+8 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!"
2 Октябрь 2020, 16:31
Остазым менән ғорурланам
Мин Өмөтбай мәктәбендә бишенсе синыфта уҡыйым. Беҙҙең ике ҡатлы белем усағыбыҙ бик матур, уҡыу бүлмәләребеҙ ҙә иркен, яҡты. Һәр беребеҙ тырышып уҡый, тәжрибәле уҡытыусылар беҙгә төплө белем бирә.
Үҙемдең тәүге уҡытыусым Рәзилә Таштимер ҡыҙы Дәүләтбаева тураһында бәйән иткем килә. Остазым мине хәрефтәр танырға, уҡырға, яҙырға, хатта йырларға һәм бейергә лә өйрәтте. Экскурсияларға барған саҡтарыбыҙ ҙа күңелдә яҡты иҫтәлек булып һаҡлана. Үҙ эшен яратып башҡарған яғымлы, изге күңелле педагог ул. Беҙҙе дүрт йыл буйы уҡыусы итеп тәрбиәләп, тәүге белем орлоҡтары һалып, бишенсе синыфҡа оҙатты.
Рәзилә Таштимер ҡыҙын синыфташтарым да, беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ ҙә хөрмәт итә. Шундай шәп уҡытыусыла тәү белем алғаным өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Уҡытыусыма алдағы тормошонда ла уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем һәм рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм.
Әҙилә ҮТӘБАЕВА.
Баймаҡ районы,
Өмөтбай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?