-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Мейе ял итһен тиһәң...

Хәҙерге замана бәләһе ул – мәғлүмәт күплеге... Көнө-төнө төрлө сығанаҡтар­ҙан кешегә әллә күпме ағыла ул.

Мейе ял итһен тиһәң...
Мейе ял итһен тиһәң...

Ябай телефон ярҙамында йәнең теләгән яңылыҡты табып була. Бер яҡтан, был уңайлы, әлбиттә. Ләкин шул уҡ ваҡытта кешенең мейеһе үтә лә күп мәғлүмәтте эшкәртеп өлгөрмәй. Ошо арҡала күңелдә көсөргә­неш барлыҡҡа килә, үтмәгән арыу, һүлпәнлек, кәйеф төшөнкөлөгө биләп ала.
Бындай күренештәргә юл ҡуймаҫ өсөн һинең аша үткән мәғлүмәтте ҡырҡа сикләү, файҙалыһына өҫтөнлөк биреү мө­һим. Телевизорҙы урынлы ғына, кәрәк осраҡта ғына ҡабыҙырға: көнө-төнө эшләтеп ҡуйыу насар! Мин бит уға иғтибар итмәйем, тиһәң дә, мәғлүмәттең ниндәй­ҙер өлөшө мейеңә үтеп инә. Ҡолаҡсындар аша оҙаҡ музыка тыңлау шулай уҡ уға ял итергә ҡамасаулай.
Мейегә тыныслыҡ йәки тәбиғи тауыштар ишетеү яҡшыраҡ. Үҙеңдең һаулығыңды бөгөндән уйла!


Гөлиә ИСҠУЖИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: