+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
16 Апрель , 22:37

Ниндәй һөнәр һайларға?

Тормошомдо ниндәй һөнәр менән бәйләргә? Был һорау һәр сығарылыш синыф уҡыусыһын борсой торғандыр. Уҡытыусылар менән мәктәп психологтары тарафынан был юҫыҡта планлы эш алып барылһа ла, һайлау эшләй алмаған, ҡыйынлыҡ кисергән балалар йыш осрай.

Ниндәй һөнәр һайларға?
Ниндәй һөнәр һайларға?

«Һеҙгә ни өсөн һөнәр һайлауы ауыр һуң?» – тип һораным VIII синыф уҡыусыларынан. «Яңылышыуҙан ҡурҡам», «Миңә оҡшаған шөғөл ата-әсәмә оҡшап етмәй», «Хәҙер һайлармын да, ә артабан ул һөнәр миңә оҡшамай ҡуйыр», тигән борсоулы яуаптар алдым.
Ысынлап та, киләсәккә һөнәр һайлау – бик яуаплы эш, ләкин шул уҡ ваҡытта был һүҙбәйләнешкә “ғүмерлек” тигән һүҙҙе өҫтәмәҫкә кәңәш итер инем. Ваҡыт үтеү менән, йәш дуҫтарым, һеҙҙең ҡараштарығыҙ үҙгәреүе мөмкин. Шуның өсөн үҙегеҙҙе гел генә үҫеш юлында булырға өйрәтегеҙ. Заман менән бергә атлаған кеше үҙенә һәр саҡ яратҡан шөғөл таба аласаҡ, һәм уны яҡшы итеп башҡарып, килем дә алырға өйрәнәсәк.
Йәнә үҙегеҙҙе күҙәтергә ғәҙәтләнегеҙ. «Нимә менән шөғөлләнергә яратам, ҡайһы эш күңелемә ята? Ниндәй эште рәхәтләнеп башҡарам?» тигән һорауҙарға яуап биреү ҙә ярҙам итер. Күңелегеҙгә хуш килгән һөнәрҙе тәүге тапҡырҙан һайлаһағыҙ, ҡыуаныр инем. Ә инде килеп сыҡмаһа, бойоҡмағыҙ: үҙегеҙгә генә тап килгән эште эҙләүҙе дауам итегеҙ, шәхсән үҫеш юлында булығыҙ. Шул уҡ ваҡытта атай-әсәйегеҙҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ. Иң яҡын кешеләрегеҙ һеҙгә изгелек кенә теләй.

Гөлиә ИСҠУЖИНА.

ФОТО: ya.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: