-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
3 Сентябрь 2025, 14:40

Партизан да булған

Хәмзә Ғәлиәхмәт улы Маликов – минең ола­тайым. Ул да һуғышта ҡатнашҡан. Үҙен күрергә яҙмаһа ла, тормошо, яуҙа күр­һәткән батырлыҡтары тураһында ишетеп беләм.

Ул 1918 йылда Байназарҙа донъяға килә. Ауылда башланғыс белем алғас, колхозда тырышып эшләй башлай. 1938 йылда Ҡыҙыл әрме сафына алына. 1940 йылда унан ҡайтып, «Партизан» колхозында эшен дауам итә.
Күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Минең олатайымдың ҡулына ла яуға саҡырыу тотторалар. Ул дошмандар менән ҡыйыу алыша. Партизандарҙың 1-се уҡсылар дивизияһында отделение командиры булып хеҙмәт итергә лә тура килә. Авиация һөжүме ваҡытында яурынына бомба ярсыҡтары тейеп, ҡаты яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн олатайым бик күп орден-миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыштан ҡайтҡас, туған колхозында эшләй. Тырышлыҡ, уңғанлыҡ күрһәтә. Ҡай­ҙа ғына эшләһә лә, вазифаһын намыҫ менән еренә еткереп башҡара. Өләсәйем менән донъя ҡороп, ете балаға ғүмер бүләк итәләр.
Мин олатайым менән бик ғорурланам. Тыныс тормош өсөн йәндәрен аямаған батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә!

Диана ТЕЛӘҮСИНА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас