Өләсәйем менән олатайымдың кәңәше буйынса бабайым Зәйни Рафиҡовтың «Үлемһеҙлеккә биш аҙым» тигән китабын уҡып сыҡтым. Унда әллә күпме иҫтәлекле очерктар, хикәйәләр, тарихи мәғлүмәттәр тупланған икән! Сал Урал бөркөтө, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, хәрби осоусы Муса Гәрәев, Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәнов батырлығын ҡабатлаған Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, разведчиктар командиры Әсҡәт Ҡарасурин һәм башҡа ҡыйыу яугирҙар тураһында яҙылған. Шулай уҡ был китапта Рейхстагка Еңеү байрағын ҡаҙаған Ғазый Заһитов, Алексей Бобровтар хаҡында уҡырға була.
Зәйни олатай үҙе лә һуғышта ҡатнашҡан. Хәрби табип булған, кешеләр ғүмерен ҡотҡарған. 1939 йылда япон самурайҙары менән алыша, унан һуң Финляндия менән ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша.
Зәйни Рафиҡов тыныс тормошта ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Төрлө китаптар сығара. Башҡортостан телевидениеһында тапшырыуҙар алып бара. Профессор, тел белгесе Жәлил Кейекбаев менән Венгрияла булып, мадъяр әкиәттәрен башҡортсаға тәржемә итә. Күренекле яҡташы, яҙыусы Динис Бүләков менән дуҫ була.
Минең Гөлнара өләсәйем – билдәле яҙыусы Булат Рафиҡовтың бер туған мырҙаһы Риф Заһрый улының ҡыҙы. Уның Мансур тигән ағаһы ла булған. 17 йәшлек сағында ғына һуғышҡа алына. Курск ҡалаһын азат иткәндә вафат булып ҡала.
Был китап миңә тарих биттәрен асты. Күпте белеп ҡалдым.
Айрат МИҢЛЕЙӘРОВ, X синыф уҡыусыһы.
Мәләүез районы, Һарыш ауылы.