-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ҡояш кеүек балҡый йөҙө

Тәүге уҡытыусым – Гөлйемеш Иҫәньюло­ва. Ул мәктәптә синыф етәксебеҙ ҙә, тәрбиәсебеҙ ҙә, икенсе әсәйебеҙ ҙә булды.

Гөл­йемеш Барый ҡыҙы беҙҙе уҡырға, яҙырға ғына түгел, бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы булырға, дуҫлашырға ла өйрәтте. Эшкә һөйөү ҙә уятты ул.

Минең күңелем түрендә тәүге уҡытыусым ҡояш кеүек гелән балҡып торор! Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем.

Вилиә ВӘЛИТОВА,

VI синыф уҡыусыһы.

Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.
Читайте нас: