-1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!"
9 Октябрь 2020, 17:13
Белем донъяһына әйҙәүсем
Минең һүҙем тәүге уҡытыусым Әсмә Әхтәм ҡыҙы Шәрипова тураһында булыр.
Ул – матур тәбиғәтле Байназар ауылы ҡыҙы. Үҙебеҙҙә мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында уҡый. Унан һуң ауылыбыҙ белем усағында тәрбиәсе булып эш башлай. Әммә уҡытыусы булыу теләге көслөрәк була, ул Магнитогорск ҡалаһының дәүләт университетында ситтән тороп юғары белем ала.
Әсмә Әхтәм ҡыҙы – бик ғәҙел, түҙемле һәм яғымлы уҡытыусы. Ниндәй генә фән булмаһын, темаларын яҡшы аңлата белә ине. Уның һәр дәресен көтөп алып, ашҡынып килә торғайныҡ. Белем серҙәренә генә түгел, аҡты – ҡаранан, яҡшыны ямандан айырырға өйрәтеүсе лә булды. Тәүге уҡытыусымды бик хөрмәт итәм һәм уға оло рәхмәтемде белдерәм.
Ҡәҙриә САЛАУАТОВА.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.
Читайте нас в