-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Беренсе уҡытыусым

Ер йөҙөндә нисәмә төрлө һөнәр бар. Табип, ашнаҡсы, тәрбиәсе, төҙөүсе, һауынсы, уҡытыусы һәм башҡалар. Ә улар араһында уҡытыусы һөнәре иң бөйөк, иң изге һәм иң сауаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Минең уйлауымса, бөтә кеше лә ысын уҡытыусы була алмай. Уҡыусыға белемгә ҡыҙыҡһыныу уятыу – һәләт ул. Һәләтле булыу ғына ла етмәй, балаларҙы ихлас яратырға кәрәк.

Беҙҙең ғаиләлә ошо ҡатмарлы ла, яуаплы ла һөнәрҙе өләсәйем, инәйем һәм әсәйем һайлаған. Тик бөгөн һүҙем улар тураһында түгел, ә беренсе уҡытыусым Ғәлиуллина Айгөл Әнүәр ҡыҙы хаҡында.

Айгөл Әнүәр ҡыҙы – үҙ эшенең оҫтаһы. Ул Бөрйән районы Байназар ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй. Уҡытыусым үҙ эшенә бик яуаплы, балаларҙы яратыуы, кешелекле булыуы менән оло ихтирамға лайыҡ. Уның яғымлы тауышын, мөләйем йөҙөн, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы дәрестәрен һағынып иҫкә алам. Дүрт йыл буйы бер ғаилә булып йәшәүебеҙҙе, каникул ваҡыттарында бергә ял иткән мәлдәребеҙҙе һағынам.

Айгөл Әнүәр ҡыҙына ниндәй генә маҡтау һүҙҙәре әйтһәң дә аҙ кеүек. Артабан яҡшы уҡыуым, әҙәпле, тәртипле булыуым менән оло рәхмәтемде ҡайтарайым ҡәҙерле уҡытыусыма.

Камила ИСЛАМҒОЛОВА, V синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе.



Читайте нас: