+7 °С
Ясна
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Повестар
20 Март 2022, 15:20

Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары

Факил МЫРҘАҠАЕВ

Юғалған дәфтәр

Мин был ҡалын дөйөм дәфтәргә — көндәлеккә осраҡлы ғына юлыҡтым. Дачаға барырға сыҡҡайным, тығынға эләгеп, беренсе автобусҡа һуңланым, икенсеһен оҙаҡ ҡына көтөргә кәрәк. Ярай әле биштәремдә сканворд баҫылған гәзит бар ине.

Билет алғас, шуны сисмәк булып, буш залдағы эскәмйәләрҙең береһенә барып ултырҙым. Гәзитте ҡулыма алып та өлгөрмәнем, иҙән йыуырға тотондолар. Ҡамасауламайым, тышҡа сығып торайым, көн дә матур, тип урынымдан тороуым булды, миңә ҡысҡырҙылар:
— Сүп-сарыңды ҡалдырма, үҙең менән ал!
Ҡараһам, эскәмйәлә йәшел күн тышлы дәфтәр ята. «Минеке түгел», — тип йыйыштырыусы менән әрепләшеп торғом килмәне, уны үҙем менән алдым. Тәүҙә шунда уҡ ҡый һауытына ташларға теләгәйнем, ләкин тыйылдым. Ҡыҙыҡһыныуым еңгәндер, күрәһең.
Ҡалын дәфтәр төрлө ҡара менән яҙылған текстарҙан тора. Араларында ҡәләм, фломастер менән яҙылғандары ла бар. Ҡай­һы бер биттәр яртылаш буш. Хәрефтәр кәкре-бөкрө, күп һүҙҙәр танылмай, хата өҫтөнә хата. Тыныш билдәләре һирәк осрай. Урыҫса һүҙҙәр ҙә бихисап.
Беренсе биткә күҙ һалам.
«Бөгөн беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы көндәлек алып барырға ҡушты. «Ниңә кәрәк ул?» — тип һораныҡ. Көндәлек яҙыу фекерләү ҡеүәһен арттыра, йыйнаҡлыҡҡа, тәртипкә өйрәтә, тине ул. «Көндәлек яҙып ҡына тәртип яҡшырһа икән?« — тип уйланым мин. Уҡытыусыбыҙҙың һөйләүе дөрөҫ булһа, знаминитый (дәфтәрҙә шулай яҙылған, дөрөҫө: знаменитый. — Ф. М.) кешеләр көндәлек алып барған икән. Үҙҙәре үлгәс, китап итеп сығарғандар. Әллә кемдәрҙең исемдәрен әйтте. Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев… Кемдәр улар — белмәйем. Мос­тайын ғына беләм. Класыбыҙ менән киноһын ҡараныҡ. Оҡшаманы, сөнки Йәмил һеңлеһе Оксананан буйға бәләкәйерәк. Рәми Ғарипов тигәндәренең фотоһын күргәнем бар. Кабинетта тора. Аҫтында шиғыры:
Халҡым теле миңә — хаҡлыҡ теле, –
Унан башҡа минең илем юҡ.
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Бик оҙаҡ баш ватҡандан һуң мин дә көндәлек яҙырға булдым. Яҙа-яҙа аҡыл ултырыр, бәлки (әсәйем һүҙҙәре). Кем белә, киләсәктә минең фотоны ла стенаға элеп ҡуйырҙар?! Беҙҙең мәктәптә уҡыны, тип. Тик бына фото аҫтына яҙырлыҡ бер йүнле һүҙем дә юҡ. Уныһы ла булыр әле, башым йәш бит.
Хәҙер үк яҙып ҡуям, минең көндәлекте китап итеп сығарырға теләһәгеҙ, йыбанмағыҙ, аҡсаһы уртаҡ булыр. (Һуңынан мин уның гонорар икәнен асыҡланым). Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, яҙыуым тараҡан бото кеүек (өләсәйем һүҙҙәре.) Нөктә-мөктә, өтөр-мөтөр, һыҙыҡ-мыҙыҡ, һорау-морау менән дуҫлығым юҡ. Уларын (башығыҙ эшләһә!) үҙегеҙ белеп ҡуйырһығыҙ. Хаталарымды төҙәтергә рөхсәт итәм, китап итеп сығарғас, әҙәм уҡырлыҡ булһын инде. Яҙғандарым үҙем менән, дуҫтарым менән булған ҡы­ҙыҡ-мыҙыҡ хаҡында. Уларҙы аникдоттар (дәфтәрҙә шулай яҙыл­ған, дөрөҫө: анекдоттар. — Ф. М.) тип әйтәләр, шикелле, башҡортсаһы нисектер, үҙегеҙ ҡарағыҙ».
Шатмораттың (көндәлекте баштан-аяҡ уҡығас, уның исеме шулай булыуы асыҡланды. — Ф. М.) үтенесен үтәнем, көндәлеген ҡулдан килгәнсә «әҙәм уҡырлыҡ» хәлгә еткерҙем һәм «Йәншишмә» гәзитенә тапшыр­ҙым.
Шатморатҡа ла үтенесем бар: ҡайһы бер төҙәтеүҙәр менән ризалашмаһаң, ауыҙыңды бәлшәйтергә ашыҡма. Улар минеке түгел, ҡулъяҙманы мөхәррирләүсенеке. Белмәһәң, белеп ҡуй: редакцияларҙа бөтә әҫәрҙәрҙе лә энә күҙенән үткәрәләр.
Минең эшем шунан ғибәрәт: ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарыңды бүлектәргә бүлеп берләштерҙем, исем ҡуштым.
Тағы ла бер иҫкәрмә: бүлектәргә тап килмәгәнерәк көләмәстәрең үҙең ҡайһы биткә яҙған­һың, шунда ҡалды. Һыҙып ташларға намыҫым ҡушманы.
Биғәйбә!

Беҙ бәләкәй саҡта

Тәүҙә мәктәпкә барғансы, шунан садикта булған ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарҙы яҙып ҡуяйым әле. Әтеү хәтерем әле үк насарлана башланы.
Бер көн әсәйем почтаға барып, фатирға аҡса түләргә ҡушҡайны. Уның йомошон онотмаҫ өсөн салбар ҡайышына ҡулъяулығымды ҡыҫтырып ҡуйҙым. Күреү менән иҫкә төшәсәк. Квитанцияны алдым да өйҙән сығып киттем. Юлда Зөлфәт осраны, оҙаҡ итеп уйнаныҡ. Ял итергә туҡтағас, ул:
— Ҡулъяулығыңды ниңә ҡайышыңа ҡыҫтырҙың? — тип һораны.
— Әсәйем фатирға аҡса түләргә ҡушҡайны, — тинем дә почтаға тороп саптым. Сиратҡа баҫтым. Унда ярты сәғәт тороуым бушҡа булды — әсәйем аҡса бирергә онотҡан. Әллә үҙем һорамағанмын.
Ғаиләбеҙ дүрт кешенән тора: атайым, әсәйем, мин һәм һеңлем Тамсыгөл. Беҙ — ҡалала, ҡалған туғандарыбыҙ ауылда йәшәй.

* * *

Мине, тыңлауһыҙ, тип әрләй­ҙәр, ә Тамсыгөл минән дә уҙҙыра. Мөйөшкә баҫтырып ҡуйғас, һеңлем:
— Әсәй, һин миңә дөрөҫ яза бирәһеңме? — тип һораны.
— Эйе! — тине әсәйем асыуланып.
— Юҡҡа! — тине Тамсыгөл. — Күҙ алдыңа килтер: мөйөштә баҫып торған бала ата-әсәһе тураһында насар уйлай. Был һиңә кәрәкме?

* * *

Беҙҙең Тамсыгөл әсәйҙе тыңламайынса ла ярата белә. Нисек? Бына былай.
— Әсәй, мин һине ныҡ итеп яратам!
— Улайһа, ни өсөн тыңламай­һың?
— Мин һине тыңламайынса ла яратам!

* * *

Әсәйем китап уҡып ултыра. Тамсыгөл уның янына килде лә ғәжәпләнеп һораны:
— Әллә интернет эшләмәйме?

* * *

Телевизор ҡарағанда әсәйем миңә:
— Улым, йоҡларға ят, — тине, — был тапшырыу өлкәндәр өсөн.
— Ә ниңә һеҙ минең менән мультик ҡарайһығыҙ?

* * *

Кисә Тамсыгөл атайымдан былай тип һораны:
— Атай, әсәйемә өйләнгәнсе һиңә машинаны нисек йөрөтөргә кем әйтте?

* * *

Аяҡ кейеме магазинында ботинкалар өсөн шнур һораным.
— Һиңә ниндәйҙәре кәрәк? –тип белеште һатыусы.
— Береһе — уңына, икенсеһе — һулына.

* * *

Магазинда әсәйемде юғалт­ҡас, кешеләрҙән илай-илай һораным:
— Миңә оҡшаған бәләкәй малайһыҙ әсәйҙе күрмәнегеҙме?

* * *

Тамсыгөлгә биш йәш тулғас, ул әсәйемдән:
— Әсәй, мәктәптә нисә йыл уҡыйҙар? — тип һораны.
— Ун бер йыл.
— Ә институтта?
— Биш.
— О! Улайһа, мин мәктәпкә барып тормайым, институтҡа ғына барам!

* * *

— Ниңә ҡысҡырып илайһың?
— Шым ғына илап ҡараным да ул, тик береһе лә ишетмәй.

* * *

Банкомат янында туҡтаныҡ.
— Хәҙер, улым, аҡса алабыҙ ҙа магазинға барырбыҙ, — тине әсәйем.
Уның аҡса һанағанын ҡарап торғандан һуң:
— Әсәй, унда атай ултырамы әллә? — тип һораным.

* * *

Әсәйем эштән ҡайтҡас, Тамсыгөл уның сумкаһын аҡтарҙы.
— Һиңә нисек оят түгел?! Сит кеше сумкаһын аҡтарыу килешмәй, — тип асыуланды ул.
— Әсәй, һиндә сит кеше сумкаһымы ни? — тине һеңлем.

* * *

Зөлфәттең әсәһе икенсегә бәпәй алып ҡайтырға йыйына. Дуҫым ҡустыһын дүрт күҙ менән көтә. Әсәһе уға, дүшәмбе көн УЗИ-ға барам, шунда баланың енесен беләм, тигән.
— Әсәй, эсеңдә кем икәнен нисек беләһең? — тип ҡыҙыҡһынған Зөлфәт.
— Табиптың кабинетында махсус компьютер һәм «сысҡан» бар. Табип ошо «сысҡан»ды минең эсем буйлап йөрөтә, ә мониторҙа малаймы әллә ҡыҙмы икәне күренә, — тип аңлатҡан әсәһе.
Зөлфәт шатлығынан ҡысҡырып ебәргән:
— Әсәй, әгәр компьютерҙа ҡыҙ күренһә, табипҡа әйт: башта — «юҡҡа сығарыу»ға, шунан «икенсе вариант һайларға»ға баҫһын!

* * *

— Әсәй, плитә ни өсөн шул тиклем бысраҡ ул?
— Атайың йомортҡа ҡурҙы.
— Табаһыҙмы?

* * *

Һүҙен тыңламаған өсөн әсәйем арт яғымды сыбыҡланы. Күп тә үтмәй, атайым ҡайтты:
— Ни булды, балаҡайым?
— Бер ни ҙә булманы. Һинең «әүлиә кеүек» ҡатының менән гәпләшеп алдыҡ.

* * *

Зөлфәт диванда йоҡлап китә, атаһы уны карауатына күсереп һалмаҡсы була. Һаҡ ҡына ҡулына ала, ә Зөлфәт йоҡо аралаш:
— Ҡайҙан алдың, шунда һал, — ти.

* * *

Тамсыгөл сынаяҡты төшөрөп ватты. Үкереп илай. Атайым янына килде.
— Ҡыҙым, ниңә илайһың?
— Сынаяҡты ваттым.
— Нисек килеп сыҡты һуң?
— Бына былай, — Тамсыгөл икенсе сынаяҡты алды ла бар көсөнә иҙәнгә бәрҙе.

* * *

— Әсәй, атайымдың атаһы, әсәһе бармы? — тип һораным.
— Әлбиттә, бар… Вәлихан олатайың, Вәсимә өләсәйең.
— Улар уны ни өсөн беҙгә бир­ҙе?

* * *

Әсәйем менән магазинға индек. Кәрәк әйберҙәрҙе алғас, иҫәпләште. Һатыусы ҡалған аҡсаны ҡайтарғанда биш тәңкәлекте иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе.
— Ҡуянҡайым, ал әле, — тип үтенде әсәйем.
Ул арала эргәбеҙҙә торған ир эйелеп аҡсаны алды ла миңә бир­ҙе:
— Мин, әлбиттә, ҡуян түгел.
— Улайһа, ниңә алдың һуң? — тинем мин.

* * *

Зөлфәттәргә ингәйнем. Ул бер йәшлек ҡустыһының үҙе генә белгән телдә туҡтауһыҙ бытылдауын тыңлап торҙо ла һорау бир­ҙе:
— Әсәй, һин уның башҡорт икәненә ышанаһыңмы?

* * *

— Әсәй! Әсә-ә-әй!
— Ни булды?
— Мине өйгә ҡыуып ҡайтар, аяғымды еүешләнем.
— Үҙең дә ҡайтыр инең әле, шуның өсөн ҡысҡыраларҙыр шул.
— Үҙем урамда йөрөп туйманым әле.

* * *

— Зөлфәт, барометрҙы ҡара әле, менгәнме, төшкәнме?
— Төшкән.
— Нисәгә?
— Шкафтан иҙәнгә төшкән.

* * *

— Әсәй, һин мине ни өсөн атларға һәм һөйләшергә өйрәттең, хәҙер тик кенә ултырыуымды теләйһең?!

* * *

— Әсәй, беҙ яңы ғына ҡуҙғалып киткән станция нисек атала?
— Белмәйем, ҡамасаулама, күрмәйһеңме ни, китап уҡыйым.
— Белмәүең насар. Ә беҙҙең Тамсыгөл унда поездан төшөп ҡалды.

* * *

— Исемең нисек?
— Шатморат.
— Тулыһынса?
— Шатморат Ишдәүләтович.
— Ә әсәйеңдең исеме тулыһынса нисек?
Бер ауыҡ уйланғас:
— Шатморат Ишдәүләтовичтың әсәһе, — тинем.

* * *

— Зөлфәт, һинең әсәйең — тегенсе, ә үҙең тишек салбарҙа йөрөйһөң.
— Йөрөһә ни! Һинең әсәйең — теш табибы, ә һеңлеңдең дүрт теше генә бар.

* * *

— Ҡайҙа барабыҙ, әсәй?
— Фотоға төшөргә, улым.
— Ә ниңә хушбуй һөртәһең? Фотола ул барыбер күренмәй бит.

* * *

— Зөлфәт, һин үҫкәс, кем булырға йыйынаһың?
— Синоптик.
— Һинме?! Ә мин тағы үҙеңде гел дөрөҫөн һөйләүсе ғәҙел малай тип йөрөгән булам.

* * *

— Олатай, өлкән кешеләр ҙә бәләкәй булған, тиҙәр. Һин дә минең кеүек малай булдыңмы? — тип ҡыҙыҡһындым, ул ҡунаҡҡа килгәс.
— Булдым, ейәнем, булдым.
— Тиҫтерҙәрең һаҡалың менән пеләшеңдән эй көлгәндәрҙер, ҡыйын булғандыр һиңә, — тип йәлләп ҡуйҙым үҙен.

* * *

Мәктәптән ҡайтҡас, һеңлемдән:
— Тамсыгөл, бөгөн әсәйгә булыштыңмы? — тип һораным.
— Булыштым. Әсәй һуған әрсене, ә мин илап торҙом.

* * *

— Шатморат, кишерҙе күп ашаһаң, күҙҙәр һәйбәт күрә, тиҙәр. Был дөрөҫмө икән?
— Әлбиттә, дөрөҫ, Зөлфәт. Күҙлек кейгән ҡуянды күргәнең юҡтыр бит.

* * *

— Был әфлисундың яртыһын һин миңә бирергә тейешһең, — тинем һеңлемә.
— Ә ни өсөн?
— Әгәр мин һине магазин янында семетеп илатмаған булһам, әсәйҙән һиңә был емеш эләкмәҫ ине.

Тамсыгөл күп урынлы һандар­ҙы уҡый:

— Утыҙ ун, утыҙ ун бер…
Ҡараһам, 3010, 3011 һандары икән.

* * *

Тамсыгөлгә «Р» хәрефен әйтергә өйрәтәм:
— «Һыйыр» тип әйт.
— Мө-ө.
— Эт: «Ырррр», — тип әйтә.
— Уау, уау…

* * *

Уйнарға сығырға йыйынғас, әсәһе Зөлфәтте:
— Бәлә аяҡ аҫтында ята, улым, ипләп йөрө, — тип киҫәткән.
Зөлфәт бер аҙҙан йүгереп килеп инә лә:
— Әсәй, мин аяҡ аҫтына күпме ҡарап йөрөһәм дә, бәләне күрмәнем, — тигән.

* * *

— Улым, Шәрипҡол менән баш­ҡаса аралашма ла, уйнама ла, ул бик тәртипһеҙ, тәрбиәһеҙ, — тине атайым миңә.
— Атай, ул бит үҙе килә.
— Икенсе килгәнендә уны баш­ҡаса килеп йөрөмәҫлек итеп ныҡ ҡына туҡма, — тине атайым.

* * *

Тамсыгөл:
— Әсәй, белһәң ине минең ниндәй шәп кино ҡарағанымды!
— Һөйлә әле.
— Ярамай шул. Миңә бит әле ун алты тулмаған…

* * *

— Әйҙә, атайлы-әсәйле уйнайыҡ, — тип тәҡдим итә Тамсыгөл Тимербайға.
— Мин ни эшләргә тейеш? — тип һорай Тимербай.
— Һин үҙеңдең футболыңды ҡара.
— Ә һин?
— Мин күршеләргә инәм, унда ҡыҙҙар аулаҡҡа йыйыла.

* * *

— Фу! Кем унда эт һымаҡ олой?
— Был — мин, әсәй.
— Һинме ни… Һайра, һайра, һандуғасым…

* * *

Тамсыгөл яңы тун кейеп ҡараған әсәйемә:
— Әсәй, һин был тунда бик матурһың! — ти.
— Ысынлапмы? — тип әсәйем ҡыуанды.
— Ысын. Уның менән һин овчаркаға оҡшайһың.

* * *

Зөлфәт ваннанан ҡысҡыра:
— Әсәй, һин миңә бөгөн ниндәй күлдәк бирәһең?
— Ҡыҫҡа еңлене. Ә ниңә улай тип һорайһың?
— Ҡулдарҙы ҡайҙа тиклем йыуырға икән, тим.

* * *

— Әсәй, урамда йөрөп киләйем әле?
— Бысраҡ ҡолаҡтарың менәнме?
— Юҡ, дуҫтарым менән.

* * *

— Атай, ана, беҙ көткән трамвай килә, — тип ҡыуанды Тамсыгөл.
— 5-се түгел, 32-се бит!
Һеңлем һаман ныҡышты:
— Өскә икене ҡушһаң, биш була, тип үҙең өйрәткәйнең бит.

* * *

— Тыңламаһаң, тыңлаулы малайға алмаштырам үҙеңде, — тине әсәйем миңә.
— Алмаштыра алмайһың.
— Ниңә?!
— Яҡшыны аламаға кем алмаштырһын?

* * *

— Тамсыгөл, һин нишләйһең?
— Айгөлгә хат яҙам.
— Һин яҙа белмәйһең дә инде?..
— Белмәһә ни, Айгөл дә уҡый белмәй бит!..

* * *

Өсәүләшеп урамда йөрөйбөҙ. Тамсыгөл бер туҡтауһыҙ һорау яуҙыра йә үҙе һөйләй. Ҡаршыларына килгән ике әбейҙе күргәс:
— Әсәй, ана, иҫкергән апайҙар китеп бара, — тине.

* * *

— Икене икегә ҡабатлаһаң, нисә була? — тип һораным Тамсыгөлдән.
— Дүрт.
— Дөрөҫ! Мә, һиңә шуның өсөн дүрт кәнфит.
— Их, белгән булһам, ун алты, тиер инем, — тип үкенде һеңлем.

* * *

— Атай, мин үҫкәс, полярник булам.
— Бик яҡшы.
— Мин хәҙерҙән үк һалҡынға күнегергә теләйем.
— Нисек итеп?
— Һин миңә көн дә туңдырма һатып ал…

* * *

Зөлфәт урамдан футбол тубы тотоп ҡайтып инә.
— Ҡайҙан алдың был тупты? — тип һорай әсәһе.
— Ишек алдындағы бер малай­ҙан.
— Ул был хаҡта беләме һуң?
— Нишләп белмәһен, ти. Ишетмәйһеңме ни, ана, нисек ҡысҡырып илай.

* * *

Тыңламаған өсөн әсәһе менән араһы боҙолоп торған Тамсыгөлдөң туңдырма ашағыһы килә. Әҙерәк уйланғас, ул, хәйләкәр ҡарашын йәшерә биреп, минең янға килде:
— Әсәйҙән туңдырмаға аҡса һора әле!
— Үҙең һора. Ул һинең дә әсәйең бит!
— Шулайын шулай ҙа ул… Әммә һин әсәй менән ике йылға оҙағыраҡ таныш бит!

* * *

Малайҙар менән уйнап туйғас, өйгә ҡайттым. Эҫе һыу биреүҙе туҡтатҡандар икән.
— Кәстрүл кухняла, — тине әсәйем.
— Окей, әсәй, — тинем.
Кәстрүлде алып, ваннаға индем дә сисендем. һауытты асһам, унда… аш.

* * *

Тамсыгөлгә кәнфитте рөхсәт менән генә алырға өйрәтәбеҙ. Тағы ла шулай һорамай алғанын күргәс, атайым менән әсәйем:
— Тамсыгөл, һин рөхсәт һораныңмы? — тип белеште.
— Эйе.
Атайым менән әсәйем бер-береһенә ҡараны:
— Кемдән?
— Кәнфиттән.

* * *

Әсәй эштән ҡайта:
— Тә-ә-әк, минең ҡәҙерле балаларым бөгөн ниндәй һәйбәт эштәр эшләне?
Беренсеһе:
— Мин… тәрилкәләр йыуҙым!
— Афарин! — Шоколад бирә.
Икенсеһе:
— Ә мин… тәрилкәләрҙе һөрттөм!
— Афарин! — Шоколад тоттора.
Өсөнсөһө:
— Мин тәрилкә ватыҡтарын һепереп алып, биҙрәгә һалдым…

* * *

Бер нисә көн рәттән өс йәшлек улымды эшкә алып йөрөргә тура килде.
Ҡайтып барабыҙ, ул уйынсыҡ таптыра.
— Әле артыҡ аҡса юҡ, бөгөн уйынсыҡ булмаясаҡ.
Бала тынып ҡалды, өйгә ҡайтып еткәнсе бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Өйҙә тупһанан атлау менән кәпәсен иҙәнгә бәрҙе лә ҡалын тауыш менән:
— Эшләйһең, эшләйһең, ә аҡса юҡ! — тип ҡысҡырҙы.
* * *
Ата-әсәһе өйҙә юҡ саҡта улар­ҙың икеһенең береһен телефонға саҡырғас, атай-адвокат һәм әсәй-судмедэксперттың улы былай тип яуап биргән:
— Улар өйҙә юҡ.
— Ҡайҙалар һуң?
— Атайым — төрмәлә, ә әсәйем — моргта.

* * *

Төшкө аш ваҡыты. Өс йәшлек Гөлнур теләр-теләмәҫ кенә ашап ултыра. Олатаһы, уға өлгө күр­һәтәм тип, ашын ашап бөткәс, тәрилкәһен күрһәтә:
— Мин ашап бөттөм.
— Вәт, маладис, инде сәй эс тә бар йоҡла, — ти Гөлнур уға.

* * *

Мин улыма исеме менән өндәшмәйем, ә ябай ғына итеп «улым» тип йөрөтәм. Ике йәшлек ҡыҙым менән балалар майҙансығында йөрөйбөҙ. Улым мәктәптән ҡайтып килә. Ҡыҙым уны күреп ҡалғас та, уйынсыҡтарын ташлап, ҡысҡыра-ҡысҡыра ҡаршыһына йүгерҙе:
— Әнүәр! Улым!

Әле булһа һағынам…

Балалар баҡсаһына йөрөгәнемде әле булһа һағынып иҫкә алам. Ә мин, тиле, шөр ебәргәйнем, йәнәһе, унда тәртип ҡаты, күрмәгәнеңде күрһәтәләр…

* * *

Беҙҙең төркөмгә тағы ла бер малай өҫтәлде.
— Тәк, беҙҙә ике Коля булып китте бит әле, нишләйбеҙ инде? — тине тәрбиәсе апай. Әле «иҫке» Коляға, әле «яңы» Коляға ҡараныҡ. «Яңы» Коля:
— Зовите меня Николай Первый! — тигәс, яңынан уйнарға тотондоҡ.

* * *

Әсәйем һеңлем менән минең тырнаҡтарҙы аҙна һайын киҫеп тора, шулай итмәһәң, микробтар йыйыла, ти. Ә тәрбиәсе апайҙың тырнаҡтары шул тиклем оҙон, ҡып-ҡыҙыл. Минең иғтибар менән бармаҡтарына ҡарағанымды күргәс, ул:
— Оҡшаймы? — тип һораны.
— Эйе. Бындай тырнаҡтар менән ағасҡа менеү еңелдер инде, — тинем.

* * *

— Атай, атай, тәрбиәсе мине бишкә тиклем һанарға өйрәтте.
— Һанап ҡара әле!
— Бер, ике, өс, шуны ла хәтереңдә ҡалдыра алмайһың, иҫә­үән (үҙенең башына һуғып ала), дүрт, биш!

* * *

— Һиңә ҡолаҡтар ниңә кәрәк? — тип һораны тәрбиәсе.
— Барыһын да күрер өсөн.
— Бының өсөн күҙҙәр бар бит.
— Шулайҙыр ҙа ул. Ҡолаҡтар булмаһа, бүрек күҙҙәрҙе ҡаплай, мин бер ни ҙә күрмәйем.

* * *

Әнүзә балалар баҡсаһында ғаиләһе тураһында һөйләй.
— Олатайың кем?
— Судья.
— Өләсәйең?
— Прокурор.
— Әсәйең?
— Адвокат.
— Атайың?
— Хөкөм ителеүсе.

* * *

Ҡомлоҡта уйнағанда Регина мине ситкә саҡырып алды ла күҙҙәрен түбән төшөрөп:
— Шатморат, үҫкәс, һин мине кәләш итеп алаһыңмы? — тип һораны.
— Юҡ.
Регинаның күҙҙәре түңәрәкләнде.
— Ниңә?
— Сөнки һин һәр көн маникюрға йөрөйәсәкһең, ә минең бензинға аҡсам етмәйәсәк.

* * *

Ял көнө мин бассейнға йөрөйөм, йөҙөргә өйрәнәм.
— Әсәй, бөгөн минең унда бар­ғым килмәй.
— Мотлаҡ барырға кәрәк, улым, — тине әсәйем. — Һомғол буйлы, көслө булып үҫерһең. Барлыҡ ҡыҙҙар ҙа артыңдан йүгерер.
— Йүгергәндә уларҙы мин былай ҙа уҙып китәм.

* * *

Атайым балалар баҡсаһынан алып ҡайтҡас, әсәйем минән:
— Бөгөн һине тәрбиәсе әрләмәнеме? — тип һораны.
— Юҡ, әрләмәне. Мин үҙемде тыныс тоттом, хатта мөйөштә баҫып торғанда ла иламаным.

* * *

— Был юлы кем менән һуғыштың? — тип һораны атайым мине алырға килгәс.
— Вәрис менән.
— Ә кем көслөрәк?
— Тәрбиәсе!

* * *

Тамсыгөл һеңлем балалар баҡсаһынан ҡайтыу менән үҙенең хәбәрҙәрен һөйләргә тотондо:
— Ирина минең бармағымды тешләне.
— Ә һин нимә ҡарап торҙоң, үҙенекен дә тешләргә кәрәк ине, — тинем.
— Мин уныҡын алданыраҡ тешләгәйнем шул инде, — тип яуап­ланы ул.

* * *

— Ильяс, һин өйҙә әсәйеңә ярҙам итәһеңме?
— Юҡ, атайыма ғына ярҙам итәм, ә әсәйем былай ҙа барыһын да эшләй белә.

* * *

Тамсыгөл ял көнө малайҙар һәм ҡыҙҙар менән уйнаны. Эскәмйәлә ял итеп ултырған әбей­ҙәрҙең береһе:
— Ни уйнайһығыҙ? — тип ҡы­ҙыҡһынды.
— Беҙ балалар баҡсаһы уйнайбыҙ, — тине Тамсыгөл.
— Ҡалай ҡыҙыҡ! Вәрис кем?
— Вәрис — шофёр. Ул ашарға бешерергә аҙыҡ-түлек килтерә.
— Тәнзилә кем?
— Тәнзилә — ашнаҡсы. Ул ашар­ға бешерә.
— Ә Тамсыгөл кем булып эшләй?
— Тамсыгөл бер нәмә лә эшләмәй. Ул — беҙҙең мөдир.

* * *

Улым менән балалар баҡсаһынан ҡайтып киләбеҙ. Ул танау аҫтынан нимәлер мығырлай:
— Сабина, Лилиә, Әминә, Регина, Диана, Ләйсән…
— Кемдәрҙе һанайһың ул? — тип һораным.
— Уларға өйләнергә теләйем.
— Беҙҙең илдә бындай ғөрөф-ғәҙәт юҡ, күп ҡатынлылыҡ Көнбайышта ғына ҡабул ителгән.
Улым күҙҙәремә эсе бошоп ҡараны:
— Әсәй, әйҙә, унда йәшәргә күсеп китәйек.
Көнбайышта йәшәргә ашҡын­ған малай кем, тиһегеҙме? Мин — Шатморат!

Биш ҡыярға өс помидорҙы ҡушһаң…

Мәктәптә булған ҡыҙыҡ-мыҙыҡтарҙы һөйләп тә, яҙып та бөтөрлөк түгел. Иҫтә ҡалғандарын сыймаҡлап китәм.

* * *

Беренсе синыф. Уҡытыусы:
— Балалар, смартфон-телефондарығыҙҙы ситкә алып ҡуйығыҙ, яҙышыуҙарығыҙҙы туҡтатығыҙ. Бөгөн беҙгә «А» хәрефен өйрәнергә кәрәк.

* * *

1 сентябрь. Уҡыусылар мәктәпкә йыйыла. Уҡытыусы уларҙан һорай:
— Балалар, йәйге каникулды нисек үткәрҙегеҙ? Кем ҡайҙа бар­ҙы? Әйҙә, Радик, һинән башлайбыҙ.
— Мин йәйҙе бик шәп үткәрҙем, атай-әсәйем менән көньяҡҡа бар­ҙым. Диңгеҙ, емеш-еләк, диңгеҙ хайуандары…
— Ә һин, Рөстәм?
— Мин каникулды дачала үткәр­ҙем. Һаҙлыҡ, ҡыяр, серәкәй…

Гөлфиә «Кем булырға теләй­һең?» тигән темаға инша яҙып ултыра. Бер килке уйланғас, стоматолог булырға һәм барыһының да тешен дауаларға теләүен белдерә.
— Әгәр мин һәм өләсәйең кил­һәк, кемебеҙҙе беренсе булып ҡабул итерһең? — тип һорай әсәһе.
— Кемегеҙ алдан яҙылған, шуны, — тип яуаплай Гөлфиә уйлап та тормай.

* * *

— Шатморат, дүрткә берҙе ҡуш­ҡас, ни килеп сыға?
— Белмәйем, Зөлфәт.
— Бына ҡара: дүрт бармаҡты алабыҙ, уларға тағы берҙе ҡушабыҙ. Ни килеп сыҡты?
— Ә-ә, аңланым! Йоҙроҡ!

* * *

Атай улы менән һөйләшә.
— Улым, мәктәп директорының фамилияһы нисек?
— Белмәйем.
— Ә синыф етәксеһенең фамилияһы нисек?
— Хәтерләмәйем.
— Бынағайыш! Үҙеңә — ун биш йәш, ә һин: «белмәйем» дә «хәтерләмәйем». Нисәнсе синыфта уҡығаныңды беләһеңдер, тип ышанам.
— Өсөнсөлә.
— Аллаға шөкөр! Мин һине бөтөнләй иҫәрһеңдер, тип уйлағайным.

* * *

Уҡытыусы Зөлфәткә һорау бир­ҙе:
— Мин, сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ҡайһы заман була?
— Тәнәфес ваҡыты, — тип яуап­ланы Зөлфәт.

* * *

Уҡытыусы:
— Диңгеҙ менән күл араһында ниндәй айырма бар?
Дамир:
— Күлдең яры була, ә диңгеҙҙең — юҡ.

* * *

Беренсе синыфта. Уҡытыусы Ғарифтан:
— Бишкә берҙе ҡушҡас, нисә була? — тип һораны.
Ғариф һыу уртлағандай шымтайҙы.
— Улайһа, миҫал килтерәм. Әйтәйек, мин һиңә биш алма, шунан бер алма бирәм. Нисә алмаң булды инде?
— Ете.
— Нисек ете?
— Сөнки минең сумкала тағы бер алма бар ине.

* * *

Дәрестә Данил ҡулы менән бер ҡолағын ҡаплап ултыра. Быны күреп, Марс:
— Ниңә ҡолағыңды томаланың? — тип һорай.
— Уҡытыусы һөйләгәндәр ҡолағымдан сығып китмәһен өсөн, — тип яуаплай Данил.
* * *
Уҡытыусы балаларға «Ю» хәрефенә башланған һүҙҙәр әйтергә ҡушты. Хасбулат торҙо ла:
— Арыҫлан, — тине. Уҡытыусы:
— Арыҫлан «А»ға башлана ла инде, — тигәс, Хасбулат:
— Атыу, юрыҫлан, — тине.

* * *

Дәрес бара. Уҡытыусы:
— Азат, әйт әле, «А»нан һуң ниндәй хәреф килә?
— Ҡалған бөтә хәрефтәр ҙә инде, — тип яуапланы ул.

* * *

Уҡытыусы Наилға икегә ҡабатлау таблицаһын ятлап килергә ҡушты. Иртәгеһен:
— Ятланыңмы? — тип һораны.
— Ятланым.
— Улайһа, әйт, ике етең нисә була?
— Мин икегә ҡабатлауҙы ғына ятланым, етенекен ятламаным.

* * *

Юлдаш рифмалаштырып һөйләргә ярата. Мәктәптә уҡый башлағас, һәләтен күрһәтмәксе булды. Урыҫ теле дәресендә уҡытыусы менән танышҡанда:
— Мальчик, как тебя зовут? — тип һорағас, теге әҙерәк уйлап торҙо ла:
— Сахарный завуд, — тине лә ҡуйҙы.
* * *
1 сентябрь. Беренсе синыфта дәрес бара. Уҡытыусы аңлата:
— Балалар, һеҙ — хәҙер уҡыу­сылар. Шым ғына ултырырға, һорауҙарығыҙ булһа, ҡулығыҙҙы күтәрергә кәрәк.
Хәлил шунда уҡ ҡулын күтәрә.
— Һорауың бармы әллә?
— Юҡ, система нисек эшләй икән, тип тикшереп кенә ҡарайым.

* * *

География уҡытыусыһы Лондонда томандар була, тип аңлатты һәм Фидаилға был ҡаланы картанан күрһәтергә ҡушты. Ул оҙаҡ эҙләне, ләкин таба алманы.
— Күпме эҙләргә мөмкин инде?
— Томан ҡаплаған, ахыры, күренмәй, — тине Фидаил.

* * *

Математика дәресендә уҡытыусы Азаттан:
— Бишкә икене ҡушһаң, күпме була? — тип һораны.
— Кү-ү-үп була!

* * *

Уҡытыусы диктант яҙҙыра.
— Мин ҡоштар осҡанын күҙәтергә яратам.
— Ҡоштар осҡанын күҙәтергә яратмағандарға ла яҙырғамы? — тип һораны Айнур.

* * *

Беренсе синыфта математика дәресе бара. Уҡытыусы уҡыусыларға төрлө мәсьәләләр әйтә:
— Биш ҡыярға өс помидорҙы ҡушһаң, нисә килеп сыға?
— Салат килеп сыға, — тип яуап бирҙе Гөлфиә.

* * *

— Балалар, кем шаҡ ҡатырғыс тура килеү миҫалын әйтә ала?
— Мин! Атайымдың да, әсәйемдең дә туйы бер үк көндә бул­ған.

* * *

Уҡытыусы беренсе синыф уҡыу­сыларын һанарға өйрәтә.
— Йәле, Булат, унға тиклем һанап күрһәт.
— Мин өйҙә әсәйгә һанап күр­һәткәйнем инде.

* * *

Уҡытыусы беренсе синыф уҡыу­сыһынан һорай:
— Айрат, уҡый белеү ни өсөн кәрәк, тип уйлайһың?
— Компьютер боҙолһа, ни эшләргә белмәй аптырап ултырмаҫ өсөн…
Зөлфәт менән Шатморат
Зөлфәт менән осрашһаҡ, һөйләшеп хәбәребеҙ бөтмәй. Дәрестә лә быш-быш киләбеҙ, тәнәфестә лә ләстит һатабыҙ. Хатта төндә телефон аша серләшәбеҙ. Дуҫтар шулай булырға тейеш!

* * *

— Зөлфәт, Чапаев кем ул?
— Негр!
— Нисек инде негр?!
— Ул бит аҡтарға ҡаршы һуғыш­ҡан!

* * *

— Һинең көслө яҡтарың ниндәй?
— Мин: «Юҡ», — тип әйтә беләм.
— Бының файҙаһы тейгән миҫал килтерә алаһыңмы?
— Юҡ.

* * *

— Зөлфәт, үҫкәс, кем булырға теләйһең?
— Полицейский.
— Ә һин, Шатморат?
— Бандит.
— Ниңә?
— Зөлфәт менән уйнар өсөн.

* * *

— Шатморат, һин кемде күберәк тыңлайһың: әсәйеңдеме әллә атайыңдымы?
— Әлбиттә, әсәйемде!
— Ни өсөн?
— Ул күберәк һөйләй.

* * *

— Һин ниңә ҡарбуз ашарға яратмайһың?
— Ҡолаҡтарым бысрана.

* * *

— Шатморат, нимә ауырыраҡ: бер килограмм мамыҡмы әллә тимерме?
— Юҡ менән башты ҡатырма, Зөлфәт, килограмм килограмм инде ул.
— Шулай тиһеңме? Улайһа, аяғыңа башта бер килограмм мамыҡ, һуңынан бер килограмм тимер төшөр…

* * *

— Ни өсөн ҡулдарың бысраҡ, ә ике бармағың тап-таҙа?
— Һыҙғырырға өйрәндем.

* * *

— Нисек итеп ҡыҙыҡтыралар, беләһеңме?
— Нисек?
— Иртәгә әйтермен.

* * *

— Сәләм! Һөйләшә алаһыңмы?
— Эйе. Өс йәштән бирле.

* * *

— Һин төшкө аштан һуң ни эшләйһең?
— Киске ашты көтәм.

* * *

— Планшетты ни өсөн уйлап сығарғандар?
— Интернетта ултырмаҫ, ә ятыр өсөн.

* * *

— Ни өсөн рәссамдар фамилияларын картинаның аҫтына яҙа?
— Баш түбән элмәһендәр өсөн.

* * *

— Шатморат, һин мине һорау­ҙарың менән йөҙәтеп бөттөң?
— Ни өсөн?

* * *

— Ни өсөн торналар көньяҡҡа өсмөйөш яһап оса, береһе гел алда бара?
— Унда карта.

* * *

— Нисек йоҡланың?
— Ятып.

* * *

— Донъяла иң еңеле нимә?
— Йоҙроҡ. Уны хатта йомшаҡ мендәрҙә лә баш аҫтына һалалар.

* * *

— Һин нимә, мине ҡурҡытаһыңмы әллә?
— Юҡ.
— Улайһа, мин ниңә дерелдәйем һуң?

* * *

— Үтектең ни өсөн шыжлауын беләһеңме?
— Юҡ.
— Төкөрөү кемгә оҡшаһын ин­де?!

* * *

— Ҡар ни өсөн шығырҙай?
— Сөнки ҡар бөртөктәренең умыртҡаһы һына.

* * *

— Ғалимдар ҡояш тотолғанды ҡайҙан белә икән?
— Ҡыҙыҡ һин, әй. Улар әллә гәзит уҡымай, тиһеңме?

* * *

— Ашар алдынан ҡулды ни өсөн йыуалар?
— Ҡалаҡ бысранмаһын өсөн.

* * *

— Шатморат, беҙгә нимә яҡыныраҡ — Аймы әллә Африкамы?
— Әлбиттә, Ай!
— Ни өсөн?
— Бынан мин Айҙы күрә алам, ә Африканы — юҡ.

* * *

— Зөлфәт, һин кисә селпәрәмә килтергән ваза XVI быуатта эшләнгән булған.
— Эй, шулаймы ни?! Ә мин уны, яңы, тип ҡайғырған булам.

* * *

— Шатморат, һиңә күпме әйтергә була, пешка артҡа күсмәй.
— Ә мин уны арты менән бороп күсерәм.

* * *

— Ниндәй йән эйәләре ерҙә лә, һыуҙа ла йәшәй ала?
— Моряктар.

* * *

— Шатморат, тешең һаман ауыртамы? Минең тешем булһа, күптән алдыртып ырғытыр инем.
— Һинеке булһа, мин дә уны күптән һурып ырғытыр инем.

* * *

— Күҙҙәрең ҡып-ҡыҙыл. Әллә яҙғы конъюктивитмы?
— Юҡ, төнгө интернет.
Дәрестәр булмай
Әҙәбиәт уҡытыусыһы Зөлфәттән:
— Һин Онегиндың Татьянаға яҙған хатын уҡыныңмы? — тип һорай.
— Юҡ.
— Ни өсөн?
— Кеше хатын уҡырға ярамай.

* * *

— Яҙаһың да яҙаһың, әллә яҙыу­сы булдыңмы?
— Атай, мәктәптә инша яҙырға ҡуштылар.
— Улым, хәтереңдә тот: ҡыҫҡалыҡ — таланттың һеңлеһе!
— Быны нисек аңларға?
— Хаталар аҙ була, өҫтәүенә, күпме ҡағыҙ һәм авторучка янда ҡала.

* * *

— Беҙ әле генә анатомиянан контроль эш яҙҙыҡ. Сәғит «икеле» алды.
— Ни өсөн?
— Шпаргалка ҡулланған өсөн. Уҡытыусы уны ҡабырғаларын һанағанда тотто.

* * *

Математика дәресендә уҡытыусы:
— Кем беренсе булып таҡтаға сыға, шуға бер балды өҫтәп ҡуям, — тигән шарт ҡуя.
Радик ҡул күтәрә:
— Мин сығам! Миңә «өслө» ҡуйығыҙ!

* * *

— «Ҡара йөҙҙәр» повесының нисек бөткәнен хәтерләмәйһеңме?
— Барыһы ла үлеп бөтә.
— Бының булыуы мөмкин түгел!
— Унан һуң 90 йыл үткән бит инде.

* * *

Тарих дәресе. Уҡытыусы — Вилданға:
— Һин ҡасандан бирле минең дәрестә булғаның юҡ?
— Рим империяһы тарҡалғандан алып.

* * *

Уҡытыусы миңә, һин математиканы белмәйһең, тине һәм көндәлеккә ниндәйҙер һан яҙҙы.

* * *

Контроль эш. Уҡытыусы уҡыу­сыларҙы иғтибар менән күҙәтә, шпаргалка ҡулланыусыларҙы ваҡыт-ваҡыт ҡыуып сығара.
Синыфҡа завуч инә:
— Нимә, контроль эш эшләй­һегеҙме? Бында күсереп яҙырға яратыусылар етерлектер инде?
— Юҡ, күсереп яҙырға яратыу­сылар — коридорҙа. Бында профессионалдар ғына ҡалды.

* * *

Уҡытыусы:
— Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?
Нәркәс:
— Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…

* * *

География дәресендә.
— Нимә ул утрау?
— Диңгеҙҙә йөҙөп йөрөүсе ҡоро ер.
— Ә ярымутрау?
— Ярға килеп туҡтаған утрау.

— Фәрит, пар ҡайҙан барлыҡҡа килә?
— Сәйнүктән.

* * *

— Басир, боронғо кешеләр тураһында һөйлә әле.
— Улар рәссам булған, мамонт ашаған.

* * *

Уҡытыусы:
— Балалар, беҙ «күрәһең» рәүеше һәм «сөнки» теркәүесе менән һөйләмдәр ятланыҡ. Хәҙер беҙгә берәйегеҙ миҫал килтерһен.
Мәрйәм:
— Күрәһең, бөгөн ямғыр яумаҫ, сөнки күктә болот юҡ.
Уҡытыусы:
— Афарин, Мәрйәм!
Ғәлим:
— Әбей гәзит алған да кәрзин янына барған.
— Бында «күрәһең», «сөнки» ҡай­ҙа һуң?
Ғәлим:
— Күрәһең, әбей баҙарға алып барырға йомортҡа төрәлер, сөнки ул уҡый белмәй.

* * *

— Ғәли, атай-әсәйеңдең иҫенә төшөр, мәктәпте ремонтларға 1 мең тәңкә биреп ебәрһендәр.
— Мәктәпте ябыр өсөн күпме аҡса кәрәк?

* * *

Уҡытыусы — Садиҡҡа:
— Боронғо спартандар малай­ҙарҙы нисек тәрбиәләгән?
— Улар автобуста өлкәндәргә урын бирергә тейеш.

* * *

Математика дәресендә уҡытыусы Азаматтан:
— Йәйәләрҙе нисек асабыҙ? — тип һораны.
— Сепрәк менән һөртөп, — тип яуап ҡайтарҙы ул.

* * *

Уҡытыусы:
— Шулай итеп, беҙ мәсьәләне систек һәм икстың нолгә тигеҙ булыуын асыҡланыҡ.
Илнур:
— Бына һиңә, мә! Күпме ыҙаланыуыбыҙ бушҡа китте.

* * *

Уҡытыусы уҡыусыларҙан һорай:
— Кемдәр үҙен иҫәр тип иҫәпләй, баҫығыҙ!
Оҙаҡ ҡына уйланғандан һуң Рәхим тороп баҫа.
— Һин үҙеңде, ысынлап та, иҫәр тип иҫәпләйһеңме?
— Улай уҡ түгел дә, бер үҙегеҙ генә баҫып тораһығыҙ бит, нисектер уңайһыҙ.

* * *

Математика дәресендә.
— Беҙ был ҡағиҙәне ни өсөн квадрат йәйәләр эсенә алып ҡуябыҙ?
— Сығып ҡасмаһын өсөн.

* * *

Уҡытыусы беҙгә юл ҡағиҙәләрен аңлатты:
— Әгәр мин юл ҡағиҙәләренә иғтибар итмәйенсә машина аҫтында ҡалһам, һуңынан ни булыр? — тип һораны ул.
— Дәрестәр булмай, ял итәбеҙ, — тине Радик.

* * *

Уҡытыусы:
— Электр тогы менән йәшен араһында ниндәй айырма бар?
Зөлфәт:
— Электр тогына аҡса түләйҙәр, ә йәшен бушлай ялтырай.

* * *

Уҡытыусы — Фиданға:
— Ни эшләп диктантыңда Сәлимәнеке кеүек хаталар киткән?
— Бер үк уҡытыусы уҡытҡас, шулай булыр инде! — тине ул юғалып ҡалмай.

* * *

— Бөгөн беҙ «Ҡылым» тигән теманы ҡабатлайбыҙ, — тине уҡытыусы. — Әйҙәгеҙ, шулай хис итәйек: ул бер ҡасан да ҡылым тураһында ишетмәгән, беҙ уға бының нимә икәнен аңлатабыҙ, ти.
Шул саҡ Илшат, шатланып:
— Әйҙәгеҙ, ул кеше мин булайым, ҡылымдың нимә икәнен миңә аңлатығыҙ, — тип ҡысҡыр­ҙы.

* * *

— Кәримә, һин ниңә һөйләм аҙағында бер нисә тыныш билдәһе ҡуйҙың?
— Берәйһе дөрөҫ булмаһа, икенсеһе тура килер, тигәйнем.

* * *

— Хисам, һин иншаңдың бер урынында һөйләм һуңынан нөктә ҡуйырға онотҡанһың.
— Апай, шуны үҙегеҙ генә ҡуй­һағыҙсы?..
— Булдыра алмайым, сөнки минең почерк икенсе төрлө.

* * *

— Һыу турбинаны әйләндерә. Турбина электр энергияһы барлыҡҡа килтерә. Ә электр энергияһы беҙгә яҡтылыҡ бирә. Балалар, әйтегеҙ әле, тағы ниндәй осраҡта һыуҙан яҡтылыҡ алып була?
Батыр:
— Бының өсөн тәҙрәне йыуыу ҙа етә.

* * *

— Ҡыҙрасов, матур яҙ! — тине уҡытыусы Һиҙиәткә.
— Ярар, һеҙ миңә тағы, хатаһыҙ яҙ, тип тә әйтегеҙ.

* * *

Уҡытыусы:
— Ә хәҙер мин һеҙгә Пифагор теоремаһын иҫбатлап күрһәтәм.
Артҡы өҫтәлдә ултырған Айтуған:
— Кәрәкмәй. Беҙ һеҙҙең һүҙегеҙгә былай ҙа ышанабыҙ.

* * *

Химия дәресе бара. Уҡытыусы:
— Фәйрүзә, иретмәң ниндәй төҫтә? — тип һорай.
— Ҡыҙыл.
— Дөрөҫ. Ултыр, «бишле». Айбулат, ә һинең?
— Ҡыҙғылт һары.
— Дөрөҫөрәк түгел. Ултыр, «дүртле». Әнүзә, һинең иретмәң?
— Ҡара.
— «Икеле». Уҡыусылар, ятығыҙ!

* * *

— Балалар, бәшмәктәрҙең барыһын да ашарға яраймы? — тип һораны уҡытыусы.
— Ярай, ярай, — тине Әнәс, — тик ҡайһы берҙәрен бер генә тап­ҡыр ашап ҡалырға мөмкин…

* * *

Уҡытыусы:
— Даян, ниңә шул тиклем ваҡ яҙаһың?
— Хаталары күренмәһен, тип.

* * *

Дәрес мәлендә уҡытыусы Дилбәрҙән:
— Яныңда ултырған малайҙы уят әле, — тип үтенде.
— Ә ниңә мин? — тип аптыраны ул. — Уны бит һеҙ йоҡлаттығыҙ.

* * *

— Илгиз, синыфығыҙҙа нисә отличник бар?
— Мине иҫәпләмәгәндә — дүртәү.
— Һин отличникмы ни?
— Юҡ. Шуға ла, мине иҫәпләмәгәндә, тинем бит!..

* * *

Уҡытыусы:
— Балалар, бөгөн зат алмаштарын үтәбеҙ. Данил, мәҫәлән, һин йырлайһың, ти. Нисек итеп әйтер инең?
— Мин йырлайым.
— Дөрөҫ. Әгәр һеңлең йырлаһа, икенсе затта нисек була?
— Етте, туҡта, тием.

* * *

Уҡытыусы Наилға һорау бир­ҙе:
— «Аҙна» һүҙе күплектә нисек була?
Наил уйлап торҙо ла:
— «Ай», — тип яуап бирҙе.

* * *

Уҡытыусы дәрестә Ай тураһында һөйләне:
— Ай бынан ғына шулай бәләкәй булып күренә, әгәр тереклек өсөн шарттар булһа, унда ла миллионлаған кеше йәшәй алыр ине.
Шул саҡ Флүр шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
— Нишләп көләһең әле?
— Ҡыҙыҡ, Ай нескә ураҡ ҡына булып ҡалған ваҡытта ул миллионлаған кеше нишләр ине икән?

* * *

Физкультура уҡытыусыһы — Ғәлигә:
— Үҙ-үҙеңде һаҡлауҙың ниндәй ысулдарын беләһең?
— Йүгереү! — тине һис икеләнмәйенсә ул.

* * *

— Юлий Цезарь ҡасан үлгән?
— Бәй, үлгән? Мин бит уның ауырығанын да белмәгәйнем…

* * *

— Ятларға ике шиғыр биргәйнем, һин ни эшләп береһен генә ятланың? — тип һорай уҡытыусы Ишбулаттан.
— Ғәфү итегеҙ, яңылышып, бер шиғырҙы ике тапҡыр ятлағанмын, — тип яуапланы ул.

* * *

— Сәлим, ниңә китапты биттәрен төшөрөп ҡалдырып уҡый­һың?
— Был китап шпиондар тураһында шул! Минең уларҙы тиҙерәк тотҡом килә.

* * *

— Ҡайҙа китеп бараһың?
— Имтихан тапшырырға.
— Ниндәй фәндән?
— Белмәйем. Барғас, үҙҙәре әйтер әле.
Һине директорға саҡыралар
— Улығыҙ ата ялҡау: өй эштәрен синыфташтарынан күсерә.
— Әле балалар дистацион уҡыу­ҙа ла баһа?
— Етмәһә, ул — хакер.

* * *

Туҡталышта трамвайға бер әбей инә. Мәктәптән ҡайтып барыусы Сәриәнең янына килеп баҫа ла:
— Ҡыҙым, урын бирмәҫһеңме икән, аяҡтарым һыҙлай, баҫып тороуы ауыр, — ти.
— Әбекәй, һин бала саҡта ололарға урын бирә торғайныңмы?
— Эйе. Ә нишләп улай тип һорап ҡуйҙың әле?
— Бирмәҫкә кәрәк булған. Хә­ҙер аяҡтарың да һыҙламаҫ ине.

* * *

Атай-әсәйҙәр ғаилә кәңәшмәһендә.
— Улым! Беҙ бөтәбеҙ ҙә дүшәмбенән яңыса йәшәй башлаясаҡбыҙ. Мин диетаға ултырам, атайың тәмәке тартыуҙы ташлай. Ә һин? — тип һорай әсәй.
— Мин мәктәпте ташлай алам.

* * *

— Мәктәптә ниндәй яңылыҡтар бар? — тип ҡыҙыҡһынды атайым.
— Беләһеңме, атай, беҙҙең уҡытыусы бик көнсөл икән.
— Ҡайҙан беләһең?
— Мине синыфтан ҡыуып сығар­ған һайын: «Ах, мин һинең атайың булһаммы!» — ти.

* * *

— Атай… һине директорға саҡыралар…
— Тәк! Дәрестән ҡастыңмы? Уҡытыусылар менән телләштеңме? Тәҙрә ваттыңмы? Кабинет шартлаттыңмы?
— Белмәйем… Һинең директорың шылтырата бит…

* * *

— Шатморат, һин өйҙән мәктәпкә нисә минутта барып етә­һең?
— Дүрт йыр…

* * *

Мәктәптә уҡый башлағас, шуны аңланым: өйгә эштәр балалар менән ата-әсәләрҙе ташлаштырыу өсөн уйлап сығарыл­ған.

* * *

— Элек мин теннис, футбол, хоккей, шахмат уйнай инем. Комп ватылғас, барыһы ла бөттө.

* * *

— Шатморат, иртәгә һин мәктәпкә бараһыңмы?
— Юҡ.
— Һине һораһалар, ни тип әйтергә?
— Юлда аңын юғалтып, ҡайтып китте, тип әйт.

* * *

Өләсәй — олатайға, олатай — атайға, атай әсәйгә тотонған. Уф! Ейәнде компьютерҙан көскә тартып алғандар.

* * *

Атаһынан лицейҙарҙы элек ПТУ тип йөрөткәндәрен белгәс, Ирек иншаһында «Пушкин алты йыл ваҡытын Царскосельский ПТУ-һында үткәргән» тип яҙған.

* * *

— Улым, мин кухнялағы кранды алмаштырам, һин ҡарап тор, өйрәнерһең, — тине атайым.
Комп алдында ултыра инем.
— Видеоға төшөр, һуңынан ҡарармын, — тинем.

* * *

Урамда уйнап йөрөгән улына атаһы:
— Өләсәйең килде, ҡайт! — тип ҡысҡыра. Уға ҡаршы улы:
— Сумкаһы бармы һуң? — тип һорай.

* * *

Зөлфәт һөйләне:
— Ейәнкәйем, мин һинең алма төшөрөлгән тимер пластинкаңды шкаф аяғы аҫтына ҡуйҙым. Һелкенеп тормаһын өсөн.
— Ярай, өлә… Нимә? Нимә? Нимә? Айфон!

* * *

Мәктәптән ҡайтҡас, Зөлфәт әсәһенә:
— Бөгөн автобуста яңылыш бер апайҙың аяғына баҫҡайным, шунда уҡ ғәфү үтендем, ул миңә кәнфит бирҙе, — тигән.
— Ә һин рәхмәт әйтергә онотманыңмы, улым?
— Юҡ, мин уның икенсе аяғына баҫтым.

* * *

Шиғыр уҡып бөттөм дә:
— Йөрәк менән яҙылған шиғыр, — тип ҡуйҙым. Тыңлап ултырған Зөлфәт, аптырап:
— Яҙыусының ҡулы булмағанмы ни? — тип һораны.

* * *

Мәктәптә тәртип боҙғас, синыф етәксебеҙ өйгә килде.
— Әсәйең өйҙәме, Шатморат?
— Ҡайтманы әле.
— Ә атайың?
— Ул да йәшенде.

* * *

Походҡа китеп барғанда уҡытыусы беҙҙән һораны:
— Әйтегеҙ әле, ҡайһы яҡҡа китеп барабыҙ — көньяҡҡамы әллә төньяҡ­ҡамы?
Сәлим күп уйлап тормаҫтан:
— Көньяҡҡа, — тип яуапланы.
— Ни өсөн шулай уйлайһың?
— Атлаған һайын эҫерәк була бара.

* * *

— Әсәй, уҡытыусы шундай һәйбәт, мин уны яратам, — тине Тамсыгөл.
— Бик яҡшы, ҡыҙым, — тине әсәһе ҡыуанып.
— Шуның өсөн мин ул синыфтан күсмәҫкә булдым әле, әсәй…

* * *

— Бына, әсәй, мин бер синыфташымды алып индем әле беҙгә. Шәп малай ул!
— Нимәһе шәп һуң уның?
— Минән дә насарыраҡ уҡый!

* * *

Зөлфәттең тәмәке менән шаяр­ғанын белеп ҡалған әсәһе уға:
— Тәмәке тартһаң, ҙур үҫмәҫ­һең, оҙаҡ йәшәй алмаҫһың әле бына, — тип янай.
— Ә олатай етмеш йәшкә етте. Ул тәмәке тарта!
— Тәмәке тартмаһа, күптән ин­де һикһәнгә еткән булыр ине.

* * *

Зөфәр:
– Иртәгә миңә бурысҡа йөҙ һум аҡса биреп тора алмаҫһыңмы?
Сәғәҙәт:
– Ә ниңә иртәгә өсөн бөгөн һорайһың?
Зөфәр:
– Сөнки аҡса һорағанда һин миңә һәр ваҡыт: «Нишләп кисә һораманың?» – тиһең.

* * *

Әсә – улына:
– Пианинола уйна – мин һиңә туңдырмаға аҡса бирәм!
– Ә атайым, уйнамаһаң, ике туңдырмалыҡ бирәм, тине.

* * *

– Әсәй, Карл Маркс кем булған ул?
– Шундай иҡтисадсы булған.
– Беҙҙең Сания апай һымаҡмы?
– Нимә һин! Сания апайың – өлкән иҡтисадсы!

* * *

Автобуста кеше күп. Бер бабай баҫып тора, ә эргәһендә Зөлфәт ултыра.
– Ниңә өлкәндәргә урын бирмәйһең? – тигән берәү.
– Ул үҙемдең олатайым бит, – тип яуаплаған Зөлфәт ғәжәпләнеп.

* * *

Синыф етәксеһе яңы уҡыусынан:
– Кем менән ултырғың килә: малай менәнме, ҡыҙ менәнме? – тип һораны.
– Кем булһа ла, барыбер. Тик хатаһыҙ яҙһын, мәсьәләне дөрөҫ сисһен, – тип яуапланы теге.

* * *

Зөлфәттең әсәһе йыш ҡына эштән:
– Уф, Аллаҡайым, бөгөн дә бурысҡа баттым, – тип ҡайтып инә. Зөлфәтте был хәл уйға һала. Бер көндө ул минән:
– Минең әсәй гел генә боросҡа батып ҡайта. Һинең әсәй боросҡа батҡаны бармы? – тип һораны.

* * *

Дәресен әҙерләп бөткәс, Зөлфәткә әсәһе:
– Бар, улым, йоҡлар алдынан урамға сыҡ, бер аҙ һауа һулап кер, – ти.
Зөлфәт сығырға йыйынғас, уның янына ҡустыһы килә лә бышылдап ҡына:
– Ағай, күберәк алып кер, миңә лә бирерһең, – ти.

* * *

Һеңлемә йомаҡ әйтәм:
– Өй башында – ярты икмәк.
Тамсыгөл бер аҙ уйлап торғас:
– Булка була, – тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе.

* * *

– Атай, һин миңә асыуланмай­һыңмы?
– Нимәгә икәнен әйт, шунан ҡарарбыҙ.
– Э-э-эй, сәй түктем...
– Бәй, бының нимәһе бар?
– Мин дә шулай тим дә ул, һинең компьютерың улай уйламай шул, хәҙер ул бөтөнләй уйламай...

* * *

Тәнәфескә сыҡҡас, Гүзәл үҙенең синыфташына:
– Һинең дәрестә ашап ултыр­ғаныңды бер кем дә күрмәй, тип уйлайһыңмы? – ти.
– Күрһендәр, мин бит уларға барыбер бирмәйем.

* * *

Зөлфәт мәктәптән өйгә бик һуңлап ҡайта.
– Бер әбейҙе урам аша сығар­ғайным, – тип аңлата ул атаһына был хәлде.
– Афарин, улым, шулай ярҙамсыл булғаның өсөн бына һиңә шоколад!
Иртәгеһенә Зөлфәт өйҙәренә ярты синыфты эйәртеп ҡайтты.
– Атай, ә беҙ бер әбейҙе урам аша сығарҙыҡ! – тип ҡыуаныс менән аңлатты ул атаһына.
– Ә нишләп күмәкһегеҙ һуң?
– Әбейҙең урам аша сыҡҡыһы килмәгәйне шул...

* * *

Эдик өйгә күҙе күгәргән килеш ҡайтып инә.
– Нимә булды, улым? – тип хафалана атаһы.
– Беҙҙең мәктәпкә яңы малай килде, ә минең синыфта иң көслөһө икәнде уға бер кем дә әйтеп өлгөрмәгән, – тип зарлана Эдик.

* * *

– Шатморат, мәктәпкә йөрөү оҡшаймы?
– Оҡшай. Автобусҡа ултырып бараһың, ултырып ҡайтаһың. Дәрестәр генә оҡшамай.

* * *

– Бәләкәй саҡта рәхәт булған – яңы машина алдырыр өсөн ҡыс­ҡырып бер илау ҙа етә ине, – тип уфтанды Зөлфәт ата-әсәһе яңы телефон алып бирмәгәс.

* * *

Мәктәп стенаһына эленгән белдереү:
Дәрестә әйтеп тороу – 100 һум.
Директор ингәндә әйтеп тороу – 200 һум.
Өйгә эште күсертеү – 300 һум.
Контроль эште күсертеү – 400 һум.
Стена гәзите сығарыу, ауыры­ған уҡытыусының хәлен барып белеү, башҡа изгелекле эштәр – килешеү буйынса.

«Отличник» акционерҙар йәмғиәте.

* * *

Хәсән юлда машинаны туҡтатып:
– Ағай, мине мәктәпкә тиклем илтеп ҡуйығыҙ әле, – ти.
– Мин бөтөнләй икенсе яҡҡа барам, – ти шофёр.
– Тағы ла һәйбәтерәк...

* * *

Урал атаһынан һорай:
– Атай, таш быуат нимә ул?
– Таш быуат осоро – ул бөтәһе лә таштан булған ваҡыт.
– Хатта компьютерҙар ҙамы?

* * *

Алмас магазинда:
– Мин һеҙгә 90 һум биреп, 40 һумына ҡәләм, 30 һумына юйғыс алһам, нисә һумымды кире ҡайтарырһығыҙ икән?
– 20 һум инде. Сиратты тот­ҡарлама, малай, тиҙерәк бул.
– Рәхмәт, миңә бер нәмә лә кәрәкмәй, баянан бирле математиканан мәсьәләне сисә алмай йөрөй инем.

* * *

– Атай, бөгөн мәктәптә ата-әсәләрҙең кесе йыйылышы була.
– Нисек була инде ул?
– Мин, һин һәм директор ҡатнашлығында.

* * *

– Һин ҡайҙа?
– Тамуҡта.
– Мәктәптән сығыу менән миңә шылтырат.

* * *

Маршруткала китеп барам. Туҡталышта әсә менән ул инде. Балаға – өс йәштәр тирәһе. Башында ҙур ондатра бүрек, атаһыныҡылыр, күрәһең. Бер аҙ бар­ғас, малай телгә килде:
– Әсәй, мин принцҡа оҡшағанмынмы?
Әсә:
– Йәнемә теймә!
– Әсә-ә-әй, мин принцҡа оҡшағанмынмы?
Әсә:
– Иҫәргә оҡшағанһың.
Яндарында ултырған ир:
– Балағыҙ менән ипләберәк һөйләшһәгеҙ, булмаймы? – тине.
Ҡатын бер һүҙ ҙә өндәшмәне, малайҙың башындағы ҙур бүректе күтәрҙе, ә унда... гәлсәр ваза. Дауаханаға «принц»тың башына кейелгән вазаны тартып сығарырға китеп баралар икән.

* * *

Динис ҡаршы йортта йәшәүсе синыфташына ҡысҡыра:
– Кәримә, урамда йөрөргә сыҡ!
Һылыуҙарҙан һылыу ҡыҙ яуап итеп ҡысҡыра:
– Сыға алмайым, дәрес әҙерләйем!
Динис бармағын тәҙрә төбөндә йөрөтөп алғас, йәнә ҡысҡыра:
– Кәримә, ә һин матурһың!!!
– Йә, ярай, хәҙер сығам, – тигән яуабы ишетелде матур ҡыҙ­ҙың.

* * *

Шатморат бер-бер артлы өс СМС ебәрә.
Беренсеһе: «Әсәй, һин – донъя­лағы иң һәйбәт әсәй».
Икенсеһе: «Әсәй, мин һине яратам».
Өсөнсөһө: «Контроль эштән «икеле» алдым».

* * *

– Әсәй, иртәгә – ата-әсәләр йыйылышы.
– Бармайым.
– Ниңә?
– Улым, ул аҡсаға мин һиңә күлдәк алып бирермен.

* * *

Гөлсимә мәктәптән күҙен күгәртеп ҡайта. Ҡото алынған атаһы:
– Ни булды, ҡыҙым? – тип һорай.
– Һөжүм иттеләр, телефонымды саҡ тартып алманылар.
– Уларҙы таныйһыңмы?
– Минме, ҡайҙан таныйым ин­де? Ата-әсәләре таныһа – бик хуш!

* * *

Юлайҙың ата-әсәһе дачанан ҡайта. Өйҙөң аҫты-өҫкә килгән.
– Ни булды, улыҡайым?
– Дуҫтарым килде...
– Ә рояль ҡайҙа?
– Уйнарға биреп торҙом...

* * *

– Улым, магазинға барып кил әле.
– Мөғжизәле һүҙ?
– Интернетты туҡтатам!
– Йүгерҙем!

* * *

Сәкинә магазинға бара.
– Миңә өс литр бал, – ул һатыу­сыға банка бирә.
Һатыусы һауытты тултыра.
– Аҡсаны атайым иртәгә түләр, – ти ҡыҙ.
– Юҡ инде, – һатыусы банканы бушата.
Сәкинә урамға сыға, банканың эсен ҡарай:
– Атайым дөрөҫ әйткән икән, бындағы бал ике бутербродҡа етерлек.

* * *

– Тәбрис, нимә уҡыйһың?
– «Фәтхи һалдат»ты.
– Нисек атала?

* * *

Йәш уҡытыусы әхирәтенә зар­лана:
– Бер уҡыусым бөтөнләй йәнемә тейә: шаяра, шау-шыу ҡуптара, дәрестәрҙе өҙә!
– Уның бер генә лә ыңғай сифаты юҡмы ни?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бар шул – дәрестәрҙе ҡалдырмай!

* * *

Оло йәштәге уҡытыусы ҡатын автобусҡа инә. Бер малай урынынан тора.
– Торма, – ти уҡытыусы уға.
Был хәл бер нисә мәртәбә ҡабатлана. Ниһайәт, малай һорай:
– Миңә ҡасан торорға һуң? Дүрт туҡталышты үткәреп ебәр­ҙем бит инде...

* * *

Мәктәпкә ата-әсәләр йыйылышына барырға йыйынам. Өйҙән сығып китер алдынан улымдың әйткән теләге оҡшаны: «Атай, һин унда бер кемгә лә ышанма».

* * *

Почта йәшнигенән ҙур аҡ конверт алдым. Ул бишенсе синыфта уҡыусы улыма килгән. Ҡулына тотторҙом. Хат һалым инспекцияһынан, уны рәсми рәүештә аңлатма биреү өсөн инспекцияға саҡыралар.
– Әсәй, һин минең менән бара­һыңмы? – тип һораны улым, юғалып ҡалып.
– Юҡ, һине саҡырғандар бит, – тип яуаплайым ҡәтғи генә.
– Бына минең ололар тормошом башлана... – тине ул, ауыр һулап.

* * *

Өйҙә атай, әсәй һәм бала ара­һында һөйләшеү бара.
– Атай, йондоҙҙар беҙҙән бик алыҫмы?
– Әллә тағы, кем иҫәпләп ҡараған уны, улым.
– Ә Ай яҡыныраҡ, эйеме, ул ҙурыраҡ күренә бит.
– Шайтаным белһенме...
– Улым, юҡ-бар һорау биреп, атайыңды аптыратма, ул арыған, ял итһен.
– Һораһын, әсәһе, һораһын. Атаһынан һорамай кемдән һорап, ҡайҙан белергә тейеш ул?!

Хәҙер көндәлегемде күрһәтәм

Уҡытыусы:
– Балалар, был диктанттың һуңғы һөйләме булды. Аҙаҡтан нимә ҡуйырға кәрәк?
– «Бишле»!

* * *

– Әсәй, хәтереңдәме, әгәр мин «дүртле» алһам, көнө буйы урамда йөрөрһөң, тигәйнең?
– Хәтеремдә. Ә нимә?
– Тимәк, бөгөн ярты көн генә уйнаясаҡмын!..

* * *

– Атай, мин һиңә биш мең һум бирәм һәм беҙ көндәлекте асмайбыҙ.
– Көндәлек.
– Ун мең һум.
– Көндәлек.
– Йөҙ мең һум!
– Көндәлек!
– Мин һиңә йөҙ мең тәҡдим иттем, әммә һин көндәлекте һайланың. Мә, ҡара, химиянан «бишле»!

* * *

– Йә, Ринат, был аҙнала математиканан яуап бирҙеңме?
– Әлбиттә, дүрт тапҡыр һоранылар.
– Ниндәй билдәләр алдың?
– Тағы ла бер һораһалар, «бишле» була.

* * *

Зөлфәт мәктәптән ҡайтҡас, әсәһенә һөйләй:
– Уҡытыусы миңә әҙәбиәттән «икеле» ҡуйҙы.
– Ни өсөн?
– «Мин йәйҙе нисек үткәрҙем?» тигән иншала «Рәхмәт, һәйбәт!» тип кенә яҙғайным.

* * *

– Дәресеңде әҙерләнеңме әле?
– Юҡ.
– Улайһа, ниңә йоҡларға яттың?
– Әҙ белһәң, ҡатыраҡ йоҡлай­һың.

* * *

– Атай, һин күҙеңде йомған көйө яҙа алаһыңмы?
– Әлбиттә.
– Улайһа, күҙеңде йом да көндәлеккә ҡул ҡуй.

* * *

Күрше апай Илнурҙан һорай:
– Йә, ҡустым, «бишле»ңде күр­һәт әле.
– Күрһәтер инем дә, үҙемдең дә күргәнем юҡ әле, – тип яуап­лай ул.

* * *

– Йәле, улым, көндәлегеңде күрһәт. Бөгөн нимә алып ҡайттың?
– Күрһәтерлек тә түгел, бер генә «икеле».
– Бер генә?
– Борсолма, атай, иртәгә лә алып ҡайтырмын әле.

* * *

– Атай, – тип өндәшә улы офицерға, – хәрбиҙәр теләһә ниндәй шарттарҙа ла тыныс булып ҡаламы?
– Әлбиттә.
– Улай булғас, хәҙер көндәлегемде күрһәтәм!

* * *

– Атай, һинең мәктәптә «икеле» алғаның булдымы? – тип ипләп кенә ҡыҙыҡһына Рәшит.
– Булды. Әле лә хәтеремдә, тәүге тапҡыр «икеле» алғас, бик иланым, олатайың менән өләсәйең мине нисек йыуатырға белмәне. Өләсәйең тәм-том менән һыйланы, унан олатайың киноға алып китте...
– Тәм-том кәрәкмәй, киттек киноға! – ти йәнләнеп Рәшит.

* * *

Ләйсән уҡыуҙан ҡайтҡас, әсәһе:
– Бөгөн нисә алдың? – тип һорай.
– «Дүртле», – тип яуап бирә ҡыҙ.
– Нимәнән?
– Яртыһы башҡорт теленән, яртыһы математиканан, – тип башын эйә Ләйсән.

* * *

Беренсе синыфта уҡый башлаған Хәбирә:
– Әсәй, мин «икеле» алдым, «икеле» алдым! – тип һөйөнсөләй.
Әсәһе:
– Хәҙер үк «икеле» ала башланыңмы ни әле һин? Бына мин һине, – тип әрләргә йыйына.
– Ярай әле, миңә «икеле» булды! Миңлегөлгә «берле» лә юҡ, – тип ҡыҙыҡай үҙенекен һөйләй.

* * *

Мәхмүт мәктәптән «бишле» алып ҡайтҡан. Һөйөнсөһөнә атаһы уға илле һум аҡса биргән.
– Атай, был юлы миңә күпме һөйөнсө бирәһең? – тип һораған Мәхмүт иртәгеһен.
– Билдәңә ҡарап, – тигән атаһы.
– Быныһында миңә алтмыш тәңкә бирәһең инде, – тигән малай.
– Нисек улай? – тип аптырап ҡалған атаһы.
– Был юлы мин өс «икеле» алдым.

* * *

– Һорауҙарға нисек яуап бир­ҙең?
– Батырҙарса.
– Нисек инде «батырҙарса»?
– Уҡытыусы сәғәт буйы һораны – мин ауыҙ ҙа асманым.

* * *

– Рөстәм, ҡайҙа шул тиклем ашығаһың?
– Туған телдән «икеле» алдым. Тиҙерәк ҡайтам да әсәй сыбыҡлай һалһын.
– Бәй, ниңә уның өсөн ашығаһың, сыбыҡланыу рәхәтме ни?
– Әсәй сыбыҡлап өлгөрмәһә, оҙаҡламай атайым эштән ҡайта. Уның ҡайышына эләккәнсе, әсәй сыбығы еңелерәк.

* * *

– Бәй, улым, «икеле» алып ҡайт­ҡанһың бит.
– Эй, әсәй! Мин уны алмаҫҡа тырышҡан инем дә, тик бына уҡытыусы: «Нисәле ҡуяйым?» – тип һорап торманы, ҡуйҙы ла ебәр­ҙе.

* * *

Самат дәрестә «бишле»гә яуап бирә. Уҡытыусы билдәне ҡуйыр өсөн көндәлеген һорай. Самат сумкаһын ҡараһа – көндәлеге юҡ, өйҙә онотоп ҡалдырған.
– Мә, минекен ал! – ти шул саҡ янында ултырған Ҡаһир.

* * *

– Улым, көндәлегеңде бир әле, ҡарап сығайым.
– Миндә юҡ, атай. Русланға биреп торҙом. Ата-әсәһен ҡур­ҡытып алһын әле...

* * *

– Һин ҡустыңды нығыраҡ яратаһыңмы әллә һеңлеңдеме?
– Һеңлемде.
– Ниңә?
– «Икеле» алған дәфтәремде тотош ҡараға буяп бөткән...

* * *

Урал мәктәптән ҡурҡынған йөҙ менән ҡайтып инә лә:
– Атай, әсәй, һеҙгә бөгөн көндәлеккә күҙ һалмаҫҡа кәңәш итәм, – ти.
Шул арала әсәһе – йөрәгенә, атаһы ҡайышҡа тотона. Ә малай­ҙың көндәлеген асып ҡараһалар, унда... «бишле»! Өлкәндәрҙең икеһе лә иҫтән яҙып ҡолай.
– Бына шуға иҫкәрткәйнем дә инде, – ти Урал.

* * *

Әсәһе улын:
– «Бишле» ал, – тип мәктәпкә оҙата. – Өс «бишле» алһаң, шоколад алып бирәм.
Малай мәктәптән «икеле» билдәһе менән ҡайтып инә.
– Йә, улым, «бишле» алдыңмы?
– Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, «икеле» алдым, – тип яуаплаған улы.

* * *

Ғәлинур дуҫы менән серләшә:
– Беләһеңме, кисә атайымдан ике тапҡыр нисегерәк эләкте...
– Ни өсөн?
– Беренсеһе – көндәлектәге «икеле»ләр өсөн, икенсеһе – үҙенең иҫке көндәлеген күрһәткән өсөн.

* * *

Атаһы:
– Эйе, бындай билдәләргә уҡыһаң, алыҫҡа китә алмаҫһың...
Илгиз уны тынысландырып:
– Мин әллә ҡайҙа алыҫҡа китергә йыйынмайым да, катокка конькиҙа шыуырға ғына барам.

* * *

Мәктәптән ҡайтҡанда синыфташы Шамилдан һорай:
– Һин нишләп диктанттан «икеле» алдың?
– Яҡшылап яҙмағанһың бит, яҙыуыңды таныманым...

Әсәйемдең ваҡыты юҡ

Уҡытыусы – уҡыусыға:
– Һинең өй эшең – иң насары. Мин был хаҡта атайыңа хәбәр итәсәкмен.
– Бик дөрөҫ. Хәҙер ул нығыраҡ тырышасаҡ.

* * *

– Рәмиз, әйҙә, киноға киттек.
– Юҡ, бара алмайым, сөнки атайыма минең дәрестәрҙе әҙерләшәһем бар.

* * *

– Абдулла, ни өсөн мәсьәләләрҙе атайыңдан систерәһең?
– Әсәйем математиканы белмәй.

* * *

Айраттың атаһы күршеләренә шылтырата:
– Улығыҙҙың өй эшен эшләнегеҙме әле?
– Эйе.
– Күсерергә биреп тормаҫһығыҙмы икән?

* * *

Уҡытыусы Илһамдан һорай:
– Ни өсөн һинең өйгә эшеңде атайың эшләй?
– Әсәйемдең ваҡыты юҡ, – тип яуаплай Илһам.

* * *

– Улым, әсәйең миңә һинең көндәлегеңде тикшерергә ҡушты.
– Атай, һинең йөрәгең ауырта ла баһа.
– Һин генә мине йәлләйһең, улыҡайым.

* * *

Эшҡыуар улының дәресен тикшерә:
– Ике икең нисә була?
– Ете.
– Ете түгел, дүрт бит.
– Беләм дә ул, тик бер аҙ һатыулашҡы килде.

* * *

Атай уҡытыусынан:
– Минең улымдың тарихтан эштәре нисек? – тип һорай. – Мин үҙем был фәнде һис тә яратмай инем. Хатта унан һынау ҙа бирә алманым.
– Тарих ҡабатлана икән шул, – тигән уҡытыусы.

* * *

Әсәһе Шамилдың өҫтәл артында илап ултырғанын күрә.
– Әҙәби әҫәр уҡыйһыңмы, бигерәк хисле балаһың, – тип йәлләй әсәһе.
– Юҡ, мин китап уҡымайым, көндәлегемде ҡарайым.

* * *

– Улым, нимә булды, ни өсөн илайһың?
– Ревматизм.
– Һин ул сир менән ауырырға бәләкәй бит әле.
– Урыҫ теленән диктантта «ривматизмь» тип яҙғайным, «икеле» ҡуйҙылар.

Үҙеңде үҙең маҡтамаһаң...

Бөгөн синыфта малайҙар атай­ҙарының ни менән данлыҡлы булыуҙары тураһында маҡтанышты.
Марат:
– Минең атайым янғындан ике баланы ҡотҡарҙы! Бының өсөн уға Рәхмәт хаты тапшырҙылар!
Дамир:
– Ә минең атайым һыуға батыусы малайҙы ҡотҡарҙы. Уға грамота бирҙеләр!
Сәғит:
– Ә минең атайымды «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнеләр!
– Классно! Ул ниндәй батырлыҡ күрһәтте һуң?
– Белмәйем... – тине Сәғит. – Ул кабинетта ултыра, төрлө ҡағыҙҙарға, грамоталарға, хаттарға ҡул ҡуя...

* * *

Был юлы малайҙар эттәре менән маҡтанышты. Минеке булмағас, унда ҡатнаша алманым, тыңлап ҡына торҙом.
– Минең этем шундай аҡыллы! – тине Марат. – Әгәр йылғаға йөҙ һумлыҡ ун аҡса ырғытһам, уныһын да алып сығып бирә!
– Был нимә ул! – тине Дамир. – Бына мин йылғаға бер меңлек ырғытһам, этем минут эсендә бер йәйен балығы һәм сдача алып сығып бирә!

* * *

Малайҙар араһында йәнә бәхәс ҡупты: кемдең өйө ҙурыраҡ?
– Беҙҙеке! – тине Марат. – Өйөбөҙгә өс «Мерседес» һыя.
– Хи, ә беҙҙекенә өс танк индерергә була! – тине Дамир.
Сәғит елкәһен ҡашып бер килке уйланып торғас, былай тине:
– Кисә атай түр яҡта гәзит уҡып ултырғанда мине саҡырып алды: «Улым, аш бүлмәһендә нимәлер безелдәй, форточканы асып, шул себенде сығарып ебәр әле!» Мин мотоциклыма менеп атландым да елдерҙем генә. Ике сәғәттән барып етеп ҡараһам... форточканан «ТУ-134» самолёты осоп кергән дә сыға алмай, люстра тирәһендә әйләнеп йөрөй икән...

* * *

Ниһайәт, фәстерергә миңә лә сират етте.
– Мин Атлантик океанды «ыһ» та итмәй йөҙөп сыҡтым, – тине Марат, танауын күккә сөйөп.
– Ә һин Үле диңгеҙҙең ни өсөн шулай аталып йөрөтөлөүен беләһеңме? – тип һораным унан, танауымды тағы ла бейегерәк күтәреп. – Мин барып үлтереп ҡайтҡандан һуң шундай исем бирелде уға.
Бына шулай, үҙеңде үҙең маҡтамаһаң, кем һине маҡтар?

* * *

Тамсыгөлгә йомаҡ ҡойҙом:
– Утта янмай, һыуҙа батмай. Нимә ул?
– Шайморатов генерал! – тип ҡысҡырып ебәрҙе һеңлем.
– Ҡайҙан белдең?
– Телевизорҙа һалдат кейеме кейгән бер малай йырланы.

* * *

Ҡайһылар гәзиттә уҡыным, әллә «Йәншишмә» булды инде, уҡы, тип әсәйем йыл да алдыра.
– Ҡайһы һыйыр бер ҡасан да һыу янынан ҡайтмай?
– Австралиялағы Корова ҡалаһы. Ул Муррей йылғаһы буйында урынлашҡан.

* * *

– Ҡайһы ҡаланы конвертҡа йәбештереп була?
– Марка ҡалаһын. Ул Сомалиҙа урынлашҡан.

* * *

– Атай-әсәйҙәр глобустың ҡай­һы нөктәһендә йәшәй?
– Папа ҡалаһы – Венгрияла, ә Мама – Иркутск өлкәһендә.

* * *

– Көн менән төн нисек бөтә?
– «Н» хәрефенә.

* * *

– Кеше нимәһеҙ йәшәй алмай?
– Исемһеҙ.

* * *

– Ябыҡ күҙҙәр менән нимә күреп була?
– Төш.

* * *

– Ниндәй ат һоло ашамай?
– Шахмат аты.

* * *

– Ботинканы нимәгә һатып алалар?
– Аҡсаға.

Ышанаһыңмы-юҡмы, йыл һайын

– Тыуған көнөң ҡасан?
– 24 мартта.
– Нисәнсе йылда?
– Ышанаһыңмы-юҡмы, йыл һайын.

* * *

– Ҡайнатма ашағың киләме?
– Килә.
– Туңдырма яратаһыңмы?
– Яратам.
– Лимонад эсәһеңме?
– Эсәм.
– Ә шоколад?
– Юҡ, миңә ярамай.
– Улайһа, мин һиңә тыуған көнөңә шоколад бүләк итәм.

* * *

Өләсәйемдең тыуған көнөнә рауза сәскәләре бүләк иттем.
– Рәхмәт, ейәнкәйем, – тине ул күҙҙәре йәшләнеп, – беҙҙең баҡсала үҫкән сәскәләргә оҡшаған.
– Хәҙер үҫмәйҙәр инде.

* * *

– Әсәй, минең тыуған көнөм ҡасан була?
– Тиҙҙән, Тамсыгөл. Ә ниңә был хаҡта һорайһың?
– Миңә тәртипле ҡыҙ булырға ваҡыт етмәйме икәнен белгем килде.

* * *

Зөлфәт тыуған көнөнә эт һатып алыуҙарын һораған. Ата-әсәһе уны ҡыуандырырға булған һәм ҙур сенбернар һатып алған. Зөлфәт эткә ҡараған да:
– Аңламаным, кемгә кемде бүләк иттегеҙ? – тип һораған.

* * *

– Шатморат, һин кисә ниңә мәктәпкә барманың?
– Мин уҡытыусыға бүләк эшләнем.
– Ниндәй бүләк?
– Кисә уҡытыусының тыуған көнө ине, минһеҙ ял итһен, тинем.

* * *

– Минең тыуған көнөм 1 апрелдә. Ләкин уны бер ваҡытта ла билдәләмәйем.
– Ни өсөн?
– Миңә бер кем дә ышанмай.

* * *

Биология дәресендә уҡытыусы бер генә көн йәшәүсе бөжәктәр тураһында һөйләне. 
– Шәп, ғүмер буйы тыуған көн! – тип ҡысҡырҙы Ғилман ҡыуанып.

* * *

Телефон шылтырай.
– Ғәли! Тыуған көнөң менән!
– Рәхмәт. Кем әле был?
– Был – тормошҡа ашмаған хыялың!
– Самокатмы?

* * *

– Кәбир, тыуған көнөңә нимә бүләк иттеләр?
– Тәҙрә янындағы зәңгәр «мерс»ты күрәһеңме?
– Эйе. Бик шәп тачка!
– Шул төҫтәге кепка!

* * *

– Зөлфәт, тыуған көнөңә бүләк иткән уйынсыҡтарҙы ватып бөттөңмө әле?
– Юҡ, Шатморат. Береһе тороп ҡалды.
– Ҡайһыһы? 
– Сүкеш.

* * *

Тамсыгөлдөң тыуған көнөндә ике туған апайым һигеҙ айлыҡ улы менән ҡунаҡҡа килде.
– Балалар баҡсаһында минең апай икәнлегемә берәү ҙә ышанмаясаҡ! – тип маҡтанды һеңлем.

* * *

Бәләкәй малай теләк теләй: «Көн һайын тыуған көнөм булһын ине».
Ике айҙан һуң ул ҡартайып үлгән.

* * *

Яңы йыл алдынан ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәүсе Салауат бошаманға төшә:
– Ҡыш бабай миңә бүләкте нисек килтерер икән? Мин бында пропискала түгел бит...

* * *

– Әгәр үҙеңде һәйбәт тотһаң, Ҡыш бабай һиңә коньки бүләк итәсәк, – ти әсәһе Зөлфәткә.
– Насар тотһам?
– Ул ваҡытта скрипка!

* * *

– Усыңды һуҙ, мин һиңә кәнфит һалам, – тине Ҡыш бабай Тамсыгөлгә.
– Әсәйҙекенә мөмкинме?
– Әллә кәнфит яратмайһыңмы?
– Яратам, тик әсәйҙең усы ҙурыраҡ.

* * *

– Сәғәт ун икенсе ярты булғас: «Яңы йыл! Яңы йыл!» – тип ҡыс­ҡырайыҡ, – тинем әсәйемә.
– Ниңә, Шатморат?
– Күршеләр беҙгә Яңы йыл килгән, тип уйлап көнләшһен.

* * *

31 декабрь. Атайымдар менән ҡунаҡҡа китеп барабыҙ. Күп ҡатлы йорттоң ишек алдын ҡар күмгән. Ап-аҡ көрттә ҡыҙыл тун кейгән, оҙон һаҡаллы ике Ҡыш бабай тора. Улар тоҡтарын, таяҡтарын ташлап, ҡара-ҡаршы баҫ­ҡан. Ҡарһылыуҙары ҡайҙалыр, һәр хәлдә, күҙемә салынманы. Һөйләшеп тораларҙыр, тип уйлаһам, былар беҙ килеп етер-етмәҫтән дөмбәҫләшергә тотонмаһындармы?! Йоҙроҡлап бер-береһен төйгөсләйҙәр генә. Халыҡ йыйылып китте. Туҡтарға уйламайҙар ҙа. Бер – атайыма, бер Ҡыш бабайҙарға ҡарайым. Күҙ­ҙәремә йәш эркелде.
– Атай, улар ни эшләй?
– Яңы йыл Иҫке йылды оҙата!

* * *

Сөләймән өләсәһен 8 Март менән ҡотлай:
– Өләсәй, һине байрам менән ҡотлайым!.. – Туҡтап ҡала. Өләсәһе әйтеп ебәрә:
– Һәм нимә теләйһең?
– ...Бәлеш ашарға теләйем. Әҙерләнеңме?

* * *

– Атай, кисә әсәйҙәр байрамы булды, атайҙарҙыҡы ҡасан?
– Әсәйең өйҙә юҡ саҡта.

* * *

8 Март алдынан магазинда баш­ҡа әйберҙәр менән бергә ҡап­лы кәнфит тә һатып алдым. Уның тышына бөҙрә сәсле мөләйем ҡыҙ төшөрөлгән. Етеһендә улыма тотторҙом:
– Берәй ҡыҙҙы ҡотларһың.
– Күҙең төшөп йөрөгәненә... – тип өҫтәне атаһы.
Кис һорашабыҙ.
– Йә, нисек?
– Бик шәп булды!
– Кемде ҡотланың һуң?
– Беҙ, дүрт малай, ашханала ултырып, кәнфиттәрҙе үҙебеҙ ашаныҡ. Бик тәмле булды! Рәхмәт, әсәй!

Ярай әле жираф түгелмен

– Ниндәйҙер айыу самокатта йөрөп күңел асһын өсөн мин ниңә аҡса түләргә тейеш әле? – тине циркта Тамсыгөл.

* * *

– Әйҙә, маймыл һатып алайыҡ, – тип һораным атайымдан.
– Уны нисек аҫрарбыҙ, тип уйлайһың?
– Ә һин зоопарктан ал. Унда: «Был хайуандарға ашарға биреү ҡәтғи тыйыла», – тип яҙып элгән­дәр ҙә инде.

* * *

– Балалар, музейҙа һеҙгә айырыуса нимә оҡшаны? – тип һораны уҡытыусы беҙҙән.
– Илһамдың баҫҡыстан йығылып төшөүе, – тип яуап бирҙе Айһылыу.
– Ә миңә ишек төбөндә һаҡта торған полицейскийҙың кепкаһы, – тине Алһыу.

* * *

Азамат зоопарктағы жирафҡа ҡарап-ҡарап торған да:
– Ярай әле мин жираф түгел. Көн һайын шундай оҙон муйынды йыуырға тура килер ине, – тигән.

* * *

Музейҙы ҡарап сыҡҡас, атайыма һорау бирҙем:
– Атай, ниңә бөтә атаҡлы кешеләр музейҙа ғына йәшәгән ул?

* * *

Иң шәп уйын – хоккей, кемдең­дер башына сәкән менән һуҡһаң, һиңә бының өсөн ни бары ике минут штраф бирәләр.

* * *

Самокатта йөрөгөң килһә, башта унан йығылырға өйрән.

* * *

– Хәлит, Африкала йәшәгән биш йәнлекте әйтеп бир әле.
– Маймыл, э-э-э, тағы дүрт фил!

* * *

Зоомагазинда ташбаҡа күргәс, һатыусынан:
– Әйтегеҙ әле, күпме тора? – тип һораным.
– Ике мең һум.
– Ә ҡапһыҙ?

* * *

Фокуссы залдан сәхнәгә бер баланы саҡыра:
– Тамашасыларға әйт әле, һин мине ғүмереңдә беренсе тапҡыр күрәһең бит?
– Эйе, атай.

* * *

Тамсыгөл опера йырсыһының сығышын ҡарағас, әсәйемә былай тине:
– Балалар баҡсаһында ошолайтып ҡысҡырһаҡ, беҙҙе әрләй­ҙәр.

* * *

Әсәйем менән консерваторияла мәшһүр виолончелистың сы­ғышын ҡараныҡ.
– Әсәй, ағай йәшниген бысып төшөргәс, ҡайтып китәбеҙме?

* * *

– Фил берәй нәмәһе менән тутыйғошҡа оҡшағанмы?
– Әлбиттә, ул да саңғыла шыуа белмәй.

* * *

– Әсәй, беҙҙең уҡытыусының бер ҙә ат күргәне юҡ икән, – тип хәбәр һала Риф мәктәптән ҡайт­ҡас. 
– Ни эшләп улай уйлайһың, улым?
– Бәй, ат һүрәте төшөргәйнем, таныманы. «Был нимә?» – тип һораны.

* * *

Тарих дәресендә уҡытыусы Азаттан:
– Боронғо гректар ауыл хужалығын алға ебәреү өсөн нәмәләр уйлап тапҡан? – тип һораны.
– Һыйыр, – тип яуап бирҙе ул.

* * *

Мәктәп директоры урамда йөрөгән пингвинды күреп ҡалған да Динарҙы саҡырып:
– Был аҙашҡан ҡошто зоопаркка алып бар, – тигән.
Ә икенсе көндө ни күрһен: пингвин тағы ла мәктәп алдында йөрөп ята. Етмәһә, Динар менән етәкләшеп үк алған. Директор асыуланған:
– Мин бит һиңә пингвинды зоопаркка алып барырға ҡуштым!
– Зоопаркта булдыҡ инде, хәҙер уның киноға барғыһы килә, – тигән Динар.

* * *

Назар мәктәптән ҡайтыуға әсә­һе:
– Һинең тутыйғошоң тәҙрәнән осоп сығып киткән, – тип борсоу­лы хәбәр һала.
– Шулай булыр, тип уйлағайным да. Әйтәм, кисә Африка картаһын иғтибар менән өйрәнеп ултырҙы.

* * *

Уҡытыусы:
– Балалар, ниндәй ҡош оя яһамай?
– Кәкүк, – тип яуаплай Айнур.
– Ни өсөн?
– Сөнки ул көнө буйы сәғәт эсендә ултыра.

* * * 

– Балалар, йылы яҡтан тәү башлап ниндәй ҡоштар ҡайта? – тип һораны уҡытыусы.
– Ҡара ҡарғалар, – тип яуап­ланы Рәйес. – Тик улар ҡайта ла «ҡар ҙа ҡар» килеп ҡышты эҙләп тик йөрөй.

Бесәй менән эт, һыйыр менән ат

Даян һорау бирә:
– Атай, миңә нисә йәш?
– Һиңә – биш йәш.
– Ә бесәйгә?
– Уға – ике йәш.
– Улайһа, ниңә бесәйҙең мыйығы бар, ә минеке юҡ?

* * *

Куртка кейҙерелгән эттәргә һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарайым. Улар кеҫәләрендә нимә йөрөтә икән?

* * *

Ғәфүрҙәргә барҙым, ишектә олоғара эт ҡаршы алды.
– Ин, – тине Ғәфүр.
– Ә ул тешләмәйме?
– Миңә лә ҡыҙыҡ, уны алғаныбыҙға бер көн генә әле.

* * *

– Айрат, бесәйегеҙҙе һыйпарға яраймы?
– Хәҙер йод менән бинт килтерәм.

* * *

– Кем аҡыллыраҡ: кешеләрме әллә йәнлектәрме?
– Әлбиттә, йәнлектәр.
– Ниңә?
– Мин үҙемдең этем менән һөйләшкәндә ул мине аңлай, ә ул минең менән һөйләшкәндә мин бер нәмә лә аңламайым.

* * *

Невропатолог дүрт йәшлек Заремаға һорауҙар бирә:
– Бесәйҙең аяғы нисәү?
– Дүртәү.
– Ҡолаҡтары?
– Икәү.
– Күҙҙәре?
– Икәү.
– Ә ҡолағы?
– Әсәй, был аңраның бер ва­ҡытта ла бесәй күргәне юҡмы икән ни?

* * *

Көсөк менән уйнап туйғас, ул көтмәгәндә диванға менә башлай. Быны күреп ҡалған өләсәһе уны әрләргә тотона:
– Сураман, һин ни эшләйһең? Диванға менергә ярамай, унда зарарлы микробтар йәшәй, сирләрһең!
Ике көндән өләсәһе сирләп карауатҡа ята. Сураман уның янына килеп, моңһоу тауыш менән һорай:
– Өләсәй, әллә диванға мендеңме?

* * *

– Айрат, этеңдең исеме нисек?
– Белмәйем, әйтмәй бит.

* * *

Динис һыйыр һүрәте төшөрә.
– Аяҡтары ни өсөн бишәү?
– Береһе – запас. Машиналағы кеүек.

* * *

Бесәйҙең мырылдап йоҡлауын күргән бәләкәй малай автомеханик булып эшләүсе атаһы янына йүгереп килә:
– Атай, беҙҙең бесәйгә ҡара әле!
– Ни булды?
– Ул ҡабыҙылған двигатель менән йоҡлай.

* * *

Нурзидә Мәрйәмдән һорай:
– Ҡустың нисә йәштә?
– Бер.
– Аһ-аһ, минең дә көсөгөм бер йәшлек, әммә һинең ҡустыңдан шәберәк атлай.
– Уның нимәһенә аптырайһың? Һинең көсөгөңдөң аяғы дүртәү бит, – тип яуаплаған Мәрйәм.

* * *

– Һин кемде күберәк яратаһың – атайыңдымы, әсәйеңдеме? – тип һорай Рөстәмдән күрше ағай.
– Үҙебеҙҙең этте, Рексты.
– Ни эшләп?
– Ул бер ҡасан да: «Йә, мәктәп­тә эштәр нисек?» – тип һорамай.

* * *

– Ни өсөн бесәйҙәр ҡараңғыла күрә?
– Һүндергескә буйҙары етмәй.

* * *

Йоҡлап ятҡан эткә типһәң, сәғә­тенә 100 километр тиҙлектә йүге­рәсәкһең.

* * *

Хәлил атаһына буш ҡағыҙ күр­һәтә:
– Мин бында туғайҙа йөрөгән һыйырҙы төшөрҙөм.
– Шулаймы? Ә үлән ҡайҙа һуң? – тип ғәжәпләнгән атаһы.
– Уны һыйыр ашаны.
– Ә һыйыр үҙе ҡайҙа?
– Үләнде ашап бөткәс, ул бында ни эшләһен?!

* * *

– Илһам, антонимдарға миҫал килтерә алаһыңмы?
– Әлбиттә! Эт, бесәй...
– Нисек инде?
– Гел ырылдашып торалар бит...

* * *

Ишек алдында өйгә инә алмай мыяулап ултырған бесәй бала­һын күргәс, ике йәшлек Илдар:
– Бәләкәй булғас, ҡыңғырауға буйы етмәй шул, – ти.

* * *

Дамир менән Шакир, бөтә хә­ҙерге заман балалары кеүек үк, буш ваҡыттарын компьютерҙа уйнап үткәрә. Әсәләренә оҡшамай был, ноутбукты йәшереп ҡуя. Ләкин эштән ҡайтҡан һайын балалары донъяларын онотоп уйнап ултыра. Тик осраҡлы килеп ингән күрше бесәйе генә малай­ҙарҙың хәйләһен аса. Улар ноут­букка валерьянка һөрткән. Әсәләре эшкә киткәс тә Дамир менән Шакир урамда йөрөгән күрше бесәйен саҡырған. Ул өйгә инеү менән ноутбук торған урын­ға йүнәлгән.

* * *

Улым менән атлы уйнайбыҙ.
Сыңғарсай бармағымды тумбочкаға бәргәнсе елкәмдә йөрөттөм. Бөйөк һыбайлы елкәмдән төшкәс:
– Ат, бармағың ныҡ ауыртамы? – тип һораны.
– Ныҡ.
– Мине ҡабат йөрөтә алаһыңмы?
– Алмайым.
– Йәл. Атырға тура киләсәк...
Ялҡауға көн дә ял
– Етешһеҙлектәреңде әйт.
– Ялҡаумын.
– Шул ғынамы?
– Һанап сығырға ялҡауым килә.

* * *

– Зөлфәт, бөгөн аквариумға һыу һалдыңмы?
– Бигерәк ялҡау булып сыҡты был балыҡтар, кисәге һыуҙы ла эсеп бөтөрмәгәндәр.

* * *

Зөлфәт дәрес әҙерләп ултыра. Мәсьәлә сисә алмай ыҙалана ул. Аптырағас:
– Их, баш эшләмәй... – тип ҡуя. Һүҙгә ҡустыһы ҡыҫыла:
– Ағай, башың да үҙең кеүек ялҡаумы әллә?

* * *

Марат мәктәпкә һуңға ҡалып килгәс, уҡытыусы алдында былай аҡланды:
– Зинһар, ғәфү итегеҙ, беҙҙең сәғәт бөгөн йоҡлап ҡалған.

* * *

– Ҡарале, Камил, һин бер юлы биш түңәрәккә яҙылғанһың түгелме?
– Борсолма, әсәй. Мин уларға һин эш ҡушҡанда ғына йөрөрмөн.

* * *

Уҡытыусы Камалдан һораны:
– Дәрескә ниңә һуңланың?
– Атайымдың, уҡырға бер ваҡытта ла һуң түгел, тигәнен ишетеп ҡалғайным, – тип яуап бирҙе ул.
* * *
– Йылдың ҡайһы көнө иң ҡыҫҡа көн?– тип һорағас:
– Ял көнө, – тип яуап бирҙе Әбүзәр, ауыр һулап.

* * *

– Һин гел һуңға ҡалып йөрөй­һөң, Таһир. Дәрестең ҡасан башланғанын белмәйһеңме әл­лә?
– Юҡ. Сөнки мин килгәндә ул гел башланған була.

* * *

Дәрестә уйлап табыусылар тураһында һөйләшкәндән һуң уҡытыусы һорай:
– Ә һеҙ нимә уйлап сығарырға теләр инегеҙ?
– Робот, – ти Азат, – төймәгә баҫтың – өйгә эшең әҙерләнгән дә.
– Эй, ялҡауһың да инде. Ә һин, Таһир?
– Мин шул төймәгә баҫыусы автомат уйлап табыр инем.

* * *

– Ҡыҙым, һин ҡайҙа булдың?
– Тәнзиләлә, мин уға өйгә эш эшләштем.
– Ул бит «бишле»гә генә уҡый.
– Мин уға үҙемдең өйгә эштәр­ҙе эшләргә ярҙамлаштым.

* * *

– Ҡыҙым, тик ултырғансы, ойоҡ бәйләргә өйрәнер инең, – ти Гөлназға өләсәһе.
– Белмәйем шул, – тигән ейәнсәре.
– Белмәгәндең беләге ауыртмай, ҡыҙым.
– Бына рәхмәт, өләсәй, беләгемдең ауыртҡанын теләмәйһең икән.

* * *

– Айнур, ни өсөн күршеңдән контроль эште күсерҙең?
– Ә ҡайҙан белдегеҙ?
– Бишенсе һорауҙа Айгөл, «белмәйем», тип яҙған, ә һин, «мин дә», тигәнһең.

* * *

– Мин үҫкәс, урам һепереүсе буласаҡмын.
– Ниңә?
– Көнө буйы урамда йөрөйәсәкмен!

* * *

– Атай, минең оборона министры булғым килә.
– Ни өсөн министр?
– Өҫкө һәҙәптәрҙе эләктермәҫ өсөн.

* * *

Өҫтәл янына ултырғас:
– Улым, ҡулдарыңды йыуҙың­мы? – тип һораны әсәйем.
– Эйе, әсәй, кисә үк йыуып ҡуй­ғайным инде.

* * *

– Тиҙерәк ҡылан, мәктәпкә һуңлайһың түгелме?
– Ҡайғырма, әсәй, мәктәп көнө буйы асыҡ тора.

* * *

– Әсәй, мин бөгөн ойоҡбаштарымды сисмәйенсә йоҡлайым! – ти Азат ҡәтғи итеп.
– Ниңә?
– Туйҙым мин уларҙы иртән эҙләп.

* * *

– Кисә нишләп дәрестә булманың?
– Ағайым ауырып китте.
– Ә һинең бында ни ҡыҫылышың бар?
– Ә мин уның компьютерында уйнаным.

* * *

Урамдан олатай менән ейән китеп бара. Уҡытыусыны күрәләр. Олатай:
– Ҡас, бөгөн һин мәктәпкә барманың бит.
Ейән:
– Һин үҙең ҡас, мин уға, олата­йым үлде, тип шылтыраттым.

* * *

Дүрт малай мәктәпкә ваҡытында килмәй.
– Һин ниңә һуңланың, Исмәғил? – тип һорай уҡытыусы.
– Беҙҙең сәғәт туҡтап торған булған.
– Ә һин, Әғзәм?
– Башым ауыртты.
– Ә һинең сәбәбең ниндәй, Фәдис?
– Әсәйем сирләгәйне, дарыу­ханаға дарыу алырға барҙым.
Зөфәр тороп баҫа ла ҡулдарын йәйеп ебәрә:
– Ниңә һуңлағанымды белмәйем. Уйлағандарымды әйтеп бөттөләр инде...

* * *

– Тырнаҡтарыңды киҫтеңме? – тип һораны әсәйем.
– Етмеш процентҡа ғына.
– Нисек инде?
– Уң ҡулда килеп сыҡмай.

* * *

Уҡытыусы:
– Заһир, һин ни эшләп дәрескә һуңға ҡалдың?
– Миңә ҡораллы бандит һөжүм итте.
– Йә, Хоҙа! Ул һиңә нимә эшләне?
– Өйгә эшемде талап алды...

* * *

– Дәресеңде әҙерләнеңме әле?
– Юҡ.
– Улайһа, ниңә йоҡларға яттың?
– Әҙ белһәң, ҡатыраҡ йоҡлай­һың.

* * *

– Улың бәрәй нимә эшләй беләме?
– Эйе! Кисә хатта нәскиҙәрен үҙе йыуҙы.
– Булмаҫ!
– Душ кергәндә һалырға онот­ҡан.
Ауылда
Мәктәптә һуңғы ҡыңғырау зың­ғырлағас, беҙҙе ауылға ҡайтарып ташланылар. Һеңлем менән аяҡ терәп ҡаршы төшһәк тә, һүҙебеҙгә ҡолаҡ һалманылар.
– Яңы һауылған һөт эсерһегеҙ, – тине әсәйем.
– Ҡатыҡ, ҡаймаҡ, – тип өҫтәне атайым.
Әйтерһең, улар ҡалала бөткән. Ҡайһы магазинға инмә, тулып ята. Янсығың ғына буш булма­һын.
Кеҫә телефонымдан ҡолаҡ ҡаҡтым, компты ла алырға рөхсәт итмәнеләр. Синыфташтарым менән аралашмағас, һағышҡа түҙә алмам, тип уйлағайным, улай уҡ булманы. Ауылдағы дуҫтарым да – нисауа, бигерәк тә күршеләге Айрат.

* * *

Мин уларға ингәндә Айрат рамдарҙы буярға баҫҡыстан менеп барыусы атаһына ҡарап тора ине. Янына әсәһе килде:
– Улым, үҫкәс, атайыңа ярҙамлашырһың.
– Мин үҫкәнсе атайым рамдар­ҙы буяп бөтмәйме ни? – тип һораны Айрат, бер аҙ уйға батып торғандан һуң.

* * *

Олатайыма картуф ултыртырға ярҙамлаштыҡ. Ул соҡор ҡаҙыны, беҙ орлоҡ һалып йөрөнөк.
– Тәрән итеп ҡаҙыма, олатай, һуңынан таба алмаҫһың, – тине Тамсыгөл.

* * *

– Балам, ниңә алмағастың сәскәһен өҙәһең? – тип һораны өләсәйем минән.
– Үҙең бит, сәскәләре ҡойол­ғас, алмаһы үҫер, тинең. Тиҙерәк алмаһы үҫһен, тим.

* * *

Атайым менән әсәйем һабантуйға ҡайтты. Күмәкләшеп бар­ҙыҡ. Ат саптырҙылар, көрәштеләр, йүгерештеләр. Йүгереүселәр ярышын ҡарағанда атайымдан: 
– Улар ниңә йүгерә? – тип һораным.
– Беренсе килер өсөн?
– Беренсе килһә, нимә була?
– Бүләк ала.
Ә ҡалғандары ниңә йүгерә икән, тип аптыраным.
* * *
Ат сабышын ҡарағас, минең дә һыбай йөрөгөм килде. Әммә аттар янына барғас, уларҙың ҙурлығынан шөрләп, артҡа сигендем. Шулай ҙа ниәтемдән тайпылырға уйламаным. Барыбер өйрәнәсәкмен, тик кәзәнән башлау яҡшыраҡ булыр, ахыры.

* * *

Һабантуйҙа Айрат туҡтауһыҙ һыу эсте лә һыу эсте. 
– Ниңә шул тиклем күп һыу эсәһең?
– Алма ашағайным.
– Ашаһаң ни?
– Мин уны йыуырға онотҡанмын.

* * *

Һабантуйҙан ҡайтып, кис көнө сәй эскәндә Тамсыгөл әсәйемә:
– Сәстәрең ағара башлаған, – тине.
– Балалар тыңлашмаһа, атай-әсәйҙәрҙең башы шулай саллана шул, – тине әсәйем.
– Ә-ә, өләсәйемдең сәсе ниңә тотош салланғанын белдем хә­ҙер.

* * *

Тамсыгөл:
– Өләсәй, бөгөн ниндәй көн? 
– Бөгөн йома, ҡыҙым, – тине өләсәйем.
– Ә иртәгә йоммаймы? – тип ғәжәпләнде һеңлем.

* * *

– Мин кисә һеҙҙең ишек алдында бейегәнегеҙҙе күрҙем. Байрам инеме әллә? – тип һораны Айрат.
– Юҡ... Олатайым умарта ауҙар­ҙы.

* * *

– Тамсыҡай, бына һиңә шоколад, өләсәйең менән олатайыңды һыйла.
– Өләсәйгә бирәм, ә олатайға – юҡ!
– Ниңә?
– Өләсәй баш тартасаҡ, ә олатай, һәр ваҡыттағыса, тешләйәсәк.

* * *

– Айрат, һин нисек уйлайһың, ер аҫтында тормош бармы, унда кемдер йәшәйме?
– Әлбиттә.
– Ни өсөн шулай тип уйлайһың?
– Ну, үҙең уйлап ҡара, Шатмо­рат, кем редисканы ҡыҙылға буяй һуң?

* * *

Айрат беҙҙең ишек алдындағы турникты күргәс:
– Шатморат, һин унда нисә тап­ҡыр күтәрелә алаһың? – тип һораны.
– Өс тапҡыр.
– Шулай ғынамы?
– Һуң бит был бер көндә, ә бер айҙа күберәк килеп сыға.

* * *

– Шатморат, һинең маңлайыңда ниндәй оро ул?
– Анау ағас ботағын күрәһеңме?
– Күрәм.
– Ә мин күрмәнем...

* * *

– Минең һулаҡай икәнде ҡай­ҙан белдең?
– Һинең һул танау тишегең ки­ңерәк.

* * *

– Ҡыҙым, шымыраҡ уйнасы, үлтереп башым ауырта, – тип үтенде өләсәй Тамсыгөлдән.
– Шымыраҡ нисек була һуң, бер кәнфитлекме әллә туңдырмалыҡмы?

* * *

Йәйҙең эҫе көндәре. Айрат ауырып китте, урынынан да тора алмай.
– Ҡайҙа шулай һыуыҡ алдырҙы икән? – тип аптырай әсәһе.
– Төшөмдә ҡышты күргәйнем, шуғалыр, – тип яуапланы ул.

* * *

Айраттың ҡустыһы – өс йәшлек Хасбулаттан әсәһе:
– Атайың ни эшләй? – тип һораны.
– Машинаға аяҡтар ҡуя, – тип яуап ҡайтарҙы малай. Ә ул тәгәр­мәстәр алмаштыра ине.

* * *

– Улым, июнь нисәһенән килә әле? – тип һораны өләсәйем. – Онотоп ебәргәнмен.
– Белмәйем, өләсәй.
– Шуны ла белмәйһеңме ни, һин мәктәпкә йөрөйһөң дә баһа.
– Беҙҙең каникул бит хәҙер.

* * *

Айраттың өйҙәрендә ҡапыл ут һүнде. Атаһы шәмде тоҡандырырға шырпы эҙләне. Шул саҡ Айрат:
– Атай, ниңә шырпыны шәм яндырып эҙләмәйһең? – тине.

* * *

Бешмәгәндәр әле, тип үҙебеҙҙең алманы өҙөргә ҡушмағас, Хәлиулла бабайҙарҙың баҡсаһына төштөм.
– Ейәнеңде тыйһаң икән. Баҡсабыҙҙағы алмаларҙы йәп-йәшел көйө йыйған, – тип зарланды ул олатайыма.
– Эх, ахмаҡ малай! Бешкәнен көтһә ни булған инде, – тине олатайым.

* * *

Кисә өләсәйем, ҡайнатма яһар­ға шәкәр ҡомо етмәй, тип магазинға ебәргәйне. Бөгөн тағы барырға тура килде.
– Һатыусы апай, һеҙ кисә миңә аҡсаны дөрөҫ ҡайтармағанһы­ғыҙ.
– Кисә килергә кәрәк ине, малай, бөгөн һуң инде.
– Ярар, улайһа, мин артыҡ 500 һумды үҙемдә ҡалдырам...

* * *

Өләсәйем менән еләккә бар­ҙыҡ. Уның биҙрәһе туп-тулы, ә минеке бәләкәй булһа ла, еләк төбөндә генә.
– Ни эшләп еләкте бик аҙ йый­ҙың, улым? – тип һораны өләсәйем.
– Мин бәшмәк тә йыям, өләсәй.
– Ә бәшмәгең ҡайҙа һуң?
– Тапманым әле.

* * *

Өләсәйем ер еләге һатырға ҡушты. Аҡсаһы үҙеңә булыр, мәктәп кәрәк-ярағы алырһың, тине.
Оло юл буйына сығып баҫтым. Машиналар тегеләй ҙә, былай ҙа уҙа, ләкин береһе лә туҡтамай. Ниһайәт, береһе тормозға баҫты. Ниндәй машина булғандыр – хәтерләмәйем, бик затлы иномарка ине, буғай. Унан олпат ағай сыҡты.
– Күпменән һатаһың?
– Стаканы 250 һум.
– Ҡиммәт.
– Ҡиммәт булһа, алмағыҙ һуң.
– Әйҙә, 500-гә ике стакан!
Ризалаштым. Алды. Китте.

* * *

– Улым, шул тиклем ҡыярҙы ҡайҙан алдың?
– Хәлиулла бабайҙан...
– Ул был хаҡта беләме һуң?
– Белмәҫкә, артымдан ярты сәғәт баҫтырҙы...

* * *

– Айрат, ниңә илайһың?
– Олатайым һуҡты.
– Берәй ерең ауыртамы?
– Юҡ, мин олатайҙың күңеле булһын, тип илайым.

* * *

Айрат олатаһы янына йүгереп барҙы:
– Олатай, олатай, һинең тештәрең бармы?
– Юҡ шул, улым.
– Улайһа, бутербродымды тотоп тор, ә мин уйнап киләм.

* * *

Күрше Шәмсиә әбей ингәс, Тамсыгөл унан:
– Әбей, беренсе йөҙөң күренеп тора, ә икенсеһе ҡайҙа? – тип һораны.
Әбей һеңлемдең һорауына бик аптыраны:
– Эй, балаҡай, ниндәй туҙға яҙмаған һүҙ һөйләйһең, кешелә икенсе йөҙ була тиме ни?
– Һинеке бар ул, өләсәйем әйтте.
– Ни, тине?
– Шәмсиә ҡарсыҡ ике йөҙлө, тине.

Йәшерен объект

– Видеокамералар, полиция, тимерэҙләгестәр, ишектәр бикле, бәҙрәфкә конвой аҫтында. Был нимә? – тип һораны бер генә көнгә ҡунаҡҡа ҡайтҡан, яңыраҡ урта мәктәпте тамамлаған ағайымдың ҡыҙы Нурзидә минән.
– Йәшерен объекттыр.
– Түгел шул. Берҙәм дәүләт имтиханы.
Һүҙгә олатайым да ҡушылды.
– Беҙ уҡығанда мәктәптә һаҡсылар юҡ ине, иҙән йыуыусы Мөғлифә апай барыбыҙға ла өлгөрә ине.

* * *

– Эх, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырғанда ошондай ярҙам итеү саралары булһа ине:
1. 50/50.
2. Дуҫыңа шылтыратыу.
3. Залдың ярҙамы.

* * *

– Бөтәгеҙгә лә ултырырға! Телефондарығыҙҙы йәһәтерәк йыйып бирегеҙ!
– Был нимә, әллә талаумы?
– Юҡ, был – БДИ!

* * *

– Әсәй, быйыл беҙ диңгеҙгә барабыҙмы?
– Юҡ. Унда һинең репетитор­ҙарың бара.

* * *

Атай-әсәйҙәрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ! Улар мәктәпте Яндексһыҙ һәм Википедияһыҙ тамамлаған!

Балыҡ, ҡап-ҡап!..

Ауылда балыҡ тотоп рәхәтләндем, тик күп ваҡыт буш ҡайттым. 
Айраттарға ингәйнем, үҙ алдына мығырлай-мығырлай бүлмә буйлап йөрөй:
– Тәк. Балыҡ ҡармаҡлау танытмаһын алдым. Ташбаш тотор­ға лицензияны алдым. Кредит картаһын алдым. Балыҡ ҡармаҡлау ҡоралдарына ташлама картаһын алдым. Һыуға батыуҙан страховка полисын алдым. Һәүәҫкәр балыҡсы танытмаһын алдым. Ҡармаҡтың техосмотр талонын алдым. Ҡармаҡты алдым. Селәүсенле банканы алдым. GPS-навигаторҙы алдым. Кеҫә телефонын алдым. Запас ҡармаҡтарҙы алдым. Балыҡлы урындар күрһәтелгән карталы нетбукты алдым. Балыҡ һағы инс­пекторы тота-нитә ҡалһа, аҡса алдым...
– Улым, унда нимә мығырлай­һың?
– Әсәй, мин Шатморат менән йылғаға ташбаш тоторға барырға йыйынам.

* * *

Бөгөн Айрат менән балыҡ тоторға барырға һөйләшкәйнек. Атаһы менән минһеҙ генә киткән. Сығырға тип ишекте асыуым булды, өйгә Айрат йүгереп инде лә ҡысҡырып иларға кереште.
– Ниңә илайһың, улым? – тип һораны әсәһе.
– Беҙ атайым менән балыҡта булдыҡ, – тине Айрат күҙ йәштәре аша. – Атайым ҙур балыҡ тотто. Ҡармаҡты тартҡанда еп өҙөлдө лә ул йөҙөп китте.
– Шуның өсөн илайһыңмы? – тине әсәһе йылмайып. – Һин хәҙер ҙурһың бит инде, бындай осраҡта иларға түгел, ә көлөргә икәнен белергә тейешһең.
– Мин көлдөм дә ул...

* * *

Яр буйында уйнағанда малай­ҙар менән бәхәсләшеп киттек: балыҡтар күпме йәшәй?
Айрат иҫе китмәйенсә генә әйтеп ҡуйҙы:
– Берәй балыҡсы ҡармағына йә ауға эләккәнсе йәшәй инде ул.

* * *

– Мин ҡармаҡ тотоп, яр буйында ултырырға яратам, – тине Айрат. – Әгәр ваҡ балыҡ эләкһә, кире йылғаға ебәрәм.
– Әгәр эре балыҡ эләкһә?
– Майонез банкаһына йыйып барам.

* * *

Алтын балыҡ тоттом.
– Ебәр мине кирегә, мин һинең бар теләгеңде үтәрмен, – тип инәлде ул.
– Бөтә донъяла тыныслыҡ булыуын теләйем, – тинем.
– Һин бигерәк... Еңелерәк берәй үтенесең булмаҫмы?
– Әтеү минең комп бер яңылышмай эшләһен!
– Һин бигерә-ә-әк... Әйҙә, баяғы үтенесеңде үтәйем!
Күҙҙәремде асып ебәрһәм, төш күреп ятам икән.

* * *

Өс йәшлек Фәнилә фонен­доскоп тотоп ултыра:
– Мин балыҡ тотам.
– Фәнилә, ул докторҙыҡы бит! – ти әсәһе.
– Йә, ярай, мин – доктор. Һеҙҙе нимә борсой?
– Тамағым ауыртып тора бит әле. Ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?
– Юҡ.
– Ниңә?
– Мин балыҡ тотам.

Лагерҙа ла булдыҡ беҙ

Эйе, йырҙы саҡ ҡына үҙгәрткәндә, беҙгә лә лагерҙа булырға, бер аҙ үҙ аллы йәшәп алырға насип итте (өләсәйем һүҙҙәре).

* * *

Вожатый апай беҙгә әйберҙәр­ҙе урынлаштырырға ярҙамлашты. Бер малайҙың сумкаһында ҡулсатыр күргәс, ғәжәпләнде:
– Лагерҙа һиңә ул ни өсөн кәрәк? 
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙең әсәйегеҙ бармы? – тип һораны ул.

* * *

Йоҡларға ятырға ваҡыт. Бөтәбеҙҙең дә ҡулында телефон. Кемдер музыка тыңлай, кемдер СМС яҙыша. Вожатыйҙың тауышы яңғыраны:
– Телефондарығыҙҙы тапшырығыҙ!
Йыйып алып пакетҡа тултырҙы. Иртән беҙҙе уның асыулы тауышы уятты:
– Ҡәбәхәттәр!
Телефондарҙы тапшырыр алдынан, алдан һөйләшеп килешкәнсә, һәр беребеҙ будильник ҡуйғайныҡ. Төнгө сәғәт икегә, өскә, дүрткә... Ҡыҫҡаһы, иртәнгә тиклем...

* * *

Фәдистең теше һыҙланы. Вожатый табипҡа барырға ҡушты. Уға беҙ ҙә эйәрҙек.
– Ни булды? – тип һораны табип Фәдистән.
– Тешемде алдырырға килдем, – тине ул йөҙөн һытып.
– Ә ҡалғандар бында ни эшләй? – тип аптыраны табип, беҙҙе күргәс.
– Ә беҙ уның нисек ҡысҡырғанын тыңларға килдек, – тип хор менән яуап бирҙек.

* * *

Хәлил гитарала бик шәп уйнай. Концертта ла сығыш яһаны, үҙе уйнаны, үҙе йырланы. Устарыбыҙ ҡабарғансы алҡышланыҡ. Минең гитараны ҡулыма ла тотоп ҡарамағанымды белгәс, башын сай­ҡаны. Мин яуап итеп, ҡыҙыҡ-мыҙыҡ һөйләнем.
– Йә, нисек, гитарала уйнарға өйрәндеңме?
– Юҡ.
– Ә ниңә?
– Шуныһын аңламайым, миндә биш бармаҡ, ә гитараның ҡылы алтау.
– Эйе... Пианинола ниндәй нишаналар уйнағанын күҙ алдыңа килтер. 

* * *

Лагерҙа ҡолаҡҡа салынғандар.
– Ямғыр яуғанда ҡарға ниндәй ағасҡа ултыра?
– Ниндәй ағас тура килә, шуға.
– Түгел шул. Еүеш ағасҡа.

* * *

– Кемдәр ҡарһыҙ йәшәй алмай?
– Ҡарт менән ҡарсыҡ.

* * *

– Кемдәр гел юлда була?
– Юлай, Юлдаш, Юламан, Юлғотло, Юлсур.

* * *

Кисә шифахана тибындағы лагерҙан 12 йәшлек улымды барып алдым. Өс аҙнала 8 сантиметрға үҫкән, 1 килограмға ябыҡҡан.
– Лагерҙа нимә эшләнең?
– Йоҡланым.
– Ә көндөҙ?
– Йоҡланым.
– Ашханаға йөрөнөңмө һуң?
– Уятһалар, барҙым.
Мәктәп формаһын ниңәлер иртә алғайныҡ, хәҙер яңынан алырға тура килә инде.

Дауамы бармы?

Дәфтәрҙәге һуңғы ҡыҙыҡ-мыҙыҡ ошо. Дауамы бармы, тиһегеҙме? Дәфтәрҙә Шатморат Фазыловтың телефон номеры ла, өй адресы ла юҡ ине. Шунлыҡтан уның менән күрешә алманым. Бәлки, ул һеҙҙең арала йөрөп яталыр? Осратһағыҙ, минән сәләм әйтегеҙ. Көндәлектәренең дауамын көтәм. Бер юлы гонорарын да алып ҡыуаныр. Мин иһә уларҙы «әҙәм уҡырлыҡ» хәлгә килтерергә һүҙ бирәм.

8 – 16. 02. 2022.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: