Мәктәбемдә бөтә уҡытыусылар ҙа һәр кешегә өлгө булырлыҡтар, белемгә, алға, үргә өндәйҙәр Береһен дә айырып әйтерлек түгел. Ә шулай ҙа һеҙгә үҙемдең уҡытыусым тураһында һөйләп үткем килә. Ул минең синыф етәксем – Фәйлә Мирсаяф ҡыҙы Нәбиуллина. Шундай яғымлы, мөләйем, изге күңелле кеше. Уны ыҫпай, иғтибарлы булғаны өсөн дә синыфташтарым да, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә ихтирам итә. Һәр бер уҡыусыһын үҙ балаһындай күреп күңел йылыһын өләшә, әгәр ҙә хаталанһаң шунда уҡ йылы һүҙҙәр табып йыуата ла белә. Алсаҡ та ул, ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп көлдөрөп тә ала.
Фәйлә Мирсаяф ҡыҙы – өс бала әсәһе. Өс баһадирҙай ул үҫтергәндәр.
Хәҙер һәр береһе үҙаллы матур тормош көтә. Шундай уҡытыусының синыфында уҡығаным өсөн мин бик шатмын. Уны ысын күңелдән уҡытыусылар көнө менән һәм яҡынлашып килгән 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Уға алдағы тормошонда уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем.
Ирхан ӘХМӘТЙӘНОВ, II синыф уҡыусыһы.
Мәсетле районы, Яуыш мәктәбе.