+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!"
30 Сентябрь 2019, 01:50

"Тормошомдо мәктәпһеҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым"

Уҡытыусы һөнәре изге һәм яуаплы эш. Минең уйлауымса, бөтә кеше лә ысын уҡытыусы була алмай. Талантлы булыу ғына етмәй, балаларҙы ихлас яратарға кәрәк.

Шулай уҡ, педагог өсөн үҙ фәнен яҡшы белергә һәм синыфта эште дөрөҫ ойоштора белергә лә тейеш. Яҙыусыларҙы,табиптарҙы, космонавтарҙы, игенсе һәм һатыусыларҙы ла уҡытыусы тәрбиәләй һәм уҡыта.

Минең дә яратҡан, хөрмәт иткән уҡытыусыларым бар. Башланғыс синыфтарҙа белем биргән Сәриә Сәрүәр ҡыҙы Ғилмәнова. Унан тыш, Зифа Алламорат ҡыҙы Билалова, Илүзә Хатип ҡыҙы Яҡупова, Гөлназ Рәжәп ҡыҙы Абдрахманова, Фүрҙәүес Рафиҡ ҡыҙы Фәхрисламоваларҙың дәрестәре лә күңелемә яҡын.

Гөлназ Рәжәп ҡыҙы тураһында тулыраҡ һөйләргә булдым. Ул 1984 йылда Исхаҡ ауылында донъяға килгән. Китаптар уҡырға яратҡан, инша, шиғыр бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашҡан. Уға уҡытыусыһы филолог һөнәрен һайларға кәңәш биргән. 2002 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, Ҡаҙмаш мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә килә."Балаларҙы яратһаң ғына эшең алға бара. Башҡа фәндәрҙән дә уҡыта алыр инем, сөнки тормошомдо мәктәпһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым " – ти Гөлназ Рәжәп ҡыҙы.

Гөлназ апайҙың дәрестәре һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, фәһемле үтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән бәйгеләргә, олимпиадаларға ҡатнашыусылар әҙерләй. Уның Ҡаҙмаш мәктәбендә эшләүенә 12 йыл да булып киткән.

Гөлназ Рәжәп ҡыҙы тормош иптәше Раян ағай менән матур йорт һалып сыҡтылар, Зарина һәм Ирхан исемле балалар тәрбиәләйҙәр.

Үҙенең кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Мин уға журналистика менән ҡыҙыҡһыныуымды белеп, дәртләндереп, ҡанатландырып торғанына бик-бик рәхмәтлемен.

Киләсәктә лә эшегеҙ сәскә атһын,яңы үрҙәр юлдаш булһын,дәрт-дарманығыҙ ташып торһон,мөхәбәткә күмелгән ғаиләгеҙ усағы дөрләп янып торһон.


Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.

Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

#йәншишмә, #акция, #рәхмәтһиңәуҡытыусым

Читайте нас: