-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
19 Сентябрь , 13:05

Яңы уҡыусы килһә...

Синыфта – яңы уҡыусы... «Новенький» тип ҡаршы алалар уны.

Яңы уҡыусы килһә...
Яңы уҡыусы килһә...

Яңы уҡыу­сыны шат, ихлас ҡабул итеү, уның менән дуҫлыҡ ҡороу – яҡшы күренеш. Ҡайһы бер уҡыусылар иһә уны ситләтә, үҙәренән алыҫтараҡ тотоуҙы маҡсат итеп ала. Ни өсөн?
Ҡыйыу, үҙенә ышанған кеше башҡаларға ла үҙенә тиң итеп ҡарай һәм уға ярҙам ҡулы һуҙа, еңел генә яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштыра. Ә инде үҙ көсөнә ышанмаған уҡыусы яңы синыфташын аңлашылмаған ҡаршылыҡ, ҡурҡыныс янаусы «объект» итеп ҡабул итә. Һәм был «новенький»ҙан ситләшеүҙе, унан ҡотолоуҙы маҡсат итеп ала.
Ғөмүмән, коллективтағы яңы кешегә ҡараш һинең үҙеңә ҡарашыңды сағылдыра, йәш дуҫым. Һин ниндәй? Көслө, асыҡ күңеллеме йәки көнсөл, үҙеңә ышанмаусанмы? Үҙеңде тикшереп ҡара әле.
Хәҙер хәлде икенсе яҡтан ҡарайыҡ. Һин яңы коллективҡа килһәң, ни эшләргә? Әлбиттә, көсөргәнеш тояһың. Яңы урын, яңы кешеләр, яңы уҡытыу­сылар... Һине улар нисек ҡабул итер­ҙәр, оҙаҡ өйрәнерһеңме был мөхиткә? Оҙаҡ «новенький» булып йөрөрһөңмө, әллә тиҙ арала үҙ кешегә әйләнерһеңме? Барыһы ла үҙеңдән тора.
Беренсе көндән үк үҙеңде ҡыйыу, әммә әҙәпле тот. Йәмғиәттә нығытыл­ған ҡағиҙәләрҙе онотма. Өйрәнеү өсөн ваҡыт кәрәк – ҡабаланма, сабыр бул. Асыҡ, аралашыусан булһаң, оҙаҡламай коллективта үҙ кеше булып та китер­һең!

Гөлиә ИСҠУЖИНА.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: