-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
21 Август 2025, 15:41

Ышаныс телефоны эшләй

Берәй һорау борсой, һөйләшер кеше тапмайһыңмы? Яҡындарың аңламаймы? Ышаныс телефонына шылтырат.

Ышаныс телефоны эшләй
Ышаныс телефоны эшләй
8 800 2000 122 һандары буйынса шылтыратыу бөтә телефондарҙан да бушлай һәм аноним. Йәғни кем икәнеңде белмәйәсәктәр, һинең телефон һандары яҙып алынмай, ә бына яҡшы консультация аласаҡһың, ышаныс телефонында махсус әҙерлек үткән психолог-консультанттар ултыра.
Һәр берегеҙҙең үҙен ныҡ борсоған, әммә иң яҡын кешегә лә һөйләргә тартынған, оялған йәки ҡурҡ­ҡан эс серҙәре, һорауҙары булырға мөмкин. Бына шундай мәлдә Балалар ышаныс телефонына шылтыратығыҙ. Унда ла мөрәжәғәт итергә оялаһығыҙмы? Cерегеҙҙе икенсе кеше исеменән, йәғни берәй танышығыҙ менән булған хәл, тип тә әйтергә мөмкин. «Уға нимә эшләргә икән?» – тип һорағыҙ. Мотлаҡ дөрөҫ кәңәш аласаҡһығыҙ.
Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ, конфиден­циаллек һаҡлана: йәғни һеҙҙең серегеҙ тураһында ышаныс телефоны буйынса яуап биреүсе психологтан башҡа бер кем дә белмәйәсәк.
Ышаныс телефонына республиканың теләһә ҡайһы ҡалаһынан, ауылынан да шылтыратырға мөмкин. Шулай булғас, тартынмағыҙ, дуҫтар. Һеҙ бер ҡасан да яңғыҙ түгел һәм тормошта хәл ителмәҫлек бер мәсьәлә лә юҡ ул.
Фото: com.
 
Ышаныс телефоны эшләй
Ышаныс телефоны эшләй
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас