+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
7 Сентябрь 2021, 13:10

Кәйефһеҙ саҡта

Һиңә күңелһеҙ. Кәйефең юҡ. Донъя ҡараңғы һымаҡ тойола.

Кәйефһеҙ саҡта
Кәйефһеҙ саҡта

Атай-әсәйең, яҡындарың, дуҫ-иштәрең дә аңламаған кеүек. Башыңды насар уйҙар солғап алған. Туҡтап тор әле! Нәмәлер эшләргә ашыҡма. Хәлең, ысынлап та, на­сар­мы ни? Күңел донъяңды байҡап ҡарайыҡ әле.
– Ҡурҡыныс сиргә юлыҡтыңмы?
– Юҡ.
– Ғәзиздәрең менән нимәлер булдымы?
– Барыһы ла иҫән-һау.
Шулай булғас, ни өсөн ҡайғырырға? Һаулыҡтан да ҙур байлыҡ юҡ бит ул. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә киләсәккә өмөт менән ҡарап йәшәй, маҡсаттарына өлгәшә.
Ә тормошта килеп тыуған төрлө аңлашылмаусанлыҡтар – хәл ителә торған мәсьәлә. Ваҡыт үтеү менән улар барыһы ла яйланыр.
Яҡын дуҫтарыңа ҡарағанда һине үҙ итмәгәндәр күберәк икән, уларҙың насар ҡылыҡтарына, әсе телдәренә иғтибар итмәҫкә тырыш. Бер ҡолағыңдан индер ҙә икенсеһенән сығарып ташла. Тик талаш, ғауға ҡуптарма. Хәлде ҡатмарлаштырып ебәреүең ихтимал. Атай-әсәйең менән был хаҡта кәңәшләшеп, һөйләшеп алырға мөмкин. Халыҡта ла, таш менән атҡанға аш менән ат, тиҙәр бит.
Уҡытыусы насар билдә ҡуйғанға ҡайғыраһыңмы? Бушҡа көйһөҙләнмә. Быны тормоштоң бер һынауы ғына итеп ҡабул ит. Икенсе көнгә дәрескә тағы ла тырышып, ентекләп әҙерлән, мотлаҡ яҡшы билдә алыр­һың.
Атай-әсәйең менән мөнәсәбәтең насарландымы? Һүҙгә килешмәүсәнлек нимәнән килеп сыҡты? Бер аҙ уйла әле. Улар бит һинең иң яҡын кешеләрең. Балаларына яҡшылыҡ ҡына теләйҙәр. Был турала иҫеңдән сығарма. Килеп тыуған мәсьәләне бергәләп хәл итеү яҡшы буласаҡ. Күрерһең, тиҙ генә бер-берегеҙҙе аңларһығыҙ.
Әллә оҡшатҡан егетең йәки ҡыҙың ташлап киттеме? Бының өсөн дә борсолорға һис урын юҡ. Уның менән генә донъя бөтмәгән. Тик сабыр итергә, көтә белергә генә кәрәк. Үҙеңә тиң йәрҙе, хатта унан да яҡшырағын осратыр­һың.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: