+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәт һеҙгә, Дилбәр апай!

Һин, уҡытыусым шундай наҙлап,Ҡараның күҙҙәремә.Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр бирҙеңБәләкәс йөрөгемә…Ошо йырҙы ишетһәм, үҙемдең тәү тапҡыр мәктәпкә барғаным иҫемә төшә...

Беренсе уҡыу көнөнә әсәйем оҙатып килде лә мин уҡыясаҡ синыфҡа индерҙе, ә үҙе таныш әсәйҙәр янында һөйләшергә ҡалды. Синыфҡа барып инһәм, туп-тулы уҡыусылар. Таныш түгел ерҙә, таныш булмаған балаларҙы күреп, ҡапыл ҡаушап ҡалдым. Бер урында ҡатып ҡалдым, алға атлар инем, аяҡтарым иҙәнгә ҡуша йәбешкәнме ни, тыңлашмаған кеүектәр. Алға үтергәме икән, әллә кире боролоп ҡайтып китергәме икән тип торғанда, миңә табан йылмайып бер апай атланы.

– Әйҙә, Радик, үт, –тип етәкләп мине бер парталағы буш урынға ултыртты, – ҡайһылай костюмың матур икән, килешеп тора, – тип өҫтәне. Уның миңә йылмайып ҡарап, яғымлы итеп өндәшеүе булды, бер аҙ тыныслана төштөм, йөрәгем дә ныҡ типмәй башланы.

– Мин һеҙҙең уҡытыусығыҙ, Ғибәҙәтова Дилбәр Рәжәп ҡыҙы булам, – тип таныштырҙы үҙе менән. Шулай башланды минең мәктәп һәм тәүге уҡытыусым менән тәүге осрашыуым.

Хәҙер инде мин –IV синыф уҡыусыһы. Дилбәр Рәжәп ҡыҙын беҙ бик хөрмәт итәбеҙ.Уның һәр дәресе бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс. Яңы темаларҙы ныҡлап аңлатып, һәр беребеҙгә еткерә белә.Төплө белем биреүҙән тыш ул беҙҙе үҙеңде нисек тоторға, яҡшыны насарҙан айырырға, кешелекле һәм мәрхәмәтле булырға өйрәтә. Һәр уҡыусының күңеленә юл таба белә, һәр береһенең һәләтен аса. Дәрестәрҙән тыш, балалар менән олимпиадаларға ла әҙерләнергә ваҡыт таба. Шуға ла район кимәлендә генә түгел, республикабыҙҙа үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ. Мин быйылғы уҡыу йылында Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиадала тирә-яҡты өйрәнеү фәненән призёр булдым. Төрлө конкурстарҙа призлы урындар алған өсөн бирелгән грамоталарыбыҙ бик күп. Былар бөтәһе лә Дилбәр Рәжәп ҡыҙының тырышлығы менән яуланған үрҙәр. Сөнки уҡыусының белем кимәле күп осраҡта уҡытыусынан тора, тип уйлайым. Уның кеүек тырыш, талапсан, үҙ эшен яратып, намыҫлы башҡарған уҡытыусылар булғанда, балалар ҙа яҡшы уҡырҙар, мәктәпкә лә ҙур теләк менән йөрөрҙәр.

Киләсәктә илебеҙгә кәрәкле кеше булып үҫергә, алдағы көнгә ышаныс менән атларға өйрәткән уҡытыусыма: “Рәхмәт һеҙгә, Дилбәр апай!” – тип әйткем килә


Радик ИШМӨХӘМӘТОВ, IV синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Ниязғол ауылы.



Читайте нас: