Осрашыу Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында булды. Лекция "Уйында - хис-тойғо. Уйын нисек эмоциональ интеллектты үҫтереүҙә ярҙам итә" тип аталды.
Виктория Шиманская уҡырға әҙерлектең биш баҫҡысын атаны: "Мин тоям", "Мин теләйем", "Мин беләм", "Мин булдырам", "Мин эшләйем".
- Белем алыуҙың бөтә баҫҡыстарында ла уйын аша уҡытыу нигеҙ булып тора, сөнки уйын аша мәғлүмәт күпкә еңелерәк үҙләштерелә. Уйын хис-тойғоларҙы танырға, уларҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡларға, идара итергә ярҙам итә, - ти эксперт. - Балаға белем генә түгел, танып-белеү моделдәре лә кәрәк. Педагогик юғары уҡыу йорттарында хис-тойғо интеллекты тигән предметты индерергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Был балаларҙы башланғыс мәктәптә уҡырға өйрәткәндә кәрәк. Үҙең көсөргәнешлек, хәүеф, ҡурҡыу тойғоһо кисергәндә уҡыуға өйрәтеүе ҡыйыныраҡ".
Фото: bspu.