+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Зилара Рәүеф ҡыҙына рәхмәтлемен

Һәр кемдең тормошонда онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған берәйһе булалыр. Минең шундай кешем – элекке башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилара Рәүеф ҡыҙы Мөлөкова. Беҙҙең мәктәптә тәүҙә – башланғыс cиныфтар уҡытыусыһы, унан башҡорт теле уҡытыусыһы булып 35 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ул.

Һыуыҡ ҡыш көнө ине. Мин мәктәпкә китеп барам. Бишенселә уҡый инем. Алдымдан Зилара Рәүеф ҡыҙы бара. Бына беҙҙең аҙымдар тигеҙләште. Зилара апай уҡыуым тураһында һорашты: «Уҡыуҙар нисек?». «Яҡшы, тик диктантты ғына насар яҙам,» – тинем. Шунан ул миңә китап уҡырға, текстар күсерергә кәңәш итте. Үҙенең өй китапханаһындағы китаптарын тәҡдим итеп, өйөнә саҡырҙы. Мәктәптән ҡайтҡас та уларға йүгерҙем. Миңә «китап ене» ҡағылды ла ҡуйҙы. Унда булған барлыҡ әҫәрҙәрҙе уҡып бөттөм. Текстар күсереү менән дә шөғөлләндем. Оло уҡытыусының һүҙҙәре хаҡ булған, хәҙер инде диктанттарҙы, иншаларҙы яҡшы билдәләргә яҙам. Шулай итеп, Зилара Рәүеф ҡыҙы минең тормошомда онотолмаҫлыҡ бик мөһим эҙ ҡалдырҙы, тип әйтергә мөмкин. Рәхмәт һиңә, ветеран уҡытыусы! Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусы балалар менән ҡыҙыҡһынып, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы уның ысын уҡытыусы булыуы тураһында һөйләй.

Ошо оло уҡытыусының балаларға булған иғтибары, һәр кем күңеленә юл таба алыуы, изге күңеле минең кескәй йөрәгемдә уҡытыусы тигән һөнәргә ҡарата ҙур ихтирам тыуҙырҙы. Уның хеҙмәте иң ҙур баһаға лайыҡ. Уҡытыусылар көнө уңайынан Зилара Рәүеф ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем! Уҡытыусыларға дан!

Гөлсибәр АЙЫТБАЕВА, VI синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы, Ҡолғана мәктәбе.



Читайте нас: