+1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
11 Декабрь 2019, 14:35

Ышаныс телефоны ярҙамға килер

Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙҙең смартфондарығыҙҙа 8 800 2000 122, йәғни Бөтә Рәсәй Берҙәм балалар ышаныс телефоны һандары яҙылғанмы?

Юҡ икән, хәҙер үк теркәп ҡуйһағыҙ ине.
Был хеҙмәт 2010 йылда «Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам итеү» фонды тарафынан булдырылған һәм ошоғаса бик күптәргә ярҙам итеп килә. Ышаныс телефонына мөрәжәғәт итеүселәр йылдан-йыл күбәйә. Балалар һәм атай-әсәйҙәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ала, махсус әҙерлек үткән белгестәрҙең кәңәштәрен ишетеп, ниндәйҙер насар аҙымдан, күңелһеҙ хәлдән ҡотолоп ҡалалар. Белеүегеҙсә, шылтыратыу бушлай һәм аноним, конфиденциаллек һаҡлана.
Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен боросоған мәсьәлә тураһында ата-әсәһе, дуҫтары менән дә һөйләшергә тартына. Ышаныс телефонына мөрәжәғәт итергә оялмағыҙ, исемегеҙҙе әйтмәһәгеҙ ҙә була бит, уның ҡарауы, төплө кәңәш аласаҡһығыҙ. Хәл итә алмаҫлыҡ проблемалар юҡ ул, ауырлыҡтарҙы еңеү, хистәреңде, кисерештәреңде яйлау-көйләү юлдарын психолог-консультанттар өйрәтәсәк.
Бер кемде лә күргең, бер кем менән дә һөйләшкең килмәйме?
Сетерекле хәлгә юлыҡтыңмы?
Өйҙә, мәктәптә йәки урамда ҡыйырһыттылармы?
Атай-әсәйең һине аңламай, уҡытыусың менән аңлашмаусанлыҡ килеп сыҡтымы?
Дуҫың менән һүҙгә килештеңме?
Берәй тиҫтереңә ғашиҡ булдың, әммә уның иғтибарын нисек йәлеп итергә белмәйһеңме?
Ошондай һорауҙар борсоһа, ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамаҫтан, 8 800 200 122 һандары буйынса Бөтә Рәсәй Берҙәм балалар ышаныс телефонына шылтыратып кәңәш һора. Һин бер ҡасан да яңғыҙ түгел!
Читайте нас: