһы асылған була, олатайҙы мөдир итеп ҡуялар. Ул шунда оҙаҡ ҡына эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай, бик күп йылдар сельпо ҡарауылсыһы ла була. Ауылдың иң сибәр Мөбинә исемле ҡыҙын кәләш итеп алып, 11 балаға ғүмер бүләк итәләр. Тәрбиәләгән ул-ҡыҙҙары барыһы ла тәртипле, изгелекле булып үҫә, бөгөн үҙҙәре – олатай-өләсәй. Барлығы 31 ейән-ейәнсәре, 26 бүлә-бүләсәре бар уларҙың. Олатайым 2000 йылда, 76 йәшендә, һуғышта алған тән йәрәхәттәренән вафат була. Тап 9 май, Бөйөк Еңеү байрамының 55 йыллыҡ юбилейы көнө, мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Икенсе олатайым – атайымдың атаһы Нөғәмән Фәтҡулла улы Заһиҙуллин 1913 йылда Сәйетбаба ауылында тыуған. 1942 йылда һуғыш­ҡа алына, миномётсы булып хеҙмәт итә. Уны Харьковҡа ебәрәләр. Һуғыш бик аяуһыҙ була, аслыҡ, яланғаслыҡ үҙәктәренә үтә. Олатайым Венгрия, Чехословакия, Польша, Румыния, Болгарияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр ҡаты яралана һәм оҙаҡ ҡына госпиталдә ятып сыға. Был олатайым да Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршы ала. Һуғыштан бик күп награда, Маҡтау ҡағыҙҙары менән ҡайта. Уның түшен Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы биҙәй.
Һуғыштан ҡайтҡас, олатайым бер көн дә ял итмәй, колхозға эшкә сыға. Ул бик уңған балта оҫтаһы була. Ҡай­ҙа ҡушһалар, шунда эшләй, бер эштән дә ҡурҡмай. Сөгөлдөр баҫыуында бил бөккән ҡатын-ҡыҙҙарға тәмле итеп ашын да бешерә, бесән сапҡан ир-егеттәргә лә ашарға әҙерләүсе ул була. Иртүк үгеҙ егеп, оло ҡаҙандарын тейәп китә торғайны, тип һөйләй ине атайым йыш ҡына олатайҙы иҫкә алып. 1946 йылда аҡыллы, сибәр, егәрле ҡыҙҙы осрата. Ул минең өләсәйем, Саҡма ауылы ҡыҙы Миңлеямал була. Улар ошо йылды сәстәрен сәскә бәйләй. Олатайым менән өләсәйем 8 балаға ғүмер бүләк иткән. Дүртеһе юғары уҡыу йортон тамамлаған. Әмир, Әнүр бабайҙарым медицина өлкәһен һайлаһа, Әлмира, Мөнирә әбейҙәрем педагог һөнәрен үҙ итә. 18 ейән-ейәнсәре, 19 бүлә-бүләсәре бар әлеге көндә олатайымдың.
Ул һуғыш тураһында һөйләргә бик яратмаған. Асылып киткән саҡтарында илай-илай иҫләр ине ул замандарҙы, ти атайым. Нөғәмән олатайым 1991 йылдың 19 майында 78 йәшендә вафат була.
Үҙҙәре иҫән саҡта йыл һайын олатайҙарыма Мәскәү ҡалаһынан ҡотлау открыткалары килеп торҙо. Мин улар менән сикһеҙ ғорурланам. Икеһе лә беҙҙең яҡты, матур киләсәк өсөн дошман менән ҡан ҡойошҡан. Ә бик күп иптәштәре яу яланынан ҡайта алмаған бит. Беҙ уларҙың батырлыҡтарын оноторға тейеш түгелбеҙ.

Нәркәс ЗАҺИҘУЛЛИНА, VII синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас