+18 °С
Облачно
VKOKTelegram
Еңеүгә - 80 йыл
4 Мая , 10:06

"Лесник балтаны тартып алып, утынды Мәҫкәү ауылына килтереп ауҙарта"

Гәзитебеҙҙең ветераны, шағирә, журналист, публицист Зөһрә Ҡотлогилдинаның Бөйөк Ватан һуғышына арнап сығарған серияһындағы "Беҙ - һуғыш балалары" тип аталған дүртенсе китабынан иҫтәлектәр тәҡдим итәбеҙ.

"Лесник балтаны тартып алып, утынды Мәҫкәү ауылына килтереп ауҙарта""Лесник балтаны тартып алып, утынды Мәҫкәү ауылына килтереп ауҙарта"
"Лесник балтаны тартып алып, утынды Мәҫкәү ауылына килтереп ауҙарта"

Дәминдәр Мөхәррәм улы СӘЛИХОВ. 1935 йылдың 15 сентябрендә Учалы районының Рафиҡ ауылында тыуған, әле Ташҡыя ауылында йәшәй. Һуғыш башланғанда 6 йәштә була.

"Атайымды колхоздан оҙатҡандар. Тәүҙә Алкинда булған. Шунан фронтҡа алып киткәндәр.

Инәйем (беҙҙең яҡта әсәйҙе шулай тиҙәр) Ғәлимә, “Труд” колхозының игенен Магнитҡа ташыны. Етмеш саҡрымдан артыҡтыр ара. Ат менән баралар. Ҡайтҡанда яғыулыҡ тейәп алалар. Бер үҙе генә йөрөмәне, иптәшкә Иштимеров Тайфур исемле бабай ҙа бара ине. 250 литрлыҡ мискәләрҙе йәй – арбаға, ҡыш санаға тейәүе лә ауыр бит. Ҡайтыуға арҡан, ҡамыт, тәгәрмәс, арба, сана кеүек кәрәк-яраҡтарҙы ла тултыралар. Яҡшы эшләгән, ғәҙел булған, урлашмаған өсөн дә инәйемде был яуаплы эшкә тәғәйенләгәндәрҙер. Сөнки ул заманда закон бик ҡаты булған. Бер кило иген урлаһаң, бер йылға төрмәгә ултыртҡандар.

Магнитҡа иптәш итеп мине лә алып барғандары булды. Игенде тапшырғансы арбала ҡарауыл булып ултырам. Дала яғынан ҡаҙаҡтар дөйәләр менән килә ине. Беҙҙең аттар, уларҙы күреп өлгөрмәгәс, өркәләр.

Йәһүҙә ауылында (халыҡ телендә – Йәндек) йәшәнек аҙаҡ. Өс – дүрт әбей менән бергә инәйем колхоз һыйырҙарын һауҙы. Шунан “Байрамғол” совхозына алып барып эшкә ҡуштылар. Рәхмәтуллина Хөсниямал исемле апай менән ферма өйөндә йәшәнек. Уның алты балаһы бар ине, ире һуғышҡа киткәйне. Өй һыуыҡ, тишек-тошоҡ, тәҙрәләре лә юҡ, быялалары онталған. Тишек-тошоҡ урындарға, тәҙрәләргә сепрәк-сапраҡ тығып ҡуялар. Верхнеуралдан урыҫтар: “Кому быяла ясайт?” – тип киләләр ине. Ут юҡ, һаҙлыҡтан сей утын алып ҡайтабыҙ.

Көҙ етһә, әлеге урыҫтар һуған, шалҡан кеүек йәшелсәләр алып килеп, башҡорттоң нимәһенә булһа ла алмаштырып алып китәләр. Йомортҡағамы шунда, аҡса тигән нәмә юҡ инде.

Ҡыш норма менән йәшәнек. Йәғни инәйемдәргә эшләгән өсөн иген бирәләр, ул шуны ҡул тирмәнендә әйләндереп он итеп бутҡамы, ашмы бешерә ине. Яҙ, йәй үлән, емеш менән тамаҡ туйҙырҙыҡ. Көҙ башаҡ йыябыҙ. Уны ла йыйҙырмайҙар, ҡыуып ҡайтаралар. Башаҡ күп ҡала. Пәләүәт уҫал. Еләккә барһаң, унан да ҡыуалар.

Ун йәштән һыбай йөрөп күбә һөйрәттем, тырма тырматтым. Ун биш йәшлек ағайҙар, апай, әбейҙәр кәбән һала торғайны.

1943 йыл атайға похоронка килде. Сталинградта үлгән. “Хәбәрһеҙ юғалды” тип яҙғандар.

Һуғыштан ауылға ҡайһылары сатан, ҡайһылары сулаҡ булып яралы һалдаттар ҡайта башланы. “Минең бабайҙы йә баламды күрмәнеңме?” – тип һорашырға бермә-бер киләләр ине.

Кейемебеҙ – йоҡлағанда ла бер фуфайка, эшкә лә шул. Инәйҙәр тектереп ала ине кешенән. Баҙарҙан урыҫтың одеялынмы алалар, Менәүәрә Йөҙлөбаева тигән инәй тегә ине. Салбар теккән булалар бер ҡат ҡына, ни йылыһы, ни ныҡлығы юҡ, тигәндәй. Аяҡҡа урыҫтарҙан алған брезент тәпешкә, резина галуш, йәбештереп эшләнгән, уныһы ла ысҡына ла бөтә. Апайҙар ҙа, малайҙар ҙа шуны кейә торғайны.

Тоҙҙо спекулянт әбейҙәр Магниттан алып киләләр ине. Белоретҡа йәйәү барып, унан алып ҡайтып, стаканлап та һатып йөрөнөләр.

Кәрәсинде урамда ҡалған тракторҙан сәлдерәләр ине. Дәрес әҙерләргә, ут тоҡандырырға кәрәк бит.

Көлдө ҡайнатып, шуның һыуына кер йыуҙылар, һабын булманы.

Бер кешелә төтөн күренһә, шабала (һоҫҡо – автор) тотоп, шунда баралар. Йәй көнө осҡоно осоп янғын сығып китеүҙән ҡурҡып, биҙрә менән йөрөйҙәр.

Ҡыш көнө утынға йөрөү ҡыйын булды. Тәрән ҡар йырып, сәнәзкә менән һөйрәтеп алып ҡайтырға кәрәк. Әбейҙең ҙур улы Аһыл ат менән фермала тиҙәк түккән, шул аты менән барып алып килә. Беҙҙең яҡта эре утын булманы. Силәбе яғына, урыҫ еренә, Бүре ояһы тигән урынға эре утын эҙләп барабыҙ. Лесник күреп ҡалһа, балтаны ала. Утынды Мәҫкәү ауылына килтереп ауҙарта. Беҙ илап буш ҡайтып китәбеҙ. Мәҫкәү ауылында инәйем менән уның инәһе бер туған Йәнтурин Фазылйән тигән ағай бар ине, шуға барып әйтһәң, иртәгә ат егеп кил, утыныңды алып бирермен, ти. Шунан барып алам.

Дүрт – биш саҡрымдағы Ҡарабәрән тигән ергә лә барабыҙ, унан да утын ташыйбыҙ. Йәһүҙәлә Стәрле яҡтарынан килгән бер нисә ғаилә татарҙар ҙа йәшәне. Улар бәрәңге, кишер, һуған сәсте. Ҡаймаҡҡа, майға алмаштырып, инәйҙәр уларҙан бәрәңге ала ине.

Әбейҙең иң оло ҡыҙы Зөбәйҙә инәйемдәр менән бергә һыйыр һауҙы. Уға ун дүрт йәш тирәһе ине. Бәләкәй малайы Мөхәмәт тимер мейесте яғып, өйҙө йылытып ултырҙы.

Йәй көнө Урал йылғаһы буйына йәйләүгә сығалар. Фермала – һарыҡтар ҙа йылҡы малы. Хисаплы ғына йөк аттары ҡалғайны. Ул ваҡытта бүреләр күп булды. Ферманың башын тишеп төшөп һарыҡтарҙы тамаҡлайҙар. Ветеринар тикшереп, һуйып, итен тапшыралар. Эс-ҡарыны инәйемдәргә эләгә.

Йәһүҙәлә ике йыл булғандан һуң, әллә малдарҙы Наурыҙға алып киткәндәр, беҙ Ташҡыяға (рәсми атамаһы – Мишкә) күстек. Унда инәйемдең еңгәһе бар ине, шул Мәликә әбейемдә йәшәнек.

Беренсе класҡа Ташҡыяла уҡырға барҙым. Сумканы инәйем сепрәктән тегеп бирҙе, дәфтәрҙе уҡытыусы өләште. Ҡараны бер порошоктан иҙеп яһап алдыҡ. Пероны ағастың осона бәйләп яҙа инек. Китапты уҡытыусы бирә, уны өй беренсә алып уҡыйбыҙ.

Йәй инәй емеш-еләккә, сейәгә йөрөп, көйәнтәләп Верхнеуралға һатырға бара. Ун ике – ун биш саҡрым тирәһе юл. Көтөүсе урыҫтар инәйемдәрҙе ҡурҡытып, еләктәрен бүлеп алып ҡалалар икән. Бер барғанда тағы ла ике һыбайлы еләк һораған. Инәйем биргән һымаҡ итеп “мә” тип юрамал тегеләрҙе аттарынан эйелткән дә һөйрәп төшөрөп (ҡаҙаҡ көтөүселәреме, урыҫтармы булған) сыбыртҡы һәм йоҙроҡ менән туҡмап киткән. Шунан ары теймәгәндәр. Инәйем әҙ-мәҙ русса белә ине. Уның атаһы Хилаж олатайымдарға Верхнеуралдан оҫта хирург балыҡҡа йә һунарға тип килеп йөрөгән. Галя исемле ҡыҙын да йөрөткән. Инәйем шуның менән уйнап әҙерәк русса өйрәнеп ҡалған.

Һуғыштан яраланып ҡайта башланылар. Иң тәүлә Хәлитов Йәғәфәр бабай ҡайтты. Сатан ине. Колхозда счетовод булып ултырҙы.

Ауылда кешеләр үлһә, әбейҙәр ҡәбер ҡаҙып күмгән".

 

 

 

"Лесник балтаны тартып алып, утынды Мәҫкәү ауылына килтереп ауҙарта"
"Лесник балтаны тартып алып, утынды Мәҫкәү ауылына килтереп ауҙарта"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас