-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең, Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына?

Мәктәпте уҡытыусыһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ул балаларҙа тоғролоҡ, кешелеклек, талапсанлыҡ, ярҙамсыллыҡ һәм түҙемлелек кеүек сифаттар тәрбиәләй. Был һөнәр ҡатмарлы һәм ауыр, уҡытыусы булып иң яғымлы, яҡты күңелле, изге йөрәкле, балаларҙы яратыусы кешеләр генә эшләй ала.

Мин үҙем Хәйбулла районының Татырүҙәк мәктәбен тамамланым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район олимпиадаһында еңеүҙәр яуланым, республикала уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар алыуым минең рухымды арттырҙы (Етәксем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Назарова). Ә хәҙер БДУ-ның Сибай филиалында беренсе курс студентымын. Мәктәптә алынған белемем беренсе көндән үк ярҙам итте.

Үҙемдең ҙур рәхмәтемде еңел булмаған эштәрендә һынатмайынса, бар күңелдәрен һалып, ғүмерҙәрен балаларға бағышлаған Татырүҙәк мәктәбе уҡытыусыларына белдерәм. Байрам менән ҡотлап, уларға һаулыҡ, бәхет, эштәрендә уңыштар теләйем.

Гөлдәриә БАЙМЫРҘИНА.
Читайте нас: