+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
14 Ноябрь 2023, 16:00

Сығыш яһарға оялам...

«Дәрес ваҡытында таҡтаға сығып яуап биреүҙән тартынам. Ятлап килгән шиғырҙы ла һөйләй алмай насар билдә алып ҡайтам. Ошонан нисек ҡотолорға, кәңәш бирә алмаҫһығыҙмы икән? Зилиә.Ҡ. районы».

Сығыш яһарға оялам...
Сығыш яһарға оялам...

Был – мәктәптә йыш осрай тор­ған күренеш, һылыу. Бер һине ге­нә ул мәсьәлә борсомай. Иң берен­се кәңәшем: ҡулыңа ҡәләм алып, тойғоларыңды яҙ. Үҙеңә «Мин сы­ғыш яһар алдынан нимә тоям?» тигән һорауҙы бир. Мәҫәлән, яуап «Ҡурҡыу тойғоһо» булды икән, икенсе һорау: «Мин нимәнән йә кемдән ҡурҡам?» Һәр яуапты яҡшыға борорға кәрәк. «Дуҫтарым алдында көлкөгә ҡалам», тиер урын­ға «Яҡшы итеп әҙерләнеп һөйләп, барыһын да һоҡландырам», тип уйла.
Тағы ла шуны әйтер инем: һәр тойғоноң сәбәбе бар. Ниндәй ва­ҡиғанан һуң ҡурҡа башлағаныңды, ҡасан булғанын, ниндәй хистәр кисергәнеңде хәтергә төшөр. Был хәлде үҙең ышанған яҡын кешеңә теҙеп һөйлә, хис-тойғоларыңа баҫым яһап бүлеш. Әхирәтең йә дуҫың алдында синыфтағы кеүек репетиция эшләп ҡарарға ла була.
Өсөнсөнән, ҡурҡыу, оялыу той­ғоһон еңеп сығыуҙы үҙеңә бәләкәй генә маҡсат итеп ҡуй. Психолог булараҡ, һәр ҡурҡыу артында үҫеш тора, тип әйтер инем. Дәрескә яҡ­шы итеп әҙерләнеп барып, синыф алдындағы ҡурҡыуҙы, оялыуҙы еңһәң, артабан яңы үрҙәргә ынтылыш асыласаҡ, еңеү тойғоһо дәрт өҫтәйәсәк.
Һин быны, һис шикһеҙ, булдырасаҡһың!

Гөлиә ИСҠУЖИНА,
психолог.

Фото: triptonkosti.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: