-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Хыялдан маҡсатҡа табан...

Теләк, маҡсат һәм хыял нимәһе менән айырыла?

Хыялдан маҡсатҡа табан...
Хыялдан маҡсатҡа табан...

Теләккә еңел ирешеп була, ул тиҙ арала барлыҡҡа килә һәм шулай уҡ тиҙ юҡҡа сығыуы мөмкин. Маҡсат – шул уҡ теләк, әммә уның тормошҡа ашырыласаҡ билдәле ваҡыты, көнө бар. Маҡсатты һөҙөмтәһен асыҡ билдәләп була торған теләк тиергә мөмкин.
Хыял – ҙур, мөһим һәм тормошҡа ауырлыҡ менән аша торған теләк. Күңелдең фантазияға ынтылышы, хис-тойғоларҙың аҙығы ул. Әгәр хыял ысын бул­һа, күпме генә ваҡыт үт­мәһен, кешегә тынғы бирмәй, теләк һүрелмәй. Бөтә хыялдар ҙа тормошҡа ашмай һәм был дөрөҫ, сөнки күп осраҡта кеше ни өсөн теге йәки был хыялды күңелендә йөрөтә икәнен үҙе лә тулыһынса аңлап етмәй. Ҡайһы саҡта уның тормошҡа ашыуы кемгәлер нимәлер иҫбатлар өсөн кәрәк. Бындай хыялдар кешегә ҡәнәғәтлек килтермәү генә түгел, уны төшөнкөлөккә дусар итеүе лә мөмкин.
Шуның өсөн иң ҙур һәм мөһим хыялдарҙы «Нимә өсөн?» тигән һорау аша үткәреү кәрәк. Мәҫәлән, һинең диңгеҙҙе күргең килә, ти. Ни өсөн? Ошо һорауға яуап яҙ. Ул яуапҡа тағы «Ни өсөн?» һорауын бир. Артабан шулай бер нисә яуап булыуы мөмкин. Әгәр «Башҡа кешеләр күргәнде мин ни өсөн күрмәҫкә тейеш» тигәнерәк яҙмалар бар икән, хыялыңдың тормошҡа ашыуы һиңә ҡәнәғәтлек килтереүе икеле. Кешенең уй-хыялы уның шәхсән теләктәрен үтәргә тейеш, шул осраҡта ғына уның ысынбарлыҡҡа ашыуы көс, дәрт һәм илһам сығанағы буласаҡ.
Хыялды тормошҡа ашырыр өсөн уны маҡсатҡа әйләндерергә кәрәк. Уға ирешергә көн һайын башҡарылған ябай ғына эштәр ярҙам итәсәк. Төп ҡағиҙә: был эштәр еңел һәм эҙмә-эҙлекле булырға тейеш. Сөнки ҡапыл ауырҙан башлаһаң, төп маҡсаттан баш тартыу мөмкинлеге юғары. Әгәр хыялға алып бар­ған эш ҙур һәм көсөргәнешле икән, һин уны бәләкәй өлөштәргә бүл. Һәр эшләгән аҙым өсөн үҙеңде маҡтарға онотма. Әгәр хыялды маҡсатҡа әйләндереп тә ошо аҙымдарҙы эшләүҙе онотаһың икән, был ысын хыялмы икән? Онотолһа, тимәк, мөһим түгел.
Хыяллан, хыялыңды маҡсатҡа әйләндер һәм тормошҡа ашырып ләззәт ал! Мин һиңә быны ысын күңелдән теләйем, дуҫым!

Гөлиә ИСҠУЖИНА.

 

ФОТО: ya.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: