-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең киләсәк – улар ҡулында

Уҡытыусы... Был һүҙгә тәрән мәғәнә һалынған. Тәү башлап тормош һуҡмағынан беҙҙе етәкләп юл күрһәтеүсе, бер ни аңламай ултырған бәләкәй генә балаларға тормош серен аңлатыусы, яҡшылыҡ һәм насарлыҡты айырырға өйрәтеүсе лә ул.

Минең беренсе остазым – Гүзәл Ринат ҡыҙы Ҡыуан­дыҡова. Апайыбыҙ бәләкәй сағынан алып балаларға белем бирергә хыяллана. Мәктәп йылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова уҡытҡанына һоҡланып, педагог булыу теләге нығыраҡ көсәйә төшә. Байназар мәктәбендә туғыҙынсы синыфты тамамлап, Сибай ҡалаһына педагогия колледжына уҡыр­ға инә. Аҙаҡ инде Магнитогорск дәүләт университетында ситтән тороп белем алып, үҙебеҙҙә уҡытыусы булып эшләй башлай.

Гүзәл Ринат ҡыҙы – бик эшһөйәр, тырыш уҡытыусы. Дөрөҫ тәрбиә биргән, балаларҙы яратҡан педагогтың уҡыусылары ла ҙур еңеүҙәр яулай.

Уҡытыусы йөрәгендә

Әгәр булһа балалар.

Һис шигем юҡ, был балалар

Дөрөҫ белем алалар.


Уҡытыусы биргән белем

Кәрәк тормош юлында.

Һәр баланың киләсәге –

Уҡытыусы ҡулында.


Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.


Читайте нас: