+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рәхмәтем Рәсимә Рауил ҡыҙына

Түҙемлегең, ахыры, ҡая һымаҡ,Ә күңелең тулы нур ғына.Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙеңҺиңә тиңме маҡтау, йыр ғына? –тип яҙҙы билдәле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова уҡытыусы хаҡында. Эйе, ысынлап та, был һөнәр эйәләренең сикһеҙ түҙемлегенә, сабырлығына, күңеленең сафлығына хайран ҡалырлыҡ.

Минең яратҡан уҡытыусым – Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы. Ул беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Рәсимә Рауил ҡыҙы дәрескә килеп инһә, күңелгә рәхәт булып китә, ә уҡытыусым һөйләй башлаһа, уға ҡарап барлыҡ донъяңды онотаһың. Дәрестәрен бик ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеп алып бара. Уҡытыусым үҙенең фәнен бик яҡшы белә һәм белемен һәр беребеҙгә уртаҡ итеп бүлеп бирә. Уның дәрестәрендә беҙ үҙебеҙгә яңы асыштар асабыҙ. Рәсимә Рауил ҡыҙы уҡыусылары өсөн һәр саҡ борсола, ярҙамға килергә әҙер тора. Ул беҙгә ваҡытын йәлләмәй, үҙ балаһылай күреп, кәңәштәрен бирә һәм бөтәһенә бер үк ҡарашта. Уның тураһында бер туҡтауһыҙ маҡтау һүҙҙәре әйтеп була.

Беҙҙең уҡытыусыбыҙ яҡшы кеше, уның дәресен беҙ түҙемһеҙләнеп көтөп алабыҙ. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең иң яратҡан уҡытыусыбыҙ, синыф етәксебеҙ Рәсимә Рауил ҡыҙын беҙ бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Күпме билдәле яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар үҙҙәренең уҡытыусыларын данлап йырлағандар, һоҡланғандар. Улар кеүек беҙҙең дә күңелебеҙгә уҡытыусыға ҡарата маҡтау йырҙары килә.

Киләсәктә мин дә уҡытыусым кеүек егәрле, сабыр һәм тура һүҙле буласаҡмын. Рәсимә Рауил ҡыҙына һоҡланам, уның һүҙенең дөрөҫлөгө, теленең сафлығы күңелдәрҙе яулай. Байрамың менән, уҡытыусым!

Диана ИМАНҒОЛОВА, VII «Б» синыфы уҡыусыһы
Бөрйән районы, Байназар урта мәктәбе.


Читайте нас: