

Мәҫәлән: “Ә һинең исемең кем?” – тип һорай. Әсәйҙәрҙең иһә түҙемлеге етмәй, тиҙ генә балаһы өсөн яуап бирә һала: “Ирек.”
Бәләкәйерәк сағында әйтһәң дә ярай инде, ә бит үҫмер ҡорона ингән балалар өсөн дә яуап бирәбеҙ. Бына шул рәүешле ҡыҙыбыҙҙың йәки улыбыҙҙың үҙе өсөн яуап бирергә өйрәнеү мөмкинлеген тартып алабыҙ.
Психологтар бала өсөн яуаплауҙан тыйылырға, үҙенә һүҙ бирергә кәңәш итә.
Телеграмдағы “Ата-әсәләр һәм балалар” каналынан алынды.