-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
11 Декабрь 2023, 23:00

Һығымталар яһайыҡ

Декабрь – йылдың һуңғы айы. Һығымталар эшләй, һөҙөмтәләр барлай тор­ған мәл. Был – психологик яҡтан үҙенә күрә бик фәһемле күнекмә.

Һығымталар яһайыҡ
Һығымталар яһайыҡ

Сөнки көндәлек мәшәҡәттәр араһында беҙ үҙебеҙҙең үҫеште, бәләкәй-ҙур ҡаҙаныштарҙы тоймайбыҙ, уларға тейешле баһа бирмәйбеҙ. Ҙур уңыштар бәләкәй генә аҙымдан йыйыла икәнен онотабыҙ. Тағы эске кисерештәрҙең шундай бер кире үҙенсәлеге бар: күп осраҡта кеше үҙен тәнҡитләй, уңыш­һыҙлыҡтарға баҫым яһап көн итә. Ошоларҙан сығып, йәш дуҫым, мин һиңә түбәндәге күнекмәне тәҡдим итәм.
Ҡәләм, дәфтәр ал. Ошо һорауҙарға яҙма рәүештә яуап бир. 2023 йылда мин беренсе тапҡыр нимә эшләргә өйрәндем? Ҡайҙарға барҙым? Кемдәр менән таныштым? Ниндәй уңыштарым бар? Ә нимә килеп сыҡманы?
Яуаптарҙы уйҙа ғына биреү һөҙөмтәһеҙ. Мин иҫләмәйем, онотоп бөткәнмен, тип уйлаһаң, телефондағы галереяңды барлап сыҡ. Хәҙерге заманда һәр ваҡиғаны фотоға төшөрә торған ғәҙәтебеҙ бар бит. Теҙеп яҙ, үҙең өсөн мөһим ваҡиғаларға баҫым яһа. Эште тамамлағас, ҡағыҙға күҙ һалып, үҙеңде маҡтап ҡуйырға онотма! Һығымталар эшләнгәс, кеше яңы йылға яңы маҡсаттар ҡуйырға тейеш. Нисек итепме? Был турала гәзиттең киләһе һандарында «Психолог кәңәше» рубрикаһында белер­һегеҙ.


Гөлиә ИСҠУЖИНА.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: