+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гүзәл Ринат ҡыҙы – тәүге уҡытыусым

Минең беренсе һәм иң яратҡан уҡытыусым – Гүзәл Ринат ҡыҙы Ҡыуандыҡова. Тәүге тапҡыр мәктәпкә килгән саҡта ул шат йылмайып ҡаршы алды. Парта артына ултыртҡас, «Әлифба» китабын бүләк итте.

Гүзәл Ринат ҡыҙы беҙҙе уҡырға, хәреф танырға, һандар яҙырға, шиғырҙар ятларға өйрәтте, ҡыҫҡаһы, тәүге белем бирҙе. Уның менән белем тауының нисәмә баҫҡысына үрләнек! Алға барған һайын уҡыуы күңеллерәк тә, ауырыраҡ та була барҙы.

Әле мине тәүге синыф етәксем уҡытмаһа ла, Гүзәл Ринат ҡыҙын ғүмеремдә онотмамын. Һәр саҡ хәлен белешеп, байрамдарҙа ҡотлап, үҙебеҙ эшләгән бүләктәр менән уны ҡыуандырып торорбоҙ. Кем генә үҙенең беренсе уҡытыусыһын онота инде? Бөтәһе лә иҫкә төшөрә тип уйлайым, сөнки ул бит һине тәүге тапҡыр тормошҡа, «дүртле»гә һәм «бишле»гә генә уҡырға, тәртипле булырға өйрәтте.

Мин һеҙҙе, уҡытыусым, бик ныҡ яратам. Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым.

Илүзә АЙЫТБАЕВА.

Бөрйән районы, Байназар урта мәктәбе.


Читайте нас: