-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
31 Август 2021, 15:16

Үҙеңде нисек тоторға?

Ҡәҙерле ҡыҙҙар һәм малайҙар!

Үҙеңде нисек тоторға?
Үҙеңде нисек тоторға?

Каникул мәлендә нисек ял иттегеҙ, ниндәй файҙалы эштәр башҡарҙығыҙ, ниҙәргә өйрәндегеҙ, ҡайҙарға барҙығыҙ, күпме яңы дуҫтар таптығыҙ?
Бына күңелле һәм файҙалы ял көндәре бөтөп, яуаплы белем алыу осоро башлана. Күп кенә балалар быйыл уҡырға икенсе мәктәпкә күсә, башҡа уҡыу йорттарына бара. Бөтөнләй сит уҡытыусылар, ят мәктәп, таныш түгел балалар… Ошондай кисерештәрҙән ҡаушап, юғалып ҡалмаҫҡа саҡырам һәм, әлбиттә, бергәләп яңы урынға өйрәнеү осорон үткәрергә тәҡдим итәм.
Иң беренсе, мәҡәлдә әйтелгәнсә, кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар, шуны иҫтә тотоу мөһим. Ипле, матур, бөхтә кейем һинең турала тәү ҡараштан уҡ күп кенә ыңғай фекерҙәр тыу­ҙырыр. Тағы ла, баяғы мәҡәлде дауам иткәндә, кешене бит кейеменә ҡарап ҡаршы алалар, ә аҡылына ҡарап оҙаталар, шулаймы? Аҡыл кимәлен күрһәтергә ваҡытығыҙ күп була бит инде, артабан тырышырға ғына ҡала, килешәһеңдер? Йәнә бер әйтемде иҫтә тотоу кәрәк: «үҙ өйөңдәге йола менән башҡалар­ҙың йортона инмәйҙәр». Быныһы тағы нимә, тигән һорау тыуһа, аңлатайым. Әйтем инде артабан яңы коллективта үҙеңде нисек тоторға ярҙам итер. Аңлайһыңдыр – һин килгәнсе коллектив йәшәгән, уның үҙ ҡанундары, үҙ ҡағиҙәләре булған. Шуға: «Ә миңә былай оҡшамай», – тиерҙән алда коллективты өйрәнеп алырға тәҡдим итәм. Әлбиттә, ара-тирәңде күҙалларға кәрәк: был синыфта кем лидер, кем «ботаник», кем илке-һалҡы ғына йөрөй. Йәғни кемдең кем икәнен белеү һиңә киләсәктә әхирәттәр, дуҫтар табырға ярҙам итер.
Килеп сыҡҡан төрлө конфликт­тарҙан ситтә булырға тырыш. Әлбиттә, һис шикһеҙ һинең дә әйтә, өйрәтә торған аҡыллы һәм төплө һүҙҙәрең барҙыр, тик партизан кеүек ситтән ипле генә күҙәтеү, бер кемде лә яҡламау үҙеңдең файҙаға ғына булыр. Иҫеңдә тот, һин был коллективта улар өсөн яңы – сит кеше. Тик берәй ярты йылдан һуң ғына үҙеңде ошо коллективтың тулы ағзаһы тип әйтә аласаҡһың. Сөнки ошо арауыҡ эсендә был төркөмдө тулыһынса өйрәнгән булаһың бит! Шуға бер ниҙән дә ҡурҡмай, иркен итеп өс тапҡыр тын ал да ас киләсәккә ишегеңде! Тик яҡшыға ышанһаң, шулай ғына буласаҡ, әлбиттә.

Әлмира ИСХАҠОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: