+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Имтихандан ҡурҡыу кәрәкме?

Имтихандар алдынан ҡурҡыу, төрлө ырымдарға ышаныу – йәш-елкенсәк өсөн ғәҙәти күренеш. Мин дә бының аша үттем – беренселәрҙән булып Берҙәм дәүләт имтиханын бирҙем. Һеҙҙе бик яҡшы аңлайым, сығарылыш синыфы уҡыусылары!

Имтихандан ҡурҡыу кәрәкме?
Имтихандан ҡурҡыу кәрәкме?

Нимә ул имтихан? Һеҙҙең 9 йә 11 йыл буйы алған белемеңде тикшереү, уҡыуыңа йомғаҡ яһау һәм алға – яңы тормошҡа алып барған баҫҡысҡа күтәрелеү. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: имтиханды уңышлы биреү өсөн белем генә етәме? Әлбиттә, уның менән бер рәттән психологик әҙерлек, йәғни үҙеңде дөрөҫ көйләү мөһим.
Иң беренсе уйығыҙҙа был көндөң идеаль вариантын булдырығыҙ. Сөнки кеше йыш осраҡта, шулай булып ҡуймаһын, былай булып ҡуймаһын, тип үҙенә уңышһыҙ варианттарҙы йәлеп итә, шуларға иғтибарын күберәк йүнәлтә. Ә үҙаң өсөн, киреһенсә, ваҡиғаның нисек булырын теләүҙе күҙ алдына килтереү файҙалыраҡ. Үҙеңде имтиханды уңышлы тапшырған кеше итеп тойоу аңды яҡшыға йүнәлтә. Һәм ул, һеҙгә ҡамасаулау урынына, ярҙам юлына баҫасаҡ.
Икенсенән, ырымдарға артыҡ иғтибар бирмәҫкә, ниндәй генә ваҡиға булһа ла, уны ыңғайға юрарға кәрәк. Мәҫәлән, имтиханға китеп барғанда юлығыҙҙы ҡара бесәй ҡыйып үтте икән – миңә бөгөн уңыш йылмаясаҡ, тип уйлағыҙ!
Шуны белегеҙ: яҡындарығыҙ һәр саҡ имтиханды яҡшы тапшырасағығыҙға ышана. Мин дә һеҙгә уңыштар теләп ҡалам.

Гөлиә ИСҠУЖИНА.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: