Минең дә шундай ҡәҙерле, яҡын һәм күңелем үҙ иткән кешем – уҡытыусым бар. Үҙ эше менән ул баҫҡан ерҙә ут сығарған, уҡыусыларҙың күңелендә оло һөйөү тәрбиәләгән, ғәзиз халҡым алдында дан-хөрмәт ҡаҙанған физика фәненән белем биреүсе синыф етәксем Венера Булат ҡыҙы Кәримова.
Ул үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, ә ғаиләһендә балалары өсөн өҙөлөп торған әсәй, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ҡәҙерле өләсәй, тормош иптәше өсөн ныҡлы терәк-таяныс та ул.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҡыған йылдар күңел түрендә иң матур хәтирә булып һаҡлана. Ә шундай остаздарҙан белем алыуы, уларҙың ныҡлы ҡанаты аҫтында оло тормош юлына баҫыу һәр кемгә лә эләкмәй.
Венера Булат ҡыҙы менән беҙҙең синыфҡа ике йыл эшләү бәхете тейҙе. Береһенән-береһе тиктормаҫ, шуҡ ҡыҙҙар һәр бер-бөртөк егет булған коллективты етәкләүе, бәлки, ауыр ҙа булғандыр
Ләкин беҙ бер ваҡытта ла унан ауыр һүҙҙәр ишетмәнек. Килеп сыҡҡан төрлө мәсьәләләргә хәҙер үк юлын да, яуабын да табып, беҙҙе бирешмәҫкә, көслө булырға өйрәтте.
Үҙ ҡанаттары аҫтына һыйындырып, ауыр һәм моңһоу саҡтарҙа һүҙ йылыһы менән дә, күҙ ҡарашы менән дә әсәйҙәрсә хәстәрлек күрһәтеүе оло баһаға лайыҡ.
Гимназияны тамамлау менән һәр беребеҙ төрлө ҡалаларға таралдыҡ, ләкин уҡытыусыбыҙ менән бәйләнеш өҙөлмәй. Эше тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, һәр бер иртән телефонға килгән матур һүҙҙәр яҙылған хәбәрҙәре лә күңелде иретә, кәйефте күтәрә.
Шәхес булып тәрбиәләнеп, ҙур уҡыу йорттарында белем алыуыбыҙҙа уның өлөшө ҙур. Уҡыусылар менән ныҡлы бәйләнеш булдырып, бар күңелеңде биреп эшләү тап шундай хеҙмәт емештәре бирә лә инде.
Эйе, уның күҙҙәренә ҡарайым да, һоҡланыуымды йәшерә алмайым. Сөнки уның иңдәренә оло яуаплылыҡ һалынған :ғаиләһендә балаларына наҙлы әсәй, өләсәй, тормош иптәшенә оло терәк, ә мәктәптә балаларҙы белем үрҙәренә әйҙәүсе уҡытыусы ғына түгел, икенсе әсәй, ауыр саҡтарҙа йыуатыусы, кәңәшсе лә ул.
Шуға ла ҡәҙерле уҡытыусыма ошо изге байрамында ысын күңелдән һаулыҡ, ғаилә именлеге, еңел булмаған эшендә тик уңыштар һәм тырыш уҡыусылар теләйем!