8 800 2000 122 телефонына тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин. Махсус әҙерлек үткән психологтар иғтибар менән тыңлап, борсоған мәсьәләгеҙҙе хәл итергә ярҙам итәсәк.
Өйҙә аңламайҙармы, тиҫтерҙәрегеҙ менән уртаҡ тел таба алмайһығыҙмы, берәйһе һеҙҙе ҡыйырһытамы, ғашиҡ булған кешегеҙ иғтибар ҙа итмәйме? Хәлдәрегеҙҙе бер кемгә лә һөйләй алмайһығыҙ, тартынаһығыҙ икән, ышаныс телефонына шылтыратып кәңәшләшегеҙ. Һеҙ яңғыҙ түгел һәм хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәләләр булмай ул. Һәр көндө йылмайып ҡаршылайыҡ, дуҫтар!
Фото: интернеттан алынды.