+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Оло хөрмәткә лайыҡтар

Мин дә үҙемдең яҡын кешеләрем – уҡытыусыларым тураһында яҙмай булдыра алманым.

Ошо фотоны бәйләнеш селтәрендә табып алдым. Нисек шатланғанымды белһәгеҙ ине!.Йүгереп барып һәр береһен ҡосаҡлағы килә... Әсәй-атайымды табып алған кеүек ҡыуандым! Сөнки күбеһен уҡыуҙы тамамлап киткәне бирле күргәнем юҡ. Был фотола – Әбйәлил районы Амангилде мәктәбенең уҡытыусылары. Хәҙер улар бөтәһе лә тиерлек хаҡлы ялда. Директор – Сәғит Сафа улы Мортазин, мине генә түгел, әсәйемде һәм атайымды уҡытҡан Мәсғөт Муса улы, Ишбирҙе Исрафил улы, Ләлә Мөхәрләм ҡыҙы, Фәүҡинур Сәлмән ҡыҙы, Илүзә Мәһәҙей ҡыҙы, Винера Ислам ҡыҙы, Салих ағай, Зөһрә, Сания, Әсмә, Ғәшүрә, Мәҙинә апайҙар... Ҡыҙғаныс, улар араһында Рәйлә апай юҡ, иртәрәк китте.

Улар һәр береһе атай-әсәй кеүек яҡын һәм минең өсөн бик ҡәҙерле кешеләр, абруйлы уҡытыусылар! Бар көстәрен һалып беҙҙе тәрбиәләнеләр, аң-белем бирҙеләр, тормошта дөрөҫ йәшәргә өйрәттеләр. Уларҙың барыһы ла оло хөрмәткә, баһаға лайыҡ уҡытыусылар! Мин уларға оло рәхмәтемде белдерәм! Улар алдында баш эйәм! Шулай уҡ оҙон ғүмер, ҡоростай һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем. Уҡытыусылар көнө менән, минең ҡәҙерле, оло йөрәкле уҡытыусыларым!

Шәүрә ЯРМУЛЛИНА.

Өфө ҡалаһы.




Читайте нас: