-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һағындыра дәрестәре

Белем донъяһына алып инеп, мине хәрефтәр танырға, дөрөҫ итеп яҙырға өйрәткән кеше бит ул Миңзәлә Рәшитова.

Үҙе бигерәк асыҡ йөҙлө, изгелекле кеше. Уҡырға тәү барған көнөм әле лә иҫемдә: ҡулдарыма гөлләмәләр тотоп, ҙур аҡ таҫмаларымды тағып, яңы мәк­тәп формаһы кейеп, мәктәп тупһаһына күтәреләм. Ә унда беҙҙе шат йылмайып, тәүге уҡытыу­сыбыҙ ҡаршы ала. Уны, уҫалдыр, тип уйлап, тәүҙә мин ниңәлер ҡурҡып та ҡалғайным. Ә ваҡыт үтеү менән уның бөтөнләй ябайлығын аңланым.

Миңзәлә Ғәйнислам ҡыҙы, ысынлап та, үҙ эшенең оҫтаһы ул. Бер ҡасан да тик ултырмай, ижади эҙләнә, эшен бик ярата. Беҙҙе ул матур итеп яҙырға ла, һүрәт төшөрөргә лә, йырларға һәм бейергә лә өйрәтте. Үҙенең ваҡытын беҙҙең өсөн бер ҡасан да йәлләмәй торғайны.


Ленара МАҒАШЕВА

.

Үҙ балаларындай күрҙе


Үҙен тәү күреүҙән оҡшаттыҡ. Миңзәлә Ғәйнислам ҡыҙы әлеге көндә Таштуғай мәктәбендә белем бирә. Оло йөрәкле, алсаҡ, тәжрибәле педагог ул. Мәктәпкә уҡырға килгәндә тәүге уҡытыусыбыҙ беҙҙе үҙ балаларылай күреп ҡаршы алды. Түҙемле, шул тиклем аҡыллы ла ине апайыбыҙ. Беҙҙе матур итеп тыңлап, кәңәш бирә, ярҙам ҡулы ла һуҙа торғайны.

Таштуғай мәктәбендә уҡыған саҡта һәр бер байрамды ҡыҙыҡлы итеп үткәрә ине. Һаман да башланғыс синыфта уҡыған ваҡытты һағынып иҫкә алабыҙ.

Маянһылыу ИСХАҠОВА,
VI синыф уҡыусылары.
Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.

Читайте нас: