+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!"
30 Сентябрь 2019, 15:43

Рәхмәт һүҙҙәрем – Айгөл Рафаэль ҡыҙына

Һәр бер бала был донъяға һәләтле булып тыуа, тиҙәр. Тик шул һәләттәрҙе ваҡытында күреп, уны үҫтерә белеү генә кәрәк. Ә был эштә ата-әсә, һәм, әлбиттә, уҡытыусы ҙур роль уйнай.

Ысынлап та, тап уҡытыусы ғына үҙенең һәр уҡыусыһында ниндәйҙер буласаҡ шәхесте күреп, уға үҫешергә ярҙам итә. Бары уҡытыусы беҙҙең кескәй генә уңыштарыбыҙға ла ысын күңелдән ҡыуанып, тағы ла бейегерәк үрҙәргә әйҙәй. Бары ул беҙгә тормошта үҙ юлыбыҙҙы табырға ярҙам итә.

Тап шундай уҡытыусыларымдың береһе ул – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Рафаэль ҡыҙы Үтәбаева. Үҙ эшенә бөтә күңелен һалған уҡытыусымды мин бар яҡлап та хөрмәт итәм. Йәш таланттарға ярҙам итеп, ижади яҡтан үҫешергә мөмкинлектәр тыуҙырған Айгөл Рафаэль ҡыҙының уҡыусылары күп конкурс, олим-пиада еңеүселәре, мәктәпте тамамлаған ҡайһы берәүҙәре үҙ урынын хатта телевидение, радио өлкәһендә тапҡан балалар. Киләсәктә лә әллә күпме шәхестәр тәрбиәләргә яҙһын яратҡан уҡытыусыма.

Хөрмәтле Айгөл Рафаэль ҡыҙы, XI синыф уҡыусылары исеменән ысын күңелдән матур байрамығыҙ менән ҡотлап, донъялағы барлыҡ изге теләктәрҙе еткергем килә. Барыһы өсөн дә һеҙгә ҙур рәхмәтлебеҙ. Һәр саҡ өмөттәрегеҙҙе аҡларға тырышырбыҙ!

Киләсәгебеҙ – һәләтле, талантлы балалар ҡулында, тиҙәр.Тимәк, беҙҙең яратҡан уҡытыусыларыбыҙ киләсәгебеҙгә нигеҙ һалыусы кешеләр. Бөйөк кешеләр!


Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА, йәш хәбәрсе,

Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.


Читайте нас: