+7 °С
Ясна
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Повестар
21 Июль 2022, 15:07

Аждаһа эҙенән

Иҙрис НОҒМАНОВ

Мажаралы повесть

Сер

Балыҡ һаҡлау ойошмаһы инс­пекторы Әхтәр Һибәтов ауыҙынан ысҡынған Сыбаркүл «феномены» тирәләй ни аралалыр тарала башлаған шом тулы ҡур­ҡыныс хәбәр, көнләп кенә түгел, сәғәтләп ҡуйыра барҙы ла бер мәлде үҙенең иң юғары нөктәһенә етте: имеш, күлгә үҙе имәнес, үҙе рәхимһеҙ аждаһа эйәләшеп алған. Яр ситенә яҡын килгән йәнлек менән абайла­май һыу өҫтөнә төшкән ҡош-ҡортто «һә» тигәнсе йота ла ҡуя икән! Былай барһа, бер килеп, кешегә лә сират етмәҫ, тимә. Әлеге «феномен»дың иң ҡыҙығы ла, иң сәйере лә шунда: ауыл халҡы бер ниндәй ҙә төплө дәлилдәр менән раҫланмаған ҡоро һүҙ­ҙәргә, ошоғаса бер кемдең дә күргәне булмаған аждаһаға ышана ла ҡуя. Шунлыҡтан күл­дә һыу инеүселәр, елкәнле лә, елкәнһеҙ ҙә кәмәлә йөҙгән­дәр, хатта бер нәмәнән ҡурҡмаҫ, күпте күргән балыҡсылар һаны ла көндән-көн кәмей бара. 
Бер-береһенә ишелә-сырмала үҫкән тал, муйыл ағастары, башҡа эреле-ваҡлы ҡыуаҡлыҡтар һәм дә күп йыллыҡ ҡамыш тумарлығынан торған йөҙөп йөрөүсе утрауҙар тирәһендәге һыу­ҙа һәр төрлө балығы мыжғып торһа, көтөү-көтөү булып, ҡоштары мәж килә. Һуңғыларының байтағы ошо шырлыҡ-утрау эсендә оя ҡороп кинәнә – бында тыныс та, хәүефһеҙ ҙә. Дөрөҫ, әлегә миҙгеле килеп етмәгәнлектән, күпләп балыҡ тотоу ҙа, өйрәктәргә һунар итеү ҙә башланмаған. Балыҡты ҡармаҡҡа эләктерергә генә рөхсәт булһа, ҡош-ҡорт аулау ҡәтғи тыйылған. Ни өсөн тигәндә, балыҡтың йылдам ыуылдырыҡ сәскән, ҡоштарҙың күпләп бала сығарған осоро. Был мәлдә уларҙы бимазаларға һис ярамай. Ошоно аңлаған күп кеше мылтығын да, йылым-маҙарын да йыйып тора: әлегә ваҡыты ул түгел. Шулай ҙа күпселек намыҫлы балыҡсылар менән һунарсылар араһында нәфсеһенә хужа була белмәгәндәр ҙә осраштырып ҡуй­ғылай. Айырыуса браконьерҙар әрһеҙләнә. Балыҡ ҡурсалау инс­пекторының яңғыҙ һәм бар ергә лә өлгөрә алмағанлығын күреп торған оңҡоттар бигерәк тә үҙе тәмле, үҙе ифрат үтемле аҡбалыҡты ау менән тотоп тәләфләй. Уның менән һатыу итеү хатта бәғзе берәүҙәрҙең төп кәсебенә әйләнә. Алтынға бәрәбәр мөғжизә балыҡты әллә ҡайҙарҙа ятҡан – сит-ят ерҙәрҙән килгән йүнһеҙ әҙәмдәр тоҡ-тоҡ тейәп китә. Шул хәтлемен нимә итәләрҙер, аптырарһың? Улар күҙгә салынып бармаҫ ауын да һала, йөҙәр метр оҙонлоҡҡа еткән йылым менән дә һөҙә, балыҡтың күпләп йыйылған урынына нәрәтә ырғыта. Аҡса, еңел табыш хаҡына йәнен фиҙа ҡылыу ғына түгел, әсәһен һатырға әҙер шаҡшы браконьерҙарҙы йәмәғәтселек тә, инспектор менән милиция ла, хатта ки күлгә инеп боҫҡан ҡот осҡос аждаһа ла ҡур­ҡыта алмай...
Сыбаркүлдән алыҫ түгел ерҙә Ҡаҡтуғай мәктәбенең ял һәм хеҙмәт лагеры урынлашҡан. Бында йыл һайын утыҙ гектар майҙанда колхоз малы өсөн аҙыҡ сөгөлдөрө үҫтерәләр. Сират буйынса әле лагерҙа алтынсы-етенсе синыф уҡыусылары ята. Бөтәһе илле биш ҡыҙ һәм малай. Ауыл күренеп тороуға ҡарамаҫтан, кәрәкмәгәнгә ҡайтып-китеп йөрөүсе юҡ. Сөнки бында күпкә ҡыҙығыраҡ. Теләй­һең икән – сайыр еҫе аңҡып тор­ған бүрәнә өйҙә, теләһәң, палаткала йоҡла: бер кем бер һүҙ өндәшмәҫ. Өй янында спорт майҙансығы менән ҙур ашханаһы ла бар. Яҡында ғына сөгөлдөр баҫыуы йәйрәп ята. Уны уҡыусылар ҡарап, тәрбиәләп тора.
Килгән көндө лагерь етәксеһе Гәрәй Ғирфан улы уҡыусыларҙы теҙеп ҡуйҙы ла:
– Малайҙар һәм ҡыҙҙар! Мин һеҙҙең, үткән йылдағы һымаҡ, быйыл да һынатмаҫығыҙға ышанам. Хужалыҡ малдары туҡ һәм һимеҙ булһын өсөн хәлдән килгәнсә тырышыу кәрәк. Йөҙҙәребеҙгә берүк ҡыҙыллыҡ йүгертмәйек, – тине. Унан ары тағы күп кенә нәмәләр хаҡында һөйләп ташланы. Сығышы ахырында, һорауҙар юҡмы, тип тә ҡы­ҙыҡһынды. Ә улар, әлбиттә, күп ине. 
– Ағай, ә күлгә аждаһа эйәләшеп алған икән, тигән хәбәргә нисек ҡарайһығыҙ? – башҡалар ҡыймай торған һорауҙы бошмаҫ Ләйлә бирә һалды. 
– Бер нисек тә. Буш хәбәр ул, балалар. Кемдеңдер яман уй­ҙырма-хаслығы...
– Уйҙырма? – һүҙгә йомоҡ Әлсинә ҡушылды, – ә ул сағында ҡом өҫтөндәге эҙҙәре ҡайҙан? Тенәүге көн, беләһегеҙме, хатта күҙ алдында ҙур ҡаҙ ғәйеп бул­ған, ти...
– Уныһын кем күргән? – Гәрәй ағай битараф күренергә тырышты.
Уҡыусылар шымып ҡалды. Сөнки ҙур ҡаҙҙың кемдеңдер күҙ алдында ғәйеп булғанлығы хаҡында барыһы ла ишетеүгә ҡарамаҫтан, үҙ күҙҙәре менән күреүсе юҡ ине.
– Күп лаҡылдаған кешене иң тәүҙә эләктереп ала икән ул аждаһа, – һәр саҡ аҡыллы күренергә тырышҡан Алмас ҡыҙҙар­ға төрттөрөп ауыҙ йырҙы.
– Юҡ-барға әүәҫ хәбәр тоҡсайҙарын һыу аҫтына һөйрәп төшә лә китә икән, – ярамһаҡ Баһау уны йөпләп ебәрҙе.
Уңайһыҙ хәлдә ҡалған ҡыҙ­ҙар­ға ҡарап күмәкләп көлөштө­ләр.
– Йәгеҙ, балалар, булмаған һәм бер ваҡытта ла булмаясаҡ уйҙырма йән эйәһенә ҡағылышлы бәхәстәрҙе ошо урында бөтөрәйек, – Гәрәй Ғирфан улы шаулаша башлаған уҡыусыларын тынысландыра һалды, – йәнә бер ҡабатлайым: ажда­һа – буш хәбәр ул. Уға ышанмағыҙ ҙа, хафаланмағыҙ ҙа. 
Башҡаса һорауҙар булманы.
Линейканың аҙағында өс айырылмаҫ дуҫ – Алмас, Баһау һәм Ғәҙел – бер ситкә аулаҡ тартты. Улар электән таныш ҡамышлыҡҡа ыңғайланы ла шунда ятҡан яҫы таш өҫтөнә барып ҡунаҡланы. Әлеге урын – уларҙың яратҡан төйәге.
Һағындырған да һуң был яҡтар! Ана, көнгә янып ҡоңғортланған йөҙҙәрҙе иркәләй-иркәләй иҫкән еләҫ ел ихтыярына бирелеп, аҙашҡан күсмә утрау­ҙар йөҙөп бара. Утрауҙар менән бергә уларҙы төйәк иткән тереклек тә күсә. Улар шул рәүешле һәр ваҡыт хәрәкәттә: туҡтау­һыҙ тегеләй ҙә, былай ҙа күсенешеп күл гиҙәләр. Ереккән ерең булмаһа, шулай кемдеңдер ыңғайына йөрөйһөң дә ятаһың инде ул. Үҙеңдең иркең дә булмағас, ышаныслы тамырың да юҡ...
Ярға яҡын һонтор ҡамышлыҡ эсендә йәшәйеш гөрләп тора: ниндәйҙер күренмәҫ ҡошсоҡтар сырҡылдай, әле генә яҡты донъя­ға сыҡҡан өйрәк бәпкәләре инәләренә тауыш бирә, уларҙы һағалап, һауала аҡсарлаҡтар сай­ҡылдаша. 
Алдарындағы илаһи күренешкә бер ҡатлы үҫмер күҙҙәре менән баҡҡан дуҫтар, ошо ҡабатланмаҫ хозурлыҡты тыуҙырған ғәжәп һиллекте яңылыш ҡына боҙоп ҡуя күрмәйек, тигән һымаҡ байтаҡ ваҡыт һүҙһеҙ ултыр­ҙы. Һәр ҡайһыһы үҙ хистәренә бирелгән малайҙар ваҡ тулҡындарҙың ҡырсынташҡа бәрелеп ҡыштырлауын тыңланы, көмөш батмус ише көләкәс ҡояштың шул уҡ тулҡындар өҫтөндә сағылып бейегән күҙ ҡамаштырғыс нур-ҡыйырсыҡтарын һоҡланып күҙәтте.
Был шым ҡалып ултырған өс малай араһында яҙылмаған сәйер ҡанун бар. Баһау менән Ғәҙел үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, Алмасты башлыҡтары итеп һанай һәм бер ниндәй мәжбүр итеү булмаһа ла, уға буйһона һымаҡ. Әлеге буйһоноу ғәләмәте улар бәләкәс саҡтан уҡ килә һәм әле лә дауам итә. Бында ла әшнәләр, ана, Алмас ни әйтер икән, тигән кеүек, уға ҡарап-ҡарап ала. Сөнки башлыҡтың бөгөн һүҙе күп булырға тейеш. Күп һәм мөһим. Тик ул әллә тегеләренең түҙемлеген һынай, әллә әйтер һүҙен онотҡан – өндәшмәй. Ләкин ошо рәүешле ултырыуҙың бер ахыры булырға тейеш тә баһа, тынлыҡ мәңге дауам итә алмай. Шуға ла Алмас ҙур тәүәккәллек менән тәмләп кенә һүҙ башланы:
– Тимәк, былай, малайҙар: күҙәтеүҙе, алдан һөйләшкәнсә, бөгөндән үк башлайбыҙ. Баһау, кеҫә фонарыңды алдыңмы? 
– Һуң алмай, килешелгән бит.
– Бик мәслихәт. Ә һин икеләнә инең, хәл иттеңме? Ҡушылаһыңмы беҙгә әллә?.. – башлыҡ талапсан-һынамсыл ҡарашын Ғәҙелдең зәп-зәнгәр күҙҙәренә төбәне. Уныһының ошоғаса һаман арына алмаған бер алама ғәҙәте бар: йомош ҡушһындармы, берәй нәмә һораһындармы – башта инәлтеп алырға ярата. Ана был юлы ла көтмәгән ерҙән:
– Юҡ, ризалашмам, шәт. Эт сапҡанға – бет саба, тигәндәй, татлы йоҡоларымды ҡалдыра-ҡалдыра, донъяла булмағанды юлламаҡҡа, юҡ артынан йөрөп ятылмаҫ инде, – тип һалды. Әллә ысынды әйтте, әллә шаяртырға теләне – үҙе лә абайламай ҡалды. Шулай ҙа уйламай ысҡындырғанына үкенеп ҡуйҙы, ләкин һуң ине: һүҙ турғай түгел, ауыҙыңдан бер осоп сыҡтымы... 
Тиҫкәре мәйел Ғәҙелдең йәп­һеҙ хәлдә ҡалғанлығын һиҙә һалып алған Алмас инәлеп тормаҫҡа ҡарар итте, буғай:
– Үҙ мәйелең, – ул асыу ҙа белдермәне, өгөтләп тә маташманы. Сөнки тегеһенең бер аҙҙан йүгереп кире килерен яҡшы белә. Шулай ҙа:
– Тик ҡара уны, тиҫкәре йән, был һөйләшеүҙе бер кем дә белергә тейеш түгел, – тип иҫкәртеп ҡуйыуҙы кәрәкле тапты.
– Уның урынына берәй ҡыҙға әйтһәк... – Баһау аҫтыртын семетеп тә алды: малаймын тигән малай өсөн ҡыҙҙарға тиңләүҙән дә мәсхәрәлерәк кәмһетеү буламы икән?..
– Үҙең нисек һуң, Баһау, бәғзе берәүҙәр ише шөрләмәйһеңме? – Алмас та кинәйә менән төрттөрҙө.
– Һы, нимәһенән шөрләп торорға? Ошоғаса уның бер кемде лә йотҡаны юҡмы – юҡ. Беҙгә лә ҡағылырға ҡыймаҫ.
– Тимәк, һин аждаһаның барлығын инҡар итмәйһең?
– Инҡар итеү түгел, уның бул­ғанын теләр инем.
– Шәп малай, юҡ, шәп егет һин, Баһауетдин! – Алмас тоғро дуҫының иңбашынан ҡосаҡлап ҡыҫты, – перәме күренеп тора: исемең тиккә генә Баһау түгел...
– Ә нимәне аңлата һуң минең исем? – тип тегеһе аптырай төштө.
– Һинең исемме? Һинең исем  шәп кеше төшөнсәһенә тап килә.
Баһауетдин эре генә тамаҡ ҡырып ҡуйҙы: күрҙеңме, йәнәһе, ағаңды. Ә Ғәҙелдең шул ерҙә кикреге шиңде. Быны шунда уҡ күргән Алмас уны йәлләп ҡуйҙы, шикелле, йыуата һалды:
– Һин дә былай арыу дуҫһың, Ғәҙел, – тип уға йылы һүҙен ҡатты, – тик...
– Тик, нимә? Әйтеп бөтөр.
– Тик... кәрәкмәгәнгә күберәк һөйләйһең дә юҡ-барҙан артыҡ шикләнеп бараһың. Тәүәккәллек етешмәй һиндә, тәүәккәлерәк булһаңмы... 
– Һи-и, уныһы ғына төҙәтерлек, – үҙе тураһында ҡот осҡос баһа көткән Ғәҙел ҡәнәғәт ҡалды, – беҙҙең йәштә ундайы ғына була инде ул.
– Алтылағы – алтмышта, ти­ҙәр, шуны онотма.
– Йәнә лә, күп һөйләү аҙ уйлағандан килә, имеш, – Баһау кинәйәләүен дауам итте, – шул ысынмы икән, нисек уйлай­һығыҙ?
– Нисауа, кәрәкле сағында уйлай ҙа беләбеҙ беҙ. Башты кәпәс кейер өсөн генә йөрөтмәйбеҙ, – кинәйәне һаман аңламаған Ғәҙел маһайып алды. 
– Ә хәҙер инде китһәң дә була, тиҫкәре йән, – уның ҡупая башлағанын оҡшатмаған башлыҡ йомшаҡ, әммә талапсан итеп өндәште, – беҙҙең һөйләшәһе һүҙ бар, биғәйбә.
Шунда уҡ башы һәленеп төшкән «тиҫкәре йән» яҫы таш янынан теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалды.
– Ярай, әлегә уйлана торһон, ә һин, Баһау, тыңла, – Ғәҙел күҙҙән юғалғас та, Алмас, яҡыныраҡ кил әле, тигән ҡул ишараһы яһаны. Икәүләшеп эйелә төшкәндән һуң башлыҡ шыпырт ҡына һүҙ башланы, – тимәк, былай: отбойҙан һуң төн ҡараңғылығында ошонда киләбеҙ. Һи­ҙеп ҡалмаһындар өсөн, һалҡыныраҡ булһа ла, палаткала ҡунырға тура килер. Ишетһен ҡолағың, беҙҙең башланғыс – оло сер. Был хаҡта бер кем дә белергә тейеш түгел. Төшөндөңмө? 
– Төшөнмәгән ҡайҙа...
– Серҙе һаҡларға ант килтер!
– Антым-шинтым! Икмәк өҫтө!
Малайҙар шул рәүешле анттар аша һүҙ беркетеште. Ләкин ошо үтә лә йәшертен һөйләшеүҙе йәнә кемдеңдер тыңлап тороу мөмкинлеге уларҙың башына ла инеп сыҡманы, шунлыҡтан ҡамыш араһынан шыуышып уҙған төнгө өрәк ише шәүләне шәйләмәй ҡалдылар. Былар килешеп, ҡул ҡыҫышҡандан һуң әлеге шәүлә тауыш-тын сығармай ғына йоҡоға талған лагерь яғына ҡарап шылды. Ул аяҡ остарына ғына баҫып барған бар ергә өлгөр Ләйлә ине. Әхирәте Әлсинәне таба һалып, шаҡ ҡатырғыс серҙе тиҙерәк асҡыһы, бар белгәнен йәһәтерәк һөйләп биргеһе килде уның. Быны эсеңә йәшергән көйө нисек түҙеп йөрөмәк кәрәк...

Эҙәрмәндәр

Йәйҙең оҙон көнөнөң аҙағына тиклем күл төбөндә йәшеренеп ятҡан ҡараңғылыҡ, ҡояш батышы ыңғайына әкренләп өҫкә күтәрелә барҙы ла, ер өҫтөн дә, һыу көҙгөһөн дә берҙәй ҡаплап тирә-яҡҡа таралды. Айыртылған һөт төҫөндәге күкшел-шыйыҡ томан, тотҡонлоҡтан ҡотолғандай, ҡамышлыҡ эсенән сығып, быу бөркә ятҡан йылымыс күл, һутлы үләндәр, туҙанлы юл өҫтәренә йәйелде һәм тынып ҡал­ған үҙәндәр буйлап ағып китте. Бая ғына ҡыҙарып торған көн батышы асыҡ алһыу буяуҙарға мансылып, күҙ алдында ғәжәп матур төҫ алды. Ошо үҙе серле, үҙе һоҡланғыс илаһи тәбиғәт күренеше ауыл кешеһе телендә ябай ғына, киске эңер төшөү, тип атала.

Мөғжизә-эңергә эйәрә килгән киске еләҫлек менән сирҡандырғыс еүешлек туҡтау белмәй өҙлөкһөҙ сырылдашҡан сиңерткәләрҙе лә тынып торорға мәжбүр итә. Өтөп барған томранан ҡасып ҡыуаҡтар ышығына боҫ­ҡан һәм эшһеҙлектән тамам ялҡып талсыҡҡан һандуғас дәртле йырын башлаһа, Сыбаркүлдең боҫрай биреп ятҡан келән серле көҙгөһөн селпәрәмә килтереп, шаян, эре ажау ҡарпый. Сөгөлдөр баҫыуы ашаһындағы дымлы болонда тартай тауыш бирә, уныһына дәртле бүҙәнә ҡушыла. 
Бына ул шағирҙар һәр саҡ һоҡланып бөтә алмаған, мәңге маҡтаған илаһи моң! Хәтерҙәрҙә ғүмерлеккә уйылып ҡалыр тыу­ған ер, тыуған төйәк тауышы. Әлеге моң бынан ары ҡайҙа бар­һаң да, ни ҡылһаң да, айырылмаҫ тоғро юлдаш булып, эйәрә йөрөр. Ошо моңға күмелеп ятҡан әкиәти донъя үҙе ни тора! Ул, ана, бөтә матурлығы һәм бар йәме менән һеҙҙең ҡаршығыҙҙа йәйрәп ята. Бары күрә һәм ишетә белергә генә кәрәк. Һуңынан күп һыуҙар ағыр, бихисап ғүмерҙәр уҙыр, ғәм тигәнеңден ни икәнлеген белмәгән балалыҡ йылдары ла йыраҡта-йыраҡта, инешкә алып барған баҫма аръяғындағы зәңгәрһыу офоҡ артында тороп ҡалыр. Әммә әлеге моң онотолмаҫ. Бер ваҡытта ла! Өҙҙөрөп-һағындырып иҫкә төшөр ҙә, әгәр һағыштарға ташлаһа, аҙағынан һөйөндөрөп ҡуйыр. Шулай ҡә­ҙерле була ул бала саҡ моңо...
Көноҙон ҡояш йылыһын һеңдереп, әле һыуынырға өлгөрмәгән яҫы-келән таш өҫтөндә ултырған дуҫтар байып барған күк есемен төрлө хистәр менән оҙатып ҡалды.
Алмас менән Баһау палаткаларына инеп сумғас та шул әҙере майшәм тоҡандыра һалдылар һәм аҡыртып магнитофонды эшкә ҡуштылар. Кәрәкле мәлде йоҡлап ҡалмаҫ өсөн тырышып ятҡан көндәре инде. Ғәҙелде әлегә яндарына алмай торҙолар. Ул, шаҡшы, йоҡоһона баш була алмай дуҫлыҡҡа хыянат итте – фәһем алһын. 
– Ныу, йәш эҙәрмән, эште ниҙән башлайбыҙ? – Алмас шунда уҡ етди ҡиәфәт алды.
– Әллә инде... һин башлыҡ...– салҡан ятҡан йәш эҙәрмән битенә гәзит ҡапланы.
– Шулай барыһы өсөн дә башлыҡ уйларға, ул яуап бирергә тейеш, ә башҡаларға рәхәт: бер нәмә өсөн дә башы ауыртмай...
– Уның ҡарауы, башлыҡтар башлы була, шуның өсөн ул башлыҡ, – Баһау йәпле генә йәпәтәйләнеп ҡуйҙы: форсаты сығып тора ла баһаң.
– Матур һөйләргә оҫтаһың, уйларға барымың юҡ, – үҙе ошолай тигән булһа ла, Алмас Баһау әйткәндәрҙән ҡәнәғәт ҡалды.
Һүҙһеҙ ултырҙылар. Палатка эсендәге тынлыҡты бары аһәң­һеҙ йыр тауышы ғына боҙа ине. Баһау уны тағы көсәйтә төш­тө.
– Туҡтат әле шул мәғәнәһеҙ музыканы! – Алмас тороп ултыр­ҙы. – Фекер тупларға ҡамасаулай ҙа баһа. Ныҡ итеп, төплө итеп уйларға кәрәк был тәңгәлдә, ә һин...
– Нимә мин?..– Баһау гәзитте ҡыштырлатып ситкә ырғытты ла иләмһеҙ тауыш сығанағын һүндерә һалды. 
– Һин, йәш эҙәрмән, шуны аңла, беҙ бында уйын уйнарға йыйынмайбыҙ, ә етди эш башларға торабыҙ, – Алмас уға нотоҡ уҡып алды, – беҙҙең асыш, беләһеңме, ниндәй шау-шыу тыуҙырасаҡ? Ғилми хеҙмәт яҙыр өсөн әллә ниндәй ғалимдар килеп тулыр әле. Бар ғаләмдән...
– Шулай уҡ булырмы икән, әй? – Баһауҙың күҙҙәре янып китте.
– Ә ниңә? Иң мөһиме, үҙ эшеңә ышаныу кәрәк. Ә һин, күреп торам, икеләнәһең шикелле.
– Аждаһа тигәндәре нисектер...
– Һаман үҙеңдекен... – асыуы ҡабара башлаған Алмас Баһауҙы тупаҫ бүлдерҙе, – лутсы уйла, давай... мейең һыҙлағансы.
Палатка эсендә тулы тынлыҡ урынлашты. Хәҙер шылт иткән дә тауыш юҡ: дуҫтар уйлай. 
– Илекосҡан ҡаяһы тирәһенән башлағанда?.. – тынлыҡты Баһау боҙҙо.
– Мин дә шундайыраҡ фекер­ҙәмен, – Алмас шунда уҡ уның менән ризалашты, – ә ни өсөн? Аңлат.
– Әлегә күҙгә салынмаҫ йән эйәһенең эҙҙәре күберәген шул тирәлә урала, имеш...– тегеһе үҙенсә аңлатҡан булды, – бәлкем, ҡая аҫтында өңө лә барҙыр әле...
– Әһә, ана бит, һин дә ҡайсаҡ арыу ғына фекер әйтеп ҡуяһың, әй! – Башлыҡ уйламағанда шул рәүешле әшнәһенең бәҫен күтәреп ебәрҙе. Баһау хатта үҙен бер иле үҫеп киткән һымаҡ хис итте. 
– Һи-и, Алмас, минең әйткәнде тыңламайҙар ғына. Һүҙҙәремә ҡолаҡ һалған кеше булһамы...
– Стоп! – күрәләтә борсаҡ ярыр­ға тотонған дуҫын башлыҡ йәнә бүлдерә һалды.
– Ни булды тағы? – аптырап киткән Баһау шып туҡтаны.
– Әлегә булманы, – тине Алмас ниндәйҙер мәғәнә менән, – әммә булырға тора...
– Һуң?
– Минең башҡа, беләһеңме, нимә килеп тора?
– Йә.
– Ете төн уртаһында, мәйтәм, тып-тын күл буйын яңғыратып, бер-беребеҙгә исемебеҙ менән ҡысҡырырбыҙмы икән?
– Аңыма барып етмәне...
– Барып етмәһә, төшөндөрәм: беҙгә һәр разведчик, һәр йәшертен эҙәрмән кеүек үк, йәшертен ҡушамат алыу кәрәк. Йәғни – псевдоним.
– Ныу баш үҙеңдә, Алмас!
– Әйтәйек, һин Баһрам булыр­һың, – ҡапыл да илһамланып киткән Алмастың майшәм яҡтыһына күҙҙәре ялтыраны.
– Китсәле, юҡты! – инде осоп китергә әҙер Баһауҙың күтәрелә барған танауы кире төштө лә кәйефе ҡырылды, – ҡалай йәм­һеҙ ҡушамат, бер ҙә ҡолаҡҡа ятмай. 
– Ә һин Баһрамдың ни аңлат­ҡанын беләһеңме һуң?
– Юҡсы... тәү тапҡыр ишет...
– Ана, шул шул. Белгән бул­һаң, бошонмаҫ та инең.
– Ни тигән һүҙ ул?
– Боронғолар һөйләше менән ата-бабалар телен шыпа белмәйһең, дуҫ.
– Һүҙ бик боронғомо? Үҙе шәп һүҙме?
– Һүҙҙең дә ниндәйе! – Алмас юрый туҡтап тора, бармаҡтарын шартылдатып ала ла аҫтыртын йылмая, гүйә, Баһауҙың түҙемлеген һынай.
– Йә, йә! Һуҙма инде-е, – тегеһе хәҙер уның күҙенә инеп килә.
– Баһраммы? Баһрам – ул бөгөнгө Марс планетаһының боронғо атамаһы. – Белмәгәне юҡ инде был Алмастың!
– Шулай уҡмы?! Үәт, әй! – Бер ҡатлы Баһау һоҡланыуын йәшерә алмай. Хәйер, йәшерергә тырышмай ҙа һымаҡ.
– Ул ғына ла түгел әле... – Алмас әҫәрләнеп һүҙен дауам итә, – Баһрам – ул еңеү Аллаһы! 
– Булһын әләйһәң! – Баһау ҡысҡырып уҡ ебәрә.
– Нимә булһын? – Алмастың аңына шунда уҡ барып етмәй.
– Минең йәшертен ҡушамат Баһрам булһын! – урынында ултырып сыҙамаған Баһау һикереп үк тора, – мин риза!
– Хуп, һинән ҡотолдоҡ. Хәҙер инде миңә эҙләйек.
Байтаҡ ваҡыт фекер төйнәп баш ватҡандан һуң әлеге Баһау (хәҙер инде Баһрам) йәнә туп ише ҡаҡлығып төштө. 
– Углерод! – тип һөрән һалды ул, һикереп торған ыңғайы арҡыры эленгән ағасҡа башын төкөнө. – Углерод – һинең ҡушамат.
– Тс-с, шымыраҡ! – һуп бармағын ирененә килтергән Ал­мас көҙөкләнеп тирә-яғына ҡаранды, – артығын шаулама, донъяла оҙон ҡолаҡтар бөтмәгән.
– Һин, Алмас, Углерод булыр­һың, – был юлы Баһау-Баһрам шыбырлап тигәндәй ҡабатланы.
– Ни сәбәптән Углерод? Төшөндөр.
– Гәрәй ағай, алмас тап-таҙа углеродтан тора, тине лә баһа.
Ошо урында Алмас уйға ҡалды, сырайы бер яҡтырҙы, бер ҡомһарылды, йөҙө бер һытылды, бер яҙылды: ысынлап та, шулай ҙа баһа. Шунан:
– Ниңә, һүҙҙәреңдә мәғәнә бар һымаҡ, – тигән икеле-микеле һығымтаға килде, – тик...
– Нимәһе тик?
– Дөм-ҡара күмер ҙә таҙа углеродтан хасил.
– Быныһынан ғына ҙур зыян юҡ, минеңсә. Зату ҡушамат яңғырап тора, малай!
– Ярай, күндерҙең, Углерод икән Углерод булһын.
Ошоноң менән еңелдән булмаған псевдонимдар һайлау ғәмәле тамамланды. Әле генә тыу­ған йәшертен эҙәрмәндәргә инде эшкә тотонһалар ҙа була. Төн уртаһы яҡынлашҡанда Углерод бармаҡтарының ҡабат тоҡандырылған дәртле музыка ыңғайына һелкенеүе һүлпәнәйә барҙы ла, ахырҙа, бөтөнләйгә тынып ҡалды. Ә таушалып бөткән иҫке гәзит бите әкрен-әкрен генә Баһрамдың яҫы битенә ҡап­ланды. Тиҙҙән палатканың беше брезент япмаһын көслө хырылдау тетрәтте: дуҫтар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, әүен баҙарына китте. Буш кәнсиргә ҡуйылған майшәм иреп ағыуға, шуны ғына көткәндәй, палатка эсенә эс бошорғос ҡараңғылыҡ ябырылды. 
Ошо күҙгә төртһәң дә күренмәҫ ҡараңғылыҡта һәрмәнә-һәрмәнә палаткаға берәү инде. Ул тауыш-тын сығармай ғына һағайып торғандан һуң ҡулындағы фонарын ҡабыҙҙы. Ут тәүҙә бер ни белмәй ятҡан Углеродтың йөҙөнә төшһә, һуңынан Баһрам битен ҡаплаған гәзитте яҡтыртты. Инеүсе малайҙарҙы уятмаҡ булып, ҡыштыр ҡағыҙ киҫәген тартып төшөрҙө, фонарын бер яндырҙы, бер һүндерҙе, әммә тегеләре ҡымшанманылар ҙа. Шулай ҙа көслө яҡтылыҡтан Баһауҙың йөҙө сирыла биреп ҡуйҙы: тимәк, уянырға әле өмөт бар.
Фани донъяла ун ике йыл ғүмерен уҙғарырға өлгөргән Баһау – тәбиғәте менән яп-ябай ауыл малайы: бер ҡатлыраҡ, йомшаҡ холоҡло, тиҙ генә ышанып барыусан, йыуантыҡ кәүҙәле һәм тыңлаусан. Тыңлаусан, тиһәк тә, бер тиҫкәреләндеме, алдына сығырмын тимә. Шулай ҙа тоғро дуҫ һәм ышаныслы юлдаш. Дуҫы хаҡына утҡа ла, һыуға ла инергә әҙер. Уҡыуға зирәк кенә, отҡор. Ошоларына өҫтәп, шиғриәткә һәләте бар. Һүҙ көрәштерергә әүәҫ һәм шуның арҡаһында ҡайсаҡ Алмас­тың күңелен ҡырып ҡуя. Ләкин һәр төрлө ҡул эштәренә оҫталығы уның был етешһеҙлеген тулыһынса ҡаплай. Дөйөм алғанда, иптәштәрен Баһауҙың ябай эскерһеҙлеге арбай: уны барыһы ла үҙ итә.
Фонарь тотҡандың боҙ ише һалҡын ҡулдары Баһау-Баһрамдың яланғас балтырына ҡағылды. Бер ҡат гәзит кенә ябынғанлыҡтан, өшөп, былай ҙа ҡырҡҡа бөгәрләнгән малай, һиҫкәнеп, аяғын тартып алды ла йәпһеҙ тибенә ҡуйҙы. Ошонан ҡыҙыҡ тапҡан «боҙ бармаҡ» пырхылдап көлдө лә, барыбер иртән ҡабат кейенәһе, тип өҫ кейемен дә һалмаҫтан иҫһеҙ йоҡлап ятҡан Алмас-Углеродтың ҡайнар муйынына ҡул һыртын тейҙерҙе. Тегеһенең хырылдауы баҫылды, хатта тын алыуҙан да туҡтаны шикелле – шымып ҡалды. Ахыр­ҙа, йоҡоло күҙҙәрен көскә асып, томанлы ҡарашы менән бер һөҙгәндән һуң ҡабыр­ғаһына әйләнеп ятты. Фонарь кинәт һүнде лә шул әҙере ҡабат тоҡанды. Танау аша кеткелдәгән тауыш йәнә ишетелеп китте. Алмас ошонан һуң ғына ҡорт саҡҡан кешеләй һикереп тороп ултырҙы ла мәғәнәһеҙ ҡарашын күҙ сағылдырғыс яҡтылыҡ сығанағына төбәне, әммә ләкин бер ни ҙә күрә алманы. 
– Һин кем? Бында нимә кәрәк? – тине ул, албырғап.
Яуап урынына фонарлы ҡыҙ­ҙар тауышы менән тағы сыр­ҡылданы.
– Төн убыры шикелле нимә ҡарап йөрөйһөң, тием бит? – әкренләп һушын йыя барған малайҙың асыуы килә башланы. 
– Көймә инде, Алмас, – тине яғымлы тауыш, – йоҡлап ҡалаһығыҙ бит, уятырға килдем.
– Уятырға? Кем ҡушты? Нимәгә? – аптырап киткән Алмас ошолай килделе-киттеле һөйләнде.
– Кем дә кем! Аптыраттың да баһа... – Сағыу нурҙар инеүсенең йөҙөн яҡтыртты. Палатка уртаһында ауыҙы ҡолаҡтарына ҡәҙәр йырылған, һәләк ҡәнәғәт ҡиәфәттә... бошмаҫ Ләйлә тора ине. 
– Ә, һинме ни? Йөрөйһөң шунда... сыпраңдап! – уны таныған Алмас ризаһыҙлыҡ белдерҙе, – рәхәтләнеп кенә төнәп ятмай... Нимә кәрәк? Йә, әйт тә...
– Әйттем бит, эҙәрмәндәрҙе уятырға килдем.
– Кемде, кемде? Ниндәй эҙәрмәндәр тағы? – Малай башта үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы. Яңылыш ишетәмдер, тип уйланы ла, ахырҙа, бер нәмә лә белмәгәнгә һалышты, – туҙға яҙмағанды уйлап сығарыу тиһәң, һине ҡуш! Эшһеҙ энәғараҡ!
– Энәғараҡ?! – әлеге яман ҡушаматҡа Ләйләнең һис кенә лә хәтере ҡалманы, киреһенсә, хатта ҡыуанып китте шикелле, – Энәғараҡ! Бына ла баһа, миңә лә ҡушамат табылды. Ҡайһылай йәтеш килеп сыҡты, ә! Үҙе матур, үҙе яңғырауыҡлы.
Палатка тултырып осонған ҡыҙға ҡарап ултырған Алмас әсенеп йоҙроғон төйнәне лә: «Ызначит, Ғәҙел, асыҡ ауыҙ, һүҙендә тормаған! Ошо остоҡҡа барыһын да һүҙмә-һүҙ һөйләп биргән. Тапҡан бит әле ышаныр кешеһен дә, хәсис. Ух, бер тап булырһың булыуын! Мин һине... – тип эстән ярһыны. Шунан кинәт кенә был уйынан кире ҡайтты, – туҡта, туҡта! Ҡушамат эҙләгәндә, унан алда ла, Ғәҙел булманы ла баһа. Икәү-ара һөйләшкәнде ишетмәне... Әһә! Тимәк, Энәғараҡ! Ул! Бары ул ғына! Аҫтыртын рәүештә тыңлап тор­ған! Нисек намыҫы еткән, ә?!». Ошо урында башлыҡтың Ғәҙелгә тәғәйенләп төйнәлгән йоҙроҡтары яҙылды ла осҡон сәскән күҙҙәре ҡыҙҙы өтөп алды. Шулай ҙа ул эсендә ҡайнаған асыуын баҫыр көс тапты һәм битараф ҡыланып:
– Әллә нимәләр һөйләп, башты ҡатыраһың, Ләйлә, – тип бор­ғаланған булды, – ниндәй йәшертен ҡушамат ул? Ҡайһы эҙәрмәндәр? Ҡуй юҡты... Мин бер нәмә лә белмәйем.

Әммә теле шулай тиһә лә, үҙенең яһалма ҡыланышы килеп сыҡманы. 
– Ярар инде, әртисләнмә! Алдаша белмәгән көйөнсә... – Ләйләнең тауышы тыныс һәм яғымлы, – миңә барыһы ла билдәле, Алмас. 
– Ҡайҙан?.. – Ҡапыл-ҡара тотлоғоп ҡалған малай артабан ни әйтергә белмәгән һымаҡ тағы ҡабатлап ҡырт киҫте, – нимәһенә баянан бирле башты бутай­һың әле? Йомошоңдо йомошла ла бар, йөрөмә йоҡо бүлдереп.
– Улай тимә әле... Углерод, – тине хәйлә менән тауышын баҫа төшкән ҡыҙ.
– Ә?! – Алмас ошо урында шаҡ ҡатты ла ҡуйҙы. 
– Бүлдермәй генә тыңла, тим... 
– Һин беҙҙең арттан күҙәтеп йөрөйһөңмө әллә? Әйт, кем ҡотортто? – Ләйләнең беләгенән эләктереп алған Алмас уны ҡыуып сығармаҡсы итте. – Шпионка! Һөмһөҙ шымсы! – хәйер, ҡыуалап ебәргән хәлдә, үс итеп, серҙе барыһына таратасаҡ, – тип уйланы үҙе, – асылыр­ға ла ҡуйырға инде әллә...
Етәкләшкән икәү күпмелер ваҡытҡа ҡатып ҡалдылар ҙа бер-береһенең күҙҙәренә баҡҡан көйө торҙолар: былай арыу ғына ҡыҙ күренә лә баһа бошмаҫ Ләйлә. Бик һөйкөмлө, матурлыҡ яғынан да һуңғы урында түгел, үҙе ҡыйыу ҙа. Разведчиктарға ундай ҡыҙҙар кәрәк саҡта күп ярҙам иткән...
– Йә, минән һиңә нимә кәрәк? – Ошо уйҙарынан һыуына төшкән Алмас йомшарҙы.
– Бына быныһы, исмаһам, егеттәрсә! – Ләйләнең дә тауышы шунда уҡ татлыланды, ә инде үҙе йылмайып та ебәргәйне, элеккенән да матурыраҡ булып күренде, – мине лә алығыҙ, үкенмәҫһегеҙ, – тип ялбарғандай итте ул. Алмас, ирекһеҙҙән, хатта көлөмһөрәп ҡуйҙы. Шулай ҙа һынамаҡҡа:
– Ҡыҙҙарҙың ауыҙында сер торамы? – тигән булды.
– Уларҙың да төрлөһө була, – Ләйлә лайыҡлы рәүештә кире ҡаҡты.
Алдында торған терәпес ҡыҙ менән һүҙ көрәштереүҙең фай­ҙаһыҙ икәнлеген төшөнә барған Алмас икеле-микеле һөйләнде:
– Бындай эште үҙем генә хәл итә алмайым. Кәңәшләшергә кәрәк...
– Уят Баһрамды, һөйләшегеҙ. Һеҙгә кем ҡамасаулай?
– Быныһына ҡәҙәре беләһең, – тип ғәжәпләнгән малай мәғәнәле итеп баш сайҡаны, – тор, Баһау! Ваҡыт.
Таңғы йоҡоһо мәл­һеҙ бүленгән Баһрам – Еңеү Аллаһы – йомарланып бөткән гәзитте ҡыштырлата-ҡыштырлата көслөк менән тороп ултырҙы ла шешмәкләнгән күҙ­ҙәрендә төйөлөп тор­ған йоҡоно йоҙроҡтары ярҙамында ҡыуырға тырышты. Ахыр­ҙа, кирелеп-һуҙылып алғандан һуң, күтәрелеп ҡарамайынса оло ризаһыҙлыҡ менән танау аҫтынан мы­ғырҙаны:
– Их, ниндәй төштө өҙҙөрөп, әрәм иттең, хур ҡыҙын үбәм, тип торғанда ғына... 
Бошмаҫ Ләйлә хихылдап көлдө.
– Уян, егет аҡтығы! – Алмас уның ҡабырғаһына ныҡ ҡына итеп төрттө лә эйәге менән Энәғараҡҡа ымланы, – бына бында тора ул хур ҡыҙы. Төштөң дә ниндәйе бит әле.
– Ә, нимә тинең? – һиҫкәнеп киткән Баһау ян-яғына ҡаранды, – ба, Ләйлә! – ҡаштары юғары сөйөлгән малайҙың ауыҙы ярым асыҡ көйө ҡалды. – Һин... Һин нимә ҡарайһың беҙҙең ҡыуышта?
– Бына эҙәрмәндәр түңәрәгенә яҙылырға, тип килдем, – ҡыҙ ихлас көлдө. Был юлы айырата матур һәм күңелгә ятышлы яңғыратты. Талапсан Алмасҡа ул торған һайын нығыраҡ оҡшай бара һымаҡ... 
– Ни һөйләй ул, Алмас? – Баһау аптырап киткән кеше булды, әммә яһалма ҡыланышы килеп сыҡманы. 
– Ҡолаҡтарың ни ишетә – шуны, – тегеһе ҡоро ғына яуап бирҙе, – йәшереп маташма, уҫал Баһрам, ул беҙҙең серҙәр­ҙе белә. Барыһын да. 
– Ҡайҙан? Нисек итеп?
– Тыңлап торған...
– У-ух, тәрбиәһеҙ!
– Ярай, ҡыйыу Баһрам, уныһы булған да бөткән. Әле Ләйлә үҙен беҙҙең төркөмгә алыуҙы һорай, – ошо урында Алмас Баһауҙы бөтөнләйгә шаңҡытты. 
Бер нәмәгә иҫе китмәҫ Еңеү Аллаһы, күҙҙәрен кепесләтеп, бер Алмасҡа, бер Ләйләгә ҡараны. Уның һорау тулы ҡарашы: «Шунан, һин нисегерәк хәл иттең һуң?» – ти ине, ә теле: 
– Ҡыҙҙар ҡатнашҡан эш уңмай бит ул, – тигән булды. Йәнәһе, һүҙ юҡта һүҙ булһын.
– Ҡыҙҙар араһында ла төрлөһө була, – Алмас Ләйләнең һүҙҙәрен ҡабатланы, – йәғни бөтә ҡыҙҙар ҙа бер иш түгел...
Углерод әйтергә теләгәнен аҙағынаса еткереп бөтөрмәһә лә, теге икәү уның тел төбөн шунда уҡ аңлап алды: тимәк, Ләйләне һыйындырырға ул риза. 
– Киттекме тәүге һынауға! – ташып килгән шатлығын тыйып тора алмаған ҡыҙ хатта һикерәңләп алды. Эй, ошо остоҡтар­ҙы...
– Әйткәндәй, беҙҙең серҙе башҡа бер кемгә лә һөйләмәгәнһеңдер? – Алмас һаман төпсөндө. Эҙәрмән кеше шулай ныҡыш булырға тейеш. 
– Юҡсы, кемгә һөйләйем, ти? – Ләйлә Әлсинәгә асыла биргәнен әйтеп еткермәне. 
– Һөйләмәҫкә һүҙ бир. 
– Шулай уҡмы ни?.. Антым-шинтым! Икмәк өҫтө бына... 
– Подпольный ҡушаматың... – Баһрам уйланып торҙо.
– Энағараҡ ул, – Углерод уға ярҙамға килде. 
– Булһын әйҙә! 
Өс йәш эҙәрмән ҙур тәүәккәллек менән төн ҡосағына инеп юғалды. Улар, иңдәрен иңгә терәшкән көйө бер ҡатарҙан булып, Илекосҡан ҡаяһы тарафтарына, һәр төрлө мажаралар менән тулы билдәһеҙлеккә, табан атланы. 

Йоҡоһоҙ төн

Тиңе булмаған ҡаһарманлыҡтар менән һушты алырлыҡ бөйөк эштәр хаҡында йылы өйҙә йәиһә палатка ышығында һөйләнеп-хыялланып ултырыуы ғына рәхәт икән ул. 
Ә дөм ҡара шыҡһыҙ төндә бил­дәһеҙ ялмауыҙ – аждаһаны эҙләп барыуы-ы... Бр-р-р... Һине һәр ҡыштырлау һиҫкәнергә мәжбүр итһә, былай ҙа өлпөлдәп кенә торған йөрәгеңде ҡабындырып, һәр ауазы тертләтә, һәр күренгән ҡарайсыҡ-шәүлә әллә ниндәй яман һәм ҡурҡыныс, хатта ер йөҙөндә булмаған ҡарасҡы ише күренә. Һин үҙеңде ҡайҙалыр, ҡот осҡос януарҙар илендә йөрөп ятҡан кеүек тоя башлай­һың. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, тип тиккә генә әйтмәйҙәрҙер инде ул.
Тик нисек кенә ҡурҡыныс булмаһын, өс эҙәрмәндең береһенең дә башҡалары алдында ҡуян йөрәкле өрәк булып күренгеһе лә, ошо иләмһеҙ ҡушаматты алғыһы ла килеп тормай. Шуның өсөн әлеге юлға үҙ теләгең менән сыҡҡас, ни хәл итмәк: барыһына ла күнергә һәм түҙергә кәрәк. 
Малайҙарҙың айырыуса Ләйлә алдында көлкөгә ҡалып, мәсхәрәгә тарыйһы килмәй. Берәй уйламаған нәмәнән шыр ебәр­һәң, ояты ни тора! «Файҙаң да күренмәгән, шул уҡ ваҡытта зыяның да теймәгән Энәғараҡ бул­һаң да, беҙгә килеп йәтеш иттең әле, – тип үҙ алдына фекер йөрөтә Алмас-Углерод шым ғына атлап барышлай, – һин барын­да нисектер ышаныслыраҡ һымаҡ, күңел дә тынысыраҡ, яң­ғыҙың саҡта баҫмаҡлап килгән шик-шөбһәләрең дә ситкә тайпыла һәм хатта төн һалҡынлығы ла беленмәй ҙә баһа. Эйе, ҡыҙ­ҙар алдында ниндәйҙер батырлыҡ ҡылаһы, шаҡ ҡатырғыс асыштар яһайһы килә лә тора бит ул. Бигерәк тә уларҙың ҡай­һыһылыр бер сама оҡшаған мәлдә...»
– Килеп еттек, буғай, – Баһрамдың һаҡ ҡына шыбырлауы татлы уйҙарҙы бүлде. 
– Фонарҙарҙы яҡтыртмағыҙ! – Башлыҡ йәнә бер тапҡыр киҫәтеп ҡуйыуҙы кәрәк тапты. 
Эҙәрмәндәр төркөмө электән таныш, ышыҡланыр өсөн һәләк йәтеш һәм уңайлы урынға инеп сумды. Төнгө тынлыҡҡа ҡолаҡ һала-һала, яҙа-йоҙа ғына төҫмөрләнгән күл көҙгөһөн күҙәтеп байтаҡ ваҡыт ятһалар ҙа, иғтибарҙы йәлеп итерҙәй шикле тауыш та ишетелмәне, бер хәрәкәт тә тойолманы. Ҡайҙалыр алыҫта-алыҫта, был урындан күренмәгән ҡулҡы эсендә, ишен юғалт­ҡан саҡтың ҡысҡырғаны ғына ҡолаҡҡа салынып ҡуя. Уның саҡырыуы шул тиклем һағышлы, хатта йөрәктәр әрнеп китә. Ҡоштарҙың башҡалары тынып ҡал­ған, тирә-йүндә һиллек хөкөм һөрә. Баш осонда ғына һымаҡ меңәрләгән йондоҙ-ынйылар емелдәшә. Шулар араһында, ана, Марс планетаһы ла бар. Ул тегеләре кеүек емелдәмәй ҙә, Баһауға ҡарап күҙ ҙә ҡыҫмай. Һалҡын ҡарашын эҙәрмәндәргә төбәгән дә ҡатҡан да ҡалған. Марс – Баһауҙың йондоҙо – ерҙә булып ятҡандарҙың һәммәһенә битараф... 
– Баһрам, тием, – ишетелер-ишетелмәҫ кенә Углерод шыбырлай икән.
– Әү, – бар донъяһын онотоп, ҡыҙыл планетаға мөкиббән киткән Баһрам да шулай уҡ шым ғына яуап ҡайтара. 
– Нимә, йоҡо баҫамы әллә?
– Юҡсы... юҡ һымаҡ... 
– Беләһеңме, ошо ҡая ни өсөн Илекосҡан тип атала? – Углерод көтөлмәгән һәм әлеге эштәренә бөтөнләй ҡағылышы булмаған һорау бирә. 
– Белмәйем, ә ни өсөн?
– Ул сағында тыңла... 
– Сеү! Шымығыҙ! – Энәғараҡ асыулана биреп, малайҙарҙы бүлдерә, – онотмағыҙ, төнгө тауыш әллә ҡайҙарҙан ишетелә. Һаҡ бит ул төн ҡолағы. 
Шулай итеп, Баһрам өсөн мәш­һүр ҡая атамаһының килеп сығыу тарихы билдәһеҙ ваҡытҡа сер булып ҡалыуын дауам итә. 
Йәнә эс бошорғос тынлыҡ. Ошо шомло тынлыҡта хатта йөрәктәрҙең тибеше ап-асыҡ ишетелеп ҡалғандай: дөңк... дөңк... дөңк... Тағы ла һыу сәпелдәтеп балыҡ ҡарпығаны, өҙлөкһөҙ саҡ ҡысҡырыуы... 
– Әй, һеҙ, йоҡо сүлмәктәре! – Һәр саҡ уяу Энәғараҡ ни аралалыр ойоп киткән малайҙарҙы төрткөсләне, – таң яҡынлаша, лагерға ҡайтырға ваҡыт. 
Башлыҡ булараҡ, Углеродҡа уңайһыҙ һымаҡ: ошолайтып ҡыҙҙар алдында йоҡлап ятсы әле. Ә Баһрам ыжлап та бирмәй. Әйтерһең дә, шулай тейеш, Энәғараҡ уларҙы мотлаҡ уятып торорға бурыслы. 
Бөгөнгө уңышҡа өмөттәрен өҙгән эҙәрмәндәр кирелә-һуҙыла һалҡын таш өҫтөнә ятып ҡат­ҡан һөйәктәрен бер аҙ ғына яҙғандан һуң, ҡайтыр яҡҡа ың­ғайларға торалар ине инде, Углеродтың еңенән тартҡан Энәғараҡ: 
– Ишетәһегеҙме, малайҙар? – тип шыбырланы. 
Һаҡҡолаҡ ҡыҙҙың көҙөкләнеүе бушҡа түгел ине: ысынлап та, ҡайҙалыр ҡая аҫтында, тап улар баҫҡан тәңгәлдә, оҙайлы һыу шаптырлағаны, нимәнеңдер тоноҡ дөмбөрҙәп киткәне ишетелеп торҙо. Әлеге сәйер ҙә, серле лә тауыштарҙы өсөһө лә ап-асыҡ ишетте. Күҙҙәрҙә төйөлөп торған бәйләнсек йоҡоноң осмото ла ҡалманы: нимә булыуы мөмкин бының? Өшөгән тәндәр­ҙе дерелдәтеп, тамыр буйҙарынан ҡайнар тулҡын үтте лә хатта эҫе һымаҡ булып китте. 
Теге ышыҡ урындарына шыпырт ҡына кире инеп ята һалдылар ҙа йәнә көтә башланылар. Хәҙер инде көтөүе баяғы һымаҡ йөҙәткес тә, ялҡытҡыс та түгел. Быныһы – уңыш көҫәп татлы өмөт аша көтөү. Әммә ләкин күңелдәре урынынан ҡупҡан үҫмерҙәр күпме генә ятмаһын, бая ишетелгән серле тауыштар ҡабатланманы. 
– Ауға сыҡҡан ҡама булды, күрәһең, – Углерод үҙенсә фараз ҡылды. 
– Ҡама һыуҙы шул ҡәҙәре үк шаптырлата аламы икән? – Баһрам, ғәҙәтенсә, икеләнеү белдерҙе, – ай-һай, оҡшамаған. 
– Эйе, һин ниндәйҙер кимәлдә хаҡлы, был берәй дәү йәнлек йәиһә кеше булғандыр. 
– Кеше? – Баһрам ҡабатлап һораны, – таң атып килгәндә?
– Мин дә шулайҙыр, тип уйла­йым, – ошоғаса өндәшмәгән Энә­ғараҡ та һүҙгә ҡушылды, – ишкәк тауышына оҡшаттым мин уны. 
– Ә дөмбөрләп киткәне?
– Уныһы ла – кәмәгә һуғылған ишкәк.
Һәр ҡайһыһы үҙ уйҙарына сумды ла, ниҙер көткән кеүек, оҙаҡ ҡына өндәшмәй яттылар. 
– Йә, ярай, әйҙәгеҙ, ҡайтыу яғы­на ыңғайлайыҡ, – оҙайлы тынлыҡты хужаларса өндәшкән Энәғараҡ боҙҙо. 
– Шулай, подъёмға саҡлы бер аҙ баш терәп алмай булмаҫ, – йонсоуы йөҙөнә сыҡҡан Баһрам урынынан торҙо ла турайып өҫ-башын ҡағыштырҙы. Углеродтың: 
– Нисек, ҡаһарман эҙәрмәндәр, кискә тағы киләбеҙме? – тип ҡыҙыҡһыныуына яуап биреүсе булманы. 
Ашыҡмай ғына лагерға ҡарап атланылар.
– Былай бармай, малайҙар, – Энәғараҡ юл ыңғайы үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ әйтеп ҡуйҙы. Ә бына нимәнең бармағанлығын белеү өсөн малайҙарға оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Барыбер белә алманылар. Сабыр яғы самалыраҡ Баһрам, ниһайәт, түҙмәне: 
– Башлағаныңды әйтеп бөтөр инде, Энәғараҡ, – тине ул ҡыҙға үпкәләгәндәй.
– Башлаған һүҙемдең аҙағы шул: былайтып өшөй-ҡата ҡаҡ таш өҫтөндә ҡалтыранып ятыу ярамаҫ. Баш осона ҡыйыҡ кәрәк. 
– Йәғни, мәҫәлән, ҡыуыш ҡороп алырға, тиһеңме? Шәп булыр ине, ә! – Баһрам малайҙарса ҡанатланып уҡ китте. 
– Ә ниңә, был эште бөгөн үк тормошҡа ашырып ҡуйырға була, – Углерод та шунда уҡ ризалыҡ бирҙе, – Ләй... Энәғараҡ раҫ – ҡыйыҡ ҡыйыҡ булыр әле. 
Йоҡоһоҙ төн уҙғарған эҙәрмәндәргә лагерҙа ла оҙон-оҙаҡ йоҡлап ятырға насип булманы. Баштары мендәргә әллә тейеп өлгөрҙө, әллә юҡ – тын күл буйын һиҫкәндереп, «подъём!» фарманы яңғырап китте лә артынса булмай таң әтәсе кеүек соролдаған борғоноң әсе тауышы ишетелде. Малайҙар һәм ҡыҙҙар күтәренке кәйеф менән, күңелле шаулашып, саф һауаға иртәнге физзарядка урынына һибелде. 
Ләйлә нисектер, ә бына Алмас менән Баһауҙың бөгөн эшләгәне эш, ашағаны аш булманы. Йоҡо туймағанлығы үҙен ныҡ һиҙҙерә. Тубал ише булған баш эшләмәһә, аяҡ-ҡулдар ҙа тыңламай икән ул. Өҫтәүенә, йөрәк тә әлһерәп тик тора. Ҡыҫҡаһы, дөйөм хәлһеҙлек йонсота ғына. Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигән һымаҡ, ошоларына ҡушылып, көнө эҫе һәм ғәжәп томра. Аяуһыҙ ҡыҙ­ҙырған ҡояшы өтөп барһа, ҡайнар һауаһы тынды ҡура. 
Элек һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә йөрөгән малайҙарҙың әле эштәре шыпа ырамағанын тәжрибәле Гәрәй ағай, әлбиттә, һиҙмәй ҡалманы. Айырылмаҫ әшнәләр янынан үткән һайын:
– Һеҙгә ни булған әле, егеттәр? – тип ҡат-ҡат ҡыҙыҡһынды, – кәйефегеҙ ҙә юҡ һымаҡ, эшегеҙ ҙә бармай.

– Бер ни ҙә, ағай! – тертләп киткән малайҙар икеһе бер юлы яуап бирҙе, – көн яманы шулай баҫалыр ул. 
Мыштым ғына ситтән ҡарап торған Ғәҙел аҫтыртын көлөм­һөрәне.
– Йә, ни сәбәптән ҡалышабыҙ бөгөн? – тип Гәрәй ағай ныҡышыуын белде.
– Ә-ә, ней... теге... – Артта ҡалыуҙарының сәбәбен әйтә алмаған Алмас ыҡ-мыҡ килеп этенеп-төртөндө, – насар йоҡланды шәт. Яңы урынға күнегеп алғансы... 
– Эйе шул. Өҫтәүенә, серәкәй менән ләпәге мыжғып тора, – Баһау уны ямай һалып ебәрҙе, – серәкәй талағанда йоҡоң йоҡо буламы? 
– Палаткаға ҡыҙыҡмағыҙ, тип әйтмәнемме мин һеҙгә?
– Иҫкәрткәйнегеҙ ҙә ул...
– Белдегеҙ инде, палаткала ятырға әле иртәрәк. Төндәр һал­ҡын бул­һа, уҫал серәкәйе менән ләпәге көслө. Етмәһә, ҡалын юрғандар юҡ бит, – төнгө серҙәр хаҡында бер ни белмәгән ағай­ҙары дуҫтарҙың һеңгәҙәшеп йөрөү сәбәбен шулай үҙенсә юраны, – ярай, бөгөн ятаҡта ҡуныр­һығыҙ. Унда йылы, бөжәктәр ҙә юҡ. 
Быныһы тик тормаған телдә бә­лә бар, тигән һымаҡ килеп сыҡты ла ҡуйҙы ла баһа. Ятаҡтағы күмәк кеше араһынан һиҙ­ҙермәйсә генә сығып шылыуы еңелдән булмаясаҡ. Ә Гәрәй ағайҙы әйткән һүҙенән кире ҡайтарыуы, ай-һай! Былай булғас, ятаҡҡа инеп бикләнмәҫ өсөн яңы һылтау эҙләргә тура килә. Баһау:
– Ағай, кеше барҙа һис йоҡлап китә алмайым бит әле, берҙән, тынсыулыҡ йәнде иҙә, икенсенән, хырылдаша башлаһалармы... 
– Минең дә хәлдәр шул сама, – Алмас та һылтауын тиҙ тапты, – өҫтәүенә, тир еҫенә көслө аллергия... 
– Шулай уҡмы ни? Аллергия – ул яман нәмә, – малайҙарҙың хәйләһен һиҙеп алған ағайҙары кеткелдәп көлдө, – эҙләһәң, һыныҡҡа һылтауы табыла инде ул... 
– Юҡ, юҡ, һис тә улай түгел!..
– Беҙ һылтау эҙләмәйбеҙ, ысыны шул...
Күңеле күтәрелеп киткән Гәрәй Ғирфан улы кемуҙарҙан аҡланырға тотонған Баһау менән Алмасты бүлдерҙе: 
– Ярай, ярай, тынысланығыҙ. Шаяртам ғына. Ятығыҙ, әйҙә, палаткағыҙҙа, ҡаршы түгелмен, – тип ихлас йылмайҙы ул, – үҙемдең дә шуҡ малай саҡ булды, шуға күрә аңлайым мин һеҙҙе, ирек яратҡан шилмаларҙы. 
Бала йәнле, шунлыҡтан бер ҡатлыраҡ Гәрәй ағайҙарын анһат ҡына ышан­дыра алыу­ҙарына эстән ҡыуанған эҙәрмәндәр иркен тын алды. 

Ғәҙел ғәҙеллек яҡлы

Эш көнө осланыу менән шау-гөр килеп өймәкләшкән уҡыусылар Ҡыҙҙар ҡомлоғо тип атал­ған урынға һыу инергә китте. Ә тамам хәлдән тайған Алмас менән Баһау палаткаларында ятып ҡалды. Күмәк ғәм араһында, бошмаҫ Ләйләнән башҡа, уларҙың юҡлығын шәйләүсе лә табылманы. 
Отбой аҙағынан урындарына инеп ятыуҙары булды, шыпырт ҡына баҫҡан кемдер палаткаларына яҡынлашты. Ул икеләнгән һымаҡ ябыу алдында туҡтап торҙо.
– Энәғараҡ, һинме? – тип шыбырланы ысыҡлы оҙон үләнде ҡыштырлатып килгән аяҡ тауыштарын асыҡ ишеткән Баһау. 
– Тағы аңдыймы әллә, шайтан ҡыҙыҡай! – Алмастың сырайы һытылды, – унан хәҙер бер серебеҙ ҙә юҡ та баһа, нимәһенә остандай икән?
– Эйе шул... Ҡыҙҙар ул алдарына алғанын ҡуймаҫ.
Баһрамдың шулай тиеүе булды, палатка ябыуы әкрен генә асыла бирҙе лә, дуҫтар фаразына яуап иткәндәй, һуҡыр шәм яҡтыһында... Ғәҙелдең ерән башы күренде. Шул башта баҙлап янған ике асыҡ зәңгәр күҙ: «Һеҙҙең янға мөмкинме?» – тигән һымаҡ ялбара ине. Углерод менән Баһрам сәйерһенеп, бер-береһенә ҡарашты. 
– Ни йомош, арҡыры баш? – Углерод шунда уҡ өҫтөнлөктө үҙ ҡулына алырға ашыҡты.
– Әле кисә генә дуҫтар кәрәкмәй ине, бөгөн ни борсой һине? – Баһрам һамаҡ менән төрттөрөп тә алды. 
– Ингәс, әйтермен, – ҡуйылған һорауҙарға яуап биреп тә тормаған Ғәҙел эскә атланы, – иркен урынлашҡанһығыҙ, әй.
– Ҡабатлап әйтәм: беҙҙән һиңә ни кәрәк? – Ныҡыш башлыҡ был юлы ҡырыҫыраҡ та, ҡатыраҡ та өндәште.
– Мин... – палатка уртаһында шып туҡтаған Ғәҙел әйтер һүҙен әйтә алмайса тапанып торҙо, – мин кисәге өсөн ғәфү үтенергә килдем. 
– Ғәфү үтенергә? – Углерод аптырап киткән булды, – һин шундайына ла һәләтлеме ни?
– Ә ниңә, мәлендә хатаңды та­ный белеү – үҙе егетлек, – Баһрам Ғәҙелдең хәленә керҙе.
– Ҡыҫҡаһы, арағыҙға кире алыуығыҙҙы һорайым. Юҡ, үтенәм, – яҡлау тойған Ғәҙел бермә-бер ҡыйыулана төштө. 
– Ба! Беҙҙең юҡ-бар шөғөлгә ышанаһыңмы? – Углерод яһалма ҡылансыҡланды.
– Ғәҙел дуҫ, аңла, беҙгә үҙ эше­нә ныҡ ышанғандар ғына кәрәк, – «ышанғандар» һүҙенә баҫым яһаған Баһрам был юлы етди һөйләште.
– Әйттем бит инде, кисерегеҙ, тип, – төшөнкөлөккә бирелә бар­ған Ғәҙел ялбарғандай итте. Уның хатта тауышы ҡалтыранып ҡуйҙы.
– Бер-ике көндән кире уйламаҫһыңмы һуң?
– Юҡ! Бына...
Ауыр һәм оҙайлы тынлыҡ урынлашты. Теге икәү башлыҡтың ни әйтерен көтһә, ә ул уйлай. Тулҡынланыуҙың сигенә сыҡҡан Ғәҙелдең танау һыҙғыртып мышнағаны ғына ишетелә. 
– Йә, Баһау – Еңеү Аллаһы, ҡат һүҙеңде: алабыҙмы, юҡмы был тиҫкәрене? – тегеләргә ҡарамай ғына һөйләшкән Углерод ошондай һорау ҡуйҙы.
– Барыһы һинең ихтыярҙа, башлыҡ, – һорауҙың тәғәйен үҙенә бирелгәнен шунда уҡ аңлап алған Баһрам башлыҡтың дәрәжәһен күтәреп ебәрҙе, – һинең һүҙ – һуңғыһы.
– Алмаһаң, йәл, алһаң... – тегеһе нимәнәндер ерәнгән һымаҡ әйтеп ҡуйҙы.
– Әпәт һатмаҫ, тимә, – Углеродтың башлағанын йәтеш кенә итеп Баһрам ослап ҡуйҙы. Башлыҡҡа ризалыҡ белдереп, баш ҡағаһы ғына ҡалды. 
Шул рәүешле Ғәҙелдең һатлыҡ йәнен байтаҡ ҡына үртәнеләр. Илар сиккә еткән тиҫкәре ихласлап инәлергә тотондо:
– Алдашмам, һатмам, хыянат та итмәм, малайҙар! Һүҙ бирәм, – ул инде юрый ҡыланған дуҫтары алдында тубыҡланырға әҙер ине. 
– Тағы бер һорау тыуып тора: әйт әле, ни сәбәптән беҙҙең араға шул тиклем атлығаһың? – Углерод ныҡ ҡыҙыҡһынып, тер­һәгенә таянды, – беҙ һине ҡоймаҡ бешереп көтә, тип уйламайһыңдыр бит?
– Аждаһа – ысынбарлыҡ, малайҙар.
– Китсәле-е! – Баһрам хихылдап көлөргә тотондо, – кисә генә сәпсим икенсе төрлө һөйләй инең... 
– Кисә әле мин уның эҙҙәрен күрмәгән инем, ә бөгөн...
Ғәҙелдең ошо көтөлмәгән хәбәренән Углерод менән Баһау телдән яҙҙы ла ҡуйҙы. Уларҙың ҡолаҡтары «ҡарп» итһә, күҙҙәре селт-селт йомолоп алды: ысынды һөйләйме был арҡыры, әллә тағы үҙен төркөмгә алһындар өсөн генә тырышып ятамы? Шулай ҙа алдарында торған Ғәҙелгә ҡарата асыҡтан-асыҡ ғәҙел­һеҙ ҡыланыштары менән яһалма битарафлыҡтары күҙ асып йом­ған арала, ҡул менән һыпырып алғандай, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. 
– Һыу инә барғанда Ҡыҙҙар ҡомлоғонда күрҙек эҙҙәрен. Уҫлаптайҙар! – Ғәҙел дөрләй башлаған утҡа йәпле генә итеп кәрәсин һипте. 
– Ысынмы?! – тип тегеләр икеһе бер юлы тороп ултырҙы.
– Ант килтергәндән һуң күрәләтә алдашып тормам инде. 
– Кем-кем күрҙе? – тип көтөлмәгән яңылыҡтан ҡомары ҡуҙғалған Углерод төпсөнөргә тотондо, – әллә бөтәһе ләме? 
– Бөтәһе үк түгел... 
– Энә... әй, Ләйлә ләме?
– Әлбиттә. Иң элек ул инде, – Ғәҙел осоноп уҡ китте. – Бына һеҙҙе күреп торған кеүек күрҙек уларҙы, яп-яҡындан. 
– Ана бит, ә һин ағайыңдарға ышанмай инең, – Баһрам тантана итте.
– Һы, унда бит әле үҙ күҙҙәребеҙ менән күрмәгән инек. Ә бая хатта үлсәп ҡараныҡ.
– Шунан? – Углерод бөтөнләй ярһыны: бына-бына осоп китә инде!
– Аҙымдарының оҙонлоғомо, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, ике-өс метр самаһы бар! – Ғәҙел, дауыл көндө ыҙалыҡ менән тоҡандырылған утты һүндермәҫкә тырышҡан кешеләй ҡыланып, һаман ҡыҙа барҙы: торған һайын ҡыҙыҡлыраҡ итеп һөйләй һәм шул рәүешле дуҫтары күңеленә сәм һала, – ҡорһағы менән ҡомдо һөрөп барған, ҡамыштарҙы ергә һылап ҡуйған... 
– Бына был, исмаһам, асыш! – Баһрам шаҡ ҡатһа, кинәт һүрелә төшкән Углерод елкәһен тырнап ҡуйҙы:
– Ул ниндәй аждаһа икән? Атлап йөрөгән?..
Хәҙер инде Ғәҙел ҡатып ҡалды. 
– Раҫ! Аждаһалар шыуышып ҡына йөрөй ала, – Баһрам башлыҡты яҡлаша һалды.
– Бәлкем, ул динозавр эҙе бул­ғандыр? – Углерод кинәйә менән йылмайҙы. 
Ә Баһрам:
– Ысынлап та, шаштыраһыңдыр ул, әй, – тип икеләнеү белдерҙе, – беҙҙең араға инеп алыу өсөн генә...
– Һуң, үҙ күҙҙәрем менән күргәнде әйтәм бит! – тип хурлыҡҡа ҡала барған Ғәҙелдең йәне көйә башланы, – тәпәй эҙҙәре лә бар, шыуышып та йөрөгән. Тура ҡарап, ҡыйышты һөйләп торорға, мине кем, тип беләһегеҙ?
– Хуп, ышандырҙың, ти. Шулай ҙа һинең яҙмыш хәҙер Ләйлә ҡулында, – башлыҡ ҡул ишараһы менән бәхәскә сик ҡуйҙы, – ул килһен дә. 
– Ә нилектән тап уның ҡулында? – тип ҡыҙҙар заты менән ҙур татыулығы булмаған Ғәҙел аптырап китте. 
– Ә шунлыҡтан, сөнки ул – беҙҙең эҙәрмәндәр төркөмө ағзаһы.
– Ағза? Ҡыҙ кешеме?
– Ҡыҙ булһа һуң? Уның ҡарауы, Ләйлә ҡайһы бер малай йораттарына ҡарағанда ышаныслыраҡ та, ҡыйыуыраҡ та. Күпкә.
Ҡыҙарынып киткән Ғәҙел өндәшмәй генә башын эйҙе: дөрөҫө шул да баһа.
Ошо мәл палатканың тыш яғына кемдер ҡағылып уҙҙы ла, килеп тыуған киҫкен хәлде йомшартып, бошмаҫ Ләйләнең яғымлы тауышы ишетелде: 
– Малайҙар, һеҙҙең янығыҙға рөхсәтме? 
– Ана, тәрбиәле кешеләр нисек итә, – Баһрам Ғәҙелгә төбәп өндәште.
– Әйҙә, пажалыста, – тип башлыҡ Энәғараҡҡа инергә ризалыҡ бирҙе.
– Баянан бирле көтәбеҙ һине, – Баһрам йәнә һүҙһеҙ ҡалманы. 
Ләйлә килеп күренеү менән малайҙарҙың кәйефе күтәрелеп китте. 
– Хәйерле кис! Йоҡламаған­һығыҙ икән, ҡалай һәйбәт булды әле, – татылдай-татылдай малайҙарса кейенгән Энәғараҡ килеп инде, – әһә, ҡунаҡ та бар түгелме? Ә мин дежурҙа тотҡарланып киттем. 
– Ул ҡунаҡ булып түгел, Ләйлә, ә ғариза тотоп килгән, – башлыҡ мәғәнәле итеп көлөмһөрәп ҡуй­ҙы, – дуҫтары яңынан иҫенә төшкән.
– Ана нисек!
– Алдашмаһа, теге ғифриттең эҙҙәрен күрҙек, тип тора.
– Әллә ысынды, әллә бушты һөйләй.
– Күрҙек шул, – тине Энәғараҡ иҫе китмәй генә, әйтерһең дә, аждаһа эҙе – кәзә юлы, аяҡ аҫтында көн дә күренеп ята. 
– Шунан?
– Уҫлаптайҙар. Бына ошо сама бар, – Ләйлә ҡоласын йәйеп күр­һәтте, – әлеге заманда Ер йөҙөндә йән эйәһенең ундайы юҡтыр, тиһәм. Өйрәк тәпәйе эҙҙәренә оҡшаған.
– Әйттем дә баһа! – мыштымланып ҡалған Ғәҙелгә шунда уҡ йән керҙе, – миңә ышанмаған инегеҙ.
– Туҡта, туҡта, Ләйлә, аждаһаның тәпәйҙәре буламы?
– Ниңә булмаҫҡа? Үҙе атлап барһа, ҡойроғо һөйрәлеп килә. 
Аптырашта ҡалған малайҙар башҡаса өндәшмәне: бошмаҫ Ләйлә алдында яңылыш һөйләп оятҡа тарыуың бар. Ошоно барыһынан элек аңлап алған башлыҡ һүҙҙе икенсегә бора һалды: 
– Тағы ла: Ғәҙел беҙҙең ышанысты аҡлай алырмы икән, һин нисек уйлайһың, Ләйлә? Иш итәбеҙме уны үҙебеҙгә? 
Ә тегеһе уйлап та тормайса: 
– Өсәүҙән дүртәү яҡшы, мин ҡаршы түгел, – тип ебәрҙе.
Ҡыуаныстың сигенә сыҡҡан Ғәҙел ошоғаса шаталаҡ һанап йөрөгән Ләйләне ҡосаҡлап алыу­ҙан саҡ тыйылды. 
– Ул сағында эш бары йәшерен ҡушаматта ҡалды, – Углерод ҡулы аҫтындағыларға алмаш-тилмәш ҡараш ташланы, – кемдә ниндәй тәҡдимдәр?
Ошо урында бошмаҫ Ләйлә үҙенең отҡорлоғон да күрһәтеп алды.
– Кем ғәҙел? – тип ишетер ҡолаҡҡа мәғәнәһеҙ һымаҡ ишетелгән сәйер һорау ҡуйҙы ул. Малайҙар аптырауҙан былайыраҡ, һүҙ айышына төшөнә алмай аңшайышып торҙо. Ә шуҡ ҡыҙ ныҡышыуын белде, – йә, әйтегеҙ, кем ғәҙел?
– Һине нисек аңларға? – тип уның тел әрәсәһен самаларға тырышҡан Углерод сәйерһенеп уға боролдо, – асығыраҡ һөйлә. 
– Юҡ-бар әкәмәт уйлап табыу, тиһәң инде... – тип мығырҙаны Баһрам.
– Эх, һеҙ, шуны ла белмәйһегеҙ, хөкөм итеүсе, йәғни судья ғәҙел, – ахырҙа, Ләйлә үҙ һорауына үҙе яуап бирҙе. Тегеләренә барыбер барып етмәне.
– Шунан? Хөкөм эйәһенең бында ни ҡыҫылышы? – тине башлыҡ.
– Ни ҡыҫылышымы? Судья тигәнең боронғо башҡорт һөйләшендә нисек аталған? – тип бошмаҫ ҡыҙ көлөмһөрәп, күҙҙәрен ҡыҫа бирҙе, – тағы белмәй­һегеҙ. 
– Әлләсе... – үҙен белемсе һанап йөрөгән Углерод та албырғаны был юлы. 
– Алйытма әле, Энәғараҡ! – Баһрамдың йәне үртәлә башланы.
– Судья борон – «ярсы» тип аталған.
– Тимәк...
– Тимәк, Ғәҙел бөгөндән, юҡ, бына ошо минуттан Ярсыға әйләнә.
– Ғәжәп тә, мәҙәк тә ҡыҙһың һин! – тип Ләйлә йомағының төбөнә һуңғы һүҙҙән һуң ғына төшөп еткән Углерод һоҡланыуын йәшермәне. 
– Мәрҙәс, Лә... Энәғараҡ! – Баһрам да мәҙәк ҡыҙҙы маҡтамайса булдыра алманы.
– Минме Ярсы? – тип хәҙер инде Ғәҙел күҙҙәрен кепесләтеп торҙо, – ниткән Ярсы булайым мин? Китегеҙ, юҡты...
Теге өсәү рәхәтләнеп көлөштө.

– Төн тынлығында бер-беребеҙгә өндәшкән мәлдә ысын исемдәребеҙ сит-яттар ҡолағына салынмаһын өсөн һәр кемебеҙ йәшерен ҡушамат һайланыҡ, – тип төшөндөрҙө уның яурынынан ҡосаҡлап алған башлыҡ, – мин, мәҫәлән, Углерод, Баһауҙы Баһрам, тиҙәр, Ләйлә инде Энәғараҡ булыр. Аңлашыламы? 
– Ҡыҙыҡ икән, әй! – Ғәҙел-Ярсының ауыҙы йырылды, – «Зорге», «Штирлиц»­тар һымаҡ, әләйһәң.
– Тап шулай. Эй, отҡорһоң да инде... 
– Ә ҡайҙан таптығыҙ шундай ҡушаматтарҙы?
– Уныһы, Ярсы, икенсе эш. Аҙаҡ, форсаты сыҡҡанда, аңлатырбыҙ, – тип Углерод еңелсә ҡул ишараһы яһаны, йәнәһе, һөйләшеү бөгөнгә тамам, – хәҙер тауыш-тын баҫылып, барыһы тыныслан­ғансы аҙ ғына серем итеп алыу ҡамасауламаҫ. Иртәгә байрам түгел. 
Уҙған төндө йоҡламай үткәргәндән һуң көндөҙөн сөгөлдөр утап ныҡ йонсоған, өҫтәүенә, эштән аҙаҡ ҡыуыш ҡороп аҙап­ланған хәлһеҙ эҙәрмәндәр, баштары мендәргә тейер-теймәҫ, шунда уҡ әүен баҙарына китте. Шулай ҙа кисәге көн һабағынан сығып, Углерод баш осона ҡыңғыраулы сәғәт ҡуйҙы. Уныһы, малай­ҙарҙы һиҫкәндереп, теп-теүәл төнгө икелә шылтыраны. 

Илекосҡан ҡаяһы

Серле лә, шомло ла, матур һәм ҡыҙыҡлы ла, үҙе әллә ҡайҙар­ҙан күҙгә ташланып суҡайған мөһабәт ҡая бит ул. Уның күкрәге ҡайҡая биреп, күл өҫтөнә сыҡҡан да аҫты өңрәйеп ҡалған. Ғәйәт ҙур таш ситтән ҡарағанда, гүйә, һыу өҫтөндә аҫылынып тора. Уның янына яҡын килһәң, бигерәк тә төндәрен, күңелдәрҙе аңлайышһыҙ шөбһә баҫа. Баҫыр ҙа, сөнки байтаҡ киҫәге ҡасандыр күлгә ишелеп төшкән, ҡал­ған өлөшө лә ваҡыт һәм ел-һыу тарафынан ашалып, ныҡ ҡына ҡыйырһытылған булыуға ҡарамаҫтан, ғорур олпатлығын әле лә юғалтмаған тәбиғәт мөғжизәһе хаҡында күп кенә риүәйәттәр йөрөй. Уларҙың бәғзеләре әкиәт-уйҙырмаға тартым булһа, икенселәре дөрөҫлөккә тап килә һымаҡ. Бына шул легендалар­ҙың береһе. 
...Әллә ҡасанғы замандарҙа, был тирәлә башҡорттарҙан башҡа бер кем дә йәшәмәгән осорҙа, ошондай фәһемле лә, ғибрәтле лә ваҡиға була. Имеш, үҙенә иш булмаған кәгез, әммә бай ҡартҡа көсләп өсөнсө бисәлеккә бирергә йыйыныуҙарына ҡыр­ҡа ризаһыҙлыҡ белдергән ун алты йәшлек ҡыҙ бала бурысҡа батҡан ата йортонан ҡасып китә лә ошо таш башынан күлгә ҡарап, моңайып-һағышланып ултыра. Үҙ иткән егетенә бағышлап йыр ҙа сығара:
Баш аҫтымдағы, ай, мендәрем,
Сәскәһеҙ ҙә тауар менән тышланым.
Кисерә алһаң, кисер, йәнекәйем, 
Сараһыҙҙан ғына һине ташланым.
Тик йән әрнеүенә түҙә алмайса, йөрәк ярып сыҡҡан ошо моңдо алыҫтарҙа ерен-һыуын баш­ҡорт иленә яҫҡынған баҫҡынсыларҙан ҡурсалап йөрөгән һөйөклө кешеһе генә ишетмәй. Шуға ярҙамға ла килә алмай.
Бер мәл теге таш янына оҙаҡ сабыуҙан хәле бөткән һылыу ҡоралай килеп сыға. Уның матурлығы менән һомғол буй-һынына хайран ҡалған ҡыҙ кейек артынан ас бүреләр ҡыуып килгәнен абайламай, уларҙы һуңлап күрә һәм меҫкен йәнлеккә ярҙамға барырға өлгөрмәй ҡала. Ян-яҡлап ҡыҫымға алынған ҡоралай бүре ашына әйләнеүгә ҡарағанда батып үлеүҙе артығыраҡ күрә һәм бейек ҡаянан күлгә һикерә лә күҙ алдында һыу төбөнә китә. Яҡында кеше бар икәнлеген һиҙеп ҡалған йыртҡыстар әйләнеп ҡаса.
Әсе лә, ғәҙелһеҙ ҙә яҙмышына риза булған ҡыҙ кескәй генә, әммә ғорур ҡоралай­ҙың буйһонмаҫ ҡылығын күреп тетрәнә, үҙенең дә берҙән-бер ҡотолоу юлын ошонда күрә. Ниндәйҙер кейектең кейеге бит бүренән таланып үлгәнсе һыу­ға ташланыуҙы артығыраҡ һананы ла баһа. Ә ул – кеше. Ниңә кәкрәйеп бөткән теге шөкәтһеҙ ҡарттың бүренән ҡайһы ере артығыраҡ? Шул ҡоралай­ҙай ғына ла була алмаймы ни ул? Үҙен яҡлай алмаймы? Йәнең һөймәгән әҙәм менән ғүмереңдең сәскә ише мәлен тот­ҡонлоҡта үткәргәнсе... 
Яңы сәскә атып килгән гөл кеүек һылыу ҡыҙ күңеленән генә ата-әсәһе, йәнкәй йәре менән бәхилләшә лә әжәлен эҙләп, ҡаянан түбәнгә оса. Быуаттар, хатта меңәр йылдар дауамында йәшәп килгән шәриғәт ҡанундарына ҡаршы сығып, баш күтәрергә баҙнат иткән сая ҡыҙыҡай мәрхәмәтһеҙ донъяға үҙ ваҡытынан алдараҡ, күпкә алдараҡ тыуған була шул. Йәмһеҙ тормоштан ҡотолоу өсөн һайлаған сара мәленә күрә һәм уның хәлендә, ысынлап та, берҙән-бер дөрөҫ юл булғандыр...
Ҡасҡын кәләш артынан ҡыуа төшкән ярамһаҡ ярандар ҡыҙ менән ҡоралай­ҙың йәнәш ятҡан йәнһеҙ кәүҙәләрен ге­нә табып сығара. Шул дәүерҙәрҙән был таш Илекосҡан ҡаяһы тип атап йөрөтөлә икән. 
Ә ҡыҙ? Ата-бабалар йолаһын иңҡар итеп, үҙен-үҙе һәләкәткә ташлаған бай­ғош ҡыҙҙың был ҡылығы оло гонаһ тип ҡабул ҡылына һәм бөтә кешеләргә лә уның үҙен генә түгел, исемен дә оноторға ҡушыла. Әммә халыҡ хәтере – ҡайнап торған төп­һөҙ даръя, унда төшөп батҡан иҫтәлектәр урғылып-ҡайнап, әйләнә-тул­ғана йөрөй-йөрөй ҙә ҡасан да булһа барыбер өҫкә ҡалҡып сыға һәм яңы көс менән тирә-яҡҡа тарала башлай. Был осраҡта ла шулай була. Бихисап йылдар уҙып, диңгеҙ-диңгеҙ һыу­ҙар аға, сал ҡаяға бәрелеп, күп елдәр иҫә, ләкин теге ҡыҙҙың үҙе лә, исеме лә онотолмай. Һуңынан был хәсрәт упҡынына батып ултырған ҙур дүрткел таш уның хөрмәтенә Фәүзиә ташы тип атала башлай. Һәм ошо атама есеменә тап килеп кенә тора, ни өсөн тигәндә, Фәүзиә исемен ғәрәп теленән беҙҙеңсәгә ауҙарғанда «еңеүсе» төшөнсәһен бирә. Шулай итеп, ябай халыҡ йола ҡоло булырға теләмәйсә, ғүмере хаҡына ғәҙелһеҙлек менән рәхим­һеҙлекте еңеп сыҡҡан ҡуш йөрәкле ҡыҙының исемен мәңгеләштерә...
...Ана, ниндәй шан тарихлы урында ҡыуыш ҡороп, төн йоҡоларын йоҡламай, әллә бар, әллә юҡ ялмауыҙҙы аңдып ята йәш эҙәрмәндәр. Ошо үҙе ҡыҙғаныс,  тетрәндергес хикәйәтте бошмаҫ Ләй­лә ауыҙынан ишеттеләр, ә уға өләсәһе һөйләгән икән. Үлемһеҙ риүәйәттәр шул рәүешле быуындан быуынға күсә килә. Ә хикәйәттең Углеродҡа билгелеһе икенсерәк. Хәйер, ул турала һуңғараҡ берәй форсаты сыҡҡанда һөйләр ул.
– Энәғараҡ, ә һин ошо әкиәтеңә үҙең ышанаһыңмы? – тип уйҙарға батып ятҡан Ярсы үҙ фекерен әйтте, – мин нисектер икеләнәм.
– Беләһеңме, Ярсы, һиңә хис-тойғо тигән сифат етешмәй, – Энәғараҡ үпкәләгәндәй итте, – шуға күрә ябай ғына нәмәләрҙе лә аңлай алмайһың. Аңламағас, ышанмайһың да. Башҡалар­ҙың күңеленә ятышлы тылсымға һинекендә урын юҡ. 
– Эйе лә баһа! – тип мышнай биреп ятҡан Баһрам ҡыҙҙы яҡлашты, – ҡалай матур әйттең әле. 
– Әйтәм, үҙегеҙ хисле инде, – тип әрепләште тегеһе, – хисегеҙ, ана, ситенән түгелеп тора...
– Тс-с! – тип бармағын ирененә килтергән Углерод ошо урында ҡапыл һағай­ҙы. 
Һағайырлыҡ та шул: өнһөҙ ҡая аҫтында, бөтөнләй яҡында ғына, үткән төндәге тауыш ишетелеп китте. Кисәге кеүек үк башта һыу шаптыр-шоптор килде лә аҙағыраҡ нимәлер гөпөлдәп ҡуй­ҙы. Йәһәт кенә көҙөкләнеп барған Баһрам үҙе лә һиҙмәҫтән йәнәш ятҡан Ярсының беләгенә йәбеште. Бөтәһе лә ҡатып ҡалды. 
Аҙ ғына тынып торғандан һуң һыу сәпелдәгәне ҡабатланды. Был юлы ул оҙайлыраҡ та, асы­ғыраҡ та ишетелеп торҙо. Йәл, тауыш сәбәпсеһен һис аңларлыҡ түгел. «Их, кәрәк сағында айы ла юҡ бит, – тип эстән әсенде Углерод, – кеҫә фонарын ҡабыҙғанда? Юҡ, әлегә ярамай. Аңғармаҫтан үҙен өркөтөп ҡуйыуыбыҙ бар. Фонарь – һуңғы сара. Хәҙергә сабыр ғына көтөргә һәм күҙәтергә...» 
Билдәһеҙ зат, тыныслана алмайса, оҙаҡ ҡына булышты: һыу­ҙы һаман сәпелдәтте, нимәнелер һаман дөңкөлдәтте. Сәпелдәүен, ярай, берәй һыу йәнлегенә ҡайтарып ҡалдырырға була, ә бына айырым-асыҡ ишетелеп киткеләгән, буш мискәгә йоҙроҡлап һуҡҡандағы һымаҡ тоноҡ тауыш ҡайҙан килә? Уныһын кем һәм нисек сығара? 
Серле лә, сәйер ҙә, шунлыҡтан йөрәкте йышыраҡ тибергә мәжбүр иткән билдәһеҙ тауыштар таң һарыһы беленеп, шом тулы төнгө ҡарайсыҡ-шәүләләр­ҙең ҡайһыһы – яңғыҙ ҡыуаҡлыҡҡа, берәүҙәре – ҡороған ағас олонона, икенселәре – суҡайсыҡ ташҡа әүерелә, йондоҙҙар берәм-һәрәм һүнә башлағанда ғына тынды. Улары баҫылғандан һуң ҡамыш ҡыштырлап ҡуйҙы. Ошолар барыһы бер булып, әҫәрләнгән үҫмер­ҙәрҙең йән тыныслығын алып китте. 
Һиллек урынлашҡас, артабан бында ятыуҙың ҡыҙығы ла ҡалмаған һымаҡ тойолдо. Яҫтыҡҡа баш терәмәй икенсе төндәрен үткәргән ныҡыш эҙәрмәндәр, үлтереп баҫҡан таңғы йоҡоларына баш була алмайса, ойой башланы: күпме генә ҡаршылашып маташма – күҙҙәр үҙҙәренән үҙҙәре йомолоп бара. 
– Ярай, бөгөнгә етеп торор, – тип, ниһайәт, йонсоуҙан ялҡҡан башлыҡтың ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде, – тәмле нәмә күп булмай. Саҡ ҡына булһа ла, ишеттек бит...
Шулай итеп, барыһын аптыратҡан сер бөгөн дә сиселмәйсә ҡалды. Әммә ләкин эҙәрмәндәр быға әллә ни ҡайғырманы: алда әле бөтөн йәй! Юҡҡа төшөнкөлөккә бирелеп барған кеше ысын эҙәрмән була алмай – ошоно уларҙың һәр ҡайһыһы яҡшы аңлай ине. 
Үҫмерҙәр кирелә-һуҙыла ҡыуыштарынан сыҡҡас та ҡайтып китергә ашыҡманы. Дөрөҫөрәге, бынан тиҙ генә ҡуҙғалғыла­ры килмәй ине. Юғары хистәргә бирелеп киткән дүртәү еңелсә боҫрай биреп ятҡан ғәжәп күл көҙгөһөн ҡараштары менән бай­ҡап торҙо. Бына ҡайҙа ул мөғжизәнең үҙе! Матурлыҡ менән гүзәл һиллекте күреп ҡалам, тиһәң, ошолай иртә торор кәрәк икән. Ана, лагерҙағылар йоҡлап ятып, үҙҙәрен ниндәй мөғжизәнән мәхрүм итә. Шулай ҙа күл өҫтөндә был иҫ китмәле күренештән башҡа иғтибарҙы йәлеп иткәндәй нәмә тойолманы. Аждаһа серен ҡапыл ғына асырға теләмәгән Сыбаркүл әле йоҡлай ине... 
– Кәсеп түгел дәһа был, – тип сөгөлдөр баҫыуынан аяҡтарын көскә һөйрәп ҡайтып ингән Баһау ошолай бошона ҡуйҙы, – бер юлы ике ҡуян ҡойроғон тотабыҙ, тип эшебеҙ ҙә бармай, ялмауыҙҙы ла йүнләп эҙләй алмайбыҙ. Ай-һай, тоҡос ҡына бит ҡуян ҡойроғо. Ә бит уны ҡыу­ғас, берәмләп ҡыуыу кәрәк. 
Ныҡ әлһерәгән Ғәҙел, урынында ятҡан көйө мышнай-мышнай, уның һүҙҙәрен хуплағанлығын белдереп, баш һелкте. 
– Ә һеҙ нимә тәҡдим итәһегеҙ, ир уҙамандары? – тип, күҙҙәре ҡыҙарған булыуға ҡарамаҫтан, битараф ҡыланып маташҡан Алмас ауыҙын ҙур асып, иҫнәп ҡуй­ҙы. 
– Ҡәһәрле сөгөлдөрҙө осла­ғандан һуң, лагерҙан ҡайтҡас, тотонорға кәрәк беҙгә. Ихласлап, шунһыҙ булмай. 
– Һүҙҙәреңдә хаҡлыҡ бар һымаҡ, әй, – Алмас Баһау фекере менән килешкәндәй итте. 
– Ун дүрт көн ваҡыт ҡалған, уныһын ни ҡалайтып та үткәреп ебәрербеҙ, – башлыҡтың йылы мөғәмәләһенән Баһау ҡанатланып уҡ китте, – зату аҙаҡ иркенләп... 
– Туҡ... туҡ... туҡ... Инергә мөмкинме, малайҙа-а-а-р? – тип бошмаҫ Ләйләнең тауышы Баһауҙың һүҙен өҙҙө. 
– Әйҙүк, бик тә урынлы йөрөп ятаһың әле, – тип ҡаршы алды уны Алмас, – әллә гелән тыңлайһың да тораһың инде?
– Тыңлап тороуын торманым, ә былай ғына, хәлегеҙҙе белешергә, тип килгәйнем, – кәйефе шәп, арығанлығы тойолмаған Ләйлә (ысынлап та, ниндәй бошмаҫ зат һуң был!) ниндәйҙер йәшертен кинәйә менән алсаҡ һөйләште, – һуңғы осорҙа бигерәк йонсоп киткән һымаҡһығыҙ. Әллә, мәйтәм... 
– Һин беҙҙең өсөн борсолма, ҡыҙыҡай, – Алмас уны бүлдерә һалды, – үҙең нисек һуң? 
– Нисектер, талсыҡмайһың да, бирешмәйһең дә. Ҡыҙҙар халҡы ныҡ була шул, ә малайҙар улар һуғыш мәлендә генә шәптәр, – Баһау бөлөнөп үк китте, – һин перәме... тракторһың инде. 
– Дөрөҫ әйтәһең, Баһау, сөнки ҡыҙҙар­ҙың йәне ҡырҡ була, – тип йылмайҙы Ләйлә, – мин һеҙҙе, ысынлап та, һис танымайым, ир заттары. Зерә тиҙ бирештегеҙ түгелме?
Ҡыҙҙың һүҙҙәренә лайыҡлы яуап таба алмаған малайҙар өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. 
– Йәгеҙ, минең шулай урынлы йөрөп ятыуымдың сәбәбе ниҙән ғибәрәт һуң? – тип ҡыҙыҡһынды Ләйлә, – нимәһенә шымтайышып ҡалдығыҙ әле? 
– Бына кәңәш-төңәш ҡороп ятҡан көн, – башлыҡ булараҡмы, барыһы өсөн Алмас яуап бирҙе, – эҙләнеү эштәрен туҡтатып торғанда, тибеҙ. Әлбиттә, ваҡытлыса ғына. 
– Бағындығыҙҙамы? – Ләйлә аптырап китте.
– Юҡ та. Лагерь тормошо тамам булғас та дауам итер инек.
– Күреп торам: ебеп төшкән­һегеҙ. Һай, ағас баһадирҙар! – тип ҡыҙ шелтә тулы ҡарашы менән ҡаршыһындағы малайҙар­ҙы өттө генә.
Был юлы инде ағас булһа ла, баһадир­ға әйләнгән өсәү тағы телдәрен тешләне: быға ҡаршы һүҙ әйтәм, тип көлкөгә ҡалыуың бар.
– Шулай ҙа, малайҙар, эш аҙағынан отбойға ҡәҙәре генә булһа ла ҡараштыр­ғылап торорбоҙ, тием, – бошмаҫ ҡыҙ һаман бирелергә теләмәне. 
– Әлбиттә! – тип ҡыуанды Алмас. 
– Уныһы ғына ни! – Баһрам да шатлығын йәшереп торманы. 
Килеп тыуған уңайһыҙ хәлдән ошолай анһат ҡотолоуҙарына осоноп киткән дуҫтарға бары Ғәҙел генә ҡушылманы һәм бер һүҙ ҙә әйтмәне.

Эҙҙәр

Йәш эҙәрмәндәр бөгөн йәйге лагерға килгәндән алып тәү тап­ҡыр тыныс күңел менән йоҡлар­ға ятты. Шуға күрәлерме, иҙрәшеп, рәхәтлектең сигенә сыҡҡан малайҙар иртәнге аштан мәхрүм ҡала яҙҙы. Ярай әле бөтә ергә өлгөр Ләйләләре бар. Эш араһында һиҙелмәй генә йәнә бер көн үтте. Баҫыуҙан ҡайтыу менән беҙҙең дуҫтар йылдам ғына ҡап­ҡылап алдылар ҙа баш­ҡа уҡыусыларға ҡушылып, күл буйына йыйынды. Бүтәндәрҙең бар теләге һыу инеп әйләнеү бул­һа, эҙәрмәндәрҙең маҡсаты мөһимерәк тә, олораҡ та. Улар Ҡыҙҙар ҡомлоғондағы күренмәҫ йән эйәһенең эҙҙәрен тағы бер тикшереп ҡайтырға теләй.

Көпә-көндөҙ, етмәһә, күмәк кеше ара­һында лагерҙан сығып китеүе бер ни тормай. Һине: «Ҡараңғы төшкәс, был мәлдә ҡайҙа бараһың? Ни эшләйһең? Һуң бит инде», – тип йөҙәткән кеше лә юҡ, ҡаса-боҫа йөрөп ятыу ҙа кәрәкмәй. Таҫтамалыңды иңбашыңа ташланың да еҫле һабыныңды ҡулға тотоп, киттең дә барҙың. Гәрәй ағайҙы ғына иҫкәртеү кәрәк, бары шул ғына. Шулай ҙа эҙәрмәндәргә ашығыу зарур: алдан йүгергән баш­ҡа­ларҙың эҙҙәрҙе тапап бөтөүе бар. 
Айырылмаҫ дуҫтар кәрәкле урынға барып еткәндә ҡомлоҡтоң үҙендә лә, уның яҡын-тирәһендә лә әҙәм заты күренмәй ине. Ҡайнар ҡом өҫтөнән ярылып үткән уҫлаптай эҙҙәр теҙмәһен тиҙ арала тапҡан малай­ҙар, улар­ҙы тәүге тапҡыр күргән һымаҡ, хайран китеп ҡарап тор­ҙо. Баһау хатта ирек­һеҙҙән асылып киткән ауыҙын ябырға ла онотто. Әҙме-күпме генә булһа ла эҙәрмәнлек һәләте бар кешегә уйылып ҡал­ған эҙҙәрҙе шәйләмәй ҡалыу мөмкин түгел ине. «Беҙ бына бында», – тигән һымаҡ иғтибар­ҙы йәлеп итеп ята улар. Уң ҡулдағы ҡамышлыҡ араһынан сыҡ­ҡан эҙ сылбыры тар ҡомлоҡ ситенән үтә лә һул яҡтағы ҡамыш урманына инеп юғала. Ҡом­ға һеңеп өңрәйешкән дәү эҙҙәргә ҡарап тороуы ғына ла күңелдәр­ҙә шом ҡатыш ауыр той­ғолар ме­нән шикле уйҙар уята: былар­ҙың эйәһе ниндәйерәк булыуы бар? 
Башта эҙҙәр хасил булған тарафтарҙы ҡараштырҙылар. Сәйер, ул тирәлә, исмаһам, берәй ҡамыш йығылһасы! Күлдән килеп сыҡҡан тиер инең, уныһы әллә ҡайҙа ята. Был урын­ға ҡамыштарҙы йыҡмайынса, осоп ҡына килергә була.
– Аждаһаның шул рәүешле ҡай­ҙан һәм ниндәй ысул менән ҡом өҫтөнә килеп төшөүе бар? Кем яуап бирә ала ошо һорауға? – тип башҡа саҡта һис иҫе китеп бармаған Алмас бот сабып аптырай, – ҡамыш аша үтмәгән – быныһы бәхәсһеҙ. Һауанан осоп йөрөмәйҙер бит инде ул?
– Күмәк башлы осар дейеүҙәр бары әкиәттәрҙә генә йәшәй, – тип ҡуйҙы Ләйлә, – булмаҫтайҙы һөйләп баш ҡатырмайыҡ әле. 
Барыһы ла ни тиергә лә, ни уйларға ла белмәне.
Аждаһа инеп киткән яҡта ҡамыштарҙы батҡаҡҡа һылап уҙған эҙ ярылып ҡалыуын ҡалған, әммә уны буйлап барырға әле эҙәрмәндәрҙең йөрәге етеңкерәмәне: тәпәйҙәре генә лә анауы дәүмәллек бул­ған ғифритте юллап барыуы үтә лә хәүефле эш тә баһа. Шыуы­шып бер тап­ҡыр ғына уҙмағаны асыҡ күренеп торған, шунлыҡтан инде йомро һуҡмаҡҡа әйләнеп бөткән келән эҙ Илек­осҡан ҡаяһы йүнәлешендә китә. Ҡай­ҙар­ға алып барып сы­ғара серле эҙҙәр? Уларҙы ҡалдырған йән эйәһе үҙе ниндәйерәк? Атлап йөрөймө әллә шы­уыша ғынамы? Ке­шегә зыяны тейәме әллә йыуаш ҡына бер мәхлүкме? Бик ҙур йәнлектәр, ғәҙәттә, йыуаш була бит. Мәгәр, ысынлап та, аждаһа икән, был тирәләрҙә нимәһен юғалтып, темеҫкенә. Хәйер, ни эҙләгәне билдәле ин­де – берәй­һен тотоп йотор­ға кәрәк уға... 
Уйҙарға батып торған үҫмер­ҙәрҙең баштарында ошоноң ише буталсыҡ һорауҙар ҡайнашты. Уларҙың һәр ҡайһыһына дөрөҫ яуапты нисек итеп табып бөтмәк кәрәк? Быныһы инде, аждаһаның үҙен табыуы анһат булмаған кеүек, еңелдән түгел. Әммә ләкин, әлеге лә баяғы, шул ғына ҡаршылыҡтан да ҡур­ҡып торған эҙәрмән ысын эҙәрмән түгел. Ҡы­ҙыҡһыныуҙы еңә алмайынса йомаҡ тойол­ған һәр нәмәне, һәр күренеште асыҡлауға ынтылыш кешелә ҡур­ҡыу тойғоһон элек-электән баҫа килә. Шулай булмаған хәлдә Ер йөҙөндә иҫ-аҡылың китерлек бер асыш та яһалмаҫ, фани донъяға бер яңылыҡ та тыумаҫ, кеше үҙе лә йондоҙҙар­ға осоп китә алмаҫ ине. Ҡыҙыҡ­һыныусанлыҡ менән күберәк белергә тырышыу – аҡыллы әҙәмдең асылы. Шул асылһыҙ ҡалһа, кеше кеше булыуын юғалтасаҡ. Хәйер, бер кеше генәме – эсендә йәне бул­ған һәр кейек, хатта һәр бөжәк үҙенсә ҡыҙыҡһыныу­сан да баһа. Эреһе лә, вағы ла, уҫалы ла, йыуашы ла, терәпесе лә, күндәме лә. Ошоно тик күрә белергә генә кәрәк. Төптәнерәк фекер йөрөткәндә, тап ана шул ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, тәү ҡараш­ҡа бер кәрәге лә булмаған һымаҡ тойолған күренештәрҙең асылына төшөнөп, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, аңларға ынтылыу эволюцияның төп этәргесе булып тормаймы һуң? Аңра маймыл да әлеге шул үтә ҡыҙыҡһыныусанлығы һәм төпсөрлөгө арҡаһында ғына тора-бара кешегә әүерелмәнеме икән? Мо­ғайын, шулайҙыр. Кем белә, үҙ үҙе менән ҡәнәғәт примат, дүрт тәпәйенә таянған көйөнсә, уратып алған мөхит менән һис ҡы­ҙыҡһынмайынса, үҙенең шулай маймыл булыуына һаман ҡыуана-ҡыуана йәшәгән хәлдә, бөгөн ер иңләп ике аяҡлы, кеше тип атал­ған йән эйәһе лә атлап йөрөмәҫ ине, бәлки. Маймыл булһа ла, эволюция баҫҡысының иң юғары ҡатында торор, әммә барыбер үҙе булып ҡалыр ине. Тыш­ҡы ҡиәфәте менән кешегә ни ҡәҙәре генә оҡшамаһын, маймыл кеше түгел. Һәм була ла алмай. Шуға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡ­һыныусанлығы тап кешесә. Артығыраҡ булмаһа әле. Артабан да ошолай дауам итһә, берәй миллион йылдан Әҙәм менән Һауаның яңы төрө барлыҡҡа килмәҫ, тимә. Әйтәйек, кеше кеүек үк аңлы ул төр­ҙөң өйһөҙ-ниһеҙ, хатта кейем­һеҙ көйөнсә асыҡ һауала йәшәй алғаны йә нитрат, диоксин һәм баш­ҡа шулар ише ағыу­лы матдәләр­ҙән һис ҡурҡып тормағаны. Шулай ҙа, таяҡ ике осло бул­ған һымаҡ, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ та ике яҡлы. Беренсенән, көтмәгән ерҙән, әле әйткәнебеҙ­сә, ошоғаса күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ғәжәп асыштарға килтерергә һәләтле булһа, икенсе яҡтан, уйламағанда һәләкәткә юлыҡтырыуы бар. Мәҫәлән, яд­ро тарҡалыуы. Ләкин тереклек менән үҫешә барған аңды ошо икенсе яҡ һис кенә лә өркөтә лә, туҡтата ла алмай. Ҡыҙыҡһыныу ҡурҡыуҙы мотлаҡ еңә килә. Шунһыҙ йәшәйештең алға барыуы мөмкин дә түгел! Ҡыҙыҡ­һынып эҙләнеү, ҡыҙыҡ­һынып тикшеренеү – цивилизацияның баш этәргесе. 
Йәнә тәүтормош кешеһе йондоҙҙарға ҡарап уйланып ултырмаһа, ай менән ҡояш­ҡа һоҡланып тормаған хәлдә, йәшәп ятҡан еренең тартыу көсөн еңеп, йыһан киңлектәренә сыға алыр инеме? Әлбиттә, юҡ! Һис бер ваҡытта ла! Шулай уҡ аҡылға һыймаҫ океан упҡындарының иң төбөнә төшөп етә, ҡырҡ ҡатлы ер ҡуйынындағы һәр төрлө мәғдәндәргә лә барып юлыға алмаҫ ине. Ул сағында ана ниндәй көскә эйә булып сыға түгелме ҡыҙыҡһыныу­санлыҡ тигән ябай ғына сифат? Эйе, Ер тип аталған планетала үҙенең сик белмәгән ныҡышмалылығы, төпсөр холҡо арҡаһында ғына кеше кеше булып ҡала һәм йәшәй. Уның ҡарауы, шул уҡ ҡыҙыҡһыныусан төпсөрлөк, материяның иң йәшертен урындарына үтеп инергә ынтылыш шул уҡ кешене, кешелекте, хатта бөтөн планетаны ла һәләкәткә килтереүе мөмкин. Ҡыҙыҡһыныусан булмышы, өлгәшелгәндәрҙән бер ваҡытта ла ҡәнәғәтләнмәү кешене үҫтерә йә... үлтерә.
Баш эҙәрмән Углеродты ҡапыл ғына ана шундайыраҡ фәлсәфәүи уйҙар сол­ғап алды. Тиктормаҫ Энәғараҡ ҡамасауламағанда тағы әллә ниндәйҙәре килер ине башына. 
– Хыялдарға батып киттең, Алмас, эҫе һуғып ҡуймаһын.
– Ә? – Йыһан киңлектәренән кинәт ергә килеп төшкән тегеһе һиҫкәнеп киткәндәй, – ә-ә, йәшәйеш хаҡында уйланып ята тор­ғас, онотолоп барыла шикелле, – тигән булды Углерод. 
– Күренеп тора, әйткәнде лә ишетмәй­һең.
– Нимә тигәйнең? 
– Мәйтәм, эҙ буйлап барабыҙмы әллә?.. 
– Ана, ҡалғандар ҙа күренде! – Баһау был икәүҙең һүҙен бүлде, – иғтибарҙарын йәлеп итмәҫ өсөн теге эҙҙәрҙе юҡ итергә кәрәк. 
– Эйе шул, улар өсөн бында бер ниндәй ҙә эҙ юҡ, – тип Ғәҙел уны йөпләй һалды.
– Дөрөҫ фекер. Әйҙәгеҙ, тиҙ булайыҡ, – Алмас ятҡан урынынан һикереп торҙо.
Кемеһе – ҡамыш һабағы, кемеһе ялан­ғас аяҡтары менән сәсмә ҡомдо һепереп, эҙҙәрҙе тигеҙләне лә ҡуйҙылар. 
– Ҡайҙа, миңә лә күрһәтегеҙ әле аждаһа юлдарын, – тип балалар менән бергә килеп еткән Гәрәй Ғирфан улы ихлас ҡыҙыҡһынды, – ысынмы икән шул... 
«Кем алыҡ?» – тип алдан йүгерешкән шуҡ малайҙар улай ҡараны, былай ҡараны, әммә бер ниндәй ҙә эҙҙе күрә алманы. Юҡ ине улар. 
– Кисә генә ошо урында ярылып ята ине лә баһа, – тип аптыраны кемдер. Икенселәре яурындарын һикертте. 
– Ҡурҡышығыҙҙан күҙегеҙгә күренә башлағандыр, – Ғәҙел тегеләрҙе уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҡсы булды шикелле, килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡты көлкөгә һабыштырмаҡсы итте: башҡаса кәрәкмәгәнгә ҡыҫылып йөрөмәһендәр әйҙә. Юғиһә, һуңғы осорҙа күпте күреп сып­рандашҡандар артҡандан-арта бара. 
– Һи-и, уларға ышанһағыҙ, Гәрәй ағай... – Баһау дуҫы тирмәненә һыу өҫтәп ебәр­ҙе.
– Себендән фил яһарға әҙер торалар инде, – Алмас барыһынан да арттырҙы, – исмаһам, ағайҙан оялыр инегеҙ... 
– Яһап һөйләргә тиһәң, һеҙҙе ҡуш, – тип Ләйлә лә ситтә тороп ҡалманы.
– Аһ-аһ, был ни эшләүегеҙ? Күмәкләшеп бушты һөйләп тормаға, – Әлсинә барыһын бер юлы яҡлашты. 
– Бушты һөйләмәгәс, күрһәт аждаһа үткән юлды. 
Был юлы инде телсән Әлсинә лә бер ниндәй яуап таба алманы. Табыр ине, иҫбатлар дәлиле юҡ. Ул ҡайҙалыр ғәйеп булған. Ҡоро һүҙгә кем ышанһын? 
– Ярай, бәхәсте бөтөрҙөк, балалар, – Гәрәй Ғирфан улы бер уға ғына хас мөғәмәлә менән уҡыусыларҙы тынысландыра һалды, – тағы күрһәгеҙ, шунда уҡ миңә әйтерһегеҙ, килештекме?
– Килештек! Килештек!
– Әйтербеҙ.
– Ә хәҙер рәхәтләнеп ҡойоноғоҙ, тик иҫегеҙҙән сығармағыҙ: ярҙан алыҫ йөҙөргә ярамай. Ана тора билдәләре. Барығыҙ ҙа күрәме?
– Күрәбеҙ, күрәбеҙ! 
– Шуны ла күрмәгәс.
Балалар күмәк тауыш менән шау-гөр килде.
Шул рәүешле зирәк эҙәрмәндәр үтә ныҡ ҡыҙыҡһыныусылар­ҙың иғтибарын йәтеш кенә итеп икенсе юҫыҡҡа йүнәлтте лә ебәр­ҙе һәм күпмелер ваҡытҡа аждаһа эҙенән яҙлыҡтырып тор­ҙо. Әммә оҙаҡҡа түгел. Ике көн үтеүгә шәп йүгереүҙән тыны ҡыҫылған әлеге Әлсинә йәнә һөрән һалды: 
– Гәрәй ағай! Үткәндәге эҙҙәр­ҙе тағы күрҙем! Аждаһа бөгөн төндә уҙған.
Гәрәй Ғирфан улы: «Эш туҡтатып, юҡ менән булма әле, Әлсинә. Лутсы сөгөлдөрөңдө һирәгәйтһәң», – тип әйтмәксе ине, өлгөрмәй ҡалды. Хәйер, уны тыңлап тороусы ла булмаҫ ине, моғайын. Ихлас эшләп йөрөгән урындан барыһы бер булып тәпкеләрен ташланылар ҙа кем­уҙар­ҙан Ҡыҙҙар ҡомлоғона йүгерҙеләр: күҙгә салынмаҫ йән эйәһенең, үҙен булмаһа ла, эҙҙәрен күреп ҡалырға кәрәк тә баһа. Ә был юлы улар, ысынлап та, бар ине, ана, иртәнге томандан еүешләнгән ҡомда хәтәр уйылышып яталар. Терәпес Әлсинә тантана итте. Итмәй һуң, эштән ҡасып китһә китте, теге көндәге һүҙҙәренең буш түгеллеген  барыбер иҫбатланы бит. 

Аждаһа шәүләһеме?

Ошоға тиклем уҡыусылар араһында һанаулы ғына лагерь көндәренең тиҙерәк үтеп китеүен был тиклем дә ашҡынып көткән кеше юҡ ине. Беҙҙең дуҫтар – шуларҙың тәүгеләре. Йыл да, ғәҙәттә, танһыҡты ҡандырырға ла өлгөрмәй ҡал­ған күңелле көндәр уларға әле самаһыҙ оҙаҡ һәм ифрат әкрен уҙа һымаҡ. 
Сөгөлдөр плантацияһын икенсе ҡатҡа тәрбиәләп сыҡҡандан һуң, ниһайәт, йәйге каникулға таралышҡандың иртәгеһенә үк йәш эҙәрмәндәр ҡыҙыҡлы ла, бер аҙ хәүефлерәк тә кәсептәренә ихласлап тотондо. Хәҙер уларға бер кем дә, бер нәмә лә ҡамасау түгел. Теләгән ваҡыттарында сығып китеп, теләгән мәлдәрендә ҡайтып инә алалар.
Шулай ҙа өйҙәгеләр, ҡайҙа йөрөнөң бығаса, тип тәҡәтте ҡоротмаһын өсөн малайҙар Алмастарҙың лапаҫы өҫтө­нә уңайлы ғына ҡыуыш ҡороп алды. Ә ҡыҙҙар инде сиратлап үҙҙәренең һарай ҡыйығында ҡунып йөрөй – бер көн Ләйләләр­ҙә, бер көн Әлсинәләрҙә.
Ул көндө көтөү ҡайтҡас, мал-тыуарҙы барлап бөткәс тә Илек­осҡанға кис яҡтыла уҡ килеп урынлаштылар. Бәхеттәренә күрә, яңы ай тыуып, бер ни тиклем тулышырға ла өлгөргән ине. Ул дөм ҡараңғы ер өҫтө менән шымтайып ҡалған күлде шөйлә генә яҡтыртҡан була. Ҡая тәңгәлендәге һыу беленер-беленмәҫ иҫкән талғын ел ыңғайына бөҙрәләнеп, һаран ай яҡтыһында йыл­ҡылдай ҙа күҙҙең яуын алыр мең төҫлө нур уйнатып ята. Ғәжәп матур икән ул Сыбаркүл айлы кистәрҙә! Эҙәрмәндәргә ошондай тылсымлы төндәрҙе күреп ҡалыуҙан мәхрүм булып, йоҡо һимерткән баш­ҡа һабаҡташтары йәл. Дәрт иткән кешегә, мөғжизә тулы тәбиғәтте тамаша ҡыла-ҡыла, тарихи ҡая һыртында хисле уйҙар­ға бирелеп ултырыуы үҙе бер ғүмер ҙә баһа! Нисек шуны аңламайҙар икән?
Эҙәрмәндәр, ҡаршыларындағы гүзәллек менән төн матурлығына хайран ҡалып, ҡыуыш эсенә түшәлгән йомшаҡ ҡаулан өҫтөндә ята. Хәҙер инде Углеродҡа әйләнгән Алмас ҡая тарихын тасуирлаған хикәйәтте һөйләп ишеттермәксе ине. Хатта бер нисә тапҡыр ынтылып ҡараны, ләкин һаҡ дуҫтары һаман тыя килде: ошондай хозурлыҡты боҙоп, хәбәр тыңлап ятмаға... 
Байтаҡтан бирле түҙемһеҙләнеп көткән таныш сәпелдәү тауышы уйламағанда ишетелде. Ҡолаҡтар ҡапыл ҡарпайҙы ла күҙҙәр осҡонланып китте. Барыһының да иғтибары тик бер тирәгә – тауыш килгән урынға тупланды. Бәлки, бөгөн барыһы ла хәл ителер һәм, аждаһа, тип көллөһөнөң иҫ-аҡылы киткән серле йән эйәһенең ниндәйерәк икәнлеген күрә лә, белә лә алыр­ҙар. Ни өсөн тигәндә, бөгөн һәммәһе ыңғай килеп тора: яҡтылығы етерлек, һиллеге лә бар, китеп бар­ғандарында Әсмәбикә инәй тулы күнәктәре менән осраны, маҙаны ҡорот­ҡан ялбыр ҡара бесәй юлды ҡыйманы.
Теге төндәге кеүек үк, сәпелдәү әкренләп күл эсенә күсә, һыу өҫтөнә таҫма булып һуҙыл­ған яҡтылыҡ һыҙатын селпәрәмә килтергән эреле-ваҡлы тулҡындар йүгерешеп уҙа. Үҫмерҙәрҙең кинәт ярһыған йөрәктәре дөп-дөп тибә башлай, һулыштары йышая, хатта тәндәре зымбырлап ҡуя. Сөнки ярым ҡараңғылыҡ ҡап­лап алған тулҡындар араһында улар­ҙың осло күҙҙәренә дәү шәүлә ҡарайсығы салынып ҡалғандай була. Хәҙер инде дуҫтар тын алырға ла ҡурҡа һымаҡ, бөтәү ташҡа һеңешкәндәр ҙә ҡатып ҡалғандар: ана ла баһа аждаһа! Уларҙың күҙ алдарында ғына!

Ярайһы уҡ ҙур ғына күренгән оҙонса шәүлә әкрен генә йөҙөп бара. Шул ыңғай­ға килке-килке һыуҙы шаптырлатып ҡуя. 
– Егеттәр, мин белдем, кәмә лә баһа был! – тип Энәғараҡтың осоноп шыбырлағаны ишетелде, – эсендә ике кешеһе лә бар һымаҡ... 
– Ете төн уртаһында әллә кем кәмәлә йөрөргә сыҡҡан, ти, һиңә, көт, – Баһрам уның менән ҡырҡа ризалашманы.
– Аждаһа йәшәп ятҡан күлдә... – тип өҫтәне Ярсы егет. 
Ә түҙем Углерод, үҙен саҡ тыйып, тауыш-тын сығармай ғына ятыуын белде. Ул әле уйлай: кем хаҡлы? Теге шәүләне кәмәгә һанаған Энәғараҡмы әллә уға ҡаршы сыҡҡан Баһрам менән Ярсымы? Мәгәр Энәғараҡтың һүҙе дөрөҫкә сыҡ­һа, үкенесле буласаҡ, шуға күрә ышан­ғыһы килмәй. 
– Яҡтыртып ҡарайбыҙмы әллә? – Ярсы көтмәгәндә кеҫәһенән фонарь килтереп сығарҙы. 
– Яҡтыртырмын мин һиңә! – тип ошоғаса шым ятҡан Углеродтың өс ҡырлы йоҙроғо күҙ асып йомған арала Ярсы танауы аҫтына килеп терәлде, әммә ныҡлап ҡунырға баҙнат итмәне, – хәҙер үк йәшер һуҡыр шәмеңде! 
Башлыҡтың шулай уҫал бышылдауы эште боҙа яҙған Ярсыға ныҡ тәьҫир итте, буғай, ул фонарын йәһәт кенә йыя һалды. 
Ә был мәлде шомло шәүлә, үҙе күтәргән тулҡындар араһында сайҡала-сай­ҡала, күпмелер ваҡыт әйләнеп йөрөнө лә нисек пәйҙә булған шул рәүешле кинәт кенә юҡҡа сыҡты. Ҡайҙа китеп юғалды ул, бер кем дә аңғармай ҡалды. Шунда уҡ тауыштар ҙа тынды һәм йәнә тынлыҡ урынлашты. 
– Малайҙар! Башымды, бына, киҫмәгә бирәм, балыҡ бурҙары былар! – тип яр­һыны Баһрам, – браконьерҙар! Энәғараҡ дөрөҫ әйтә, улар кәмә менән йөрөп ауҙарын ҡарай.
– Ҡабаланма, башһыҙ ҡалып ҡуйыуың бар, – Углерод һаман ғәжәп тыныслыҡ һаҡланы, – шыйылдамай тик кенә ятҡаныңда файҙаң күберәк ине әле... 
Үҙе шулай тиһә лә, Баһрам фаразы Углеродтың да башына килгәйне, әммә башлыҡ уны ҡысҡырып әйтергә теләмәне. Эйе, тегеләр, ысынлап та, балыҡ бур­ҙары булып сыға икән – уйындың бер ҡыҙығы ла ҡалмай ҙа баһа. Ҡасандан өмөт бағлап ашҡына йөрөгән шаҡ ҡатыр­ғыс сенсация бары буш ҡыуыҡ ише шартлаясаҡ. Ояты ни тора! Бына нимә уның ҡапыл ғына эсен бошорҙо. 
– Мәгәр браконьерҙар икән, Әхтәр ағай нимәһен ҡарап йөрөй? – тип борсолдо башлыҡтың хәленә кергән Энәғараҡ. – «Һә» тигәнсе эләктереп алырға була ла инде үҙҙәрен. 
Әлеге һүҙҙәрҙән Углеродтың эсенә йылы йүгерҙе. 
– Мин дә шулай уйлайым, – тине ул еңел һулап, – тимәк, ҡараҡтар түгел... 
– Баһрамдың һүҙҙәре раҫтыр, тип уйлайым, – Ярсының да ятып ҡалғыһы килмәне шикелле, һүҙ ҡыҫтырҙы, – Әхтәр ағай бит яңғыҙы, өлгөрә алмайҙыр. Теге оңҡоттар ошонан оҫта файҙалана. 
– Ә эҙҙәр? Улар кемдеке ул сағын­да? – тип йәне көйгән Энәғараҡ инде ҡыҙа башланы. 
– Бына нимә, ағай-эне, аҡ мыйыҡ, – тын күлгә ҡарап бер сама һүҙһеҙ ятҡан Углерод йәнә телгә килде, – иртәгә иртәнге сәйҙән һуң туп-тура ошо урынға киләбеҙ. Көпә-көндөҙ! Бәлки, көн яҡтыһында берәй нәмә асыҡлай алырбыҙ, кем белә?!
Башлыҡ, иртәнге сәйҙән һуң, тиһә лә, шунда уҡ йыйылып китә алманылар. Дөрөҫөн әйткәндә, өлкәндәрҙең иртәнге сәйе мәлендә малайҙар бер нәмә белмәйсә йоҡо һимертә ине. Әсәһенә һөт айыртышып, һауыт-һаба йыуғандан һуң тәғәйен тыҡрыҡта көтә-көтә аптырауға ҡалған Ләйлә килеп уятмаһа, йылы толоп аҫтынан һурылып сыға алмайса, әле яталар ине. Малайҙар ни төш еткәнсе лә йоҡлай ала, мөмкинлеге генә булһын. Арығанлыҡ шулай үҙен ныҡ һиҙҙерә. Ә ҡыҙҙарға нимә? Уларҙың йәне ҡырҡ, шуға күрә лә талымһыҙҙар. 
Илекосҡанға еткәндә ҡояш, ысынлап та, төшкөлөккә яҡынлай ине инде. Яҡын-тирәлә мәшһүрлеге менән айырылып торған ҡая башынан бар донъя ус төбөндәгеләй йәйрәп ята. Был һиңә төнгө күренеш түгел, быныһы ун, хатта йөҙ тап­ҡырға матурыраҡ. Ана, унынсылар бил яҙмай баҫыуҙа тир түгә. Уларҙың бурысы – рәт аралары тап-таҙа итеп уталып, инде тамыр йыуанайта башлаған сөгөлдөр үҫентеләрен тағы бер ҡат һирәгәйтеп сығыу. Юғиһә, урын-еренә еткереп һирәгәйтелмәгән тамыраҙыҡтан йүнле уңыш көтмә. Ҡарап тороуға еңел һымаҡ күренһә лә, һирәгәйтеү – сүп-сар үләнде утауға ҡарағанда күпкә яуаплыраҡ эш. Шуның өсөн дә уны тик өлкән синыф уҡыусылары башҡара. 
Йәшелле-зәңгәрле буяуҙарға мансылып, ғәжәп зауыҡлы һәм ыҡсым күренгән йыйнаҡ Ҡаҡтуғай ауылының ашаһындағы һирәк ҡыуаҡлыҡтар теҙелешеп киткән еүеш туғайҙа, иркен ҡырҙарҙы иңләп, аҡлы-ҡаралы йыбау һыйырҙар сүпләнә, йылҡы малы утлай. Уларынан уң ҡулдараҡ, аҡ ҡылғанлы тау итәгендә, эреле-ваҡлы кәзә-һарыҡ көтөүе күҙгә ташлана. Сыбаркүлдең арғы, ауылға яҡыныраҡ башында, һәр төрлө ҡош-ҡорт мәж килә. Күҙ яуын алып йәшелләнгән ашлыҡ баҫыу­ҙары өҫтөндә, бар нәмәне кәрәмәтле сүрәттәргә керетеп, шаян сағым уйнай. Сафтан-саф күк йөҙөндә болот әҫәре күрмәҫһең. 
Ә ошо матурлыҡҡа хайран ҡалып ятҡан дуҫтар ҡаршыһындағы уйсан күл өҫтөндә ярайһы уҡ эре генә өс өйрәк йөҙөп йөрөй. Уларҙың береһе һыуға сумғанда икәүһе мотлаҡ өҫтә ҡала. Өйрәктәр, әйтерһең дә, алдан һөйләшеп ҡуйған. Һис яңылышмайса сират менән сумып китәләр ҙә оҙаҡ ҡына юғалып торғандан һуң бөтөнләй көтмәгән урындан әкрен-әкрен генә ҡалҡып сығалар. Көтөп ҡалған икәүһе шул әҙере сумыусы янына ашыға һәм суҡыштарына эләккән табышты өскә бүлеп татыу ғына ашап ҡуйғандан һуң, артынан дүңгәләк тулҡындар ҡалдырып, сираттағы ҡош күҙҙән юғала. Уныһы күренеп ҡалыуға сират өсөнсөһөнә етә. Шул рәүешле туҡтауһыҙ дауам иткән ығы-зығыны күҙәтеп ятыуы үҙе бер ҡыҙыҡ. 
– Ҡарағашҡалар, – тип ҡуя яһалма битараф ҡыланған белемсе Углерод.
– Сыпҡай түгелме икән? – Баһрам да был өлкәлә үҙенең артыҡ наҙан түгел икәнлеген күрһәтеп алмаҡсы. 
– Ә, минеңсә, былар – һыу тауыҡтары, – шулай уҡ Ярсы ла һүҙһеҙ ҡалманы. Арлы-бирле генә булһа ла, ул да белә бит ҡош исемдәрен. 
– Һы, таптың һыу тауыҡтарын, – башлыҡтың ауыҙ сите мыҫҡыллы салышая, – улар йоҙроҡтан саҡ ҡына дәүерәк була, ә былар, күрмәйһеңме, һунанан кәм түгел. 
– Сыпҡай ҙа шул ҙурлыҡта, – һаман үҙенекен һөргән ныҡыш Баһрам һүҙен өҫкә сығармаҡсы. 
– Сыпҡа-ай, сыпҡа-ай! Һин үҙең сып­ҡай! – тип ебәрә еңмеш Баһрамға асыуы ҡабарған Углерод, – сыпҡай өйрәктең маңлайында аҡ кикреге буламы? Былар­ҙыҡы, ана...
Баш эҙәрмәнгә башлаған һүҙен әйтеп бөтөрөргә яҙмай, тап ошо мәлде булып уҙған көтөлмәгән хәл барыһын шаҡ ҡатырҙы: әлеге ҡоштарҙың береһе сумып та өлгөрмәне, шул тирәнең һыуы кинәт яман ҡайнап китте лә ҙур өйөрмәләр хасил булды һәм күтәрелгән эре-эре тул­ҡындар ян-яҡҡа таралды. Шул әҙере хәтәр дәү берәүҙең һыу ярып уҙғаны күренеп ҡалды. Ҡапыл баҙап ҡалған пар өйрәк, ыңғырашыуға тартым ауаз сығарып, тар ғына ҡанаттарын йыш-йыш ҡаға-ҡаға һыу өҫтөнән йүгереп бар­ҙы ла ауырлыҡ менән һауаға күтәрелде һәм тиҙ арала күл ситен ҡаплап торған ҡамышлыҡ артына китеп юғалды. Ә ҡоштарҙың өсөнсөһө, күпме генә көтмәһендәр, башҡаса сығып күренмәне. Күҙ менән ҡаш араһында ғәйеп булды ла ҡуйҙы өйрәк. Уны һыуҙы урғылтып ебәргән билдәһеҙ йәнлек йотто. Эйе, был бары уның ғына эшелер...
Күҙ асып йомған арала булып үткән ғәжәп күренеш барыһын өнһөҙ ҡалдыр­ҙы. Шул килеш әле генә күргәндәре тураһында ни уйларға ла белмәгән дүрт үҫмер байтаҡ ваҡыт иҫтәренә килә алмайса ятты. Тәүҙә Энәғараҡ һушын йый­ҙы.
– Ә быныһы нимә булды, белемселәр? – тип ул аптырашып ятҡан малайҙарға һынамсыл ҡараш ташланы. Белемселәр өндәшмәне. – Ниңә шымып ҡалдығыҙ? 
– Минеңсә, был ҙур балыҡ булды, – Баһрам үҙ уйындағын әйтте.
– Шул дәүмәллек ҡарағашҡаны бер генә йотоп ҡуйғандаймы? – уның менән ризалашмаған башлыҡ йәнә шик белдерҙе.
– Бәлки, ул беҙ ҡасандан бирле эҙләгән аждаһаның үҙелер әле, – тип фекер йөрөттө Ярсы, – ана бит, нисек тулҡындырып ебәрҙе. 
– Мин дә шулайҙыр, тим, малайҙар, – Энәғараҡ Ярсының фекерен йөпләй һалды, – ни өсөн тигәндә, Сыбаркүлдә ундай ҙур балыҡтың булыуы мөмкин түгел.
– Ә йәйен балығы? Элегерәк бит йәйендәрҙең ундайҙары булған, – Углерод Баһрам фаразына әйләнеп ҡайтты, – олатайым һөйләй торғайны... 
– Әүәл булғандыр ҙа ул, хәҙер инде юҡ. Энәғараҡ хаҡ, хәҙерге Сыбаркүл йәйене ул ҡәҙәре эреләнергә өлгөрмәй ҡала, үҙе майлы табаға эләгә, – Ярсы Углеродтың ни һөйләгәнен тыңлап бөтөргә ирек бирмәне. 
– Ә ниңә, йәйен көндө йоҡлап үткәрә лә һунарға төнгөлөккә генә сыға, баяғының аждаһа булыуы ла бар, – Баһрам, ахырҙа, икеләнә башланы.
– Ҡорһағың буш булһа, йоҡо ҡайғыһы китәлер ул. Аслыҡ һиңә йомарт әбей түгел, – аҡыллы баш Углерод быныһына ла лайыҡлы яуап тапты. 
Шулай, нисә кеше – шунса фекер, тигән һымаҡ күпме генә һүҙ көрәштереүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһын да ҡәнәғәтләндерер уртаҡ фекергә килә алманылар. Аҡ кикрекле ҡара өйрәктең башына нимә еткәнлеге билдәһеҙ булған кеүек, эҙәрмәндәрҙең дә һәр ҡайһыһы үҙ уйында ҡалды. 
Ошо һөйләшеүҙән һуң нимәгәлер өмөтләнеп, тағы оҙаҡ ҡына яттылар. Ә теге йән эйәһе башҡаса үҙен һиҙҙермәне лә, күренмәне лә. Ул ғына ла түгел, киләһе өс көндә үҫмерҙәр аждаһа эҙенә төшкәндәй бер нәмә таба ла, ишетә лә алманы. Аждаһа тигәнең һыуға ырғытылған таш ише ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Әммә ләкин күҙ алдында шул эрелектәге тул­ҡындар сайпылдырып, анауы ҙурлыҡ ҡошто бер генә ҡабып ҡуйған ғифриттең (балыҡмы ул, икенсе затмы – уныһы мөһим түгел) барлығын инде теүәл белгән эҙәрмәндәр төшөнкөлөккә бирелеп, өмөттәрен өҙмәне. Бер күренмәһә, бер килеп сығыр аждаһа. Әммә ошо рәүешле ярҙан ғына күҙәтеп ятып бер ни ҙә сығара алмаҫтарына ла төшөнә барҙы улар. Был тәңгәлдә нисектер башҡасараҡ эш итеү кәрәк ине. 
Кис ҡайтыуҙарына Алмасты әсәһе шелтәләп ҡаршы алды.
– Бар донъяңды онотоп, әллә ҡайҙа булаһың да ҡуяһың, – тип иламһыраны ул кипкән керҙәрен йыйып йөрөгән ер­ҙән, – картуф күмелеп бөтмәгән, түтәлдәрҙе ҡый баҫты. Атайыңдың ҡасан ҡайтыры ла билдәһеҙ... 
Эйе лә баһа! Әллә бар, әллә юҡ аждаһа артынан йөрөп, картуфты бөтөнләй хәтеренән сығарған да ҡуйған. Атайы ла вахтаға киткәнендә ҡат-ҡат әйткәйне бит шуны, аһ, иҫең менән бергә! Ҡалған эшкә ҡар яуа, тиҙәрме әле, иртәгә бөтөрмөн, һуңынан да эшләрмен, тип һуҙа торғас, картуфы менән түтәлдәре кеүек башҡа бар донъяһы ла ысынлап оно­тол­ған. Алйытты ла баһа был мәлғүн аждаһа! 
Иртәгеһен таң менән ҡуҙғалған Алмас тулы көрөшкә айранды бер тынала күтәреп эсте лә тәпкеһен тотоп артҡы баҡсаларына сыҡты. Картуфтың һабағы, ысындан да, билгә етеп килә. Тәпкегә сырмалып ыҙалатҡанға күрә, уны күмеп сығыуы хәҙер мең бәлә буласаҡ. 
Ярай әле араһында сүп үләндәре һирәк-һаяҡ ҡына осрай, колорадо ҡуңыҙы ла әлегә күҙгә салынмаған һымаҡ. Салынмаһын да. Башҡаһы нимә, ярты Ер шарын баҫып алған шул яуызы үрсеп китә күрмәһен. Өтөп барыр ҡояш аҫтында оңҡот ҡуңыҙҙарҙы сүпләп йөрөү – Алмастың иң йәне һөймәгән эше. 

Кусто командаһы

Күпме генә тырышып ҡарамаһын, Алмас ул кисте эшен ослай алманы һәм картуфтары күмелеп бөтмәйсә ҡалды. Иртән уяныу менән:
– Бөгөн Сыбаркүлгә минһеҙ генә барырһығыҙ инде, – тине ул ҡыуышташ дуҫтарына. 
– Ниңә улай? – тип йоҡоһона баш була алмайса иҙрәп ятҡан Баһауҙың күҙҙәре шул әҙере асылды, – сер булмаһа, сәбәбе ниҙә? 
– Сәбәбеме? Сәбәбе ана ята, – Алмас артҡы баҡса яғына эйәк атты ла ҡыуыштан сыҡты, – түтәлдәрҙе тәрбиәләй­һе, кәртүген күмәһе... 
– Һи-и, уны ни өсәүләшеп хәҙер булдырабыҙ, – Ғәҙел дәртләнеп үк китте, – тәпкеләрең бармы?
– Тәпке етерлек тә ул... – дуҫының ошо эскерһеҙ һүҙенән күңеле булған Алмас әле бөтөнләй башлыҡҡа оҡшамай ине, торғаны бер яп-ябай ауыл малайы. 
Берәр телем аҡ икмәккә ҡушып әле һыуынырға ла өлгөрмәгән яңы һөт эсеп алдылар ҙа эшкә тотондолар. Күмәк кешегә эш түҙәме ни, тиҙ арала картуфты утап, күмеп, түтәлдәргә күстеләр. Күреп тор – быныһы ла оҙаҡҡа бармаҫ. Сәмле эш йәмле, тигәндәй, сүп үләндәре лә күҙгә күренеп кәмей бара. Алмастың ҡырҡ­ҡа ярылырҙай булып йөрөгән әсәһе дөргөн малайҙарға ҡарап, ҡыуанып бөтә алманы. Шулай булмай, бер үҙе булһа, күпмегә һуҙыр ине әле. 
– Ай-һа-ай, шилмалар, мин дүрт күҙ менән көтәм, ә улар... – ихата эсендә бошмаҫ Ләйләнең үпкәсел тауышы ишетелде, – минһеҙ генә өмә яһап ятағыҙмы? 
Һылтауы табылғанға ҡыуана ҡуйған малайҙар, туҡталып, билдәрен яҙҙы. 
– Йәһәт кенә бөтә һалырбыҙ, тип уйлағайныҡ та... – Алмас, ғәйепле кеше һымаҡ, ҡыҙ алдында аҡланғандай итте, – һәр саҡ һин ниәт иткәнсә килеп сығамы ул... 
– Нишауа, эш тамам, тиһәң дә була, – ҡәнәғәт Ғәҙел дуҫын күтәрмәләне, – инде күп ҡалманы бит. Бына хәҙер Ләйлә лә булышып ебәрһә...
– Ә ниңә булышмаҫҡа? Булышам, күрмәгән эш түгел, – сәмсел ҡыҙ кәртә араһынан ҡыҫылып баҡсаға инде. 
– Ҡуй, быныһын ғына үҙебеҙ ҙә... – тине Алмас уңайһыҙланып, – һин, ана, күләгәлә генә ултырып тор. 
– Бә-әй! Күләгәлә ултырыр ваҡытмы, Алмас? Ҡара, көнө ниндәй! – тип ҡыҙ малайҙар ыңғайына сүп үләндәрен йол­ҡорға тотондо. Ә улары, ысынлап та, ныҡ күтәрелергә өлгөргән ине. Тағы бер аҙға ғына һуңлағандамы... 

– Минең башҡа бер уй килеп тора әле, – тине Ләйлә күпмелер эшләп алғас. 
– Ниндәйерәк икән ул, белергә буламы? – тип малайҙар туҡталып ҡалды.
– Мәгәр килеп сыҡһа...
– Күмәкләп баш ватайыҡ, йә, әйт уйлағаныңды, – ныҡ ҡыҙыҡ­һынған Алмастың күҙҙәрендә осҡон уйнап китте: Энәғараҡ башына фекерҙең хөртө килмәҫ...
– Акваланг әтмәлләп алғанда, тигәйнем... 
– Нимә-ә? Уныһы тағы быса­ғымамы?.. – Баһрам Ләйлә һүҙ­ҙәрен көлкөгә һабыштырмаҡсы ине лә, башлыҡтың талапсан ҡарашы уны туҡтатты.
– Кусто командаһы ойоштора­йыҡ, тиерһең әле тағы, – Ғәҙел дә ишеткәнен уйынға бороп маташты.
– Ә ниңә бойомға ашмаҫ тиһегеҙме? Акваланг тап шуның өсөн кәрәк тә, – терәпес Ләйлә тиҙ генә бирешергә теләмәне, – тик яр башынан ғына ҡарап ятыу бер ни бирмәйәсәк, быныһы инде асыҡ. Әлбиттә, легендар Кустоға етеп булмаҫ, шулай ҙа акваланг эшләп алһаҡ, иманым камил, бөтәһе лә асыҡланыр һәм, һис шикһеҙ, күберәкте күрербеҙ.
– Уныһы шулай, Ләйлә, – Алмастың йөҙөнән скептиктарса йылмайыу үтте, – командаһын төҙөгәнбеҙ, эш хәҙер иң анһатында – бары аквалангта ғына ҡалды. Мәйтәм, уныһын ҡайҙан алырбыҙ икән?
– Үҙебеҙ яһайбыҙ, – тип ҡомарланып киткән ҡыҙ үҙһүҙләнә барҙы.
– Ҡалайтып, сер булмаһа? – Баһау ҙа шикле көлөмһөрәне. Шул рәүешле малайҙар бошмаҫ Ләйлә ниәтләгән эшкә ышанып етмәне, буғай.
– Противогаздан! 
– Противогаздан?! 
Быныһы инде бигерәк, шаяр­тыуҙың да сиге була. 
– Нимәһенә шаҡ ҡаттығыҙ? Ошондай оҫта ҡуллы малайҙарыбыҙ була тороп, ниндәйҙер һыу аҫты аппараты йүнләй алмабыҙмы? 
– Противогаз һыу аҫты битлеге түгел, көслө баҫымдан ҡы­ҫылһа, тын алып булмаясаҡ, – башҡа саҡта барыһын әйҙәп йөрөгән Алмас был юлы һаман икеләнде. 
– Тынды ҡыҫмаҫтай итеп эшләргә кәрәк. Шуның өсөн дә һеҙ – оҫталар, – Ләйлә лә сигенергә теләмәне.
– Битлеген, ярай килештерҙек тә, ти, ә кислород баллонын ҡай­ҙан табырбыҙ икән? – Алмас ошо урында ың­ғайлай бирҙе.
– Ә уныһы кәрәкмәй ҙә. Биш-алты метр оҙонлоҡтағы шланг булһа, шул еткән. 
– Тимәк... Әһә! – эштең айышына яңы төшөнә башлаған Алмастың ауыҙы ҡолағына етте, – эйе шул, шлангы аша тын алырға була ла баһа! Һай, баш үҙеңдә! Тиген Энәғараҡ түгел­һең икән.
– Ҡурай аша һулаған һымаҡ! – Баһрам да урынлы-урынһыҙға үҙ һүҙен ҡыҫтырып ебәреүҙе кәрәкле һананы.
– Тап шулай! – бошмаҫ Ләйлә, осорға теләгән ҡош ише, талпынып ҡуйҙы.
– Һинең ул әкәмәтеңдән берәй фәтүә булыр, тип уйлайһыңмы? – ҡыҙҙың ниәтенә хәҙер бер Ғәҙел генә арҡыры төшә ине, – һыу аҫты сәйәхәттәрен кинола ҡарап ултырыуы ғына ҡыҙыҡ ул, – әйтерһең дә, ошоғаса һыу аҫтында сәйәхәт итеп ҡараған. 
– Ярай, кемдең теләге юҡ – көсләшеп тормабыҙ, – Ләйлә ҡырт киҫте. Ул һәр ваҡыт шулай – кәрәкле мәлендә нисек һөйләшергә белә.
– Хуп. Самалап ҡарарға була, эштең әллә ни ауырлығы күренмәй һымаҡ, – башлыҡ, ниһайәт, ризалығын бирҙе, – килеп сыҡмай икән – оло ҡаза түгел.
– Килеп сығыр, Алмас! – Ләйләгә ҡанат ҡуйҙылармы ни: ысын осоп китә инде! – Булдырабыҙ! Бына ҡарап торорһоң.
– Хәҙер противогаз эҙләйһе ҡала, – тине ҡәнәғәт башлыҡ.
– Уныһын Әлсинәнән һора­һаҡ... – бошмаҫ Ләйлә быныһына ла әҙер ине: бына бер Хоҙай бәндәһе! – Әлсинәнең атаһы – военрук, моғайын, берәй иҫке-моҫҡоһо яталыр әле.
– Нимәгә кәрәк ул һеҙгә, тип ҡыҙыҡһына ҡалһа? – Ғәҙел шиген белдерҙе.
– Һораһа ни, тураһын әйтәбеҙ. Сыбаркүлдә, имеш, ялмауыҙ эҙләйбеҙ. Иҫең киткән икән иҫке сәкмәнгә, – тип ебәр­ҙе ҡыҙ.
– Әлсинәгәме?! Уның ҡолағына төшөүе булыр, бөтә ауылға таратасаҡ.
– Юҡсы. Һинең менән мин таратманыҡ та баһа. Уның беҙ­ҙән ҡайһы ере кәм? Кеше хаҡында улай насар уйлама, Ғәҙел.
– Әҙерәк барыбер шикләндерә. Ҡыҙҙарға ышанһаң... 
– Их, һин – башына кәпәс кейгән малай йораты! Гүзәл заттар­ҙы шыпа белеп бөтмәй икәнһең әле, – Ләйлә Ғәҙелгә ҡарап йылмая ҡуйҙы, – улар эшкә тотон­һамы... Теләктәре булғанда ҡыҙҙар теләһә ниндәй серҙе лә һеҙгә ҡарағанда ышаныслыраҡ һаҡлай, белдеңме? Ярай, ҡурҡ­һағыҙ, үҙем һөйләшермен.
– Башҡаса сараһы ла юҡ, – тип ҡуйҙы Алмас башын ҡашып торғандан һуң, – беҙгә кәрәкле битлекте тик Әлсинә генә таба ала. Ә инде төпсөнөргә тотона икән, ысынлап та, ант иттереп, үҙебеҙҙең төркөмгә алабыҙ ҙа ҡуябыҙ. 
Һыу аҫты аппараты тураһындағы ҡыҙыу бәхәс ошо урында тамам булды һәм, ахырҙа, унан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды. Кәңәшле эш – уңышлы эш: күңелдәре бермә-бер күтәрелеп киткән дуҫтар сүп үләндәренә яңы көс менән ябырылды. Алмастың әсәһе төшкө сәйгә ҡайт­ҡанында артҡы баҡса ла тап-таҙа түтәлдәр ҙә көлөп ята ине.
Ябай ғына акваланг әтмәлләп алыуы ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Барыһын ғәжәпкә ҡалдырып, Әлсинә лә артығын төпсөнөп торманы. Тураһын әйткәс тә: «Аҫтыртын ғына нимә менәндер булышҡанығыҙҙы һиҙә йөрөй инем дә, – тип көлөп кенә ҡуйҙы, – шулай ҙа бындайы башҡа ла инеп сыҡмағайны». Һуңынан үҙе, «Кусто командаһы» серен бер кемгә лә, бер осраҡта ла һөйләп йөрөмәҫкә икмәк өҫтө менән ант итте.
Ғәжәп аквалангтарын һынамаҡҡа иртәгеһенә үк күлгә киттеләр. Яры һөҙәк, ҡырсынташлы урынды һайлап, сират менән күнекмә үткәрҙеләр. Ҡулдан ғына эшләнгән булыуға ҡарамаҫтан, аппарат дан ине. Нисек алданыраҡ баштарына килмәгән ошо? Хәйер, Ләйлә булмағанда, бәлки, әле һаман килмәҫ ине. 
Башта тын алғыс шлангтың һыу өҫтөндәге осон кемеһелер тотоп торҙо. Былай ифрат ҡулайһыҙ ине: аквалангысының эҙ­ләнеү майҙаны ла, хәрәкәт итеү тиҙлеге лә ныҡ сикләнә. Уйлаша торғас, уныһына ла уңай ғына ҡулайлама таптылар. Ҙур булмаған таҡта киҫәгенең уртаһын тишеп, шуның аша үткәрелгән шлангты уға беркеттеләр. Үҙенә күрә йәтеш кенә ҡалҡыуыс килеп сыҡты. Хәҙер һыу аҫтындағы кеше ҡайҙа барһа ла ҡалҡыуыс уның артынан ҡалмайса эйәреп йөрөй, таҡта батмағас, шланг эсенә һыу ҙа инмәй. Шул рәүешле һәр гениаль нәмә лә яп-ябай ғына бит ул! 
Тора-бара шуны белделәр, шланг аша хатта һөйләшергә була икән! Был асыш та әлеге шул тиктормаҫ Энәғараҡ эше булды. Әле Углерод уға йәшертен генә ҡарап-ҡарап алғылай һәм һоҡланып бөтә алмай: бына ниндәй икәнһең һин, шаталаҡ Ләйлә! Күҙ алдына ла килтермәгән инем...
Күнекмәнән-күнекмәгә оҫтара барған ҡыйыу эҙәрмәндәр тор­ған һайын оҙайлыраҡҡа һәм тәрәнгәрәк сумды. Тәрән урында йомшаҡ битлекте баҫым ҡыҫыу­ҙан, тын алыуы һиҙелерлек ауырлашһа, һыу ҡатламы кәүҙәне еңел генә өҫкә күтәреп бара. Шуның өсөн башта ҡулдарына ауыр таш тотҡан көйө сумырға мәжбүр булған үҫмерҙәр бер аҙҙан уныһына ла күнегә һалып алды. Кискелеккә инде улар һыу аҫтында, йылғыр балыҡ шикелле үк булмаһа ла, ярайһы ғына оҫта эш итә ине.
Иртәгеһен ике ишкәкле кәмә килтерҙеләр. Уныһы ла Әлсинәләрҙеке. Әлбиттә, бер аҙ бәләкәйерәк, әммә әлегә ярап торор. Башҡаһын ҡапыл ғына ҡай­ҙан алаһың?
Хәтәр шомло булыуға ҡарамаҫтан, һәләк, хатта таң ҡалып һоҡланырлыҡ, йәмле лә икән ул Илекосҡан тәңгәлендәге һыу аҫты донъяһы! Ошоға ҡәҙәре уны үҙ күҙҙәре менән бер кемдең дә күргәне юҡ. Бәхеттең ошо хайран иткесе беренсе булып йәш һәм ҡыйыу эҙәрмәндәргә тәтей. Кәмә ситенән ятып ҡарағанда төбөнә тиклем үтә күренеп ятҡанлыҡтан һай ғына һымаҡ тойолған күл сите асылда ярайһы уҡ тәрән булып сыҡты. Урыны-урыны менән ул өс-дүрт метрға етә. Күгелйем йәшел, хатта шәмәхә төҫөндәге лә ылымыҡ, ғәҙәти булмаған башҡа төрлө сырмалсыҡ үҫемлектәр менән ҡапланған эре таштар араһында һәр төрлө тереклеге мыжғый. Улар араһында айырым иғтибарҙы йәлеп иткән ниндәй­ҙер сәйер генә ҡорттары үтеп-һүтеп йөрөһә, күрер күҙгә ғәжәп дәү ҡуңыҙҙары ла салынып ҡала. Ә балығы хаҡында әйтеп тә тораһы түгел: ниндәйе генә юҡ уларҙың?! Был урында бигерәк тә оло ауыҙлы ажау менән ҡояш­та көмөш ише ялтырашып тор­ған сабағы күп ине. Ә суртандар күренмәй. Улары, күрәһең, шар күҙле, томшоғо уртаһынан ғәлә­мәт оҙон мыйыҡ һуҙылып киткән сәйер йән эйәһен осратып, ҡоттары осто ла ҡасып бөткәндер. Суртан бит ул үҙенән бәләкәстәрҙе генә йәберләргә шәп, ә ҙурыраҡтарҙан һәм көслөрәктәрҙән йәһәтерәк һыпыртыу яғын ҡарай. Һәлкәү ҡыҫалалар ғына, ана, бер ни булмағандай, тыныс ҡына ятыуҙарын белә. Улар берәүгә лә теймәй, шуның өсөн үҙҙәре лә һис ҡурҡа белмәй. Күҙәтһәң, ҡыҙыҡ инде...
Башлыҡ булараҡ, ошо мөғжизәне иң әүәл Углерод күрә алды. Ләкин сер тулы һыу аҫты донъя­һы нисек кенә әүрәткес һәм ҡыҙыҡлы булмаһын, малай унда оҙаҡлап торманы. Ни өсөн тигәндә, тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан мөхит барыбер шикләндерә. Сөнки унда яман аждаһа йәшәй. Ул ялмауыҙҙың уйында ни барын кем белә? Шуның өсөн шабыр-шобор килеп сыҡҡан Углеродтың: 
– Йә, тағы кемегеҙ төшөргә теләй әкиәти Шүлгән батшалығына? – тиеүенә башта яуап биреүсе табылманы. Барыһы бер юлы ҡапыл шым булды ла ҡуйҙы. Шулай ҙа бер аҙҙан Баһрам, ҡыҙҙар алдында уңай­һыҙланып китте шикелле, көслөк менән ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һы­ғып сығарҙы:
– Дауай, үҙем.
– Әйткәндәй, башта шартлы ишаралар хаҡында килешәйек әле. 
– Уныһы тағы нимәгә? Шланг аша ла ап-асыҡ ишетелә бит.
– Шартлы ымдар менән һөйләшә белеү ҡамасауламаҫ. Кәрәге бер теймәһә, бер тейер. Һыу аҫтында ни көткәнен һәм ҡапыл ғына ни булып китерен дә бер кем алдан әйтә алмай. Шуға күрә тағы бер һаҡланыу сараһы артыҡ булмаҫ. Ни өсөн тигәндә, шундай мәл килеп сығыр, ҡысҡырырға өлгөрмәй ҙә ҡалыуың бар. 
Эйе шул! Башлыҡтың ошо һүҙҙәре ҡалғандарҙы оторо хафаға һалды ла ҡуйҙы: ҡысҡырырға ла өлгөрмәй ҡалыуың бар... Әллә ихлас әйтте Углерод, әллә шаярта ғына... 
– Шул ҡәҙәре ҡотто алмаһаң да була инде, Углерод, – Әлсинә, өшөгән кешеләй, яурындарын йыйырҙы, – унһыҙ ҙа ҡурҡыта... 
– Тимәк, былай, – ҡыҙҙың мыжыуын ҡолағына элмәгән Углерод дауам итте, – бына ошоно билеңә уратып бәйлә, – ул биштәренән арҡан йомғағы сығарып Баһрамға һондо, – страховка. Ҡара уны, ышаныслы итеп төйнә. Үҙең өсөн. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән... 
– Быныһын, әй, шәп уйлаған­һың! – Баһрам шатланып уҡ китте.
– Артабан тыңлағыҙ: барыһы ла һәйбәт икән – арҡанды онот­ҡанда бер генә тартып ҡуяһың. Бына ошолай. Икене тартһаң – иғтибар, тигәнде аңлатыр. Ә инде ул-был көтөлмәгән хәл килеп тыуа ҡалһа, туҡтауһыҙ һелккеләргә тотонаһың. Ныҡ һәм аныҡ итеп. Быныһы инде: «Ашығыс ярҙам талап ителә!» – тигән ишара булыр. Аңланығыҙмы? Төшөнһәгеҙ, алға, Кусто тоҡомдары!
– Уныһына уҡ барып етмәһен инде ул, – тип ҡуйҙы шымтояҡ Ярсы.
– Ҡайҙан беләһең. Һыу менән шаярмайҙар, уға ихлас һәм етди мөнәсәбәт кәрәк. Һәммәһе лә беҙ уйлағанса барып сыҡһа, бәлкем, үҙегеҙҙе бер заман Мишель бабайығыҙ рәтенә индереп ҡуйырҙар әле, – башлыҡ шаяртып алырға ла форсат тапты.
Баһрам резина еҫе аңҡып тор­ған һуҙылмаҡ битлекте көслөк менән башына кейҙе. Уһылдап һулыш алды, баш бармағын юғары сөйөп, ниҙер мөңгөрҙәне. Уның ишараһы, күрәһең, бөтәһе лә «во!» тигәнде аңлата ине. Йәнәһе, мин сумырға әҙер. Ул, хас та киноларҙа күрһәткәндәренсә, йәпле генә ҡыланып, арҡаһы менән әйләнде лә һыуға ауҙы. Башта, батып китә алмаған һымаҡ, тарбанлап йөҙөп барҙы. Ахырҙа, киҫкен хәрәкәт менән арт һанын күтәрә бирҙе лә даръя төпкөлөнә төшөп юғалды. Ар­ҡандың был яҡ осонда ултырған Ярсыға аҡ табандарҙың йәлп-йөлп иткәне генә күренеп ҡалды. 
– Ярай, хәйерле сәғәттә! – бошмаҫ Энәғараҡ ҡул болғаны. 
– Һаҡ бул, Баһау! – хистәренә баш була алмаған Әлсинә малайҙы йәшертен ҡушаматы менән атарға ла онотто. 
Башлыҡ кеүек үк Баһрам да оҙаҡ көттөрмәне. Ҡыҙҙар ҡаршыһында күкрәк киреп күпме генә ҡыланма, япа-яңғыҙыңа ярым ҡараңғы һыу аҫты донъя­һында бер үҙең ҡалыуың әллә нисек шул. Төтөнгә әйләнгән кәпәренке ҡыйыу­лығың ҡайҙалыр юҡҡа сыға ла уның урынын шөр тигән яман тойғо биләй һала. Күл төбөндәге матурлыҡты маҡта ла кәмәлә генә тик ултыр ул.
Шулай ҙа ныҡ икеләнеүҙәренә ҡарамаҫтан, дуҫтары алдында бер кемдең дә һыр биреп, ҡурҡаҡлығын күрһәтәһе килмәне һәм сират менән аппаратты һынап ҡараны. Хәйер, теге аждаһа күңелде өйкәп тормағанда, һыу аҫтына сумыуҙың әллә ни ауырлығы ла юҡ. Ошо урында шланг осо өҫтә йөҙөп йөрөүенең тағы бер ыңғай яғы асыҡланды: ул әлеге мәлдә аквалангысы ҡайһы тирәлә булыуын теүәл күрһәтә ине. 
– Ҡарағыҙ әле, малайҙар үә ҡыҙҙар! – ҡайтып барғанда башлыҡ тағы осоп төштө, – мәйтәм, аппараттарҙы икәү иткәндә...
– Ә ниңә, бик шәп булыр ине!
– Эйе шул, икәү икәү булыр ине әле! 
Үҫмерҙәр, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, шаулашып алды. Шулай ҙа һуңғы аҡыллы һүҙҙе Ярсы әйтте: 
– Йәнәшәңдә иптәшең барында үҙеңде ышаныслыраҡ та, ҡыйыуыраҡ та тояһың бит ул. Алдың-артың бер тиң ҡараулы ла, һаҡланған да була.
– Тағы бер битлек таба алмаҫһыңмы, Әлсинә? – тип ҡыҙыҡһынды Ләйлә.

– Һи-и, улар ни атайымда тулып ята. Моғайын, йәлләп тормаҫ, – Әлсинә дуҫтарын ышандырҙы.
Был эштә әҙме-күпме тәжрибә туплап таҫылланған эҙәрмәндәргә аппараттың икенсеһен йыйыуы ҙур ҡыйынлыҡ тыу­ҙырманы. Бөгөн инде парлашып сумырға ҡарар иттеләр. Тәүҙә аквалангтарҙы Углерод менән Энәғараҡ кейҙе.
– Һин ваҡытлыса баш булып ҡалаһың, – башлыҡ Әлсинәгә төртөп күрһәтте, – минең урын­ға, – тип өҫтәргә лә онотманы.
Бер-береһенә рәнйеүле ҡараш ташлаған Баһрам менән Ярсы, малай кешеләр булараҡ, үҙҙәрен бер остандаҡ ҡыҙ ҡулына тапшырыуҙарына хәтерҙәре ҡала биреп ҡуйһа ла, хистәрен тышҡа сығарманы: һәр эштә лә ниндәйҙер тәртип булырға тейеш. Бигерәк тә уларҙыҡы ише үҙе хәтәр, үҙе мөһим эштә. Шулай булғас, тешеңде ҡыҫып, түҙә лә белеү кәрәк.
Шабыр-шобор һыуға сумған Энәғараҡ менән Углеродтың ҡояшта ныҡлап янырға өлгөрмәгән аҡ тәндәре байтаҡ ара күренеп барҙы. Ахырҙа, әкрен-әкрен генә бата башлап, йәшкелтем ҡатламға инеп юғалды.
Тын ғына йылҡылдап ятҡан күлдең һыуы бөгөн икеһенә лә ғәжәп йылы тойолдо. Тәрәнгәрәк төшкән һайын, һулыш алыуы ла, йөҙөүе лә ауырлаша бара. Хәҙер инде танауҙарҙы һығылмалы битлек ҡыҫҡанлыҡтан, һулышты ауыҙ аша ғына алырға мөмкин. Билгә бәйләнгән арҡан менән тын алғыс шланг тегеләй-былай болғанлап, хәрәкәт итергә ныҡ ҡамасаулай.
Бына, ниһәйәт, күлдең төбөнә төшөп еттеләр. Тәрәнлек, арҡан­ға самалағанда, оһо, дүрт метр тирәһе! Унда һаран ғына ҡояш нурҙары үтеп ингәнлектән, ярым ҡараңғы, тигеҙһеҙ күл төбөндә биш-алты аҙымдан ары күреп тә булмай. Хәйер, шунан артығы кәрәкмәй ҙә. Күңел күҙҙәрең үткер, иғтибарың етерлек икән, ошо арауыҡта ла күп нәмәне шәйләргә мөмкин.
Ҡыҙ менән малай һуштарҙы алмалы һыу аҫты мөғжизәһенән айырылғылары килмәйенсә байтаҡ йөрөп ташланы. Бая Баһрам дөрөҫ әйткән, эргәңдә кемделер тойоу, барыбер аҙмы-күпме ышаныс өҫтәһә, шик-шөбһәләр менән борсолоуҙарҙы ла оноттора икән. Икәү булған саҡта хатта аждаһа ла ҡурҡыныс түгел кеүек.
Бына бер мәлде Энәғараҡтың арҡаны еңелсә тирбәлеп ҡуйҙы. Ҡыҙ малайҙың яланғас арҡаһына ҡағылды ла баш бармағы менән өҫкә ишараланы. Күтәрелә­йек, йәнәһе, тегеләр көтә. Углерод, төшөндөм, тип баш ҡаҡты.
– Нимәһенә шул ҡәҙәре оҙон-оҙаҡҡа баттығыҙ ҙа ҡуйҙығыҙ ул? – кәмәгә менер-менмәҫ Әлсинә уларҙы шелтәләп ҡаршы алды.
– Уй, әйкәйем, ундағы матурлы-ыҡ! – битлеген шунда уҡ һыпырып алған Энәғараҡ күреп кисергәндәренән һоҡланыуын да, хис-тойғоларын да тыйып тора алманы, – үҙеңде ҡарарбыҙ әле, тиҙ генә сығырһыңмы икән?
– Йә, нисек? – тип етди ҡы­ҙыҡһынды Ярсы.
– Дөрөҫөн әйткәндә, иғтибар­ҙы йәлеп итерҙәй бер ни ҙә осраманы, – Углерод ғәмһеҙ ҡиәфәт­тә ҡул һелтәне, – тулып ятҡан таш та, йәшел ылымыҡ инде...
– «Калипсо»ны әллә ҡаяға яҡыныраҡ килтереп, шул тирәлә эҙләнәйекме? – Баһрам Углерод һонған битлек эсендәге һыуҙы түкте лә майкаһы менән һөртөп ҡоротто, – аждаһа ҡая аҫтында­ғы ҡыуыш урында йәшәмәй микән, тием...

Тәүге уңыш ҡанат ҡуя

Кәмәләрен суҡайып торған оло ташҡа терәттеләр. Икенсе булып Баһрам менән Әлсинә сумды. Был тирәнең һайыраҡ икәнлеге ябай күҙгә лә күренеп тора ине. Аяҡ аҫты ҡаянан бүҫелеп төшкән эреле-ваҡлы таш менән тулы. Иркенләп йөрөүгә ныҡ ҡамасау яһай. Уның ҡарауы, бында урман булып ултырған ылымыҡ юҡ иҫәбендә.
Теге икәү юғалып, күп тә торманы, кәмә морононан алыҫ түгел тирбәлгән шланг осо тауыш бирҙе: «Һандыҡ таптым, малай­ҙа-ар!» – Был шатлығы эсенә һыймаған Баһрам ауазы ине.
– Ул ниткән һандыҡ тағы? – ҡапыл-ҡара аптырап киткән Углерод шланг осон ҡулына ала һалды ла микрофон һымаҡ итеп тотто, – һеҙ ипләберәк ҡыланығыҙ унда.
– Тимергә оҡшаған! Үҙе көс еткеһеҙ! – йөрәкһеп киткән Баһрам уның иҫкәртеүен ишетмәне лә шикелле.
– Нимә эшләтергә уйлайһы­ғыҙ?
– Арҡан осона беркетәм.
– Һай, мәрҙәс! Юҡҡа ғына «Еңеү Аллаһы» түгелһең икән!
Һәлмәк кенә булыуға ҡарамаҫ­тан, көтөлмәгән табышты һыу өҫтөнәсә тартып сығарыуы ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Әммә кәмәгә күтәреп һалыуы күп көс талап итеп, байтаҡ хәлде алды.
Емергес тут ҡаплаған тимер һандыҡтың өҫтө лайлалы ләмгә йәбешеп торған эреле-ваҡлы һыу бөжәктәре менән тулы ине. Һандыҡ үҙе йоҙаҡланған булып сыҡты. Түҙемлектәре етмәгән тәүәккәл эҙәрмәндәр уны ярға сығарып тормайынса ғына, кәмәлә үк, асырға ҡарар итте. Бына килеп бәләкәй балта менән ломдың да кәрәге тейҙе. Юғиһә, Баһрам: «Уларҙы нимә эшләтәһең? Алып йөрөүе ауыр бит», – тип башлыҡтың теңкәһен ҡорота ине.
Серей башлаған күгән малай­ҙарға етди ҡаршылыҡ күрһәтә алманы: балта төйҙәһе менән бер-икене биргесләп, ломды эшкә ҡушыуға сурт һынып та сыҡты. Ә бына ҡапҡасты аса алмайса оҙаҡ аҙапландылар. Ни­һайәт, уныһын да ҡайырып алдылар ҙа, әллә ниндәй хыял­дар­ға бирелә-бирелә, һандыҡ эсенә ҡаранылар: сереп байытыр хазина түгелме?
Ләкин... Унда малайҙарҙы, бигерәк тә ҡыҙҙар затын ҡыҙыҡ­тырырҙай бер нәмә лә юҡ ине. Ва­ҡыт уҙыуҙан һарғайып бөткән ниндәйҙер ҡағыҙҙар, иҫке аҡса, элекке документтар. Бары шул ғына. Эҙәрмәндәрҙең танауы төшә биреп ҡуйҙы. Һыу эсендә оҙаҡ ятыуға ҡарамаҫтан, яҙыу­ҙар асыҡ төҫмөрләнә. Шулай ҙа уҡырлыҡ түгел: әллә ниндәй аңлайышһыҙ телдә яҙыл­ған.
Маташа торғас, дуҫтар яҙмаларҙың латин телендә икәнлеген асыҡланы. Әммә күпме генә тырышмаһындар, мәғәнәһенә төшөнә алманылар. Уларҙың йөкмәткеһен өлкәндәр ярҙамында ғына белеп буласаҡ. Шуның өсөн табышты иң әүәл Гәрәй ағайға күрһәтергә ҡарар иттеләр. Төпсөнөп, ҡайҙан алды­ғыҙ, нисегерәк таптығыҙ тигән кеүегерәк һорауҙар менән йөҙәтә башлаһа, әлегә, һыу ингәндә аяҡҡа һуғылған ине, тип торор­ҙар. Былай әйтеү бит алдашыуға инмәй, ни бары сер һаҡлау ғына. Ә аҙаҡ ҡарарҙар.
Еүеш ҡағыҙҙарҙы ҡулына ал­ған Гәрәй Ғирфан улының күҙҙәре упайҙы. Ул, аптырау тулы ҡараштарын айырып ала алмайын­са, оҙаҡ текләп торҙо. Береһен ал­ды, береһен һалды.
– Оло һуғыш осорондағы документтар, ахыры, – тине, ниһайәт, – эйе, шул мәлдәге ҡағыҙ­ҙар. Бына төп кенәгә, бына һалымға ҡағылышлы квитанциялар, былары – белешмәләр, халыҡҡа еткерелгән заданиелар...
Улар араһында, латин яҙмаһынан тыш, урыҫ телендә яҙылғандары ла бар ине. Барлай торғас, һандыҡ төбөнән ыҡсым ғына итеп сепрәккә уралған әйбер, был ҙур булмаған төргәктең эсенән, ҡағыҙҙарҙан тыш, мисәт менән штамп килеп сыҡты.
– Былары – совет заманындағы аҡса, былары – квитанциялар, – уҡытыусы һәр әйберҙе күрһәтеп аңлата барҙы, – ә бына быны­һы... Партия билеты?!
Гәрәй Ғирфан улы тос башаҡлы СССР гербы һүрәтләнгән ҡыҙғылт тышлы кенәгәне эске кисерештәр менән ҡулына алды ла һыйпаштырып ҡуйҙы. Яңылыштан йыртып ебәрмәҫ өсөн үтә һаҡ ҡыланып, тәүге битен ас­ты. Уның ҡапыл ғына йөҙө яҡтырып китте һәм шунда уҡ ҡабат ҡараңғыланды. Бер аҙҙан тағы нурланды, тағы һүнде.
– Беләһегеҙме, балалар, был бит минең атайымдың партия билеты, – тине ул, ниһайәт, һушын йыйып. Үҙе әллә ҡыуанды, әллә ғорурлыҡ менән әйтте, уныһы билдәһеҙ ҡалды.
Шунда уҡ машинаға ултыртып ауыл советы бинаһына фронтовик Ғирфан бабайҙы алып килделәр.
– Атай, бына, уҡыусылар һинең партбилетыңды тапҡан, – был юлы Гәрәй ағай тулҡынланыуын йәшерә алманы. Хәйер, йәшерергә уйламаны ла шикелле. Ярылып торған ғорурлыҡ аша ҡатырға киҫәген бабайға һондо. Тегеһе ҡалтыранып киткән ҡулдары менән ҡабалан-ҡар­һалан ҡалын күҙлеген кейә һалды ла, ниндәйҙер үтә ҡәҙерле нәмәһен күреп ҡалғандай, билетҡа үрелде. Бая ғына алға эйелә биреп атлаған бабайҙың кәүҙәһе күҙ алдында турайып киткәндәй булды. Уның тәрән һырҙар менән йырғысланған ҡоңғор сырайы бер ағарҙы, бер буҙарҙы. Ахырҙа, хәле мөшкөләйеп, ҡойма буйына сүгә төштө лә ыңғырашҡанға тартым өн сы­ғарҙы:
– Йә, Хоҙа! Күпме эҙләнем мин һине! Шул арҡала михнәт­тәрҙең ниндәйен генә күрмәнем дә ғазаптың ҡайһыһын ғына кисермәнем. Ыһ-һ...
Күҙҙәренә йәш эркелгән Ғирфан ҡарт үҙе кеүек таушалып бөткән ҡатырғаны мәртәбәләп күкрәгенә ҡыҫты. Сал сикәләре буйлап тамсылар тәгәрәште. Ҡыуаныс йәштәре булдымы улар әллә һағышмы – бер кем дә аңлай алманы. Эштең ошо рәүешле уйламаған боролош алырын һис көтмәгән эҙәрмәндәр ҙә, Гәрәй ағайҙары ла бер мәлгә юғалып ҡалып, һүҙһеҙ тор­ҙо. Ә ин­де һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуған, йәтеш кенә сандыр кәү­ҙәле, ғәжәп тыныс холоҡло һәм ғүмерендә бер бөжәкте лә йәберләмәҫ оло кешенең ябай булмаған яҙмышында әле генә ифрат мө­һим ваҡиға булып үткәнен һәммәһе лә асыҡ төшөндө.
– Эй-й, балаҡайҙар, булды бит заманы! Өлөшөңә төшкән көмө­шөң икән, ҡалай итәһең, – тине ауыр көрһөнөп ҡарт ҡулъяулығы менән еүеш күҙҙәрен һөртөп. Бер аҙ тыныслана төшкәс, бына нимәләр һөйләне ул.
...Кем кемде, тип фашистар менән барған үлемесле һуғыштың иң дәһшәтле, иң ҡур­ҡыныс­лы осоро. Мәкерле дошман Мәскәү эргәһендә бер тап­ҡыр томшоғона алғандан һуң икенсе йәйгә Сталинград йүнәлешендә алға ынтылған ва­ҡыт. Ошо мәлдә Ғирфан ауыл советы сәркәтибе булып эшләгән икән. Фронтҡа алыныр­ға аҙ ғына йәше тулмағанлыҡтан, заманына күрә еңелдән булмаған эште һәүетемсә генә баш­ҡарып йөрөгән. Уйламағанда-нитмәгәндә ауыл советы кәнсә­һенән барлыҡ документтар менән ҡиммәтле об­лигациялар, халыҡтың: «Фронт өсөн, еңеү өсөн!» – тип йыйған барлы-юҡлы ғына аҡсалары һаҡ­ланған тимер тышлы һандыҡ ғәйеп була. Ишек онталмаған, йоҙаҡ та теүәл, ә һандыҡ юҡ. Пар асҡыс­тың бере­һе – сәркәтиптә, икенсеһе – ауыл советы башлығында. Башлыҡ фронттан ғәрип булып ҡайта, шунлыҡтан уға бер ниндәй ҙә һүҙ теймәй. Шик  ун ете йәшлек сәркәтипкә төшә. Ул йәш, алабарман, хәрәмдән төшкән аҡсаға ҡыҙығыуы бар. Өҫтән-мөҫтән генә тикшергәндән һуң, дәүләт мөлкәтен үҙләштереү маҡсатында уғрылыҡ ҡыл­ған, тип бар бәләне сәркәтипкә япһаралар ҙа егетте фронттың иң ауыр урынына – штрафбатҡа оҙаталар. Шулай итеп, ҡот осҡос ғәйепләү әле йәшәй ҙә башламаған йәш кешенең яҙмышын селпәрәмә килтерә. Ул саҡта штрафбат һүҙенән генә лә дер ҡалтырап тор­ғандар, ә Ғирфанға барыбер һымаҡ: анауындай нахаҡ мәсхәрәне күтәреп йөрөгәнсе, йәшәмәгәнең мең артыҡ...
Кешелек хоҡуҡтарынан тулы­һынса мәхрүм ителгән Ғирфан  һуғышта ҡаты һынауҙарға дусар була. Иҫһеҙ көйө мәйеттәр араһына сығарып ташлағас, хатта, һәләк булды, тигән ҡара ҡа­ғыҙы ла ебәрелмәй. Штрафниктар өсөн ундайы ла ҡаралмаған. Ярамай, ул – халыҡ дошманы. Халыҡ аҡсаһына ҡул һуҙған кеше өсөн әсәһенән баш­ҡа ауылда ҡайғырыусы ла табылмай. Унан хатта атаһы ла баш тарта. Шулай ҙа намыҫы рәхимһеҙ рәүештә тапалып, кемдеңдер оло гонаһын лайыҡһыҙ йөкмәп йөрөгән егет бар яуызлыҡтарға, ул ғынамы, әжәлдең үҙенә үс итеп, һуғышты фашистың ояһында – Берлиндың үҙендә тамамлай. Тыуған яҡтарына еңеүсе сифатында ҡайтып төшә. Мал – туй­ған ерендә, ир – тыуған ерендә, тигән һымаҡ, нисек кенә ауыр булмаһын, уны тыуған төйәк тарта.
Тәүге мәлдәрҙә ауылдаштарына һүҙ ҡушыу түгел, күтәрелеп ҡарарға ла ояла. Ул бит һаман да бур булып ҡала килә. Киреһе иҫбат ителмәгән! Хәйер, егеттең хәленә кереп, быны эшләргә теләүсе лә табылмай. Сөнки ваҡыты шулай: кешеләр бер-береһенән ҡурҡып-шикләнеп йәшәй, һәр кемгә үҙ башы ҡәҙерле. Эй-й, заманала-ар!
Баш баҫып ниндәй генә эштәрҙә эшләмәй Ғирфан. Колхоз малын ҡарай, тракторын да йөрөтә, комбайнда иген һуға. Ҡыштың сатнама һыуыҡтарында ҡуна ятып, ағас әҙерләй. Ҡыҫ­ҡаһы, ҡайҙа ауыр, шунда була. Бындай «почёт», нигеҙҙә, түрәләр тарафынан күрһәтелә: ул бит халыҡ дошманы, уға ҡарата аяу булыр­ға тейеш түгелдәр. Юғиһә, үҙеңде лә ҡарап тормаҫтар. Бына шундай дәүерҙәр булған. Нисек кенә тырыш, күндәм, аҡыллы һәм һәләтле булмаһын, түрәләр уны күрмәмешкә һалыша. Ир-ат ҡулы ныҡ етешмәүгә ҡарамаҫтан, күҙгә элә һалып бармайҙар. Киреһенсә, нисек тә үрләтмәҫкә тырышып, башына һуға торалар. Былары ғына әле нимә? Иң үҙәгенә үткәне: осрағы сығып, уңайы тура килгән һайын, үткәндәрҙе иҫенә төшөрөп, төрткөсләргә әҙер тороуҙары. Ә төптө нахаҡҡа ғәйеп тағылып, лайыҡһыҙға ыҙа сиккәнлеген аңлай башлаған ауыл халҡы намыҫлы егетте үҙ итә бара. Иң ауыр осорҙа уның хәленә кергән кешеләргә Ғирфан бабайҙың рәхмәте әйтеп бөткөһөҙ. Ә түрәләр? Улар ни һаман шул көйө, үҙ туҡһаны туҡ­һан...

– Шулай бысраҡҡа буялыуы ғына анһат, уландар. Уныһы «һә» тигәнсе генә, – төҫһөҙләнә башлаған күҙҙәрен билдәһеҙ нөктәгә төбәп ултырған бабай ҡаты көрһөнөп ҡуй­ҙы, – таҙарынып алыуы, ай-һай, ауыр. Ифрат ҡыйын. Уның өсөн хатта ғүмерең дә етмәй ҡалыуы бар. Бына һеҙ булмағанда мин әле һаман халыҡ дошманы иҫәбендә йөрөр инем. Шул килеш үлеп тә китер инем. Ә былай... Иңемдән тау төшкән һымаҡ булды, – хәтирәләргә бирелеп киткән Ғирфан Ғилманов һөйләне лә һөйләне, – бинахаҡҡа яғылған ялған ғәйепте кире ҡағып, үҙемде аҡларға тырышыуҙан әлеге бысраҡты әүәл ҡаным, һуңынан әсе тир менән йыуып маташтым, килеп сыҡманы. Кәрәк сағында тәнемде лә, йәнемде лә ҡыҙғанып торманым, ғүмеремде йәлләмәнем. Барыбер илем, халҡым алдында тулыһынса сафлана ла, аҡлана ла алманым. Шул мүкләнгән үҙһүҙле түрәләр арҡаһында миңә аҙағынаса ышанманылар. Рухыңды ҡаҡшатыр ялған ғәйеп менән йәшәүҙәре ҡыйын. Сикһеҙ ауыр. Быны үҙ елкәһендә татып ҡарағандар ғына беләлер. Һеҙҙең бөтә ғүмерегеҙ әле алда. Йәшәүегеҙ башланып ҡына тора, кәңәшем шул: үҙ танауы аҫтынан ары күрә белмәгәндәр менән үҙ мәнфәғәте өсөн әсәһен һатырға әҙер әҙәмдәрҙән берүк һаҡ булығыҙ.
– Ә һандыҡ? Ул нисек итеп күл төбөнә барып эләкте икән, Ғирфан олатай? – Ләйлә барыһын ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙы бирҙе.
– Бар ине бер мин-минлеген еңә алмаған тәкәббер кеше. Үҙе һәләк оҫта булды, әммә ҡулы тик торманы... – шулай тине лә олатайҙың сырайы ҡараңғыланып китте, теге тәкәббер күҙ алдына килеп баҫҡандыр, күрәһең, – сама менән кем этлеге икәнлеген дә һиҙемләнем, әммә иҫбатлар дәлиле булманы. Эҙен ул шул тиклем белеп йәшергән ине. Ә хәйерһеҙ һандыҡты күпме эҙләһәк тә, таба алманыҡ. Илек­осҡан ҡаяһы аҫтында ятыр, тип кем уйлаған инде, йә?!
Күпкә йәшәреп киткәндәй күренгән Ғирфан бабайҙың йөҙөндә эскерһеҙ йылмайыу ғәләмәте са­ғылып ҡалды. Ул инде буйтым тынысланып, һөйләүҙән туҡтаны һәм һөйәлләнеп бөткән ҡулдары менән һандыҡты һыйпаштырып ултырҙы.
Ошо урында алғараҡ китеп, шуны әйтергә кәрәк: бер нисә ай үтеүгә элекке уғры, халыҡ дошманы Ғирфан Ғилмановтың енәйәт эше яңынан ҡаралды. Үҙәк баҫмаларҙа уны тулыһынса аҡлауҙары хаҡында бәләкәй генә указ баҫылды. Ә ул иғтибарлап ҡарамаған кешенең күҙенә салынып та бармай ине. Шу­ға ла замандаштарының күпселегенә уны күрергә насип итмәне. Тимәк, Ғилманов бөгөнгө гүр эйәһе замандаштары өсөн мәңгелеккә бур булып ҡалды. Йән әсетер үкенесле хәлдең ошонан да аяныслырағы булыуы мөмкинме?!
Шул ҡәҙәре ҡот осҡос рәнйе­теүҙәрҙән һуң да намыҫы таҙа көйө ҡалып, күңеленән сафлыҡ китмәгән, тыуған-үҫкән еренә, уның яҡшы кешеләренә тоғролоҡ һаҡлай алған ил азаматының изге исеме, һуңлаңҡырап булһа ла, кире ҡайтарылды. Ошоноһо – иң мөһиме. Йөрәге көйөктән таҙарынып, күңеле менән йәне тамам урынына ултырған Ғирфан бабай ҡурҡыу белмәҫ эҙәрмәндәргә рәхмәттәрен әйтеп бөтә алманы. «Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, балалар, – тине ул хушлашҡанында, – бер изгелек ҡырҡҡа әүерелеп, кире ҡайтыу­сан...»
...Былары аҙ ғына һуңғараҡ булыр. Ә әлегә көтөлмәгән табыш-тан ҡанатланып киткән үҫмерҙәр эшкә ең һыҙғанып тотондо. Алда уларҙы ниндәй асыштар, ниндәйерәк яңы табыштар көтә икән? Бер Ҡаҡтуғайҙы ғына түгел, яҡын-тирәләге барлыҡ ауыл халҡын ҡур­ҡыуға һалып, күңелдәргә шом йүгерткән аждаһа эҙенә төшә алыр­ҙармы улар?

Бүләк

Ялмауыҙ аждаһаны эҙләүҙә, таш сөңгәлендәге ағас ҡыуышҡа ҡарағанда, кәмә менән акваланг күпкә отошлораҡ, хатта ҡыҙыҡлыраҡ та. Ошоно тиҙ арала төшөнөп алған ныҡыш эҙәрмәндәр күп ваҡыттарын йә кәмәлә сайҡалып, йә әкиәти күл төбөн байҡап үткәрә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аждаһаның үҙен түгел, уға оҡшаш йән эйәһен дә осратҡандары юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар һыу аҫты донъяһы менән аралашыуҙан әйтеп бөткөһөҙ оло ләззәт таба.
Тәүге мәлдәрҙә ныҡ һағайып, ян-яҡтарына ҡарай-ҡарай сумған үҫмерҙәр хәҙер инде өйрәнеп тә бөттө. Әллә бар, әллә юҡ ғифриттән абайыраҡ булыуҙы уйлап та бирмәйҙәр. Хәйер, улайтып әйтеү бигүк дөрөҫ түгелдер, яҙа-йоҙа ғына булһа ла, үҙ күҙҙәре менән күрҙеләр бит. Шулай әҙәми зат һәр нәмәгә тиҙ күнегә. Ваҡыт ҡына кәрәк. Ана, Кусто кешеләре лә ауырлығы нисәмә тонна тартҡан ун-ун биш метр оҙонлоҡтағы йырт­ҡыс акулалар араһында бер ни булмағандай йөҙөп йөрөй. Улар менән һис ҡурҡып тормайса, һин дә мин аралаша. Әйтерһең дә, ғүмерҙәре буйына шул ҡан көҫәгән оңҡоттар янында йәшәгәндәр. Сыбаркүл мөғжизәһе акула түгелдер әле. Уның кеүек һушты алырлыҡ ҡиәфәте лә, туймаҫ тамағы ла юҡтыр...
Алмас, ҡасан ғына әле бошмаҫ Ләйләне өнәп етмәгән Алмас, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыҙға эҫенде лә ҡуй­ҙы. Уның тураһында уйламайынса хәҙер минут та тора алмай. Шуның өсөн һәр сумыуында тиерлек гелән ошо тәү ҡарамаҡҡа урынһыҙға остандағыраҡ һәм бер ҡатлы күренгән, икенсе әйләнеүеңә унан да етди, унан да аҡыллы кеше юҡ һымаҡ тойолған үткер ҡыҙҙы үҙе менән алырға тырыша. Йәнәшәһендә Ләйлә барында Алмас үҙен еткән егет итеп тоя.
Ләйлә – ап-аҡ нәфис йөҙлө ҡыҙ. Уның янып торған асыҡ зәңгәр күҙҙәре, өлгөргән етен ише һар­ғылт сәстәре ошо нәфислеккә һылыулыҡ өҫтәп ебәрә. Ғәжәп, әллә ҡарашында бер хикмәт бар: ҡыҙ­ҙың тултырып бер ҡарауы етә, малайҙар ҡойола ла төшә. Алсаҡ, яҡты йөҙө ерлегендәге сөм-ҡара ҡаштар уға айырата матурлыҡ өҫтәп тора. Ә инде яңы тыуған ай ише шул ҡаштарҙы һикертеп тә ебәрһәме-е?! «Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булмаған, Сәлимәкәй, ҡара ҡашыңа», – тип нәҡ ошоноң кеүек ҡаштарға әйтәләрҙер әле. Ләйләнең ураҡ кеүек бөгөлөп киткән керпектәре лә, тулышып бешкән сейәне хәтерләткән ҡупшы ирендәре лә, әйтерһең дә, уның өсөн генә ҡойоп ҡуйылған. Бошмаҫ ҡыҙҙың эсендәге тышында. Ул бер нәмәне лә йәшереп тота белмәй һәм теләге лә юҡ. Арабыҙҙа йөҙгә берәү генә осрар ундайҙар эргәһендә йәшәүе күңелле лә, рәхәт тә. Ҡыҫҡаһы, Ләйлә кемдеңдер бәхетенә үҙе уңған, үҙе тоғро кәләш булмаҡсы. Әллә ошондай ут-ҡыҙҙы оҡшатыуҙан башын юғалта барған Алмасҡа шулай күренә генәме? Һылыулығы һылыулыҡ менән, ә бына ҡылығы! Ысынлап та, тиктормаҫ энәғараҡтың тап үҙе инде! Ул сослоҡ, ул етеҙлек, ул эшкә таҫыллыҡ, тиһеңме?! Барыһы ла уға артығы менән бирелгән. Ләйлә, мәңге тулмаҫ орсоҡ шикелле: урынында ултырып та, тороп та сыҙамаҫ. Туҡтауһыҙ себен ҡыуған энә­ғараҡ кеүек, ул һәр саҡ хәрәкәттә. Арымай ҙа, ялыҡмай ҙа, аптырар­һың. Ана, шул бәрҙе балығы ише йылғыр ҡыҙ Алмас күңелен көнләп түгел, сәғәтләп арбай бара һәм үҙенә ҡарата тел менән әйтеп кенә аңлатып бөткөһөҙ илаһи хистәр уята. Тәүге һөйөү, беренсе мөхәббәт тигәндәре ошо булмаймы икән?..
Ҡайсаҡ улар, онотолоп китеүҙән, һыу аҫтына ни өсөн төшкәндәрен дә иҫтәренән сығара һәм шаян балыҡтар шикелле ҡыуышып уйнарға тотона. Ҡыҙҙың тығыҙ тәненә, матур яланғас аяҡтарына абайламаҫтан ҡағылып китеү малайҙа әйтеп бөткөһөҙ кинәнес тыу­ҙыра. Ләйлә тертләп киткән кеше була һәм кинәт боролоп малайға бармаҡ янай һала: йәнәһе, шаярма. Сибәр йөҙө күренмәй, тауышы ишетелмәй, ләкин ошо талапсан һуп бармаҡ телһеҙ көйө лә барыһын әйтеп тора. Уңайһыҙланып киткән Углерод маска эсендә йылмайған була. Ярай, артабан һағыраҡ ҡыланырға тырышыр, ҡыҙҙарҙы үпкәләтеү ярамай...
Ә инде дуҫтары менән ҡыуыштарында йоҡларға ятҡас, хәтирәләргә бирелеп киткән Алмас ҡыҙҙы тылсымлы әкиәт һыуһылыуы итеп күҙ алдына баҫтыра ла һөйөнөп ҡуя. Эйе, Ләйлә – һоҡланғыс зат – торғаны Һыуһылыу!

* * *

Баһау менән Әлсинә гел генә парлашып сума. Тәкәбберерәк холоҡло, кәрәккәнгә-кәрәкмәгәнгә маҡтанып алырға әүәҫ ҡыҙҙы Ба­һау башта һис яратмай һымаҡ күренде. Ҡапма-ҡаршы тәбиғәтле ошо икәүҙе бары дөйөм эш кенә берләштерә. Юғиһә, малай уның менән бергәләп һыу аҫтына төшөү түгел, эргәһенә лә бармаҫ ине. Ысынлап та, һылыулығы менән артыҡ маһая алмаған, түп-түңәрәк ҡоңғорт йөҙлө, дуғаланып торған ҡалын ҡаштары аҫтында уҫал ҡараған ҡуңыр күҙҙәре һәм мәңге турһайған ирендәре Әлсинәнән башҡаларҙы ситләштерә. Быға, күрәһең, иркә ҡыҙҙың ғаиләләрендә яңғыҙы ғына үҫеүе арҡаһында ҡалыплашҡан ҡырыҫ тәбиғәте өҫтөнә ярылып торған һауалылығы, үҙһүҙлелеге һәм юҡ-бар сәбәп өсөн генә үсегеүҙән ҡапыл ҡыҙып барыуы булышлыҡ итәлер. Мәгәр, противогаз битлектәре табып килтермәгәндә уны яҡын да юлатмаҫтар ине. Был, әлбиттә, тәтәй ҡыҙҙың мыжыуынан ялҡып бөткән Баһрам фекере. Ә Углерод нисек уйлайҙыр, уныһы бер үҙенә билдәле.
Әммә кинәт тоҡанып китһә лә, Әлсинә тиҙ һыуыныусан һәм бәғзе кенәсел бәндәләр кеүек асыу һаҡлап йөрөмәй. Уның йәнә бер сәйер ғәҙәте бар: нимәнелер оҡшатмай турһайып алдымы, оҙаҡ ваҡыт һөйләшмәй ҙә ҡуя. Бындай саҡтарҙа уға һүҙ ҡушып өндәшеүҙең фай­ҙаһы юҡ. Мәле етмәйсә ауыҙын да асмаясаҡ. Ана шул ҡапма-ҡаршы тәбиғәтле ике үҫмерҙе тик һыу аҫты мөхите генә берләштерә.
Бар ауылды шаҡ ҡатырған тимер һандыҡты тапҡандан һуң әлегә күҙгә күренгәндәй башҡа йүнле әйбер ҙә, иҫте китерер аждаһа йөрөгән эҙҙәрҙе лә шәйләгәндәре юҡ. Эстәре ныҡ бошоуға ҡарамаҫтан, терәпес эҙәрмәндәр бирешергә уйламай. Башланған эш – бөткән эш: үҙ һүҙҙәрен һүҙ итер­ҙәр, эште ахырынаса еткермәй тороп, туҡталмаясаҡ улар. Ҡаҡтуғай ауылының «Кусто командаһы»на сибек фиғеллеләр йыйылмаған...
Уңышһыҙ көндәрҙең береһендә  иртәнге мәшәҡәттәрҙе ослап, ғә­ҙәттәгесә, Баһауҙар тыҡрығына йыйылғандан һуң, Ләйләне оҙаҡ ҡына көттөләр. Башҡа саҡта иң алдан өтәләнеп йөрөгән ҡыҙ бөгөн юҡ та юҡ. Ул байтаҡ ваҡыт тотҡарланып торғандан һуң ғына, ниһайәт, килеп күренде.
– Малайҙар! Әлсинә! – шәп йүгереүҙән йыш-йыш тын алған Ләйлә килеп етер-етмәҫ тәтелдәргә тотондо, – Гәрәй ағай саҡыра, бөтәгеҙ ҙә бер юлы килеп сыҡһағыҙ, шәп булыр ине, ти. Ғирфан олатайҙың ниндәйҙер йомошо төшөп тора икән...
– Барайыҡ һуң, әтеү уңайһыҙ бу­лыр, – Алмас шунда уҡ риза икәнлеген белдерҙе, – ҡасаныраҡ?
– Кискелеккә күсерһәк, нисек булыр? – Ғәҙел, ғәҙәтенсә, арҡыры төшмәксе итте, – һуңға ҡалабыҙ ҙа баһа?
– Гәрәй ағай, мөмкин булһа, хәҙер үк килеп етегеҙ, тине.
– Улай икән, әйҙәгеҙ, – башлыҡ ҡырҡа һуҡты.
Башҡаса һүҙ көрәштереп тороу­сы табылманы. Шунда уҡ ауылдың арғы осонда йәшәгән уҡытыусы өйөнә йүгерҙеләр.
– Һаумыһығыҙ, балалар! – Гәрәй Ғирфан улы уларҙы күтәренке күңел, яҡшы кәйеф менән ҡаршы алды, – килеп тә еттегеҙме ни, бик мәслихәт, бик хуп! Әйҙүк, рәхим итеп, өйгә уҙығыҙ. Инәйек әле...
Уҡытыусының йомшаҡ ҡына өндәшеүендә ниндәйҙер мәғәнә ята һымаҡ тойолдо. Бер-береһенә ҡарашып алғандан һуң өйгә үттеләр. Ҡунаҡ бүлмәһе уртаһына ҡуйылған оло өҫтәлдә сәй табыны әҙерләнгән ине. Унда һәр төрлө тәм-том: зиннәтле ашамлыҡтар, шәрбәтле эсемлектәр ҡуйылған. Аптырашып ҡалған үҫмер­ҙәр ни уйларға ла белмәй, ишек төбөндә тапанды: шул ҡәҙәре итеп улар өсөн тырыштылармы икән әллә? Икеле-микеле торған саҡта, борхоп ҡайнаған самауыр күтәргән хужабикә күренде.
– Йәгеҙ, тартынып тормағыҙ, ҡәйнештәр, түрҙән уҙығыҙ! – тип алсаҡ өндәште аш бүлмәһендә оҙаҡ булышыуҙан сикәләре ҡыҙарып киткән Ҡарлуғас еңгәләре – Гәрәй ағайҙың ҡатыны, – әүәл ҡыҙҙарҙы ултыртығыҙ, кавалерҙар.
– Һаумыһығыҙ, Ҡарлуғас еңгәй! – ябай һәм итәғәтле мөғәмәләнән ирәйеп киткән Ғәҙелдең теле асылды, – сер булмаһа, ниндәй тантана хөрмәтенә был ниғмәттәр? – тип ул урынһыҙыраҡ төпсөнә башланы. Алмас башҡаларға һиҙҙермәй генә уның ҡабырғаһына ныҡ итеп төрттө: ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, йәнәһе. Шунда уҡ телен тешләгән Ғәҙел күҙҙәрен селт-селт йомоп ҡуйҙы.
– Һеҙҙең хөрмәткә, ҡәҙерлеләрем, барыһы һеҙҙең өсөн, – тип татлы телләнде ауыл фельдшеры Ҡар­луғас, – бөгөн бында һеҙҙең көн.
Саҡырылған ҡунаҡтар урынлашып бөтөүгә ҡулына сыбар биҙәкле ҡағыҙҙар тотҡан Гәрәй Ғирфан улы ла килеп инде.
– Һеҙ, хөрмәтле уҡыусылар, ни сәбәптән шулай мәлһеҙ саҡыртты икән был, тип аптырауға ҡалған­һығыҙҙыр әле, – ул нур сәсеп йылмайҙы. Күренеп тора, кәйефе хәтәр шәп, – дөрөҫ аптырағанһығыҙ, мин һеҙҙе бушҡа саҡыртманым. Бөгөн – беҙҙең өсөн онотолмаҫ көн...
– Тыңлап та ултырығыҙ, барыһынан етешегеҙ ҙә, – өтәләнеп йөрөгән еңгәйҙәре сәскәле сынаяҡтарға сәй яһаны, ҡунаҡтарҙың алдына ҡуйып сыҡты, – бына, сәйгә ҡушып...
– Шул тиклем ашығыс эштең сәбәбен аңлатам, – ҡатыны һүҙҙәрен ишетмәгән Гәрәй ағайҙары өҙөлә ҡалған һүҙен ялғап, үҙенекен һөйләне. Бая ғына йылмайып торған сырайы шул әҙере уйсанланып китте, – әле һеҙ – минең менән еңгәйегеҙҙең генә түгел, ә Ғирфан бабайығыҙҙың да, ғөмүмән, беҙҙең ғаиләнең ифрат ҡәҙерле ҡунаҡтары. Хәйер, ғаилә генәме, барлыҡ нәҫел-нәсәбебеҙ рәхмәтле үҙегеҙгә. Һеҙ беҙҙең өсөн, хатта ҙур ауылыбыҙ өсөн ниндәй сауаплы ғәмәл ҡылғанығыҙҙы әлегә үҙегеҙ ҙә тулы мәғәнәһендә аңлап етмәй­һегеҙҙер. Белегеҙ: һеҙ ҙур эш баш­ҡарҙығыҙ. Бөйөк һәм изге. Был арттырыу ҙа, шаштырыу ҙа түгел, ә ысындан да шулай. Үҙегеҙ ҙә белмәҫтән атайымдың, тимәк, уның балаларының да, ейән-ейәнсәрҙәренең дә, йәғни һәммәбеҙ­ҙең, ошоғаса ниндәйҙер кимәлдә шик тыуҙырған яҡшы исеме менән кешелек дәрәжәһен кире ҡайтар­ҙығыҙ. Кителгән яҙмышлы беҙҙең нәҫелдең бинахаҡҡа ҡыйырһытып тапланған намыҫы, ауылдаштарыбыҙ алдында хурлан­ған абруйыбыҙ уйламағанда ҡабат әйләнеп ҡайтты. Юҡ, урынһыҙ кәм­һетеүҙәргә ҡарамаҫтан, беҙҙең нәҫел меҫкен булып йәшәмәне, йәшәмәҫ тә. Әлбиттә, төшөп ҡал­ғандарҙан да һаналмаҫ. Шулай ҙа, шайтан алғыры, һеҙҙең шаҡ ҡатырғыс табыштан һуң нисектер донъялар яҡтырып, һулыш алыу­ҙары иркенәйеп киткән кеүек. Кешеләрҙең дә хәҙер беҙгә ҡарата бөтөнләй башҡа мөнәсәбәттә икәнлеге тойола. Ә атайыбыҙҙың ҡыуанысының сиге юҡ!

Туранан-тура әйтелмәһә лә, һүҙ ағышының ҡайҙа барғанлығын эҙәрмәндәр шунда уҡ төшөнөп алды. Юғары тойғоларға бирелеүҙән әҫәрләнеп киткән ағайҙарын бер аҙ уңайһыҙлана төшөп, шул уҡ ва­ҡытта оло ғорурлыҡ менән тыңланылар. Улар инде теге төҫлө ҡа­ғыҙҙарҙың Маҡтау грамоталары икәнлеген аңланы. Эйе, батырлыҡты беҙҙә күрә беләләр. Эшкә ашмаҫ иҫке-моҫҡо ҡағыҙҙар өсөн ана ниндәй шөһрәтнамә менән бүләкләй­ҙәр!
– Айырым шәхес яҙмышын хәл итерҙәй мөһим һөҙөмтәләргә килтергән асышығыҙ өсөн, балалар, район эске эштәр бүлеге рәхмәт йөҙөнән һеҙгә Маҡтау ҡағыҙҙары бирә. Бына улар, тотоп ҡарағыҙ, – Гәрәй Ғирфан улы грамоталарҙы таратып сыҡты, – тик мин уларҙы уҡыуҙар башланғас, бөтә мәктәп алдында рәсми рәүештә тапшырырмын. Беҙҙең арала ниндәй шәп егеттәр һәм ҡыҙҙар үҫеп килгәнен һәммәһе лә белһен.
Йылы, мәртәбә һүҙҙәренән егет һәм ҡыҙҙарҙың түбәләре күккә тей­ҙе. Алдарында тау булып өйөлгән тәмле-татлы тәғәмдәр менән хуш еҫ бөрккән цейлон сәйен дә онотоп, хайран ултырған үҫмерҙәр артабан ни булырын әле күҙ алдына ла килтермәй ине.
– Бөтмәҫ ҡыуаныс менән оло бәхет бүләк иткәнегеҙ өсөн Ғирфан бабайығыҙ, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тип үҙе лә бүләк бирә, – Гәрәй ағайҙары ошо урында серле көлөм­һөрәп ҡуйҙы. Һаман өнһөҙ ултырған уҡыусыла­рына һынамсыл ҡарап, – һәр ҡайһығыҙға – берәр велосипед! Афариндар! – тине.
Быныһы артығыраҡ булып китте түгелме? Аптыраҡтың сигенә сыҡ­ҡан эҙәрмәндәр ҡапыл-ҡара юғалып ҡалды: ни эшләп, ни ҡылырға йәки нимә тип әйтергә һуң бындай ваҡытта? «Ура!» һөрәнләп сәпәкәй итергәме, ҡаҡлығып төшөргәме? Бәлки, ағайҙарын ҡосаҡлап алырғалыр: улар белмәй ине. Бер яҡтан, велосипед һынлы велосипед һәр кемдең оло хыялы булһа, икенсенән, әлеге осраҡта, ихтирамдың бындайына эҙәрмәндәр бөтөнләй әҙер түгел булып сыҡты. Уйламаған ерҙән бүләктең шундайын эләктерербеҙ, тип ике ятып, бер төштәренә керһә­се! Бүтән саҡта телгә бөткән Алмас та хатта:
– Рәхмәт, ағай, – тип кенә әйтә алды.
– Рәхмәт!
Башҡалар уға ҡушылған булды.
– Юҡҡа расхутланған Ғирфан олатай, – тине баҫалҡыланып киткән бошмаҫ Ләйлә, – ифрат ҡиммәткә төшкәндер инде...
– Һәр хәлдә лә, һеҙ башҡарған эш быға ғына торорлоҡ, тип уйлайым, Ләйлә һеңлем. Ғирфан бабайығыҙ ҙа шулай ти. Уның менән барыбыҙ ҙа риза. Компенсация аҡсаһына алынған сәпиттәр улар, – Гәрәй Ғирфан улы йөрәкһене.
– Компенсация?
– Эйе, хөкүмәт ҡарарына ярашлы, тейешһеҙ хөкөмгә тарттырылыу ар­ҡаһында килтерелгән рухи зыянды ҡаплау хаҡына билдәле бер күләмдә аҡса түләргә бурыслылар. Ана шул компенсация тип атала. Уны закон­һыҙ репрессияға эләккән һәр кем юллай ала. Бәлә һалып йөрөмәһә лә, шуны Ғирфан бабағыҙҙың өйөнә үк әпкилгәндәр. Ә ул, кәрәкмәй ми­ңә аҡсағыҙ, шөкөр, тәғәйен пенсиям да етә, тип ҡырҡа баш тартҡан. Шулай ҙа ай-вайына ҡарамай, ҡалдырып киткәндәр. Атайым шуны алып килде лә: «Ана, мине шатландырған сабыйҙар үҙҙәре лә ҡыуаныс күр­һен, бүләк ал. Ризалыҡ менән ҡабул итһендәр, тине», – уҡытыусы ошо рәүешле эштең асылын төшөндөрөп бирҙе.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайным үҙе өйҙә түгел. Сырхаңҡырап тор­ғанға күрә, хәстәханаға илткәйнек, һалды ла ҡуйҙылар, – Ҡарлуғас ең­гәйҙәре больницала ятҡан ҡайныһы өсөн ғәфү үтенгәндәй, һөйләнә-һөйләнә бушаған сынаяҡтарға яңыртып сәй өҫтәне, – үҙе бында булғанда бигерәк йәмле килеп сы­ғыр ине лә бит...
– Бүләкте, ҡиммәтле, тип һис борсолмағыҙ, – Гәрәй ағайҙары бая әйтеп бөтөрә алмаған һүҙен ялғаны, – атайҙың пенсияһы, ысынлап та, һәйбәт. Ихлас күңелдән тапшырғанын тартынмайса ҡабул итегеҙ...
Ә ғәжәп һылыу фельдшер Ҡарлуғас был мәлдә һаман үҙенекен һөйләне:
– Йәгеҙ, тик кенә ултырмағыҙ инде, барынан ауыҙ итегеҙ. Барыһы ла – шул Ғирфан бабағыҙ күстәнәсе. Гәрәй, тим, ҡунаҡтарҙы ҡоро һүҙ менән генә һыйлама әле, – ул аҡ тештәрен йымылдатып йылмайҙы. Ә инде һылыулығына килгәндә, улай-былай ғына ҡыҙҙарың ары тор­һон. Гәрәй ағай менән Ҡарлуғас еңгәй һәләк килешкәндәр һәм бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар. Бөтәһе лә, улар араһында оло мөхәббәт бар, ти. Ошоно ауылда көллөһө белә. Мөхәббәт булмағанда шул ҡәҙәре лә татыу йәшәй алырҙар инеме?
– Шулай шул, балалар, ғәфү, мин һеҙҙе күберәген һүҙ менән һыйлап ташланым шикелле, – Гәрәй Ғирфан улы ҡатыны һүҙенә ҡушыла һалды, – хәҙер, давайҙар, ихласлап сәй эсәйек. Әйҙәгеҙ, оялышып ултырмағыҙ, үҙ өйөгөҙҙәге һымаҡ булы­ғыҙ.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар үҙ өйҙәрендәге һымаҡ уҡ булмаһалар ҙа, һирәк эләгер һыйға ярайһы уҡ ныҡ ҡына тейенде. Шулай табындың бындайы уларға көн һайын булып тормай. Хәйер, тәмле-томло ризыҡтың ҡәҙере уны онотҡанда бер күргән саҡта ғына беленә ул. Татлыға танһыҡлап киткән үҫмерҙәр мышнашып кереш­һә лә, сама белде.
Күҙ яуын алып торған йылтырауыҡ тәгәрмәсле сәпиттәр шәп ине. Хәҙер ауылдан байтаҡ арауыҡта ятҡан Сыбаркүлгә интегеп йәйәү йөрөүҙәр бөттө. Күпме аҙаптан ҡотолдолар. Өҫтәүенә, байтаҡ көстәре менән ваҡыттары янда ҡала. Улары ғына нимә, әле буяу еҫе аңҡыған өр-яңы велосипедтарҙа ауыл малайҙарының күҙҙәрен ҡыҙҙырып, ел еткермәй елеүҙәре ни тора!
Йәш эҙәрмәндәр ҡыуанысының сиге булманы. Эйе, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә. Ғирфан олатайҙары үҙ шатлығынан уларға ла өлөш сығарып, берәр тотам бүлеп бирҙе. Шулай итеп, бәхетен дә икеләтә-өсләтә арттырҙы. Бәхет тигәнең бит ул бүлешкәндән ишәйә генә бара. Ә инде йылы һүҙ менән ысын йөрәктән тапшырылған һиммәтле бүләктәр үҫмерҙәргә көс өҫтәп ебәрҙе. Дәрттәрен бермә-бер арттырҙы һәм илһамландырып, киләсәктә яңы иҫ китмәле асыштарға әйҙәне.

Фажиғәгә бер аҙым

Ҡарлуғас еңгә сәйенән аҙаҡ кәрәкле урынға бүләк сәпиттәрҙә генә елдереп килгән үҫмерҙәрҙең түбәләре һауала ине. Уларҙың теҙелешеп ауылдан сыҡҡандарын осраған малайҙар аңшайышып та, ҡыҙығып та, шул уҡ ваҡытта эстәре бер аҙ ғына көтөрләй биреп тә ҡараштары менән оҙатып ҡалды. Үҙ дәрәжәләрен һаҡлай белгән айырылмаҫ дуҫтар баштарын юғары тотто, әммә артыҡ маһайманылар. Бөгөнгө килделе-киттеле йәшәйештә әйберҙәр­ҙең ошондайын да үҙ көсөң, үҙ тырышлығың, хатта аҡылың менән таба белеү һирәктәрҙең ҡулынан килә торған эш бит ул. Беҙҙең йәш эҙәрмәндәр – ана шуларҙың бер нисәүһе. Ай-һай, еңел түгел бүләктең бындайына лайыҡ булыуы.
Кәмәләре йәшерелгән урынға еткәс тә Углерод менән Энәғараҡ өҫ кейемдәрен һалып, аквалангтарын кейҙе. Улар кисәге кеүек үк иғтибарҙы йәлеп итерҙәй бер ни ҙә таба ла, күрә лә алманы. Бар булған табыштары ниндәйҙер өскөл генә, һис шикһеҙ кеше ҡулы ҡағылған йәшкелт таш киҫәге ине. Әйләндергеләп торғандан һуң, Баһрам уны биштәренә һалып ҡуйҙы: ярға сыҡҡас, яйлап ултырып, ентекләберәк тикшерерҙәр.
– Был тирәлә беҙҙеке кеүек данлыҡлы үә бөйөк экспедиция ҡыҙыҡҡандай бер нәмә лә тойолмай. Кәмә башын, ана, тегендәрәк, утрау яғына бор, – тине Углерод ҡыҫҡан битлекте сисеп, тирләгән битен һөртә-һөртә.
– Есть, «Калипсо»ны кеше йәшәмәгән утрауға табан йүнәлтергә! – Ярсы шунда уҡ ишкәктәргә тотондо. – Уңға!
– Утрауҙар тирәһендә балыҡсы ауҙары күп була торған, – Энәғараҡ кейенеп булашҡан Баһрам менән Әлсинәне иҫкәртте, – ян-яғығыҙҙы ҡараңҡырап йөрөгөҙ.
– Билемдә анауындай бысаҡ барында ниндәйҙер ауҙан ғына ҡурҡып торолмаҫ инде, – Баһау уңайы сыҡҡанда борсаҡ яра һалып алды, – башҡа хәсрәтең булмаһа, уныһына ҡайғырма, Ләйл... әй, Энәғараҡ.
– Шулай ҙа абай булығыҙ.
– Һинең урынға әллә үҙем сумайыммы, Әлсинә? – Ярсы һыуға һикерергә әҙерләнеп бөткән ҡыҙға һораулы ҡарашын төбәне, – ни тиһәң дә, таныш булмаған урын...
– Юҡ инде, ҡустым, – тегеһе ризалашманы, – сиратың етер, шун-да сумырһың.
Улар һыу аҫтында юғалып оҙаҡ та торманы, Баһрамдың арҡаны өс тапҡыр ҡаты итеп тартылды. Бындай хәлдең ошоғаса булғаны юҡ ине: кәмәләгеләр аптырашып ҡалды. Ярай әле Энәғараҡ һушына килде.
– Нимәгеҙҙе ҡарап тораһығыҙ, малайҙар?! – тип сәрелдәне ул, – тартығыҙ арҡанды! Тиҙерәк ҡыбырлағыҙ! Эй-й, ошоларҙы-ы...
Ҡыҙҙың сарғалап ҡысҡырыуынан иҫтәрен йыйған малайҙар шунда ғына арҡанға ташланды ла ҡабалан-ҡарһалан һөйрәкләргә тотондо. Ошо мәл Әлсинә бәйләнгән арҡан да бер тартылып, бер бушаны.
– Әлсинәгә лә ниҙер булды, ахыры! – Энәғараҡ инде ҡурҡыуға ҡалды, әммә ҡойолоп төшмәне, – һаҡ йөрөгөҙ, тип әйтмәһәм, бер асыу...
Ул күл төбөндә тыпырсынған әхирәтен бар көсөнә өҫкә тартты. Бәләгә тарыусыларҙы шул рәүешле  күмәк көс менән саҡҡа һөйрәп сығар­ҙылар. Бәлә сәбәбен Баһрам менән Әлсинә һыу өҫтөнә ҡалҡҡас ҡына белә алды: икеһе лә баштан-аяҡ балыҡсы ауына сырмалған ине. Ауы бер хәл, уның ситтәренән ауыр-ауыр батырғыстар бәйләнгән, ана шулар үҙ аллы йөҙөп сығырға ҡамасаулаған да инде.
– Кәмә ситенә тотоноғоҙ! – башлыҡ әмер бирә һалды.
«Ах-ух» килгән Баһрам кәмәгә сат йәбеште, ә хәрәкәтһеҙ ҡалған Әлсинә аяҡ-ҡулдарын ипһеҙ йәйгән килеш тулҡындарҙа сайҡалып ятыуын белде. Ул һушһыҙ ине. Ҡыҙҙы йәһәтләп кәмәгә күтәрҙеләр. Әлсинә, ысынлап та, тын алмай! Ауҙан ысҡынырға маташҡанында битлеге сиселеп киткән дә шунлыҡтан үпкәһенә һыу йоторға өлгөргән булырға тейеш. Башына йәшен тиҙлегендә ошо уй килгән Углерод:
– Яһалма һулы-ыш! – тип яр һалды, – йәһәтерә-әк!
Үҙе Әлсинәнең һалҡын күкрәгенә ҡолағын ҡуя һалып, йөрәк тибешен тыңланы. Уныһы, ул туҡтарҙан, был туҡтарҙан булһа ла, әле ти­бә ине. Кислородҡа һыуһаған йөрәккә бөтөн­ләй туҡтап ҡуйырға юл ҡуйыу ярамай: ошоно яҡшы аңлаған башлыҡ йәнә ҡысҡырҙы:
– Ғәҙел! Ләйлә! Аяҡ-ҡулдарын хәрәкәтләндерегеҙ! – хәҙер ул йәшертен ҡушаматтар хаҡында ла онотто, – ана шулай...
Әжәл менән алыш ҡомарына бирелгән Алмас йөҙтүбән ятҡан Әлсинәнең биленә ныҡ итеп баҫыуға уныһы ыңғырашып ҡуйҙы ла тапма тотҡандағы һымаҡ яман тартыша башланы. Әллә йәнгә талаша инде? Юҡ, терелә икән! Эсе һығылған ҡыҙҙың ауыҙ-морононан һыу китте һәм ул быуылып сәсәргә тотондо. Ошоно күргән дуҫтары еңелерәк һуланы. Шулай ҙа ҡыуанырға әле иртәрәк ине. Әлсинәгә яһалма тын алдырыу ҙа артыҡ булмаҫ. Алмас уның танауын ҡыҫып тотто ла ауыҙын ауыҙға терәп, йылы һулышын өрҙө. Мәшәҡәтләнә торғас, бер аҙҙан Әлсинә үҙ аллы тын ала башланы. Бына хәҙер тантана итһәң дә була: ҡобаралары осҡан өсәүҙең эстәренә йылы йүгерҙе.
Әлсинә менән булышҡан арала Баһау тураһында онотҡан да ҡуй­ғандар. Уныһы, ярай, үҙ йүнен үҙе күреп, сайҡалған кәмә ҡабырғаһына сат йәбешкән көйө тора икән. Албырғап ҡалыуҙанмы, бәлки, ҡурҡышынан, битлеген сисеп ташларға ла башы етмәй. Йөҙө күм-күккә әйләнгән малайҙы кәмәгә күтәрҙеләр.
– Хәлең нисек? – Ләйлә оҙайлы йүтәлдән көскә тынысланып, күҙҙәрен асҡан Әлсинәгә ҡараны, – уф-ф, ҡотто алдың, әйкәйем.
– Аҙ ғына башым әйләнә лә күңел болғана, – ҡобараһы осҡан Әлсинә мөсһөҙ тауыш менән яуап бирҙе, – ярай, борсолма, үтер әле...
– Ул ғынаһы нисауа! – бошоноп торған Алмасҡа йән керҙе. Уның әүәлгесә тауышы көрәйеп, күҙ алдында күңеле ирәне, – иң мөһиме – иҫән ҡалдыҡ!
– Ә нимә булды һуң? – сер бирмәҫкә тырышҡан Әлсинә йылмайған булды.
– Һин үҙең белмәй ҙә ҡалдыңмы ни? Һеҙ бит аңғармаҫтан ауға урал­ғанһығыҙ. Битлегең һыпырылып киткән. Ярай әле сигнал биреп өлгөрҙөң, юғиһә...
– Хәтәр ҙур ау булғандыр ул! – Әлсинәне һәләк итә яҙған әлеге ау шунда ғына Баһауҙың хәтеренә төштө. Уны күмәкләп кәмәгә сығара башланылар. Ғәләмәт оҙон ауға иҫәпһеҙ-һанһыҙ балыҡ эләгеп ятҡан. Уларҙың күпселеге – затлы аҡбалыҡ. Тереләрен ысҡындырып, күлгә ебәрә барҙылар. Мәхлүктәр­ҙең байтағына инде Сыбаркүл һыуының кәрәге юҡ ине...
– Төнгө сәпелдәүҙәрҙең серенә төшөндөгөҙмө хәҙер? – Углерод көтөлмәгән һорау бирҙе, – ҡама-а, ҡама-а, тигән була инегеҙ...
– Тимәк, браконьерҙар, – тип бот сапты Ләйлә, – шигебеҙ дөрөҫкә сыға түгелме?
– Табыштың хәрәмен шулай итеп төн ышығында йыялар икән... – Ярсы аптырап тел сартылдатты, – баштары эшләй шаҡшыларҙың.
– Оятһыҙҙар! Алағайымға күпме балыҡты әрәм итәләр! – иҫен йый­ған Әлсинә нәфрәт­ләнеп үк китте, – тотоп алырға ине үҙҙәрен.
Баһрам:
– Етмәһә, кешене батыра яҙҙылар, – тип көйәләнде.
Баш осонда ла, аяҡ аҫтында ла түгел, ә күл төбөндә аңдып ятҡан үлемесле ҡурҡыныстың ысын асылы аңдарына яңы, бер аҙ баш-күҙ алғас, барып етә башланы. Үҫмерҙәрҙең уның хаҡта уйлаған һайын тәндәре зымбырлашты. Шулай булмай, иҫ итмәҫтән булған мажараның аҙағы үтә күңелһеҙ, хатта аяныслы тамамланыуы бар ине. Бөгөн уларҙы хаҡ Тәғәлә үҙе аралап ҡалды һәм тылсымлы ҡанатын йәйгән фәрештәләр ярҙамға килде.
– Быныһын нимә эшләтәбеҙ? – Энәғараҡ тау булып ятҡан балыҡ өйөмөнә ҡыҙғаныс менән ҡарап йөҙөн һытты, – әрәм була бит.
– Участковыйҙың үҙенә, йәиһә Әхтәр ағайға әйтергә кәрәк булыр, – тигән һығымтаға килде башлыҡ.
– Ә үҙебеҙҙән күреп ҡуйһалар?.. – Баһрам икеләнеү белдерҙе, – баштан-аяҡ балыҡ тәңкәһенә буял­ғанбыҙ. Хатта кәмәбеҙҙә лә тулып ята ул. Ай-һай, ышанмаҫтар.
– Эйе, уныһы ла бар, ышанмау­ҙары мөмкин, – Ярсы уны яҡлашты.
– Шулай булғас, нимә эшләргә?..
– Мин белдем! – бошмаҫ Энәғараҡ ошо урында сәбәкәйләп алды, – ғәйепте үҙебеҙгә япһармаһындар өсөн беҙ теге яуыздарҙың кәмәләре менән башҡа әйберҙәрен табырға тейеш!
– Ләйлә дөрөҫ әйтә, – Әлсинә әхирәтен йөпләне, – беҙгә уларҙың төйәк иткән урынын эҙләргә кәрәк.
– Эҙләргә-ә, эҙләргә-ә, һеҙгә әйтеүе рәхәт... – Баһрам йәнә ҡаршы төшмәксе ине лә, тик уның һүҙен башлыҡ бүлдерҙе:
– Дөрөҫлөгөн ул дөрөҫ, иптәш эҙәрмәндәр, әммә ләкин мин шу-лай уйлайым, – тип фәлсәфә һатты ул, – закон боҙғандарҙы арҙаҡлы полициябыҙ эҙләргә бурыслы. Эҙләргә һәм табырға. Беҙгә ышанһа, ышанырҙар, ышанмаһалар, уларҙың эше. Үҙебеҙҙең мәшәҡәттәр былай ҙа баштан ашҡан. Беҙҙең шөғөл икенсе.
– Яман енәйәт шул көйө ҡаламы шунан? – Энәғараҡ аптырап кит-те, – мин һине танымайым, Алмас.
– Ошоға тиклем ниндәйерәк мәшәҡәттәр менән йәшәнек әле? – Әлсинә асыулана башланы, – балыҡсыларға шундай ғына ла ярҙамыбыҙ теймәгәс...
– Нисек? Һин, Алмас, баяғы осраҡтан һуң да ошо кәсепте дауам итмәксеһеңме? – Баһрам хайран ҡалды, – барыһы ла асыҡ та баһаң! Аждаһа тигәнебеҙ төптө аждаһа булмай сыҡты, ә ниндәйҙер аснәкәттәр төркөмө. Тағы нимә кәрәк?
– Шулай уҡ барыһы ла асыҡмы икән, аҫыл егет? – иптәштәрен берәм-берәм күҙҙән үткәргән Углерод серле көлөмһөрәне, – ә ҡомдағы эҙҙәр? Уларын да шул оңҡоттар ҡалдырамы икән? Теге көн «ыһ» та итмәйсә өйрәкте йотҡандың кем икәнлеген ҡайһығыҙ әйтә ала? Йә, ниңә өндәшмәйһегеҙ?
Башлыҡтарының тауышында талапсан ҡатылыҡ, йөҙөндә тәүәккәл алабарманлыҡ күргән эҙәрмәндәр шымды ла ҡуйҙы. Бер кемдә лә уның менән һүҙгә килешеү теләге күренмәй ине.
– Кем нисектер, әммә минең үҙемдә ярты юлда туҡталып ҡалыу ниәте юҡ. Мин аждаһаны эҙләүҙе дауам итәм! – икеләнеп ҡалған дуҫтарына Углеродтың йәне үртәлде, – кем дә кем артабан ҡатнашырға теләмәй – хәҙер үк китһә лә була...
Телдәрен тешләнеләр: башты ҡатырҙы ла баһа был башлыҡ! Ауыр һәм көсөргәнешле тынлыҡты Ярсы боҙҙо:
– Мин әтрәттә ҡалам!
– Мин дә!
– Мин дә!
Барыһының да йөҙҙәре балҡып китте.

Ҡомаҡтар төйәге

Ныҡ йонсоғандарын тойған эҙәрмәндәр бер көндәрен ялға сарыф итергә ҡарар итте. Аулаҡ­та Ҡыҙҙар ҡомлоғонда аунаша-аунаша ҡояшта ҡыҙынып алыуы һис зыян булмаҫ. Юғиһә, июнь айы тамамланыуға бара, ә улар­ҙың ялмауыҙ аждаһа артынан йөрөп, әҙәм рәүешле һыу ингәндәре лә юҡ. Акваланг менән йөҙгәндәрен һанамағанда. Улар фекеренсә, битлек кейгән көйө күл төбөндә соҡсоноп йөрөү – һыу инеүгә кермәй. Шулай бул­ғас, ярты йәйҙәре заяға үтеп бара түгелме?
Кәмәләрен ҡамыш ышығына ҡуйҙылар ҙа эсендәге балыҡты себен ҡунмаҫлыҡ итеп, үлән менән яптылар. Кискеһен алып ҡайтырҙар әле. Һыу сәсрәтешеп шаяра-уйнай бер килке ҡойон­ғандан һуң, ҡом өҫтөнә сығып ятҡандар ине, Энәғараҡ, әлеге шул тиктормаҫ остандаҡ, барыһын шаҡ ҡатырҙы:
– Әйҙәгеҙ, ҡамышлыҡтағы аждаһа юлын ҡыуабыҙ. Ҡайҙа алып барыр икән?
Тегеләре ҡапыл-ҡара шымып ҡалды: ысынды әйтәме был, әллә сираттағы шуҡлығымы?
Энәғараҡ шаяртмай ине. Уның хатта күҙҙәрендә осҡон уйнап китте.
– Был уй минең башҡа ла килгәйне ул, – мах бирмәгән башлыҡ рыя ҡыланған булды, – тик барыбер риза булмаҫһығыҙ, тип өндәшмәгән инем.
– Бына өндәш, уңайы сығып то­ра.
– Мин ҡаршы түгел...
– Тимәк, һин риза!
Углерод ыңғайлағанда ҡыҙҙар алдында оятҡа ҡалғылары килмәгән Баһрам менән Ярсы өндәшмәй торҙо. Ә өндәшмәү – быныһын бөтәһе лә белә – ризалыҡ билдәһе. Шул тиклем ашҡынып көткән ялдары ошоноң менән тамам булды ла ҡуйҙы. Ну, был Энәғараҡты-ы! Кем уның теленән һөйрәне инде, йә...
Ашыҡ-бошоҡ кейенделәр ҙә борғолана-борғолана ҡамышлыҡҡа инеп юғалған киң һаҡмаға баҫтылар. Ысынлап та, ҡайҙарға илтер икән ул? Әлбиттә, бер аҙ ғына (бер аҙ ғынамы икән?) шөрләтә. Абай эш – хәйерле эш, тип тиккә генә әйтмәгәндәрҙер әле. Эйе, йәш эҙәрмәндәр тә­үәккәлләп хәтәр юлға сыҡты. Уңырмы улар, әллә туңып ҡалырмы? Сигенеү белмәҫ төркөмдө алда ниндәй мажаралар көтә? Әле генә бит һәләкәттең береһенән саҡҡа ҡотолоп ҡала алдылар, әллә кире боролорға ла ҡуйырғамы? Әлегә һуң түгел...
Һәр ҡайһыһының башында ошоноң ише уйҙар ҡайнашыуға ҡарамаҫтан, береһе-бер һүҙ ыс­ҡындырманы. Ә шомло ҡамышлыҡ торған һайын ҡуйыра һәм бейегәйә бара. Уның араһында хәҙер аҙашып китеүе лә бер ни тормай.
– Туҡтаныҡ! – башлыҡ уң ҡулын күтәреп ишара яһаны, – привал.
Ултырырға ҡоро урын эҙләп ҡаранылар – таба алманылар. Шуның өсөн аяғөҫтө көйө генә ял итергә тура килде.
– Тимәк, артабанғы пландар былай, – бер аҙ тын алған Углерод, ғәҙәтенсә, күрһәтмәләр бирергә тотондо. Эй-й, шуны! Йән көйҙөрөп. – Был яғына Энәғараҡ, Баһрам һәм мин эҙ буйлап китәбеҙ, ә Ярсы менән Әлсинә күҙ-ҡолаҡ булып, ошонда ҡала.
– Ә ни өсөн мин? – Ярсы киреләнмәксе ине лә, башлыҡ уға ҡарап ҡул ғына һелтәне. Йәнәһе, һорауҙар менән фекер алышыу­ҙар аҙаҡ.
Бәләкәй балта тотҡан Углерод алдан төштө, Баһрам менән Энәғараҡ уға эйәрҙе. Береһендә – оҙон ғына таяҡ, икенсеһендә – лом ишараты. Аждаһаның башында ни барын кем белә? Тотор ҙа ташланыр. Шунлыҡтан балта менән ломдың, хатта ябай ғына таяҡтың да кәрәге тейеп ҡуйыуы ихтимал.
– Нимәнелер һөйрәп уҙғандар түгелме һуң? – ах-ух барған Углерод артта килгәндәргә боролоп ҡарамай ғына һөйләнеп алды, – ана, ҡамышы йығылған, мәтеһе йышылған.
– Аждаһа һынлы аждаһа шыуышып үткәс, йышылмай ҡа­лайт­һын? – шаҡтай хәлһеҙләнгән Баһрам, яуапһыҙ ҡалмайым, тигән шикелле әйтеп ҡуйҙы.
Ошо мәл көтмәгән ерҙән алдарындағы күҙ күреме арауыҡта асыҡ урын хасил булды. Углерод, туҡтағыҙ, тигән ишара яһау­ға өсөһө бер юлы һынағас ише ҡатып ҡалды. Шыр ҡамышлыҡ уртаһында ниндәй асыҡ булыуы мөмкин? Һағайған эҙәрмәндәр тирә-йүнгә ҡолаҡ һалып торҙо, ләкин шырт ҡамыштар­ҙың бер-береһенә ышҡылып ҡыштырлауынан башҡа тауыш ишетмәнеләр. Асыҡта ҡурҡыныс менән янағандай нәмә лә күренмәй. Шом тулы ҡамыштар араһында ла һиллек хөкөм һөрә.
– Энә... әй, Ләйлә, һин ошонда тороп тор, беҙ тегендә барып әйләнәйек, – шыпырт ҡына өндәшкән башлыҡ алға ҡарап эйәк атты, – бер-бер хәл килеп сыҡһа, арттағыларға хәбәр итерһең.
Ни сәбәптән ул әйтә башла­ған «Энәғарағын» әйтеп бөтөрмәйенсә, үҙ күрһәтмәһен боҙоп, Ләйләнән һалдырҙы? Быныһы барыһы өсөн дә сер булып ҡалды. Күрәһең, Углерод ныҡ тул­ҡынлана ине. Ә ҡыҙ иһә, яңғыҙы ғына тороп ҡалғыһы килмәһә лә, өндәшмәй генә ризалашыу­ҙы хуп күрҙе. Ни өсөн тигәндә, хәҙер ул башлыҡтың ошондай мәлдәрҙәге ҡырыҫ хол­ҡон яҡшы белә.
Малайҙар Энәғараҡты ҡал­дыр­ған урындан ҡырҡ-илле аҙым үттеләрме-юҡмы, ҙур ғына ялтасҡа, әйтерһең дә, урман эсендәге аҡланға килеп сыҡты. Аяҡ аҫтында мөлкөп ятҡан мүктән башҡа сибек кенә үләне лә үҫкән ерҙә бөртөк тә ҡамыш күренмәй. Уның ҡап уртаһында йәтеш кенә түбәләсе бар. Алан-йолан ҡарана-ҡарана шунда күтәрелделәр. Түбәләс ашаһында – яҙа-йоҙа ғына итеп ҡамыштан ҡоролған ҡыуыш, уның йәнәшәһендә йәшел төҫтәге оло кәмә тора ине. Ул малайҙарға таныш һымаҡ тойолдо: ҡайҙалыр күргәндәре бар.
Улар ҡорбанын һағалаған һеләүһен ише баҫып шунда яҡынлаштылар. Кәмә тирәһендә лә, ҡыуышта ла бер кем булмай сыҡты. Уның ҡарауы, кәмәнең эсе тулы балыҡсы кәрәк-ярағы ине. Тыйылған йылым тиһеңме, өр-яңы шыптыр тоҡтар, оҙон ҡуныслы бер нисә итек һәм баш­ҡа шуның ише йыһаз. Ә үҙенең төбөндә көрәп алмалы балыҡ тәңкәһе. Улары, көмөш аҡсалар­ҙай, сағыу ҡояш аҫтында ялтырашып ята. Күренеп тора, был кәмә менән күптән түгел генә балыҡ тот­ҡандар.
Күләгә яһар өсөн генә ҡорол­ған ҡыуыш эсендә иғтибарҙы йәлеп итерҙәй нәмә булмай сыҡты. Ҡыйығындағы кеүек уның иҙәненә лә эре ҡамыш түшәлгән һәм күңел болғандырып, яңы тотолған балыҡ еҫе аңҡый. 
Һаҡлыҡ менән ян-яғына ҡарана ҡуйған Углерод бар ҡыйыу­лығын туплап, ҡыуыш эсенә атланы. Аяҡ аҫтында йомшаҡ тойоп һәм нимәлер шырҡылдап китеүгә көҙөкләнеп, ул ҡамыштарҙы шылдырҙы. Ә унда-а!.. Унда шып-шыма итеп тыңҡыслап аҡбалыҡ тултырылған дәү ағас мискәләр йәшерелгән ине. Һәр береһе икешәр йөҙ килограмм барҙыр, валлаһи! Бына ҡайҙа икән ул ҡасандан таба алмаған ялмауыҙ аждаһаның өңө?! Былай булғас, аждаһа тигәндәре бөтөнләй үк аждаһа булмай сыға түгелме? Тимәк, уның битлеге менән һәләк оҫта һәм йылғыр браконьерҙар файҙалана. Ана, бар халыҡ күҙ ҡараһылай күреп һаҡлаған затлы нәҫел балыҡты тоҡлап, хатта мискәләп ҡыралар икән, аснәкәттәр! Күргәндәренән күҙҙәре маңлайҙарына менгән малайҙарҙың, үҙҙәре лә аң­ғармаҫтан, йоҙроҡтары төйнәлде.
Шунда уҡ барыһын аңлап ал­ған Углерод: 
– Күрәһеңме, әй, ҡомһоҙ ҡомаҡтар төйәкте нисек оҫта һайлаған? – тип дуҫы ҡолағына шыбырланы.
– Эйе икән. Бөтәһе лә яп-ябай ғына. Аждаһаның бында үҙе түгел, эҙе лә юҡ, – Баһрам баш сайҡап аптыраны.
– Тимәк, ете төн уртаһында һыу сайпылтып, уғрылар ауҙарын ҡарай. Бына һиңә, ҡама! Ҡараңғының күҙе юҡ, тауыштары ишетелеп тора, ә бер кем дә күрмәй. Хәҙер аңлашыла: бая беҙ килгән һаҡма – уларҙың кә­мә һөйрәп уҙған юлдары. Кеше күҙенә салынмаһын өсөн уларын шулай ышыҡ урынға индереп йәшерәләрҙер. Көн дә, дөрөҫөрәге, төн һайын йөрөй торғас, хатта йомро һуҡмаҡ һалып бөткәндәр. Ә беҙ, иҫәүәндәр, һыуҙы аждаһа шаптырлата, тигән булабыҙ...
– Кәсептәре гөрләп барғанға оҡшай быларҙың, – Баһрам башлыҡ һүҙен элеп алды, – ана, нисек иркен урынлашып алғандар. Әйтерһең дә, үҙҙәренең шәхси ихатаһы...
Бишәү-ара кәңәш ҡорғандан һуң шундай ҡарарға килделәр: кисекмәҫтән балыҡ ҡурсалау инспекторы Әхтәр Һибәтов ағай­ға хәбәр итергә! 
– Беҙҙең бурыс – уға еткереү. Аръяғын үҙе ҡарар, – Углерод шул рәүешле һөйләшеүгә йом­ғаҡ яһамаҡсы ине, әммә ләкин ҡапыл: 
– Белдем! Хәтерләнем! – тип ҡысҡырып ебәргән Баһрам ошо урында барыһын һиҫкәнергә мәжбүр итте.
– Тиктомалға ниңә шул ҡәҙәре яр һалаһың? – Энәғараҡ хатта асыуланып ҡуйҙы, – берәйһе ишетеп ҡалһа... 
– Йә, нимәне хәтерләп, нимәне белдең? – башлыҡ шулай ҙа тыныслыҡ һаҡланы.
– Теге йәшел кәмәнең кемдеке икәнлеге хәтергә төштө! – Энәғараҡ һүҙҙәре тәьҫир иттеме, был юлы Баһрам шымыраҡ өндәште, – баянан бирле баш вата торғас, барыбер иҫләнем бит, әй!
– Йә, һуҙма, – Ярсы түҙемһеҙләнде, – әйтһәң, әйт тә...
– Әхтәр ағай кәмәһе ул...
– Китсәле-е, юҡты! – Углерод мәғәнәле итеп ҡул һелтәне, – әҙәм ышанмаҫ хәбәрҙе, ысын булһа ла, һөйләмә...
– Антым-шинтым! – Баһрам инде уң ҡулын йөрәгенә килтереп, анттар бирә башланы, – икмәк өҫтө, бына... – ул хатта кеҫә­һенән ҡатҡан икмәк киҫәге килтереп сығарҙы.
Икмәкте күргән ауыл балаларының малайға ышанмай хәлдәре юҡ ине. Ә Әлсинәнең шунда уҡ башы түбән эйелде. Эйелмәй: Әхтәр ағай бит уның еҙнәһе. Баһрам һүҙҙәре хаҡҡа сыҡҡан хәлдә, балдыҙ кеше өсөн ниндәй ғәрлек! Бер уға ғынамы, ауылда хөрмәтлеләр рәтендә йөрөгән барлыҡ нәҫел-нәсәбенә оят! 
– Мин быға ышанмайым! – ныҡ асырғанған Әлсинә аяҡ тибеп ҡырт киҫте, – юҡ, булмаҫ.
– Раҫ ышанмайһың, башта асыҡларға кәрәк. Нилектән уныҡы, тип уйлайһың әле, Баһрам? – Углерод та икеләнеүен белдерҙе, – Әхтәр ағайҙың кәмәһе бит ҡыҙыл төҫтә...
– Минең еҙнәм ундай эшкә бармаҫ! – яҡлау тапҡан Әлсинә ҡабарына барҙы, – ялған һөйләп тораһың һин, Баһау! Телең ни һөйләгәнен ҡолағың ишетмәй.
– Ә шулаймы? Әләйһәң, яҡыныраҡ килегеҙ, – бәхәс сәменә бирелгән Баһрам бөтәһен дә кәмә янына әйҙәне, балта осо менән уның буяуын һыҙырҙы. Һыуҙан бүртенгән йәшел буяу тиҙ ҡупты һәм уның аҫтында... ҡыҙылы күренде, – мәгеҙ, ҡарағыҙ! Минең әйткәнгә ышанмаһағыҙ, үҙ күҙегеҙ менән күрегеҙ! – малай тантана итте, ә ҡарап тороусыларҙың ауыҙҙары асылды. 
– Ниндәй ғәрлек! – ҡыҙарынып-бүртенгән Әлсинә йөҙөн ҡаплап, күҙ йәштәренә бирелде, – нисек оялмаған? Нисек намыҫы етеп, ҡулы күтәрелгән? Уф, Аллам!
Ҡапыл ғына уңайһыҙ хәлдә ҡалған дуҫтар ни әйтергә лә белмәй торҙо. Бары бошмаҫ Энәғараҡ ҡына әхирәте хәленә керҙе: 
– Ул хәтлем үк бөтөрөнмәй тор әле, Әлсинә, – тип уның яурынынан ҡосто, – минең дә, күҙем ышанһа ла, күңелем ышанмай. Һиҙәм, бында нин­дәйҙер әтнәкә бар...
Йәнә өнһөҙ торҙолар. Туҡтау белмәй үкһегән Әлсинә, ысынлап та, йәл ине. Ярай әле еҙнәһе бер ябай браконьер ғына булһа? Юҡ шул, Әхтәр Һибәтов – рәсми кеше. Ышанып тапшырылған балыҡты урларға түгел, ә һаҡларға тейеш! Был уның мөҡәддәс бурысы ғына ла түгел, намыҫ эше!
– Нимәһенә ҡатып ҡалдығыҙ?! – тамам сығырынан сыҡҡан Әлсинә ярһып ҡысҡырҙы, – әллә мине ҡыҙғанаһығыҙмы? Йәлләп тә тормағыҙ! Мин меҫкен түгел! Ана, бурҙар бахыр, уларҙы йәлләгеҙ. Еҙнәй, тип тормайыҡ, киттек милиция­ға. Яманлыҡ был килеш ҡалырға тейеш түгел!
– Юҡ, милицияға барыр алдынан эштең төбөнә төшөү кәрәк, – тип ҡәтғи ҡаршы килде башлыҡ, – нахаҡ һөйләргә кем белмәй? Бындай эштә дөрөҫлөктө аҙағынаса асыҡлау мотлаҡ.
– Ә һин үҙең нимә тәҡдим итә­һең һуң, Алмас? – тип ҡыҙыҡ­һынды күҙҙәрендә өмөт сатҡылары күренеп ҡалған Энәғараҡ. 
– Төнгөлөккә ҡарауыл ойошторорға кәрәк. Яман шөғөлдәрен бер кем дә белмәй, тип иҫәпләгән бурҙар үҙҙәрен әле­гә иркен тота. Ҡиммәтле табыштары артынан ҡабат килмәй ҡалмаҫтар. Һис шикһеҙ киләсәктәр, – ирекһеҙҙән йоҙроҡтары төйнәлгән Углеродтың йө­ҙөнә тәүәккәллек ҡалҡып сыкты, – ана шул саҡта улар беҙҙең ҡармаҡҡа ҡабыр. Ҡулдарынан эләктермәгәндә лә, бәлки, кемдәр икәнлеген танып белә алыр­быҙ.
Башлыҡ менән барыһы ла бер һүҙһеҙ риза икәнлектәрен белдереп, эште бөгөндән башларға килештеләр. Эйе, тик ыңғай һө­ҙөмтә генә вәғәҙә итмәгән ҡур­ҡыныслы аҙымға ҡаршы төшөп һүҙ әйтеүсе табылманы. Был осраҡта бер төптән булыу – уңыштың яртыһы.

Хәүефле аҙымдар

Ыҡсым штормовкалар кейеп алған эҙәрмәндәр Ҡыҙҙар ҡомлоғона яҡтыла уҡ килеп етте. Велосипедтарын ҡамышлыҡҡа йәшергәс, йылымыс ҡом өҫтөнә ултырып йәнә бер тапҡыр һөйләштеләр: кәңәшле эш тарҡалмаҫ...
Теге көндәгесә, бөгөн дә Ярсы менән Әлсинә һағауылда ҡала, ә ҡалғандар йәшерен ҡыуыш янына китә.
Иртәнгелеккә матур көн вә­ғәҙә итеп, офоҡҡа яҡынлашҡан ҡыҙыл ҡояштың ҡыҙыуы һүрелеүгә күкшел томан хасил булды. Йоҡларға әҙерләнгән ер өҫтөнә әкрен-әкрен генә эңер ябырылды. Артабан инде, оҙаҡ көттөрмәй, бар донъяны ҡараңғылыҡ солғап алды. Йөрәкһеп киткән үҫмерҙәргә бөгөнгө ҡараң­ғылыҡ нисектер үҙенсә серле лә, аңлата алмаҫлыҡ шомло ла булып тойолдо. Шулай тул­ҡын­ланған ваҡытта бөтә нәмә лә икенсерәк төҫтә һәм ҡиәфәттә күренеүсән бит ул.
Ярсы менән Әлсинәнең арҡа буйын зымбырлап китергә мәжбүр итеп, ошо күҙгә төртһәң күренмәҫ ҡараңғылыҡта, ҡайҙалыр тауҙар артында билдәһеҙ фара уты ялпылдап уҙҙы. Ялағай балҡышына тартым ут, гүйә, йыһанды урталай телеп ебәрҙе. Шул ҡәҙәре көслө ине. Бер аҙҙан фара үҙе лә күренде. Ул яҡынлашҡан һайын эҙәрмәндәр ергә нығыраҡ һеңешә барҙы, йө­рәктәре йышыраҡ типте. Бына инде мотор геүләгән тауыш та ишетелде. Уф-ф, етеп киләләр, төн убырҙары!
Кинәт яндырай яғы әйләнеп киткән Ярсы урынында ятып сыҙаманы. Тоноҡ геүләү ҡамышлыҡҡа етер-етмәҫтән ул:
– Әлсинә, мин тегеләр артынан бара һалайым әле, бәлки, кәрәгем тейеп ҡуйыр, – тип урынынан ҡалҡынды, – һин аҙға ғы­на яңғыҙың ҡалып торорға ҡурҡ­маҫһың, эйеме?
– Ҡурҡыуын ҡурҡмаҫмын да ул, әммә улай һөйләшмәгән инек бит. Башлыҡ нимә тиер? – ҡыҙ икеләнде.

– Мин ситтән генә ҡарайым да кире әйләнермен, оҙаҡламам, – тип ныҡышты Ярсы.
– Ярай, бар. Тик ҡара уны, абай бул. Күреп ҡалмаһындар.
– Борсолма, күрмәҫтәр. Мин хәҙер, – абына-һөрөнә тороп йүгергән малайҙың һонтор ҡамыштар араһынан йәлпелдәп уҙған еңел кәүҙә ҡарайсығы ғына күренеп ҡалды. Ярсы ныҡ ашыға ине, хатта ҡыуыш янына килеп еткәнен дә аңғармай ҡалды.
– Ҙурыраҡ машина менән барайыҡ, тип әйтмәһәм, бер асыу, тинтәк! Ошондай йөк һинең кәритә ҙурлыҡ «ГАЗель»еңә һыйырға торамы? – көтмәгәндә эргәлә генә ишетелеп ҡалған ирҙәр тауышы уны ергә һыйынырға мәжбүр итте, – мәгәр, кеше иҫәр икән – был ғүмерлеккә, тигәндәре хаҡ... 
Кемдер урыҫсалап икенсеһен ҡыҙҙыра ине.
– Әйткәйнең дә ул, Николай Фомич. Тотолған балыҡ ул тиклем күп булыр, тип кем уйлаған, – тегеһе аҡланып маташты, – башҡа саҡта һыйғанды... 
– Башҡа саҡта-а, башҡа саҡта-а! Көн көнгә тура киләме? Һин баш­һыҙ арҡаһында хәҙер ике рейс яһарға тура килә, – Фомич ҡаты һүгенеп ҡуйҙы.
Шул әҙере ҡыуыш тирәһендә ығы-зығы ҡупты. Күрәһең, төн убыр­ҙары мискәләрҙе машинаға тейәп булаша ине. 
– Поехали! 
Ярсының йөрәге жыу итеп ҡалды: шул арала тейәп тә бөттөләр микән? Ҡалғандар ҡайҙа? Ни сәбәптән үҙҙәрен һиҙҙермәйҙәр? Әллә ҡурҡыштарынан... 
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә малайҙың башынан ҡырҡ төрлө уй үтте. Тоноҡ гөпөлдәшеп ике яҡтан ике ишек ябылыуға ул тертләп китте. Ошо мәл Ярсы мейеһен ауан фекер ярып үтте: һиҙҙермәй генә машинаға ултырып киткәндә... Былар бит барыбер икенсе рейсҡа килергә тейеш. Мәгәр, килмәй ҡуйһалар? Берәй көтөлмәгән сәбәбе табылыр ҙа... 
Малай үҙен-үҙе еңә алмай тор­ған арала руль артындағы әҙәм машинаны тоҡандырып, газға баҫты. Артабан икеләнеп торор ваҡыт юҡ ине. Ул ятҡан урынынан ҡал­ҡынды: тәүәккәлләгән – таш йот­ҡан. Ни булһа, шул булыр! Үлтермәҫтәр әле... 
Көсәнә-көсәнә аҡрын ғына ҡуҙғалып киткән машина артынса уҡталған Ярсы уны тиҙ арала ҡыуып етте лә артҡы ябыуҙың ебәк бауынан тартты. Элмәкләнеп бәйләнгән бау сиселеп китеүгә йәһәт кенә һикереп, кузовҡа менде, мискәләр янынан үтеп, алға шыуышты. Һәрмәнә торғас, бер мөйөштә буш урын табып, шунда сумды һәм мискәләр өҫтөнән йәйелгән ябыу аҫтына инеп боҫто. Шөкөр, һиҙмәнеләр шикелле... 
Һелкенә-ҡаҡлыға ауырлыҡ менән шыуышҡан машина байтаҡ барғандан һуң ғына, ниһайәт, тигеҙ юлға сыҡты. Туҡтауһыҙ сайҡалып бәргесләнеүҙән ҡотолған малай, баш-күҙ алғандан һуң, брезент ябыуҙы аса биреп, ян-яғына ҡаранды. Уның тап баш осонда бәләкәй генә тәҙрә уйымы бар икән. Булһын, уның да бер кәрәге тейеп ҡуйыуы ихтимал... 
Ҡайһылыр мәлгә тиҙлеген кәметә төшкән «ГАЗель» тормоздарын сыйылдата бирҙе лә туҡтап ҡалды. Теге һыңар тәҙрәнән кузов эсенә һүрән яҡтылыҡ һибелде. 
– ГИБДД хеҙмәткәре, старшина Савинков. Документтарығыҙҙы күр­һәтегеҙ! – ҡолағы төбөндә генә ишетелеп киткән ошо тауыш Ярсыға йән өрҙө: КПМ янында торалар ҙа баһа! Малайҙың ошо секундта уҡ һикереп төшөп, барыһын да уҫал старшинаға һөйләп биргеһе һәм шул рәүешле рух иҙгес хәлдән ҡотолаһы килде. Боҫоп ултырған еренән ҡуҙғала ла башлағайны инде, ләкин милиционер­ҙың артабанғы көтөлмәгән һөйләше был ниәтенән кинәт баш тартыр­ға мәжбүр итте. 
– А-а, рыбачки-и! – старшина үҙен әшнәләрен осратып ҡыуанған кеше һымаҡ тотто. Күренеп тора, былар менән күптән аралаша, – ну, хәлдәр нисек?
– Барыһы ла кәсеп итеүгә ҡарап, командир, – шофёр янында ултырған ҡалын тауышлы ир кабинанан сыҡты, – шөкөр, тиҙәрме әле?
– Шөкөр булғас, кәсеп яғы насарҙан түгелдер, тип уйлайым, – тәртип һаҡсыһы тегенең алдында алсаҡланып киткәндәй булды. 
– Әлегә зарланырлығы юҡ.
Көтмәгәндә артҡы ябыу асылды ла күк күкрәүенә тартым тауыш йәнә гөрһөлдәне: 
– Һин, һере ҡолаҡ! Тентты тағы урын-еренә еткереп япмаған­һың.
– Япҡан инем, Фомич, бына тәре... 
– Ә нилектән бауы сиселгән, ялпылдап килә?
Ҡото алынған Ярсының һырт буйынан эҫеле-һыуыҡлы тулҡын үтеп китте: кузовҡа менә ҡалһа­лар – бөттө баш! Уф-ф, ҡотолдо, ҡараманылар ҙа. Кемеһелер ситтәге мискәнән алып, тоҡҡа балыҡ тултырҙы. 
– Быныһы, командир, һиңә. Ризалыҡ менән ҡабул ҡыл.
– Нимә ул?
– Аҡбалыҡ. Килен менән балаларға күстәнәс...
– Әллә бөгөн балыҡ менән генә ҡотолмаҡсыһыңмы? – старшина хихылдап көлгән булды. 
– Йәберләйһең, Володька, уйлаған да юҡ. Бына һинең хәләл өлөш...
Хәләл өлөш, тинеме?! Тимәк, милиционер быларға һатылған! Аҡса хаҡына! 
– Яҡшы кешеләр өсөн бер нәмә лә йәл түгел, ҡхм-м, – шофёрҙың ҡарлыҡҡан тауышы ишетелеп ҡалды ла тынлыҡ урынлашты. Уны ҡағыҙ аҡса ҡыштырлағаны боҙҙо. Милиция хеҙмәткәре уғрыларҙан алымһаҡ ала: ошонан да түбәнерәк, бысрағыраҡ ғәмәлдең булыуы мөмкинме?! 
– Ярай, командир, мәнфәғәтен күрергә яҙһын. Моғайын, шуға ризаһыңдыр? – быныһын ҡалын тауышлы әйтте. 
– Иртәгә минең дежурлыҡ түгел, онотоп ҡуймағыҙ, – ҡәнәғәт старшина хушлашманы. 
Оҙаҡламай ҡала урамына барып инделәр. Быныһын Ярсы әлеге тәҙрә йоратынан төшкән яҡтылыҡҡа ҡарап һәм йыш осраған машиналар тауышынан самаланы. Ҡала араһында тиҙлеген бер шәбәйтеп, бер әкренәйтә биреп, улай ҙа, былай ҙа боролған «ГАЗель» эҙ йәшерә ине шикелле: оҙаҡ йөрөнө. Шунан бер урында туҡталып ҡалыу­ға, шағыр-шоғор тимер ҡап­ҡа асылғаны ишетелде, кемдәрҙер шыпырт ҡына һөйләште. Ары ҡуҙғалған машина бер аҙҙан ҡыр­ҡа боролош яһаны ла туҡталып, фараларын һүндерҙе. Кәрәкле урынға килеп еттеләр, ахыры. 
– Йәһәтерәк булығыҙ, мужиктар! Беҙгә әле тағы бер юлланаһы, – ошо кемдәрҙелер ҡабаланырға өндәгән олпат тауыш малайҙы башта тертләп китергә мәжбүр итһә лә, һуңынан һөйөндөрҙө. Тимәк, Сыбаркүлгә ҡабат бармай ҡалмаясаҡтар! Иртәгәгә ҡал­дырһалар, һуң була – милиция посында икенсе кеше торасаҡ. Ана бит, барыһы ла уң сығып тора. 
Мискәләрҙең тулыларын ҡай­ҙалыр индерҙеләр ҙә улар урынына буштарын сығарып ултырттылар. Был мәлде Ярсы йөрәген усына ғына тотоп ятты. Бәхетенән, ярай әле ҡараңғы мөйөштәрҙә соҡсоноп йөрөүсе булманы. Ныҡ ашығалар ине, буғай. Һуңғы мискә дөмбөрләп үҙ урынын табыуға арт­ҡы ябыуҙы төшөрҙөләр. Тын алыр­ға ла ҡур­ҡып ятҡан Ярсы ошонан һуң ғына иркенләп һуланы. 
Еңеләйеп ҡалған машина киң урамға сығып, уң яҡҡа боролғас, ситке өс ҡатлы кирбес йорттоң мөйөшөндәге яҙыуҙы күреп ҡалырға тырышҡан малай урынынан ҡалҡынды. Әһә, ана ул яҙыу­ҙар! Улица Парадная... Фу, мәғәнә­һеҙлек! Ошо тар ғына бысраҡ тыҡрыҡта ҡайһы иҫәре парад үткәреп торһон, ти? Ә өй? Һаны – 66/2 икән. Башҡа саҡта яҙа-йоҙа бер цифрҙы ла көскә иҫендә ҡалдырыр Ярсы, әлеге һанды шунда уҡ хәтеренә һеңдереп ҡуйҙы: алтмыш алты ла ике... алтмыш алты ла кәсер ике... 
Башы етеп, әле генә сыҡҡан урындарына күҙ һалды. Ундағы ҡапҡа башына эре хәрефтәр менән: «Оптовая база ОРС», тип яҙыл­ған ине. Оһо, былар бит бөтөнләй иркенләп алған! Нин­дәй ойошманы ҡул аҫтында тоталар, ә?! Ярай, бөтәһе лә майлаған ише бара һымаҡ, артабан да шулай була күрһен: үҙ-үҙенән ифрат ҡәнәғәт Ярсы ябыу аҫтына кире сумды. Һәм йәнә бер нисә тап­ҡыр ҡабатлап ҡуй­ҙы: улица Парадная, 66/2, Оптовая база ОРС, улица... Ҡайтып еткәнсе онотоп ҡуймағайы. 
* * *
– Һин ниңә яңғыҙың, Әлсинә? – ҡайһы аралалыр пәйҙә булған Углерод тирә-яғына ҡаранды, – Ярсы ҡайҙа? 
– Улмы... Ул һеҙҙең арттан киткәйне... – ҡыҙ ҡойолоп төштө.
– Уһ, ахмаҡ! – башлыҡ фуражкаһын атып бәрҙе, – ана шуның һымаҡ асыҡ ауыҙҙар арҡаһында күпме разведчик һәләк була. Уйланылған күпме эш уңышһыҙлыҡҡа дусар ителә! Ну, мин уны! Үҙен генә түгел, беҙҙе лә харап итеп ҡуйырын уйламаймы икән ни? 
Күпме генә көтһәләр ҙә, ҡай­ҙалыр китеп юҡҡа сыҡҡан Ярсы кире күренмәне. Ул эҙһеҙ ғәйеп булды. Түҙемлектәре ҡалмаған эҙәрмәндәр, ахырҙа, һаҡ ҡына һыҙғырып та, ҡысҡырып та тауыш биреп ҡаранылар, яуап ҡайтарыу­сы тойолманы. Оло хафаға ҡалған дуҫтар, ни уйларға ла белмәй, аптырашып ҡалды. Бүтәне-бүтән, хәҙер әсәһенә нимә тип әйтерҙәр? Баштары һәленешеп торғандарында ҡамыштар аръя­ғынан инде таң һарыһы беленә башлаған тарафтарҙа фара шаңдағы күренеп китте. 
– Тегеләр икенсе рейсҡа килә, әйҙәгеҙ! – башлыҡ ҡул аҫтындағыларҙы ашыҡтырҙы.
Йүгерә-атлай балыҡлы ҡыуыш яғына остолар. Унда уғрыларҙан элек барып өлгөрөргә кәрәк. 
Ялтасҡа еткәндәр ине, көтмәгән ерҙән алдарында дәү ҡара шәүлә хасил булды. Шомло кәүҙә ҡамышлыҡтан айырылды ла шаҡ ҡат­ҡан үҫмерҙәргә ҡарап килә башланы. Ҡоттары табандарына киткән дуҫтар ҡуҙғалырға ла ҡурҡып торҙо. Теге имәнес шәүлә тамам яҡынлашҡанда ғына уның әҙәми зат икәнлеге төҫмөрләнде. Эҙәрмәндәрҙе алдан уҡ ишетеп тә, күреп тә өлгөргән билдәһеҙ кеше тура улар ҡаршыһына килеп баҫты ла тексәйеп торҙо. 
– Былары тағы кемдәр? – тип тупаҫ мыңғырҙаны ул.
Һуштарын юйыр сиккә еткән балалар таныш тауышты шунда уҡ сырамытты. Ҡаҡтуғайҙа, юҡ, бөтә ауыл советында берәү генә ул. Урындағы хакимиәт башлығы Нәбир Миһманов тауышы! Көтөлмәгән әлеге осрашыуҙан кинәт иҫтәренә килеп, сикһеҙ ҡыуанған эҙәрмәндәр ағайҙары янына ташланды ла уны ян-яғынан һырып алды. 
– Нәбир ағай! Беҙ бында ҡур­ҡыныс банданы һағалап йөрөйбөҙ! – ҡапыл йөрәкһеп киткән Углерод, эшкә әһәмиәт өҫтәмәккә, арттырыңҡырап ебәреүҙе кәрәкле һананы. Теле телгә йоҡмаған Энәғараҡ яҡынлашып килгән машина яғына төртөп күрһәтте: 
– Ана, үҙҙәре! Хәтәр уҫалдар! Һеҙ килеп, яҡшы иттегеҙ әле. Ҡай­ҙан белеп ҡалдығыҙ? Әллә Ғәҙел барып әйттеме? Әйтәм, юҡ булды ла ҡуйҙы ул... – ҡыҙ шул рәүешле туҡтауһыҙ тәтелдәргә тотондо. 
– Киләләр икән, әйҙәгеҙ, йәшеренә һалайыҡ, – тауышы шунда уҡ йомшарған ағайҙарының теле лә татлыланып китте. Барыһы ла ҡамышлыҡҡа инеп боҫто.
«ГАЗель» арты менән ҡыуышҡа килеп терәлеүгә Миһманов: 
– Балалар, һеҙ тауыш-тын сы­ғармай ғына ошонда көтөп тороғоҙ. Ҡарағыҙ уны, бер ҡайҙа ла китеп бармағыҙ. Мин хәҙер әйләнәм, – тип сәйер генә киҫәтте лә ҡараң­ғылыҡҡа инеп юғалды. 
– Хәҙер тотоп ала тегеләрҙе! – Баһрам тулҡынланыуынан устарын ыуып ҡуйҙы, – бесәй сысҡанды эләктергән кеүек... сыйылдатып. 
– Ул оңҡоттарға шул кәрәк тә, – Әлсинәнең үсе ҡанды. 
Бер аҙҙан машина янында мөңгөр-мөңгөр һөйләшкән ирҙәр тауышы ишетелеп ҡалды ла шомло тынлыҡ урынлашты. 
– Ҡара әле, Алмас, – Энәғараҡ башлыҡтың ҡолағына шыбырланы, – һин нисек уйлайһыңдыр, ә минең Нәбир ағайға бөгөн һыным теймәй. Тегеләр менән бер һүҙле түгелме икән, тием... 
– Нимә-ә?! Нимә тине-ең? – ҡыс­ҡырып ебәреүҙән саҡҡа тыйылып ҡалған малай ваҡытында ауыҙын ябып өлгөрҙө, – ауыл советы етәксеһе көйөнә ниндәйҙер бысраҡ уғрылар менән әшнәләшеп торор, тиһеңме? Һаташмай­һыңдыр бит? 
Терәпес ҡыҙ: «Ул сағында нимәһен ҡарап йөрөргә тейеш һуң был мәлдә?» – тип һорарға йыйын­ған ине, өлгөрмәй ҡалды. Уның барлыҡ шик-шөбһәләренә яуап иткәндәй, өймәкләшкән үҫмерҙәр өҫтөнә ян-яҡлап өс уҫлаптай ҡарасҡы ябырылды. Күҙ асып йомған арала өсәүһен йомарлап та һалдылар. Бары айырымыраҡ торған Энәғараҡ ҡына йәнәшәләге ҡамыштар араһына һикереп өлгөрҙө. Өсәүһенең аяҡ-ҡулдарын бәйләп, ауыҙҙарын йәбешкәк таҫма менән ҡап­лағас, ҡасҡынды эҙләргә тотондолар. Шул тирәне арҡырыға ла, буйға ла үтеп, күпме генә темеҫкенмәһендәр – таба алманылар.

* * *
...Ниндәйҙер мөғжизә менән мөлкөп ятҡан һаҙлыҡҡа үтә төшөп китмәйсә, ҡыуыш янына яҡынлаш­ҡан машинанан уңай мәлен тура килтереп, һикерергә өлгөргән Ярсы шунда уҡ Ҡыҙҙар ҡомлоғона, Әлсинә янына, ашыҡты. Уныһы әллә ҡасандан борсолоп көтәлер инде. Ләкин ҡыҙ ҡалған урынында булмай сыҡты: күренмәне лә, тойолманы ла. Аһ, шайтан! Төн убыр­ҙары эш менән мауыҡҡан арала уны ауылға ҡайтара һалып, кешеләрҙе саҡырырға ине. Ҡайҙа ғәйеп булдың, Әлсинә? Әллә барыһын күтәреп һуҡтың да... Юҡтыр, ул дуҫтарын ташлап китә тор­ған ҡыҙ түгел. Велосипедына атланып үҙе елдерһә? Былай ҙа бармай. Ҡал­ғандар ниндәй хәлдә бит әле, улар­ҙы күрмәйенсә сығып китеү килешмәҫ. Эйе, аңын-тоңон белмәйсә тороп, былай ҙа ябайҙан булмаған хәлде оторо ҡатмарлаштырыуың бар. Ә икенсе яҡтан – бурҙарҙың ҡасып өлгөрөүе ихтимал... 
Сараһыҙ көсһөҙлөк быуып алыу­ҙан илар хәлгә етешкән Ярсы ҡуҙғалған машинаны ҡарашы менән генә оҙатып ҡалды. «ГАЗель» күҙҙән юғалып, тоноҡ геүелдәгән тауышы баҫылғас та иптәштәрен эҙләргә тотондо. Тегеләй барҙы, былай йүгерҙе, үҙе бер туҡтауһыҙ һөрән һалды: 
– Алма-ас! Баһа-ау! Һеҙ ҡай­ҙа-а?
Шул рәүешле ул йәшерен ҡушаматтар хаҡында ла онотто. Әле Ярсыла уның ҡайғыһы юҡ. Сөнки йән дуҫтары ҡайҙалыр ғәйеп бул­ған һәм яҙмыштары билдәһеҙ. Ҡайтып китмәгәндәр­ҙер ҙә? Ғәҙел уртаға ярылырҙай булып мәж килгәндә, бәлки, улар рәхәтләнеп йоҡо һимертәләрҙер әле: малай­ҙың күңеленә шик той­ғоһо бәреп инде. 
– Ләйлә-ә! Әлсинә-ә! Ниңә тауыш бирмәйһеге-еҙ? – яуап ала алмағас, һыҙғырып ҡараны.
«Шулай кәнде генә ҡайтып киткәндәр. Туҡта! Велосипедтар! Улар­ҙы ҡарарға кәрәк». Ошо уй менән Ҡыҙҙар ҡомлоғона ыңғайлаған Ярсының ҡолағына ҡамыш ҡыштырлағаны салынып үтте. 
– Кем унда? – тине ул һағайып. 
– Мин – Энәғараҡ. 
Ярсы эләгә-һөрлөгә тауыш ишетелеп ҡалған яҡҡа йүгерҙе. 
– Энә... Ләйлә, ә ҡалғандар ҡай­ҙа? – ҡыҙҙың яңғыҙын ғына күргән малай аптырап китте, – тегеләр ҡайҙа, тием?! 
– Ҡайҙа булһындар... машина­ла, – бошмаҫ Ләйлә иланы ла ебәр­ҙе, – бандиттар алып китте. 
– Н-нисек? Шаяртмайһыңмы?
– Нәбир ағай улар менән... 
– Ҡайһы Нәбирҙе әйтәһең? 
– Ауылда шул берәү генә ин­де – сельсовет... 
– Юҡты һөйләйһең түгелме, Ләйлә? Ҡурҡышыңдан әллә зиһенеңә зәғифлек килдеме? – ишеткәндәренән албырғап киткән Ғәҙел килделе-киттеле һөйлән­де, – мин һиңә ышанмайым. 
– Ышаныу-ышанмауҙы аҙаҡҡа ҡалдырайыҡ, ә хәҙер йәһәтерәк ауылға ҡайта һалырға кәрәк! Дуҫтар харап була! – ҡыҙ үртәлеүҙән һытылыр сиккә етте, – ә һин үҙең ҡайҙа ҡасып йөрөнөң? Тәүҙә шуны әйт. 
Энәғараҡтың тауышында ғәйепләү ғәләмәте ишетелеп китте. Был Ярсының асыуын ҡабартты. 
– Ҡасып йөрөмәнем мин, Ләйлә, аҡылыңа ҡайт! – тине ул теш араһынан, – бик белгең килһә, уғрыларҙың машинаһына эләгеп, төп өңдәренең ҡайҙа икәнлеген асыҡлай алдым.
– Алдашаһың! Барыбер ышанмайым! – Энәғараҡ һаман үҙенекен һөйләне.

– Ышаныу-ышанмауҙы аҙаҡҡа ҡалдырайыҡ, ә хәҙер йәһәтерәк ауылға ҡайта һалырға кәрәк! Дуҫтар харап була! – ҡыҙ үртәлеүҙән һытылыр сиккә етте, – ә һин үҙең ҡайҙа ҡасып йөрөнөң? Тәүҙә шуны әйт. 
Энәғараҡтың тауышында ғәйепләү ғәләмәте ишетелеп китте. Был Ярсының асыуын ҡабартты. 
– Ҡасып йөрөмәнем мин, Ләйлә, аҡылыңа ҡайт! – тине ул теш араһынан, – бик белгең килһә, уғрыларҙың машинаһына эләгеп, төп өңдәренең ҡайҙа икәнлеген асыҡлай алдым.
– Алдашаһың! Барыбер ышанмайым! – Энәғараҡ һаман үҙенекен һөйләне. 

Балыҡ башынан серей

Резина тәгәрмәсле тимер аттарына атланған ике үҫмер уҡытыусы Гәрәй Ғирфан улы ихатаһы алдына килеп туҡталғанда ауыл әле иҙрәп йоҡлай ине. 
– Кем йөрөй унда? Йоҡо бүлдереп... – арҡаһына куртка ябын­ған Гәрәй ағайҙарының тауышында ҡырыҫ ризаһыҙлыҡ беленде, – әҙәм балаһына әллә көн етмәй... 
– Ағай, был беҙ әле, – тине Ләйлә ҡабалан-ҡарһалан, – йомошобоҙ һәләк ашығыс.
Уҡыусыһының тауышын шунда уҡ танып алған Гәрәй йәһәтләп арҡыры һайғауҙы шылдыра һалды ла ҡапҡаны асты. 
– Һаумыһығыҙ! – ҡыҙ менән малай өтәләнеп киттеләр.
– Бәй, һеҙ икәүме ни? Һаумыһығыҙ, балалар! – сәләмде ҡабул иткән Гәрәй Ғирфан улы ғәжәпләнә бирҙе, – йәгеҙ, тыңлайым, ошо мәлдән торғоҙоп йөрөтөр ниндәй мөһим йомош ул? 
Үҫмерҙәр береһен-береһе бүлдерә-бүлдерә һөйләргә кереште. Ғәҙел:
– Бәлә, Гәрәй ағай! Тегеләр өсәүһе... банда ҡулына эләкте, – тип бөтөрөндө.
– Уларҙы балыҡ бурҙары машиналарында алып китте, – тип Ләйлә өҙгөләнде, – һуң булмаҫ элек ҡотҡара һалырға кәрәк! 
– Туҡтағыҙ әле, туҡтағыҙ! Ниндәй банда? Ниндәй бурҙар? Мин бер нәмә лә аңламайым, – уҡытыусы ярһыған үҫмерҙәрҙе тынысландырҙы, – берәмләп, асығыраҡ итеп һөйләһәгеҙ ине. 
– Беҙ Сыбаркүл ҡамышлығында браконьерҙарҙың табыштары йәшерелгән ҡыуышҡа барып юлыҡтыҡ. Уғрыларҙың кемдәр икәнлеген асыҡларға тырышып йөрөгәндә үҙебеҙ улар ҡулына ҡаптыҡ. Мин бына көскә ҡасып ҡотола алдым, – Ләйлә туҡтау белмәй теҙҙе генә. 
– Тә-әк. Ишкәнегеҙ икән ишәк сумарын, – уйсанланып киткән Гәрәй Ғирфан улы башын тырнап торҙо, – ҡайһы мәлдәрәк булды инде был хәл?
– Әле генә! Уҙа барһа, ярты сәғәт үткәндер, – Ғәҙел дә тороп сыҙаманы, – ашығырға ине.
– Ағай, хакимиәт башлығы Миһманов та улар менән, – шыпырт ҡына һөйләшкән Ләйлә тауышын баҫа төштө. 
– Ул ғына ла түгел, инспектор Һибәтовтың кәмәһе лә шунда тора... 
Үҫмерҙәрҙе тыңлаған һайын Гәрәй Ғирфан улының сырайы ҡараңғыланып, кәйефе боҙола барҙы. Албырғап торғандан һуң уларға алмаш-тилмәш ҡараш ташлап алды ла тәүәккәллек менән: 
– Бына нимә, балалар, – тине, – Нәбир хаҡында әйтә алмайым, ә Әхтәр ҡустының бындай боҙоҡ юлға баҫыуы – мөмкин булмаған эш. Һәр хәлдә, былай уйларға үҙемдең нисектер күңел тартмай.
– Беҙ бит күргәнебеҙҙе... 
– Тимәк, яңылыш күргәнһегеҙ. 
– Бәлки, улар икеһе бер төптәндер, ә? 
– Юҡ! – күпте күргән уҡытыусы был юлы өҙә һуҡты, – ул икәү – бөтөнләйгә ҡапма-ҡаршы холоҡло һәм тәбиғәте менән төрлө кешеләр. Ундайҙар һис бер ваҡытта ла бер төптән була алмай. 
– Нисек итәйек һуң ул сағында? 
– Һеҙ ошонда көтөп тороғоҙ, ә мин кейенә һалып сығайым. Хәҙер бергәләп участка инспекторына барырбыҙ. 
Аулаҡ урам буйлап киттеләр. Әле ныҡ иртә булыуға ҡарамаҫтан, ауыл советы бинаһында ут балҡый ине. 
– Балалар, һеҙ Миһмановты бандиттар менән китте, тигәйнегеҙ, ә ул, ана, эш урынында, – Гәрәй Ғирфан улы ҡорғандары тартылмаған асыҡ тәҙрә яғына эйәк атты. 
Ҡыҙарып-бүртенгән эшем эйәһе, ысынлап та, бүлмәһендә күренә. Ҡайһы арала килеп өлгөргән, тиһең? Ул, йоҙроҡҡа төйнәлгән ҡулын болғай-болғай, кем менәндер телефондан һөйләшә. Түрә күҙҙәренә салынмаҫҡа тырышып ары үттеләр. Тыҡрыҡҡа инеп ышыҡланғас та уҡытыусы: 
– Былар алдан килешеп бөтмәҫ элек ашығырға кәрәк, балалар, – тип ҡабаландырҙы, – үҙемдең ышанғым килмәһә лә, күңелем һиҙә, ҡала менән һөйләшә Нәбир.
Әле түшәгенән торорға ла өлгөрмәгән участка инспекторы, өлкән лейтенант Сайран Алсынбаевты, үҙенең элекке уҡыу­сыһын, йәһәтләп аяҡҡа баҫтыр­ған Гәрәй уға хәл-торошто ҡыҫ­ҡаса ғына төшөндөрөп бирҙе. Милиционер уны ниндәйҙер битараф һалҡынлыҡ менән түҙем генә тыңлап торҙо ла, ахырҙа, уҡытыусының терһәгенән ипле генә тотоп бер ситкә әйҙәне. Икәүһе генә ҡалғас, эҙәрмәндәр яғына ымлап: 
– Гәрәй ағай, әйт әле, был ыбыр-сыбырҙы нимәһенә эйәртеп йөрөйһөң? – тип көлөмһөрәне. 
– Яңылышаһың, Сайран ҡусты, мин түгел, ә улар мине эйәртеп йөрөй. 
– Хатта, ана, нисек! Ул сағында, биғәйбә. Тимәк, тегеләрҙе лә улар күреп ҡалған?
– Тап шулай, – ҡаршыһындағы тәртип һаҡсыһының үҙен бер ни булмаған кеүек ифрат тыныс тотоуына иҫе киткән Гәрәй Ғирфан улы оторо түҙемһеҙләнде, – беҙгә ашығырға кәрәк. Өс үҫмерҙең ғүмере ҡурҡыныс аҫтында. 
– Ә, минеңсә, эштең бындайында как раз ашығыу кәрәкмәй, Гәрәй ағай. Үҙегеҙ бит һәр саҡ, ашыҡҡан – ашҡа бешкән, тип өйрәтә инегеҙ. Ашыҡ-бошоҡ ҡыланып, эште боҙоп ҡуймайыҡ... – Ни булған был Алсынбаевҡа бөгөн? Һөйләшеүенең бер ҙә рәте-сүрәте юҡ. Үҙ-үҙен тотошо ла әллә ҡалай. 
– Аңламайым мин һеҙҙе, Сайран Сәғәҙиевич, – хәтере ҡала биреп ҡуйған Гәрәй рәсми тонға күсте. 
– Ярай, әләйһәң, артабан бесәй-сысҡан уйнап тороуҙың кәрәге юҡтыр. Тик һеҙҙең өсөн генә аңлатма бирәм: тегеләре уларҙың әллә ҡасан ныҡлы прицелға алынған. Йәғни беҙҙең ҡалпаҡ аҫтында, – өлкән лейтенант баш бармағы менән ҡала яғына ишараланы, – бындағы наводчиктарының ғына эҙенә төшә алмай инек. Дөрөҫөрәге, депутат булараҡ, уны енәйәт өҫтөндә тотоу кәрәк. Беҙҙең закондарҙы беләһегеҙ ҙә инде...
Асылған ауыҙын ябырға ла онотҡан Гәрәй Ғирфан улы шаҡ ҡатты: тимәк, үҫмерҙәрҙең, Миһманов, тигәндәре төптө ялған түгел. Бына һиңә, башлыҡ! Ҡара һин уны, балыҡ башынан серей, тип ҡалай мәргән әйтелгән...
– Һеҙ уларҙың табыштарын ҡайҙа йәшергәнен беләһегеҙме? – өлкәндәрҙең үҙен сабый урынына күреүҙәренә ныҡ ҡына күңеле кителгән Ғәҙел артабан өндәшмәй тора алманы. 
– Ҡамышлыҡтағы ҡыуышты әйтәһеңдер, ҡустым, – милиционерҙың иҫе китмәгән булды. Йәнәһе, уларҙың күҙ уңынан бер нәмә лә ысҡынмаҫ. 
– Мин ҡалалағын әйтәм...
Ошо һүҙҙәрҙән өлкән лейтенанттың ҡолаҡтары ҡарп итеп ҡалды. Үҙе шулай ҙа һаман һыр бирмәй маташты. 
– Уныһын да табырбыҙ, башҡа ҡайғың булмаһа, бошонма! 
– Ә мин инде тапҡанмын, ни эшләп бошонайым, ти?
– Тапҡанһың? Кит, юҡты... 
– Парадная урамы, алтмыш алты, кәсер ике, ОРС-тың опто базаһы, – Сайран ағаһының башлағанын әйтеп бөтөрөргә лә ирек бирмәгән Ғәҙел сатнатып адресты атаны. 
– Опто түгел – күмәртә, – Гәрәй ағай, уҡытыусы ғәҙәте буйынса, төҙәтмә индерә һалды. 
– Ну, ҡустыһы, мәгәр һүҙҙәрең дөрөҫкә сыға икән, беләһеңме, ниндәй бүләк көтә үҙеңде?.. – күҙҙәре упайып киткән Алсынбаев киң йылмайҙы. 
Ялҡынлы эҙәрмән Ғәҙел-Ярсының әйткәндәре һис уйҙырма булмай сыҡты. Шул әҙере тревога менән күтәрелгән оператив төркөм «ҡомаҡ» ояһын уғрылар ҡасып китергә йыйынып бөткән ерҙән барып баҫты. Эреле-ваҡлы оңҡоттарҙың һәммәһен дә ҡулға алып, район эске эштәр бүлегенә оҙаттылар. Улар ара­һында әсирлеккә төшкән өс эҙәрмән дә бар ине. Ярай әле еңелсә ҡурҡыу менән ҡотолған үҫмерҙәргә яуыздар бер зыян да килтереп өлгөрмәне. 
– Гражданин Смолян, ошоға тиклем һиңә бәхет йылмайҙы һәм һин шыйғалаҡ шамбы ише беҙҙең ҡулдан ысҡына килдең. Хәҙер инде тана алмаҫһың, үҙ ҡармағыңа үҙең ныҡлап ҡаптың. Ҡотолоу юҡ икәнлеген аңлай­һыңдыр, – баш уғрыны шунда уҡ шаңҡытҡан Алсынбаев һорау­ҙы үгеҙҙең мөгөҙөнән алыуҙан башланы. 
– Төшөндөр, начальник, ғәйебем нимәлә? – тегеһе әүәлгесә дорфа ҡыланды, – подумаешь, рөхсәтһеҙ бер нисә кило балыҡ тотҡан икән...
– Николай Фомич, ә кеше урлау? 
– Нисек... ке...кеше урлау?.. – күҙҙәре шар булған Смолян кинәт ағарынып китте, – һин миңә тейешһеҙен йәбештереп маташма, начальник, килеп сыҡмаҫ. 
– Ул етди ғәйепләүҙе мин йәбештермәйем, ә һин үҙеңә үҙең әллә ҡасан уҡ йәбештереп ҡуй­ғанһың. Ҡойроҡ болғап маташма ла, – бурҙар менән нисек мөғәмәлә итергә белгән Алсынбаев ҡаты һөйләште, – шулай ҙа һиңә бер кәңәшем бар... 
– Ни... ниндәйерәк кә... кәңәш ул?
– Ысын күңелдән ғәйебеңде танып, органдар менән хеҙмәттәшлек итеү – ҡылған гонаһтарыңды күпмелер дәрәжәлә юйыр ине... Бәлки... 
Башы һәленеп төшкән Фомич оҙаҡ ҡына өндәшмәйсә ултыр­ҙы. Ахырҙа, төҫһөҙләнеп киткән күҙҙәре менән милиционерға күтәрелеп ҡараны ла ҡоро ғына һорай ҡуйҙы: 
– Мин нимә эшләргә тейеш? 
– Шефығыҙға өлөш сығара инегеҙме? 
– Әлбиттә. Шунһыҙ булмай. 
– Күпме тирәһе, сер булмаһа?
– Уныһы инде төшөмгә ҡарап... 
– Бына махсус туҙан менән тамғаланып, номерҙары яҙып алынған һумлыҡтар. Уларҙы ҡулдан-ҡулға тапшырыу кәрәк. Ишеттеңме: фәҡәт ҡулдан-ҡул­ға. Уның бармаҡ эҙҙәре мотлаҡ ҡалырға тейеш. Был һинең артабанғы яҙмышыңды еңеләйтер. 
– Белмәйем, алырмы икән? Хәл­дәр, ана, нисек ҡырҡыулашып китте...
– Алыр, – Алсынбаев ышаныслы ҡырт киҫте, – һин белеп етмәһәң дә, ә мин уны яҡшы беләм. Аҡса күрһә, бар донъяһын онота. 
...Баш осона көтмәгәндә килеп аҫылынған ғәҙел хөкөм ҡылысы ҡотон ныҡ алғанлыҡтан, сырайы ҡапыл ғына дөм-ҡараға әйләнгән Смолян ярты сәғәт үтеүгә ауыл советы алдына барып туҡтаны. Уны тәҙрә аша күреп тор­ған Миһманов бер аҙ ғәжәплән­һә лә, йәшерен ҡыуанып та ҡуй­ҙы: тимәк, әле эҙҙәренә төшә алмайҙар. Килеп сыҡмаҫ та. Унан былайырағын күргән әле ул... 
– Эштәр нисегерәк тора һуң, Фомич? – тине Миһманов, бер ни булмағандай, ҡул биреп күрешкәс, – ул-был шипкерт тойолмаймы? 
– Бына... – Смолян уға аҡса бәйләмен һондо.
– Әүәле конвертҡа һалып ҡына тоттора торған инең, – түрә аҫтыртын йылмайҙы.
– Был юлы уны эҙләп йөрөр әмәл булманы.
– Анауы гәзиткә төр.
– Һы, кәрәкмәһә ни... – Фомич күрәләтә яһалмалыҡ менән аҡсаны кеҫәһенә тыға башлаған булды, – үҙемә лә артыҡ түгел...
– Ярай, ярай, ҡылтайма. Бир! Һуңғы арала барыһы ла һәләк үпкәсел булып китте... – ҡомағай Миһманов «инәүле» һумлыҡ­тар­ҙы тегенең ҡулынан һыпыра тартып тигәндәй алды ла өҫтәл тартмаһына йәшерҙе. Шуны ғына көткәндәй, даһыр-доһор ишек асылып китте һәм башлыҡ бүлмәһенә униформа кейгән йәш кешеләр килеп тулды. 
– Урындарығыҙҙан ҡуҙғалмаҫҡа! – тип ҡәтғи бойорҙо алдан ингән майор. 
– Был ниндәй башбаштаҡлыҡ тағы?! – Миһманов туҙынып киткән кеше булды, – мин прокурорға... 
– Һауғынамы, Нәбир Тәхиевич! – Алсынбаев уны ярты һүҙҙә бүлдерҙе. 
– Һа... Һаумы, Сайран Сәғәҙие....вич,.. – рәсми тондан ҡаушап киткән түрә һүҙҙәрен көскә һығып сығарҙы, – аңлат, бында ни булып ята? 
– Давай, йәшенмәк уйнап маташмайыҡ. Ни булғанын һеҙ миңә ҡарағанда яҡшыраҡ беләһегеҙ, – тура һуҡтырған участка инспекторы бөршәйеп ҡалған Смолянға төртөп күрһәтте, – был кеше ниндәй йомош менән килгән?
– Сс-справка һорап тора, – Нәбир күҙен дә йоммай алдашты.
– Һеҙ уның һүҙҙәрен дөрөҫләйһегеҙме? – майор был юлы Фомичҡа мөрәжәғәт итте. 
– Юҡ... Мин уға аҡса бирҙем... Ришүәт... – тип мыңғырҙаны уныһы танау аҫтынан. 
Ауыр енәйәт өҫтөндә тотолған хакимиәт башлығының бынан алдағы аҫтыртын боҙоҡлоҡтарын фашлау маҡсатында баш­ҡаларҙы ла саҡырып индерҙеләр. Улар араһында йәш эҙәрмәндәр иң төп шаһиттар ине. 
– Ошолар буламы инде беҙҙең геройҙар? – олпат майор уларҙы берәм-берәм күҙҙән үткәрҙе, – ниндәй молодецтар, ә! 
– Бурҙарҙың йәһәннәм төпкөлөндәге төйәгенә нисек барып тап булдығыҙ һуң? – тип ҡы­ҙыҡһынды һоҡланыуын йәшерә алмаған Алсынбаев, – ҡурҡ­манығыҙмы?
– Осраҡлы ғына инде, – барыһы өсөн Алмас яуап бирҙе, – ҡурҡыу тураһында нисектер уйланылмаған да ул...
– Балыҡ һаҡлау инспекторы Һибәтовтың кәмәһен дә һеҙ таптығыҙмы? 
– Эйе. 
– Гражданин Һибәтов, ә һеҙ­ҙең моторлы кәмәгеҙ нисек енәйәтселәр ҡулына барып эләккәнлеген аңлата алаһығыҙмы? – майор йәнә һүҙгә ҡушылды.
– Әлләсе... – шаңҡып ҡалған Әхтәр Һибәтов ҡапыл ғына яуап бирә алманы, – минең хеҙмәт кәмәһе гаражда торорға тейеш. Үҙем аҙнанан ашыу өйгә ҡайт­ҡаным юҡ.
– Ҡайҙа булдығыҙ, сер түгелдер бит?
– Командировкала. Районда күлдәр күп... – ошо ваҡыт ул аңына ниҙер барып еткән һымаҡ рухланып китте, – ә-ә! Хәҙер төшөндөм! Бына ни өсөн, Нәбир Тәхиевич, һеҙ мине өҙлөкһөҙ командировкалар менән йонсотҡанһығыҙ! Бына ни өсөн гараж асҡысын һорап алғанһығыҙ. Борсолма, имеш, Сыбаркүлдә үҙем күҙ-ҡолаҡ булып торормон. Их, һеҙгә ышанған мин иҫәүән! 
– Сафсата-а! – түрә яһалма туҙынып китте.
– Дә-ә, нисәмә йылдар буйына мин һине мәктәптә яҡшылыҡҡа өйрәтә алмағанмын икән, йәл,– бойоғоп киткән уҡытыусы Гәрәй Ғирфан улы бар ғәйепте үҙ өҫтөнә алған һымаҡ ауыр көрһөндө, – хәйер, был яғына буш ваҡытың артығы менән булыр. Уйланырһың да, аңларһың да, тигән өмөттә ҡалайыҡ. Серек башлы балыҡҡа сәләмәттәре араһында урын булырға тейеш түгел. Юҡһа, һис шикһеҙ, баш­ҡаларын зарарлаясаҡ. 
Ҡалайыраҡ яман әйтте уҡытыусы. Яман, әммә ғәҙел... 

Ҡармаҡта – «аждаһа»

– Гәрәй ағай, ә беҙ бит былар­ҙың ҡыуышына аждаһа юллап барып юлыҡтыҡ, – тине Алмас урамға сыҡҡас.
– Ниндәй аждаһа тағы? – тегеһе аңламағанға һалышты.
– Һуң, бар ауыл һөйләй ҙә баһа! 
– Ә-ә, уны әйтәһеңме. Ниңә, эләктерҙегеҙ бит. Аждаһаның да ниндәйе бит әле!
– Миңә ҡалһа, Ҡыҙҙар ҡомлоғондағы теге эҙҙәр һаман тын­ғылыҡ бирмәй, – тип һалды һүҙ ыңғайы Ләйлә, – уларын Нәбир ағай ҡалдырмағандыр бит инде? 
– Эштең бар әтнәкәһе лә шунда шул! – Әхтәр Һибәтов та һүҙгә ҡушылды, – эҙҙәрҙе лә, баҡһаң, улар яһаған икән. Кеше ҡурҡытыр өсөн.
– Нисек... яһаған?
– Өйрәк тәпәйенә оҡшатып таҡтанан эшләгәндәр ҙә йомшаҡ ҡом өҫтөнә юрый баҫып сыҡҡандар. Күлгә барған кеше шуларҙы күрә лә ҡабат йөрөмәҫ була. Бур­ҙарға донъя аулаҡ ҡа­ла. Төшөнәһеңме? 
– Һин быларҙы ҡайҙан белә­һең, Әхтәр ҡустым? – тип ҡыҙыҡ­һынды Гәрәй ағай.
– Бая майор әйтте. «Аждаһа тәпәйҙәр»ен дә күрһәтте.
Ишеткәндәренән башта хайран ҡалып, аҙаҡ эштең шулай үтә ябай сиселешенән үкенес тойғолары кисергән эҙәрмәндәр ни тиергә лә белмәне: буштан төшкән хәрәм аҡса хаҡына кеше нимәгә генә бармай, ә?!
Башбаштаҡ түрәне урынынан осорғандың иртәгеһенә Әхтәр Һибәтов эҙәрмәндәрҙе күлдә ятҡан ауҙарҙы йыйышырға саҡырҙы. Тегеләре һис ҡаршылашып тормайса, шатланышып риза булды.
Оҙон-оҙон ауҙарға сырмалышып, бихисап балыҡ ҡына түгел, ҡыр өйрәктәре, аҡҡош балалары, матур тиреле ҡамалар һәм башҡа шуның ише йәнлектәр менән ҡош-ҡорттар ҙа һәләк бул­ған. Уларҙы күреп, йәнең әсемәүе мөмкин түгел.
Инспекторҙың ҙур кәмәһенә бишәүләшеп ултырған эҙәрмәндәрҙең ул көндө эштәре уңды. Махсус яһалған кәкре тимер сым осона эләктереп, улар күп кенә ауҙан башҡа, тағы бер нисә нәрәтә менән ике йылым һөйрәп сығарҙы. 
Утрауҙарҙың иғтибарға ташланып барған иң ҙурына яҡынлашҡанда үтә күренмәле һыу аша күҙҙәренә полиэтилен шешәләрҙән яһалған ҡалҡыуыстар салынды: ана, тағы бер ау. Углерод менән Баһрам уны эләктермәк булып ынтылғандар ине, тап улар тапҡырында кәмә аҫтынан талғын ғына шыуышып, ниндәйҙер ғәләмәт ҙур шәүлә үтте. Малайҙарға хатта тын күл өҫтө бәүелеп, һыуы аҙ ғына күтәрелә биргәндәй тойолдо. Ҡоттарын алған билдәһеҙ шәүлә ер өҫтөнән тауыш-тынһыҙ йөҙөп барған болот күләгәһе кеүек ине. Ул теге утрау аҫтына инеп күҙҙән юғалды. Ни уйларға ла белмәй албырғап ҡалған үҫмер­ҙәр бер-береһенә ҡарашты. Ә һағайышҡан ҡыҙҙар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, малайҙарға һырыҡты. 
– Йә, кемегеҙ әйтә: ни булды был? – бошмаҫ Энәғараҡ шулай ҙа тыныслыҡ һаҡлап ҡала алды. Тик уға яуап биреүсеһе табылманы. 
– Тиҙерәк ярға сығайыҡ, мин ҡурҡам! – Әлсинә мыжый башланы. 
– Ысынлап та, нимә икән? – башлыҡ та аптыраны. 
Ҡурҡыу ғәләмәте йөҙҙәренә бәреп сыҡҡан малайҙар егет була белде: сарғалап булашманылар. Шунда ла кәмә моронон ярға табан борғандарын үҙҙәре лә һиҙмәй ҡалды. 
Илекосҡан ҡаяһы янында күренгән уҫлаптай шомло шәүлә хаҡында шунда уҡ Әх­тәр ағай­ҙарына еткерҙеләр. Ә уныһы бер ни булмағандай: 
– Беләм, күргәнем дә бар. Минең күптәнге таныш ул, – тип тыныс ҡалды, – тик бына күпме маташып ҡараһам да, эләктерә алмайым да ҡуям үҙен. 
– Ниндәй ғибрәт һуң ул?
– Ниндәй ғибрәт булһын – аждаһа!
– Аждаһа-а?! – эҙәрмәндәр би­шеһе бер тауыштан ҡысҡырып ебәрҙе. 
– Уның нимәһенә иҫегеҙ китә? Оҙаҡ йәшәгән балыҡты мин үҙемсә шулай атап йөрөтәм, – тип дауам итте Һибәтов, – аждаһа тигәнем – күпте күреп, инде әлһерәй башлаған ҡарт йәйен. Бары шул ғына. Уның фай­ҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. Ни өсөн тигәндә, балыҡ тотоп ашар­ға хәленән килмәгәнлектән, ҡош-ҡорт менән ваҡ йәнлеккә ҡағыла башлай. Балыҡсылар һөҙөргә төшкән мәлдә йылымдарын йыртып ҡаса. Шуға күрә уны ваҡытында юҡ итеү хәйерле. 
– Кешегә лә тейәлер әле... 
– Әлбиттә, өлкәндәргә һөжүм итергә батырсылыҡ итмәһә лә, уяулығын юғалтҡан бәләкәстәр­ҙе ҡойроғо менән һыуға йыға һуғып төшөрөүе бар.
– Анауындай йылымды өҙөп китә алғас, уны нисек тотмаҡ кә­рәк? – ҡомарлана барған Углеродтың күҙҙәре ут булып янды. 
– Уның, ҡустылар, бер генә ысулы бар – ҡыҙҙырылған тауыҡ менән емләнгән ерә һалыу... 
«Ерә» тигәненең ни икәнлеген Ҡаҡтуғай малайҙары яҡшы белә, шуға күрә «аждаһа һунары»на әҙерлек шул көндө үк башланды. Тимерлеккә барып ҙур ҡармаҡ һуҡтырҙылар. Ул баҫрау тартыр өсөн тәғәйенләп эшләнгән ырғаҡ дәүмәллек булғандыр, билләһи. Тиҙ генә өҙөлөп китмәҫлек ныҡлы капрон бау таптылар. Эш бары ҡыҙҙырылған тауыҡта ҡалды. Уныһын Энәғараҡ үҙ өҫтөнә алды: шөкөр, эреләнеп килгән инкубатор әтәстәре ихата тулып йөрөй...
Барыһы ла әҙер булғас, кәмәгә тейәлделәр ҙә аждаһа шәүләһе күренеп ҡалған утрауға сыҡтылар. Әлбиттә, шөрләтә, ләкин шул ғына ҡурҡыныс алдында ла баҙап ҡалған эҙәрмән ысын эҙәрмән була алмай...
Бау осон йыуан ғына һығылмалы талға бәйләнеләр. Быныһының да үҙ хикмәте бар, имеш. Ошо ысул бәһлеүән балыҡтың киҫкен тартыу көсөн күпкә йомшарта ла бауҙы өҙөлөп китеүҙән ышаныслы һаҡлай икән. Өҫтәүенә, шашынып туларға тотонған балыҡтың ғәйрәтен дә тиҙ ала.
Тәмле еҫ аңҡытып торған тауыҡ түшкәһен ҡармаҡҡа беркеткән Углерод: 
– Балыҡ ҡап, яр башында ялтырап ят, – тип ырғытыуға, ошонан мәрәкә тапҡан үҫмерҙәр иһаһайлап көлөштө.
– Алмас тора таллыҡта, балыҡ тота тауыҡҡа, – Баһрам йәпле генә һамаҡлап та алды. Һауа ярып тағы һаһылдаштылар. Үҫмерҙәргә күңелле ине.
Ерә ҡуйылған талдың осона, әллә ҡайҙан күренеп торорлоҡ итеп, ҡыҙыл тауар остоғо беркеттеләр. Хәҙер балыҡтың эләккән-эләкмәгәнлеген ярҙан ҡарап та белергә була. Быныһына Ярсының башы етте.
Ике көн үтте, өс көн – асыҡ-ҡы­ҙыл тамға, эҙәрмәндәрҙе үсекләгән һымаҡ, тал осонда тирбәлеүен белде. Уны көн дә үҙ урынында күргән балыҡсыларҙың уңышҡа ышаныстары кәмеп, өмөттәре һүнә барҙы. Өмөт менән бергә теләктәр ҙә бермә-бер һүрелә. 
– Анауы тиклем маһир Әхтәр ағай ҡаптыра алмағанды, һеҙҙән йүнле эш сығыр тиһеңме? – Әлсинә инде төшөнкөлөккә бирелә башланы.
– Нисауа, бошонма, ҡыҙыҡай, эш маһирлыҡта ғына түгел, далан да кәрәк, – Углерод уны йыуатып маташты. 
– Эйе шул, барыһы ла ҡулдың ҡотонан тора, – тип Баһрам уны күтәрә һалып алды, – бына минең ҡот бар ҙа ул... Ҡармаҡты зерә минән емләтмәнегеҙ. Үҙем емләп ырғытҡандамы...
– Ә ниңә, был хатаны төҙәтеүе әле һуң түгел, – Углерод ихласлап китте, – әйҙәгеҙ, кәмәгә! 
Һыуҙа оҙаҡ ятып инде еҫләнә башлаған тауыҡ түшкәһен Баһрам үҙ ҡулы менән рәтләштереп ҡуйҙы ла: «Тфү, тфү», – тип өшкөргән булды. Ошонан һуң түшкә ҡабат элекке урынына осто.
– Бына күреп тороғоҙ, төнгөлөккә эләгеп ятасаҡ, – Баһрам шул арала маһайып алырға ла өлгөрҙө, – ағағыҙҙың ҡулы ул... 
Икенсе көнөнә ҡыҙҙар Сыбаркүлгә барыуҙан баш тартҡас, малайҙар үҙҙәре генә китте. 
– Тағы бер-ике көн йөрөп ҡарарбыҙ ҙа... Ялҡытты... – башлыҡ та, ахыры, тай тибергә уйлай.
Алда күкшел монарға сорналып торған ҡая күренде. Ә утрау унан алыҫ түгел. Боролоштан сығыу менән малайҙар өсәүһе бер юлы теге утрауға ҡараны. Ошоғаса бешкән миләш ише баҙлап торған ҡыҙыл тауар урынында юҡ ине. Эҙәрмәндәр, үҙ күҙҙәренә ышанмаған һымаҡ, өнһөҙ ҡалып тор­ҙо. Әллә утрауы ул түгелме? Шул! Тик ҡыҙыл там­ғаһы ғына юҡ. Тамға ғәйеп булған! 
Теге талдары, таш өҫтөнә һуҙылып һыуһын ҡандырған малай ише, һыуға эйелгән ине. Там­ғаһы ла урынында, тик ул хәҙер тәрәндә күренә. Углерод көйәнтә урынына бөгөлгән талды һелкетеүгә уның осондағы ебәк бау еңелсә тартыла бирҙе. Күренеп тора, икенсе башына нимәлер эләккән. 
Үтә һаҡ ҡыланып, бауҙы тарта башланылар. Ҡаршылыҡ күрһәтеүсе тойолмаған һымаҡ. Бына инде һыу аҫтындағы ҡыҙыл сепрәк тә ҡалҡып сыҡты, ләкин ҡармаҡҡа ҙур балыҡ эләккәне һи­ҙелмәне. 
– Малайҙар, беҙгә кәрәкле аждаһа түгел был, биллаһи, – нескә күңелле Баһрамдың дәрте һүрелә лә башланы. 
– Мин дә шулайҙыр, тип уйлайым, – Ярсы ла икеләнеү белдерҙе, – бик баҫымсаҡҡа оҡшай, ҙур булмаған шамбылыр әле.
Бауҙың инде байтаҡ өлөшө өҫтә булыуға ҡарамаҫтан, һыу ҡайнатып тулаусыһы күренмәне. Ә бит дуҫтар, ҡолас буйламаҫ йәйенде оҙаҡ алышҡандан һуң көскә-көскә һөйрәп сығарып, барыһын шаҡ ҡатырмаҡсы ине. Хыялдары тормошҡа ашмаҫмы икән ни шулай уҡ? 
– Баһрам, ҡармаҡ бауын ысҡындыр, – танауы төшөп хәтере ҡалған башлыҡтың әмере асыулы ишетелде. 
– Теге күренмәйенсәме?.. 
– Ысҡындыр, тигәс, ысҡындыр ҙа кәмә сыңғаһына беркет. Шамбыны ни уны хәҙер килтереп сығарабыҙ...
Бауҙың осон сыңға аша үткәреп бәйләү менән Ярсы ишкәккә тотондо. Талғын ғына урынынан ҡуҙғалған кәмә күп ара ла үтеп өлгөрмәне, ғәйәт көслө тартылыуҙан хатта һикереп китте. Ярай әле бау ныҡ булып сыҡты – өҙөлмәне. Уны-быны уйламайынса һерәйеп торған Баһрам күҙ асып йомған арала һыуға осто. Ә йылғыр Углерод ниндәй­ҙер мөғжизә менән кәмә ситенә тотонорға өлгөрҙө. Тын ғына йо­ҡом­һорап ятҡан Сыбаркүл өҫтөн яҡында яман аждаһа барлығын тойған Баһрам тауышы ярып үтте:
– А-а! Ҡотҡарығы-ыҙ! Аяҡтан эләктермәҫ борон, йәһәте­рә-әк!
Ярҙамға ташланған Углерод менән Ярсы уның ауыр кәүҙәһен бейек ситле кәмәгә саҡ һөйрәп сығарҙы. Шул әҙере теге яуыз йәнә һелкетә тартты. Был юлы нығыраҡ итеп. Малайҙар өсәүләшеп кәмә төбөнә тәгәрәне, ҡарауһыҙ ҡалған ишкәктәр һыу­ға барып төштө. 
– Ишкәктәрҙе то-от! – тип аҡыр­ҙы башлыҡ, әммә һуң ине. 
Ҡыл урынына тартылған ныҡлы бау оло, өҫтәүенә, өс малай ултырғанлыҡтан, күпкә ауырай­ған кәмәне юнысҡы урынына елберләтеп алға алды ла китте. 
– Хәҙер! Хәҙер, ана, таш аҫтындағы өңөнә барып инһә, онталып харап булабыҙ! – Баһрам ике ҡуллап башын тотто.
– Етер, шыңшыма-а! – тип екер­ҙе уға башлыҡ, – былай ҙа ҡоҫҡо килә. 
Ҙур тиҙлек менән барған кәмә, ысынлап та, һыу өҫтөндә суҡайышҡан осло таштар яғына йүнәлде. 
– Ана, күрҙегеҙме? Кәмә төбөн ташҡа бәрҙереп тишергә булды,  – ҡото осҡан Баһрам илар сиккә етте, – әйтмәнемме мин һеҙгә?
Ә Ярсының был мәлдә тауыш-тыны сыҡманы. Был күренеш уны әллә ҡурҡыта, әллә һоҡландырып хайран итә – уныһын малайҙың ҡырыҫланып киткән йөҙөнә генә ҡарап һис әйтеп булмай. 
Дан менән шөһрәт көтмәгәндә килгән кеүек, бәләһе лә шул рәүешле малайҙар иңенә уйламаған ерҙән ябырылды. Баһрам хаҡ булып сыҡты: үткер ҡырлы таштарҙың береһенә барып менгән кәмә төбө сартлап уйылыуға, йоҙроҡ һыймалы тишектән фонтан булып һыу урғылды. Хәлдең иң киҫкен мәлендә эргәлә генә ҡолаҡ тондорғос шартылдау ишеткән малайҙар сытырлатып күҙҙәрен йомдо: әжәлдәре, күрәһең, ошо.
Шулай ҙа ҡапыл туҡталып, әкрен генә бата башлаған кәмә әжәл көткән дуҫтарға оҙаҡ ятыр­ға ирек бирмәне. Ярым һуш­һыҙ малайҙар баштарын ҡал­ҡыт­ҡанда, уларҙың тишек кәмәһенә терәлеп, икенсеһе сай­ҡала ине. Ә уның эсендә, мәғәнәле йылмайып, ҡуш көбәкле мылтығын тотҡан Әхтәр ағайҙары тора!
– Йәһәт кенә минең янға һикерегеҙ, ҡустылар! – тип малай­ҙарҙы ҡабаландырҙы ул, – юғиһә, хәҙер кәмәгеҙ менән һыу төбөнә китәһегеҙ. Ә унда аждаһа ята, тиҙәр... 
Һибәтовтың һуңғы һүҙҙәре шаңҡып ҡалған дуҫтарҙы шунда уҡ иҫтәренә килтерҙе. Улар күҙ асып йомған арала ағайҙарының кәмәһендә ултыра ине инде.
– Тәки булдырҙығыҙ, ә! – йылы һүҙен йәлләмәгән инспектор киң күңелләнде, – ныҡыштар ҙа икән үҙегеҙ. 
– Ә һеҙ ҡайҙан белеп ҡалдығыҙ? – тип ҡыҙыҡһынды Углерод, – һеҙ булмағанда, күрмәгәнде күрһәтә ине теге... 
– Уныһы өсөн, ана, ҡыҙҙарығыҙға рәхмәт әйтегеҙ.
Малайҙар шунда ғына Илек­осҡан ҡаяһы башында ҡул бол­ғаған ике ҡыҙҙы шәйләне. Баҡ­һаң, улар баштан аҙағынаса барыһын да күреп торған икән: эстәрен тырнап көлөрҙәр инде хәҙер...
Хәрәкәтһеҙ ҡалған «аждаһа»­ны ситкә һуҡтырғандан һуң оҙаҡ ҡына ярға һөйрәп сығара алмай аҙапландылар. Ахырҙа, ауылдан трактор килтерергә мәжбүр булдылар. Был ошоға тиклем Ҡаҡтуғайҙа ғына түгел, ә бөтә яҡын- тирәлә күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән ифрат ҙур йәйен ине. Уға хатта ҡарап тороуы имәнес: арҡан йыуанлыҡ һарғылт мыйыҡтары хәтәр тырпайышып тора, үҙе йәнһеҙ булһа ла, көн яҡтыһына баҙлаған күгелйем күҙҙәре уҫал ҡарай һәм малай­ҙар һыймалы ауыҙында үткер тештәре ыржайыша.
– Бына был, исмаһам, аждаһаларҙың да аждаһаһы-ы! – Әхтәр Һибәтов балыҡҡа ҡарап һоҡланып бөтә алманы, – күпме йәйен тотоп та, бындайын әле күргән юҡ ине. Йәшермәйем, танауға сирттегеҙ, ҡустылар.
– Һуң, ҡармаҡҡа емде кем ҡаптырҙы? – өймәкләшеп торған кешеләр араһынан Баһрамдың тауышы ишетелеп ҡалды. Хәйер, Баһрам, тиһәк тә, эҙәрмәндәр әле килеп ҡушаматтарын онотто һымаҡ. Ваҡытлысамы әллә бөтөнләйгәме – уныһын ваҡыт күр­һәтер.
Ошо көндән Сыбаркүл ярҙарында тынлыҡ урынлашты ла ҡуйҙы. Хәҙер унда барып төшкән ҡош-ҡорт та, башҡа йәнлеге лә юғалып бармай. Ҡыҙҙар ҡомлоғондағы барыһының ҡотон алған сәйер эҙҙәр башҡаса күренмәҫ булды. Ҡыҫҡаһы, кеше иркенләп тын алды. Матур күл тирәһе бөгөн рәхәтләнеп һыу ингән бала-саға тауышынан гөрләп тора. Шулай ҙа көндәрҙең береһендә Алмастың әсәһе: 
– Балам, күлгә барғаныңда бер­үк абай бул. Бы­ҙауын үрешкә ҡыуа сыҡҡанында Гөлкәй инәйең оҙон һаҡалдары ергә һөйрәлеп торған шар күҙле йән эйәләрен күргән. Икәүҙәр, ти. Ай-һай, тиген заттар түгелдер ул, – тип хафаға ҡалды. 
– Ярай, һин әйткәс, абай булырмын, – барыһын да шунда уҡ төшөнөп алған Алмас серле генә ихлас йылмайып ҡуй­ҙы, – уныһына һис борсолма, әсәй!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: