-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
5 Сентябрь 2025, 14:04

Һуғыш яралаған бала саҡ

...Бер көндө атайымдар урмандан буш ҡайтты. Икеһенең дә йөҙҙәре һөрөмләнгән. Улар аттарын туҡтатып, ҡыуыш эсендәге нәмәләрҙе арбаларына тейәй башланы. «Кәрәкле әйберҙәрең булһа, алырға онотма. Тиҙ генә йыйынабыҙ ҙа ҡайтып китәбеҙ», – тине атай. «Эш бөттөмө инде?» – тим. «Эш ҡайғыһы китте. Герман һуғыш асҡан. Стахановка ауылындағы йәшерәк бөтә ирҙәр һуғышҡа китергә әҙерләнә. Ағайыңдарҙы алып кил дә хәҙер үк ҡайтабыҙ!» – тине.

Һуғыш яралаған бала саҡ
Һуғыш яралаған бала саҡ

Мөкәрәмә Садиҡова – Башҡортостан яҙыусыларының иң өлкәндәренең береһе. Уға Еңеүле май айында 94 йәш тулды.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, атаһы Хафиз хеҙмәт армияһына алынып, ағаһы менән үгәй әсә ҡулында ҡала етем ҡыҙ. Үҙҙәренең әсәйҙәре сирләп, бәләкәс балаларын ҡалдырып, яҡты донъянан китә. Атайҙары ла, аҙаҡ һуғышҡа китеп, һәләк була. Ниндәй генә ҡыйырһытылыу-кәмһетелеүҙәр кисерһә лә, киләсәккә өмөтөн өҙмәй, уҡырға, кеше булырға тигән хыял менән йәшәй ҡыҙ. Приютта ла, балалар йортонда ла тәрбиәләнә. Тик бер ҡасан да, бер кем дә уны уҡырға тигән теләгенән дүндерә алмай.
Мөкәрәмә Садиҡова – Башҡортостандың күренекле яҙыусыһы, Мәскәүҙәге Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлап (унан алда театр техникумында ла уҡый әле ул), әлеге көндә егермеләгән китап авторы. Бик күп драмалары Башҡортостан һәм Татарстан театрҙарында бер нисә йыл дауамында репертуарҙан төшмәй, сәхнәләрҙә ҡуйыла. Тыуған яғы Йәрмәкәйҙә яҡташтары уға райондың Почётлы гражданы тигән исем биреп, оло ихтирамдарын белдерә. Өфө ҡала советына ла бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана ул. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаты тигән маҡтаулы исемдәр ҙә бирелә.
Мөкәрәмә Садиҡованың хеҙмәт биографияһында «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзите лә айырым бер урын алып тора. Ул беҙҙең редакцияла байтаҡ йылдар эшләп китә.
Бөгөн әҙибәнең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күргән-кисергәндәренән хәтирәләрен уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, «Йәншишмә» гәзитенең ветераны.

Һуғыш яралаған бала саҡ

Колхоздан ике ғаиләне күрше райондағы завод урманына зелпе тамыры сығарыу эшенә ебәрергә булғандар. Был эш Ҡара Ҡәйүм ағайға йөкмәтелгән. Ул иптәшкә атайымды саҡырырға булған. Үҙе ике ҡыҙын эйәрткән, атайыма ла ағайым менән мине алырға кәңәш иткән, әҙме-күпме хеҙмәт көнө эшләрҙәр, беҙгә булышып йөрөрҙәр, тигән.
Тәүҙә атайҙар үҙҙәре генә ат егеп, йәйләү өсөн урын һайлап ҡайтты. Илле саҡрым тирәһе алыҫлыҡта икән. Аҙаҡ арбаларға кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаларҙы, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы тейәп киттек. Яңы ерҙәр күреп, донъя гиҙеп ҡайтыу беҙгә лә ҡыуаныс ине.
Кис барып еттек. Ҡыуыш ҡороп, ашар­ға бешереп ашаныҡ. Ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары һалып, хуш еҫле сәй эстек. Икенсе көн Ҡәйүм ағай менән атай урман төпкөлөнә инеп китте. Тиҙҙән ерҙе дөпөлдәтә соҡоп, эшкә тотонғандары ишетелде.
Зелпе ағасы ҡытыршы олонло, ваҡ япраҡлы, ал сәскә ата. Беҙҙең яҡта ул бик һирәк. Ә бында күп. Атайҙар шул ағастарҙың олонон сабып ташлай ҙа, тамырҙарының йыуаныраҡ өлөшөн юллап, ерҙе аҡтарырға тотона. Беҙ шул тамыр­ҙарҙы ҡыуыш алдына ташыйбыҙ. Ҡалаҡ буйы самаһы итеп балта менән тураҡлағандан һуң ҡайырыларын һыҙырабыҙ. Зелпе тамырының ҡайырыһы машина тәгәрмәстәре яһау өсөн резина ҡайнатыуға кәрәкле икән. Ләкин уны һыҙырып алыуы ҡыйын. Әгәр әҙерәк елләп, кибеп тә китһә, балта төйҙәһе менән туҡмап та ҡуптарып булмай. Аптырағас, ҡаҙанға һалып бешекләп ала инек.
...Бер көндө атайымдар урмандан буш ҡайтты. Икеһенең дә йөҙҙәре һөрөмләнгән. Улар аттарын туҡтатып, ҡыуыш эсендәге нәмәләрҙе арбаларына тейәй башланы. «Кәрәкле әйберҙәрең булһа, алырға онотма. Тиҙ генә йыйынабыҙ ҙа ҡайтып китәбеҙ», – тине атай. «Эш бөттөмө инде?» – тим. «Эш ҡайғыһы китте. Герман һуғыш асҡан. Стахановка ауылындағы йәшерәк бөтә ирҙәр һуғышҡа китергә әҙерләнә. Ағайыңдарҙы алып кил дә хәҙер үк ҡайтабыҙ!» – тине.
Ағайымдар Ҡәйүм ағайҙың ҡыҙҙары менән ҡурай еләге йыйырға киткәйне. Мин уларҙы ҡысҡыра-ҡысҡыра саҡ табып, хәбәремде әйткәйнем, ағайым: «Улайһа, атайыма эйәреп мин дә китәм», – тине.
Арбаға тейәлешеп Стахановка ауылы аша үткәндә, атты магазин тәңгәлендә туҡтатты ла ҡулъяулыҡ мөйөшөнә төйнәлгән аҡсаһын ҡапшап: «Бер-ике кило кәнфит-шәкәр булһа ла алып ҡайтайыҡ әле өйгә. Һуғыш сыҡтымы, уның ише тәм-томдар бөтә торған», – тине атай.
Икәүләп Ҡәйүм ағай менән магазиндан ҡулдарына берәр киҫәк еҫле һабын ғына тотоп сыҡтылар. Шунан башҡа тауарҙы халыҡ һыҙырып алып бөткән икән. «Һатыусы магазинды бикләргә тора ине. Был һабынды ла үтенеп һорағас ҡына бирҙе», – тине атай. «Рәшит ҡустығыҙҙы йыуындырырға тотор әсәйегеҙ». Беҙ урманда йәшәгәндә Фәрҙиә исемле үгәй әсәй малай тапҡайны, уға Рәшит тип исем ҡушҡандар.
Үҙемдең әсәйем Бибисара үлгәс, атай бер ҡатынды алып ҡайтҡайны. Тик уны яратманы, балаһы булһа ла, ҡайтарып ебәрҙе. Ул беҙгә һәйбәт ине. Әлеге Фәр­ҙиәгә өйләнгәс, беҙгә көн бөттө.
...Көн һайын һуғышҡа киткән ирҙәр пар аттар егелгән арбаларға тейәлеп, арҡаларына биштәрләп сохари аҫып, беҙҙең урам аша йырлап үтәләр:

Беҙ китербеҙ, ахыры,
Өфө, Һамар арҡылы.
Беҙҙең хәлде белерһегеҙ
Осҡан ҡоштар арҡылы.

Шәйхетдин еҙнә лә һуғышҡа иң беренселәрҙән булып китте. «Гитлерҙың һыртын һындырып ҡайтабыҙ», – тип хушлашты.
Көҙгә табан һуғыш барған ерҙәрҙән ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаларҙы килтерә башланылар. Уларҙы буш торған йә бер-ике генә кеше йәшәгән арыуыраҡ өйҙәргә урынлаштырҙылар. Колхоз үҙҙәренә айына ике тапҡыр аҙыҡ биреп тора. Ҡайһы берҙәре колхоз эшенә лә йөрөнө. Тәүҙәрәк улар: «Тиҙҙән һуғыш бөтә, беҙ үҙ илдәребеҙгә ҡайтып китәбеҙ», – тип беҙҙе лә өмөтләндерә торғайны. Тик радио һәр иртәлә беҙҙең ғәскәрҙәрҙең бик күп юғалтыуҙар менән теге йә был ҡаланы дошманға ҡалдырып, сигенеүҙәре тураһында хәбәр итһә, был фажиғәнең ни тиклем ҙур икәнлеге шөбһәләндерә ине.
Бер көндө кис ҡояш айырыуса ҡыҙарып байыуын күргән ҡарттар: «Шәфәҡтең күптән былай сәйер ҡыҙарғаны юҡ ине. Ил өҫтөнә килгән ҡанлы афәттең сағылышы был. Ай-һай, ҡырыла бәндә баштары...» – тине.
Ергә ныҡлап ҡар төшкәс, беҙҙең атайға ла, хатта унан өлкәнерәк ирҙәргә лә хәрби комиссариатҡа саҡырыу ҡағыҙҙары килде. Комиссия үткәс, атайҙы хеҙмәт армияһына ебәрәсәктәрен әйткәндәр.
Китә торған көндө ул: «Хеҙмәт иткән еребеҙ Өфөлә генә булғас, хат-хәбәр алышып торорбоҙ. Яйы сыҡһа, бәлки, ҡайтып күрешергә лә насип булыр. Самаһын белеп кенә тотонһағыҙ, бер йылға етерлек аҙыҡ-түлегегеҙ бар. Йәнә бер-ике йөк һалам ҡайтарһағыҙ, бер һыйыр менән өс-дүрт баш һарыҡты ҡышлатырға етер. Утын әҙерәк булыр, уныһына өлгөрә алманым», – тине.
Мөхәмәҙиәр ағайыма айырым: «Ат егеп йөрөй алаһың, нисек тә ҡулыңдан дилбегәне төшөрмәҫкә тырыш. Аты бар­ҙың ҡанаты бар, һыйыры барҙың һыйы бар. Әсәйеңде тыңлағыҙ, үҙ-ара татыу йәшәгеҙ», – тип өҫтәне.
Мин атай менән өйҙә генә хушлаштым, сәңгелдәктәге ҡустымды ҡарарға тейеш инем. Әсәй ауыл осона барып оҙатып ҡалған. Ағайым атты кире алып ҡайтыу өсөн станцияға тиклем барған. Атайымдар төндә генә поезға ултырған. Улының оҙатып барыуына бик ҡыуанған. Ағайым иртәгеһенә төшкә генә, атайымдың толобон күтәреп, ҡайтып инде.
Ҡатын-ҡыҙ ат егеп урман ҡырҡырға ла, иген ташырға ла өйрәнде. Беҙҙеке һымаҡ иркенерәк өйҙәрҙә йыйылышып хәрби әҙерлек үтә башланылар. Инструкторҙа ғына булған берҙән-бер противогазды кейеп ҡаранылар. Олатайым Ҡәниф колхоз аттарының ҡамыт-ыңғырсаҡтарын төҙәтеү эшенә тотондо.
Уҡытыусыбыҙ Йыһангир ағай ҙа һуғыш­ҡа китте. Беҙҙе Хәйәт апай уҡыта башланы. Көндәр ҡоро саҡта ул колхоз баҡсаһындағы йәшелсәләрҙе йыйырға, баҫыуҙа ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы сүпләргә йөрөттө. Октябрь байрамында беҙҙе пионерға алырға тейештәр. Шуға әҙерләнә башланыҡ. Йәш пионерҙарҙың тантаналы вәғәҙәһен ятланыҡ. Бер көндө уҡытыусыбыҙ икешәрләп теҙеп, Алтынтауҙың уң яҡ итәгендәге партизандар ҡәберенә алып барҙы. Урта мәктәп уҡыу­сылары ла, ҡыҙыл байраҡ күтәреп, борғо ҡысҡыртып, барабан ҡағып, яныбыҙға килеп етте.
Тәүҙә мәктәп директоры Фатима апай совет власы, Ленин ҡорған ғәҙел тормош өсөн ғүмерҙәрен биргән ҡыҙыл партизандарҙың батырлығы хаҡында һөйләне. Шунан уларҙың яҡты иҫтәлеге хөрмәтенә пионер дружинаһының байрағын ҡәбер өҫтөндәге һәйкәлгә эйеп, бер минут тын торорға тәҡдим итте. Ошо бер минут тынлыҡ минең күңелемә йәшәүҙең оло мәғәнәһен индерҙе. Ҡыҙыл партизандар кеүек ғәҙеллек өсөн көрәшергә, әгәр кәрәк булһа, ғүмеремде лә ҡыҙғанмаҫҡа инандырҙы.
Аҙаҡ беҙ, өсөнсөләр, тантаналы вәғәҙә һүҙҙәрен берҙәм әйттек, ә өлкән синыф уҡыусылары беҙҙең муйындарға үҙҙәренең ҡыҙыл галстуктарын бәйләне. Батырҙар ҡәберенән беҙ Щорс хаҡындағы йырҙы йырлап ҡайттыҡ.
Шул уҡ көндө фронтҡа посылка ебәреү өсөн ойоҡбаш, өс бармаҡлы бейәләйҙәр бәйләргә керештек. Һуғышҡа киткән уҡытыусыбыҙ Йыһангир ағайға синыф исеменән хат яҙҙыҡ, һәйбәт уҡырға вәғәҙә бирҙек.
Хәйәт апай йыш ҡына синыфҡа гәзит килтереп, фронттағы хәлдәр хаҡындағы хәбәрҙәрҙе уҡый.
Ауылдағы бер нисә йортҡа фронтта батырҙарса һәләк булған кешеләр хаҡындағы ҡайғылы хәбәрҙәр килә башланы. Шуларҙың береһе беҙҙең синыфташыбыҙ Наилә Ҡаһироваларға килгән. Ошо хәбәрҙе алғандан һуң Наилә мәктәпкә йөрөүҙән туҡталды. Әсәһе: «Етем булғас, уҡый алмаҫһың, өйҙә бәләкәс өс туғанына күҙ-ҡолаҡ булырһың», – тигән.
Бер көндө Хәйәт апай алты-ете уҡыу­сыны синыфта ҡалдырып, кескәй генә концерт әҙерләтте лә: «Хәҙер ошо концертты Наиләләр өйөнә барып күрһәтәбеҙ, балалар. Һәйбәт кенә итеп йырлағыҙ, бейегеҙ, ҡайғы кисергән кешеләрҙең күңелдәре күтәрелһен», – тине.

Беҙ йыйылышып барып ингәс, Наиләнең хәсрәттән күҙҙәре эскә батҡан әсәһе аптырап ҡалды хатта. «Бына Наиләне һағынып килдек», – тине Хәйәт апай. Ул Ҡаһир ағайҙың фронтта Тыу­ған ил азатлығы өсөн батырҙарса һәләк булыуы айҡанлы ғаиләнең ҡай­ғыһын уртаҡлашты. Шунан Наиләне нисек тә мәктәптән туҡтатмаҫҡа, яуыз дошманға үс итеп, балаларын ғилемле кешеләр итеп тәрбиәләргә кәңәш бирҙе. Аҙаҡ беҙ концертыбыҙҙы башлап ебәр­ҙек. Иң тәүҙә мин «Хаҡлыҡ беҙҙең яҡта!» тигән шиғырҙы ҡысҡырып һөйләнем, бергәләп йырланыҡ, бейеп тә алдыҡ. Наилә лә, уның кескәй туғандары ла, күҙҙәрен балҡытып, хайран ҡалып ҡараны беҙҙең сығышты. «Әлдә килгән­һегеҙ әле, минең ҡыҙым ғына иптәштәренән айырылып, етемлектән баҫылып ҡалыр ине, – тине әсәһе, күҙ йәштәрен яулыҡ ситенә һөртөп. – Ярай, нисек тә уны уҡытырға тырышырбыҙ. Иртәгә үк мәктәпкә барыр».
...Башҡортостан пионерҙары һәм өлкән синыф уҡыусылары үҙ иҫәптәренә самолёттар эскадрильяһы төҙөтөргә ҡарар иткән һәм ошо айҡанлы аҡса йыйыу ойошторғайнылар. Ағайым бөтәһенә лә ҡарағанда күберәк аҡса яҙҙырып маҡталып ҡайт­ҡан. Уның хаҡында мәктәп стена гәзитенә генә түгел, ә ысын гәзиткә лә баҫҡандар. Мин аптырап: «Һинең шунса аҡсаң юҡ та инде, ҡайҙан табып түләйһең ул йөкләмәңде?» – тип һораным. «Табам. Фронт өсөн, бигерәк тә мин ултырып, дошман өҫтөнә ут яуҙырасаҡ самолёт өсөн ер аҫтынан булһа ла табам!» – тине ул. Тиҙҙән уның был сере асылды. Фәрҙиә әсәй, Рәшит ҡустымды алып, үҙҙәренең ауылына ҡунаҡҡа киткәс, ағайым буралағы бер боттан ашыу ашлыҡты һатып ебәрҙе. Мин ҡаршы килһәм дә, тыңламаны. «Ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә тор­ғанда, кулак һымаҡ, бура тулы игенде һаҡлап ултырып булмай. Бына ошо беҙ йыйған аҡсаға яңы самолёттар төҙөлөүгә үк мин үҙем дә фронтта буласаҡмын», – тине ул.
Ағайым, ысынлап та, ғариза яҙып, военкоматҡа барып та килде. Тик йәшең бәләкәйерәк, әҙерәк үҫергә кәрәк, тип әйтеп ҡайтарғандар. Ул тағы бер барып, йылын арттырып яҙып ҡайтҡан. «Киләһе йыл алырбыҙ», – тигәндәр.
Фәрҙиә әсәй колхоз келәттәре алдына эшкә сыға башланы. Өйҙө йыйыштырыу, ҡустымды ҡарау минең өҫкә төштө.
Яҙға ҡарай ағайым Өфөгә атайым янына барып ҡайтырға ниәтләне. Үгәй әсәй ышанмай: «Хәҙер поездарға баш тығырлыҡ түгел, атайыңа тигән сохариҙар­ҙы юғалтып ҡайтырһың, шул булыр», – ти. Ағайым үҙ һүҙен бирмәй: «Вагон түбәһенә ултырып булһа ла барам, бына күрерһең», – ти. Ышанмаһа ла, әсәй күп кенә итеп сохари кип­тереп, оло тоҡҡа тултырҙы ла араһына ике ҡаҙаҡ май ҙа һалды. Юлға сығырға йыйынғас, ул өй алдындағы ларҙа иген эсендә күмелеп һаҡланған ике бәләкәй генә шешә араҡыны ла индереп бирҙе. Ағай уларҙың береһен – сохариҙар араһына, икенсеһен ҡуйын кеҫәһенә тыҡты. Шулай итеп, Приютҡа хәтле ылау менән яғыулыҡ алырға барыусыларға ултырып китте. Өс көн тигәндә йылмайып ҡайтып та инде. «Атай бик ҡыуанды, рәхмәттәр әйтте», – тип, ул ебәргән таҫтамалды бирҙе. Хәл белергә килгән олатай: «Поезға нисек ултырҙың һуң, улым?» – тип аптырап һораны.
Ағайым поезға инә алмаҫын аңлап, ни эшләргә белмәй тор­ғанда паровоз машинисының сығып торғанын күргән дә, янына барып, кеҫәһендәге сәкүшкә араҡыһын күрһәтеп, Өфөгә алып барыуын һораған. Ҡайҙа, нимә эшләп йөрөүен белгәс: «Маладис!» – тип әйтеп, тоғон үҙе үк күтәреп мендереп ултырт­ҡан. Йылыла рәхәтләнеп кенә барған. Черниковка станцияһына еткәс, үҙе үк ярҙамлашып төшөрөп ҡалдырған. Атайҙар йәшәгән баракты эҙләп тапҡан. Эштән ҡайтыуға карауатында ултырған улын күреп, атаһы аптырап киткән. Бергә эшләгән иптәштәре: «Вот так у тебя малай!» – тип маҡтаған. Өфөнән вагон түбәһендә ҡайтҡан. Был ваҡиғанан һуң ағайымдың абруйы өйҙә лә, иптәштәре араһында ла артып китте.
...Уҡытыусы Хәйәт апай дүртенсе синыфтан бер нисә баланы һайлап, «Үгәй ҡыҙ» тигән әкиәт буйынса спектакль әҙерләй башланы. Миңә үгәй ҡыҙ ролен бирҙе. Был ролде уйнау өсөн миңә уйлап сығарырға ла кәрәкмәй ине, көн дә ҡағылып-һуғылып йәшәү үҙәгемә үткән. Ныҡ әҙерләндек. Урта мәктәпкә белдереү ҙә яҙып элделәр. Беҙ, башланғыс синыфтар, аҫтағы мәктәптә уҡый инек.
Бына спектакль ҡуйыр көн килеп етте. Тап шул көндө әсәй миңә мәктәпкә бармайынса өйҙә ҡалырға ҡушты. «Мин дә баҫыуға эшкә бармайым, керҙәр йыуаһы, өйҙө таҙартып алаһы бар. Иртәгә – Ҡорбан ғәйете», – тине. Ни эшләргә? Аптырап торғанда Сәлимә әхирәтем килеп етте. Үгәй әсәй сығып киткәс, тиҙ генә һандыҡтан үҙ әсәйемдең сатин күлдәген, сигеүле алъяпҡысын, матур яулығын алдым да, Рәшит ҡустымды йоҡлатып, мәктәпкә йүгерҙек. Тамаша шул тиклем матур булды. Үгәй ҡыҙ ролен миңә уйнарға ла кәрәкмәй ине. Үҙем шул тормош менән йәшәйем бит инде. Ауыл халҡы илап ултырҙы хатта.

Ҡоштар ҡайҙа осалар,
Ҡанаттарын талдырып?
Әсәй ташлап китте мине,
Яңғыҙымды ҡалдырып.

Саҡырма, кәкүк, ҡаршымда,
Саҡыр ағас башында.
Моңло бала түгел инем,
Моңдар төштө башыма...

Был йырҙы миңә уҡытыусы өйрәткәйне. Бик тулҡынланып йырланым. Бөтәһе лә ҡул сабып, мине маҡтаны. Аҙаҡ Хәйәт апайыбыҙ ҙа Сәлимә менән икебеҙҙе ҡосаҡлап үбеп: «Хас артистар кеүек уйнанығыҙ!» – тип маҡтаны.
Көҙгө ҡараңғы урамдан ямғыр­ҙа бысранып өйгә ҡайтырға ла ҡурҡып киләм. Спектаклдән һуң кәйефем бөттө. Ярай өйҙә күрше Хәҙисә апай ҡул эштәрен тотоп ингән ине. Кеше булғанда туҡмамаҫ әле, тип мөйөшкә һыйындым. Мәктәпкә киткәндә лә бер нәмә лә ашамай киткәйнем, әле өҙөлөп асыҡтым. Күрше апай сығып китеү менән үгәй әсәй күҙҙәрен зәһәр йылтыратып эш ҡуша башланы. «Нимә ҡарап тораһың, йыу иҙәндәреңде, бая уҡ ҡушып киткәйнем бит, тыңламағаның өсөн өйгә бөтөнләй керетмәҫкә уйлағайным, ярай кеше булды», – тине. Биҙрәләге һыуҙағы сепрәккә тотонғайным ғына, ут һүнде. Ас килеш ятырға тура килде. Үгәй әсәйҙең: «Ҡай­ҙа йөрөгәнһең, шунда ашап ҡайтырға кәрәк ине», – тигән һүҙҙәре ҡолағымда яңғырап торҙо. «Мәктәптә спектакль ҡуйҙыҡ!» – тиһәм дә ышанманы.
Төндә һуңлап ҡына ҡайҙалыр йөрөп ҡайтҡан ағайым уятты ла тышҡа сығып килергә саҡырҙы. «Үҙең генә сыҡ, хәлем юҡ, кисә көнө буйы бер нәмә лә ашаманым», – тинем. Ағайым: «Шуға саҡырам да инде», – тигәс, тороп киттем. Ул мейес башындағы һелкеүестән бер ус киндер орлоғо алды ла усыма һалды. «Мә, шуны булһа ла сәйнә, мин ҡаҙандағы ҡалған ашты һиңә тип һауытҡа һалып, мейескә төпкә ҡуйғайным да, үгәй әсәй күреп ҡалып, түккән, йөрөгән ерендә ашап ҡайтһын, тине». Ағайым спектаклде ҡарай алмаған, аҫтағы мәктәптә була икән, тип уйлаған, белдереүҙе күрмәгән, уны өҫтәге ҙур мәктәпкә ҡуйғайнылар.
Иртән үгәй әсәйҙең юрғанымды тартып уятыуынан ҡапыл торғайным, башым әйләнеп китеп, тағы йығылдым. «Нимә ҡарап ятаһың, йыу иҙәнеңде. Бынау утын ағасы менән һыртыңа бәргәнде көтәһеңме? Көнө буйы трай тибеп йөрөгәне етмәгән, төнө буйы орлоҡ ашап, мине юрый үртәп яттығыҙ», – тип ағас тотоп миңә килә башлағас, күршеләге Бикә өләсәйҙәргә сығып йүгерҙем. Улар мине аңлар, ҡурсалар, тип хәлемде һөйләп бирҙем. Ләкин киреһенсә булды, әсәйҙе тыңларға, ҡушҡан эшен үтәргә ҡушты Бикә өләсәй. «Үҙебеҙ ҙә саҡлы-соҡло ғына йәшәйбеҙ, олатайың ҡартайҙы, ҡулынан рәтле эш килмәй, балаларыбыҙ ҙа йәш, юғиһә, йылдар имен булһа, һине алып ҡарар инек», – тине. Был өләсәй ҙә беҙгә үгәй булып, олатай унан утыҙ йәшкә өлкән ине шул. Әле үҙҙәренең дә ашарҙарына әҙер түгеллеген әйтеп, миңә ятып торорға ҡушты. Йылы өйҙә иҙерәп ятып йоҡлап киткәнмен.
Өләсәйҙең Ғәйет байрамы уңайынан бешерелгән күмәсе менән сәй эскәс, үҙемдең бында артыҡ икәнде тойоп, ҡайтырға булдым. Өйгә инеү менән: «Әле ҡоймаҡ бешеүгә генә ҡайтып еттеңме ни, татлы тамаҡ», – тип үгәй әсәй ҡулындағы табағасы менән тондорҙо. Мин ишектән йәһәт кенә сығып өлгөрҙөм. Ергә ҡырау төшкән. Бер ҡат күлдәк менән ялан аяғымды нисек йылытырға белмәй йөрөйөм. Урамдан күрше ауыл апайҙары баҙарҙан ҡайтып бара. «Бибисара апай иҫән саҡта был йортҡа үткән һайын инеп, сәй эсеп, китап астырып сыға торғайныҡ. Бибисара апай үлгәс, барыһы ла һүнде», – тип һөйләнәләр. – Бынау бала уның ҡыҙымы икән әллә, бахырҡай. Нишләп шыр яланғас йөрөп ята икән. Әҙ булһа ла хәйер биреп китәйек әле», – тип мине саҡырғайнылар, йәшкәҙәгән күҙҙәремде күр­һәтмәҫ өсөн, уларҙы күрмәмеш булып, аҙбарға инеп киттем.
Бер аҙҙан ағайым сыҡты ла: «Әйҙә, өйгә ин, өшөйһөң бит», – тине. «Инмәйем, әсәй туҡмай», – тим. «Теймәй, кеше көлдөрөп урамда йөрөмәһен, теймәйем», – тине. «Юрый ғына әйтә ул», – тим. «Әйтмәй. Ул һине картуф әрсергә саҡыра», – тип ныҡыша ағайым.
Өйгә инеп, бер картуф ҡына әрсей башлағайным, әсәй күлдәк яғамдан эләктереп алды ла ике аяғы менән алмаш-тилмәш типкеләргә кереште. Ағайым: «Туҡмама, үлтерәһең бит», – тип ҡамасауларға итеп, әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа сыға. «Үлтереү генә түгел, аҫып ҡуям әле мин уны!» – тип табағасын алырға үрелгәндә мин һике аҫтына инеп ҡастым. Табағасын һелтәп ҡараны ла бер нәмәгә лә теймәгәс, утын ағасын тондороп: «Ботоң һынһын!» – тип ҡысҡырҙы. Асыуынан нимә эшләргә белмәй, әле тәҙрә эргәһенә, әле мейес ҡаршыһына барып, ҡарғанырға тотондо: «Эй, Хоҙайым, изге Ҡорбан ғәйете сәғәттәрендә ҡарғышымды ошо мөртәт йәнгә төшөр: мин уның бер беләгенә – уйнаштан тапҡан балаһын, икенсе беләгенә хәйерсе тоғо аҫып, ишек тупһамда бер һыныҡ икмәк һорап ултыр­ғанын күрһәм ине йә, Раббым!» – тине. Үгәй әсәйҙең был һүҙҙәре йөрәгемә уҡтай ҡаҙалды. Әкиәттәрҙә уҡыуымса, ҡарғыштың яман нимә икәнен беләм. Эстән генә; «Ҡарғышың – ҡара башыңа!» – тип яуапларға итәм дә, тик ҡурҡышымдан өнөм сыҡмай. Әммә мин бер ҡасан да ундай хәлгә ҡалмаясаҡмын, хәйерсе тоғо аҫып, үгәй әсәй тупһаһына килмәйәсәкмен, тип үҙемде тынысландырам.

Ҡорбан ғәйетендә беҙҙең өйҙә булған ваҡиғалар бөтә ауылды шаҡ ҡатырған. «Кеше алдында мине рисуай иттең, бынан ары яҡшылыҡ көтмә!» – тине үгәй әсәй. «Мин дә бер ҡасан да һинең яман ҡарғышыңды онотмаясаҡмын», – тинем, батырлығымды йыйып. Ҡайҙа барһа ла, кешеләрҙән әр һүҙҙәре ишеткән үгәй әсәй бер көндө кескәй Рәшитте лә үҙе менән алмайынса тыуған ауылына ҡайтып китте. Мин баланы ҡарап ҡалдым.
Шулай өйҙә ултырғанда атай ҡайтып инде. «Һуғышҡа китергә комиссия үттек. Ике көнгә генә ҡырҙан малдарға бер-ике йөк һалам килтереп китермен, тип һорап ҡайттым», – тине. Беҙҙең насар йәшәгәнде белеп бик хәсрәтләнде.
Икенсе көндө әсәйҙе барып алды ла китер алдынан: «Башҡаса улай ғауғалашып донъя төтәтмәгеҙ. Трудармияла беҙгә: «Тыл ышаныслы булһа, һуғышта дошманды ҡыйратыу бер ни тормай», – тип аңлаттылар. Мин хәҙер фронтҡа китәм. Ә һеҙ бында үҙегеҙҙе хеҙмәт армияһында итеп иҫәпләгеҙ», – тине.
Атайҙан оҙаҡ ҡына хәбәр булманы. Төштәребеҙҙе юрарға ла, төн уртаһында өҫтәлдә ҡағыҙ өйөмө яндырып, уның мейес стенаһына төшкән шәүләһе буйынса атайҙың хәлен билдәләргә лә өйрәнеп алдыҡ. Унда атай гел иҫән күренде.
Оҙаҡламай Сталинград эргәһендә дошмандың тар-мар ителеүен ишеттек. Һуғышта еңеүебеҙгә ышаныс артты. Ҡул эштәрен тотоп кис ултырырға килгән апайҙарҙың ҡайһы берҙәре: «Беҙҙең ҡар­ғыштар Гитлерҙың тәненә яман шеш булып сыҡһын ине лә үлә алмайынса ыҙаланһын ине шул ҡәһәрле», – тип теләй. Икенселәре: «Яман шеш кенә әҙ ул шаҡшыға, беҙҙекеләр еңгәс, үҙен тотоп, аяҡтарынан аҫһындар ине лә һәр беребеҙҙең асыуы ҡанғансы туҡмаһындар ине», – ти. Өсөнсөләре: «Тереләй тиреһен тунар инек ул мөртәттең», – ти.
Һуғыш ваҡытында мин күрше тирәлә хат яҙыу оҫтаһы булып танылдым. Беҙ йыш яҙабыҙ ҙа ул, тик яуаптар ғына һирәк килә ине. Ирһеҙ ҡалған апайҙарға иң ауыры – һалҡын ҡышты үткәреү. Утын да юҡ, ашарға ла юҡ. Ҡарт-ҡоро, бала-саға баҫыуҙа көҙҙән ҡойолоп ҡалған башаҡтарҙы, өшөгән картуфтарҙы йыйырға сыға. Һыбайлы полеводтар ҡыуып йөрөһә лә, халыҡ барыбер ҡасып-боҫоп сүпләнә. Ҡар аҫтында ҡышлаған башаҡтарҙың ағыулы икәнен белһәләр ҙә, астан шешенеп үлеүгә ҡарағанда, тамаҡ туй­ҙырып үлеүҙе яҡшыраҡ, тип уйлайҙармы, әллә был сирҙең уларға эләкмәүенә ышаналармы – кешеләр барыбер ашай ине. Һыйырҙары булғандар һөт-ҡатыҡ менән был сирҙәрҙән ҡотолоп ҡалды. Ә унһыҙ ҡалған кешеләрҙән бер яҙҙа ғына алтау­һының ғүмере ҡыйылды.
Ауылдан ун биш саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән урыҫтар ябығып хәлһеҙләнеп үлгән аттарын тау буйындағы бер соҡорға ташлай икән. Шуны белеп ҡалған ике апай ҡараңғы төшкәс, тоҡтарына балта, бысаҡтарын һалып, әлеге урынға барып, сыра яҡтыһында үләкһә түшкәһен тураҡлап алып ҡайта. Аҙаҡ һалҡын шишмә һыуында йыуып, төндә ҡаҙанда бешереп балаларына ашаталар. «Әсәй, ҡайҙан алдың был тәмле итте?», – тип һорауҙарына: «Совхоз урыҫтарынан осһоҙ хаҡҡа һатып алдыҡ. Кешегә һөйләмәгеҙ, юҡһа бөтә ауыл ябырылыр», – тип яуаплағандар. Ни хикмәттәндер инде, был ике апайҙың ғаиләләре, яман ауырыуҙарға бирешмәйенсә, иҫән-һау ҡалды.
Беҙҙең ырҙын табағын һепереп алған ҡарабойҙай ыумасын ашағас, аңҡауҙар­ҙың тиреһе ҡубып йөҙәтте. Әлдә һыйырыбыҙ булды. Баҡсаға сәскән картуфты ҡыш буйына ашағас, сәсеүгә етмәй ҙә ҡала. Яңыһы өлгөргәнсе һатып алыр­ға тура килә. Биҙрәһе – ике йөҙ һум.
Үгәй әсәй сабата яһай. Аҙнаһына ун-ун биш пар әҙерләһә, мин уны баҙарға алып барып, ялан яғынан килгән сыуаштарға маҡтай-маҡтай һатам.
Берҙән-бер һыйырыбыҙҙан да ҡолаҡ ҡаға яҙҙыҡ. Баҫыуҙа эшләп йөрөгән еренән һөрөнөп йығылған да тора алмаған. Хәлһеҙләнгән бахыр. Уларға ла ашарға юҡ. Үлән сыҡмаған әле. Ятһа, тора алмай. Инде олоғайған олатай ярҙамында арҡанды һыйырҙың ҡорһағы аҫтынан уратып алалар ҙа уны аҙбар өрлөгө аша үткәреп, әсәй менән икәүләп тарталар. Шыбыр тиргә батып, икәүләп һыйырҙы аяғына баҫтыралар. Олатай кәңәше буйынса тау битләүендә яңы сыға башлаған үлән төптәрен сәмсенергә алып бара әсәй. Уның ҡулында ике бала. Атай ҡайтып киткәндән һуң Рифҡәт исемле тағы бер ҡустыбыҙ тыуғайны. Рәшитте етәкләп, Риф­ҡәтте күтәреп, әсәй һыйырҙы тау битләүендә көттө.
Ашлыҡты ҡый үләндәренән утарға йөрөттөләр. Апайҙар беҙгә ике аҙым ер бүлеп бирә лә, шуны утап, ыҙан башына сығырға тейешбеҙ. Һары сәскә, әрем, билсән, аҡтамыр һәм башҡа ҡый үләндәрен утап ҡулдар ҡанап бөтә.
Колхоздың картуфын ҡаҙып алыу эштәре октябргә ҡалды, ярай, көндәр һәйбәт торҙо.
Бесән, утын әҙерләү ағайым елкәһендә. Бәләкәй сана һөйрәп икәүләп барабыҙ. Унда ғына һалып алып ҡайтҡан утын мейескә ике-өс тапҡыр яғыуға етә. Инде утынға бара торған көн етһә, яман буран сығып китә. Шундай саҡта баҡса осона атай ултыртҡан өйәңкеләрҙе ҡырҡабыҙ.
Малға ашарына бөтһә, улай еңел генә ҡотола алмайбыҙ. Яланға эҫкерт төбөн йыйыштырырға барабыҙ. Иң тәүҙә ҡарын таҙартабыҙ, шунан ҡалған һаламдарҙы услап тартып алабыҙ. Әгәр буран ҡотормаһа, әллә ҡасан ҡайтыр инек, беҙҙең йолҡҡан һаламды осороп тик тора. Мин өшөгәс, ағайым оя һымаҡ нәмә яһап, шунда ултыртты ла ауыҙын һалам менән ябып ҡуйҙы. Әҙерәк йылынып ҡалдым. Буран да баҫылды. Беҙ ҡайтырға сыҡҡанда ағайым: «Моғайын, әле ун берҙәр бар­ҙыр, ҡайтып етеүгә ун икеләр булыр инде», – тине. Бүреләрҙән ҡурҡа-ҡурҡа ауыл осона килеп еткәндә һыбайлы сабып килгәне күренде. Бригадир Тәхәү ағай икән. Унан мәрхәмәт көтөрмөн тимә. «Кем һеҙгә колхоз яланынан һалам урларға рөхсәт итте?» – ти был. Ауыҙынан хәмер еҫе аңҡып тора. «Беҙ уны ташландыҡ эҫкерт төбөнән ҡаҙып алдыҡ. Аҙбарҙағы малдар ҡаҡ боҙ өҫтөндә тороп ҡалғас, аптырап барҙыҡ», – тибеҙ. «Ташландыҡ эҫкерт төбө лә – колхоз мөлкәте ул», – ти был. «Беҙ ҙә – колхоз кешеләре лә инде», – тим мин. «Яҙ көнө барыбер ут төртөп яндырыла», – тине ағайым да. «Был юлы ебәрегеҙ инде, икенсе юлы рөхсәт һорап барырбыҙ». «Күрһәтермен мин һеҙгә икенсе тапҡырҙы», – тип, кеҫәһенән бәке сығарып, саналағы һаламды бәйләгән бауҙы ҡырҡты, ул ғына етмәгәс, һаламдарҙы типкесләп, юл ситенә ауҙарҙы. Шунан, тағы нимә ватырға икән, тип ҡараны ла сананың ҡанат ағас­тарын теҙенә ҡуйып һындырҙы. «Бына һеҙгә – һалам!» тип атына атланып сабып китеп тә барҙы. Мин иларға керештем. Тәхәү ағайҙың балалары бер ҙә бәләкәй сана йәки арба тартып, беҙҙең һымаҡ ыҙаланып йөрөмәй. Улар баҫыу­ҙан башаҡ йә өшөгән картуф йыйыуҙың ни икәнен белмәй. Улар картуф ҡушылмай бешерелгән ысын икмәк ашай.
...Бер көндө почтальон Мәрхәбә апай өйөбөҙгә хат ҡалдырҙы. Ағайым ҡалтыранған ҡулдары менән конвертты асты ла күҙ йүгертеп уҡый башланы. Ахырына ла етмәҫтән уны өҫтәлгә ырғытты ла: «Атай... үлгән...» – тине. «Кит, алдаҡсы!» – тип ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ағайым ике ҡулы менән Рифҡәттең сәңгелдәк ағасына тотоноп алған да, маңлайын шунда терәп, бөтә тәне менән ҡалтырана-ҡалтырана илай ине. Ул башын күтәрмәй генә: «Ышанмаһаң, үҙең алып уҡы, ана, аҡҡа ҡара менән яҙыл­ған», – тине. Өҫтәлдәге ҡағыҙҙы эләктереп алдым да аҡырып илай-илай олатайҙарға йүгерҙем. Өйгә кешеләр йыйылып киткән. Кемдәрҙер беҙҙе ҡыҙғанып һыҡтай, кемдәрҙер сабырлыҡҡа өндәй, йыуатырға тырыша. Төшкә ҡайтҡан әсәй, кешеләрҙе күреп, аптырап: «Әллә... берәй яман хәбәр килдеме?» – тип һораны. Бер кемдең дә яман хәбәрҙе әйтергә теле әйләнмәй, бөтәһе лә тынып ҡалды. «Ниңә өндәшмәйһегеҙ?» – тип ҡысҡырып ебәрҙе әсәй, хәүеф һиҙеп. Шунда Рәшит өҫтәлдәге хатты алып, уға килтереп тотторҙо ла: «Бына, атай паф-паф!» – тине. «Эйе, килен, улыбыҙ яу ҡырында вафат!» – тине олатай. Йөҙө ағарып, кәүҙәһе сайҡалып киткән әсәйҙе кемдәрҙер тотоп, һикегә ултыртты. «Юҡ ул Алла тигәндәре, булһа, ошо дүрт баланы күрәләтә етем ҡалдырыр инеме ни?» – тип йән асыуы менән ҡысҡырып ебәрҙе әсәй. Рәшит менән Рифҡәт икеһе ике яҡтан сарылдашып әсәйҙең итәгенә йәбеште. Уның ошо һүҙҙәренән һуң Аллаға яман һүҙ тейҙергән әсәйҙе лә, беҙҙе лә бер юлы упҡын йотор һымаҡ ине. Ләкин ер ҙә убылманы, өй ҙә, кешеләр ҙә урынында ҡалды. Кемдер: «Йыназа уҡырға ашыҡмайыҡ әле, ундай хәбәрҙең яңылыш ебәрелеүе лә мөмкин, үлгән, тип хәбәр килгәндән һуң да иҫән ҡайтыусылар булған», – тине.
...Совет Армияһы дошманды ҡыра тор­ғас, үҙ илебеҙҙе генә азат итмәйенсә, күрше илдәрҙе лә фашист иҙеүенән ҡот­ҡара башланы. Һуғыш бөтөүгә һанаулы ғына көндәр ҡалғанын халыҡ өмөтләнеп көтә.
Ағайым ФЗО-ға уҡырға китте. Хәҙер үгәй әсәй бөтә асыуын миңә төшөрә. Аҙнаһына ике көн мәктәптән ҡалдыра. «Уҡып мулла булмаҫһың, суҡып ҡарға булмаҫһың. Уҡыу тамаҡ туйҙырмай», – ти. Ҡулыма китап алғанды күрһә, туҙына ла китә. Яңы тема үтһәләр, аҙаҡ аңламай бер булам. Эш менән йонсоп, йоҡом да туймай. Яҙғы каникулда күрше ауылда йәшәүсе әсәйем менән бер туған Ғилемзада апай ике-өс көнгә үҙҙәренә алып ҡайтты. Ул бер үҙе генә йәшәй ине, ике улы ла фронтҡа киткәйне, үҙе янына йәшәргә саҡырҙы. Бәләкәс туғандарымды ҡалдырып китергә ҡыйын булһа ла, мин ризалаштым. Сумкаға китаптарымды, кескәй генә төйөнсөккә атайым менән әсәйемдең төҫө итеп иҫәпләгән ҡәҙерле нәмәләрҙе һалдым да, туғандарымды ашатып, кейендереп, тышта уйнағыҙ, тип ҡалдырҙым да, үбеп-үбеп, ташлап киткәнем өсөн күңелемдән генә ғәфү үтенеп, урамға сыҡтым. Унда ғәҙәттән тыш йәнлелек күреп туҡтап ҡалдым. Радионан тантаналы марш яңғырай. Кешеләр: «Һуғыш бөткән!» – тип бер-береһе менән ҡосаҡлаша, ҡайҙалыр ашыға, йүгерә. Мине лә бер нисә кеше: «Һуғыш бөткән бит, туғанҡайым, беҙ еңдек ҡәһәрле дошманды!» – тип ҡосаҡлап, яурынымдан һөйөп үтте. Бындай шатлыҡлы хәбәрҙе ихаталағы бәпкә үләнендә аунай-аунай уйнаған туғандарым менән уртаҡлашҡым килде. Тик улар әле һуғыштың ни икәнен дә аңлап өлгөрмәне. «Тиҙҙән атайыбыҙ ҡайта!» – тип әйтеп кенә аңлатып булыр ине еңеү шатлығын да. Тик был алдау булыр ине. Атай хаҡында ҡара ҡағыҙ килгәнгә лә йылдан ашыу ваҡыт үтте. Иҫән булһа, шул ғүмере берәй хәбәре килер ине.
Илебеҙ яуыз дошманды еңгәс, беҙ ҙә юғалмабыҙ. Мин дә бик ҙур тәүәккәллек иткән сәфәргә Бөйөк Еңеү хаҡындағы хәбәр таралған изге сәғәттә сыҡҡанмын икән. Тимәк, мин кире боролмайынса киләсәк бәхетемә табан барырға тейешмен, тип уйланым. Ғилемзада апайҙарҙа күпмелер йәшәп, артабан ете синыфтан һуң мәктәпкә бармаҫҡа, эшләй башларға кәңәш итһә лә, мин уҡырға теләгемде белдереп, киләсәккә үҙ юлымды һайланым.

Һуғыш яралаған бала саҡ
Һуғыш яралаған бала саҡ
Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас