-3 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
"Рәхмәт һиңә, уҡытыусым!"
9 Октябрь 2020, 17:18
Рәхмәт, Рәсимә апай!
Кем ул уҡытыусы? Белем серҙәрен асып, фән тауҙарының иң юғары нөктәһенә үрләргә ярҙам итеүсеме?
Бәлки, ҙур тормошҡа әҙерләүселер? Тәү сиратта, мин уҡытыусыны икенсе әсәйгә тиңләр инем. Сөнки бәләкәй генә яңы уҡырға килгән балаларҙы шат йылмайып ҡаршы ала, маҡтау һүҙҙәрен, йылы ҡарашын йәлләмәй. Ҡыҙҙар һәм малайҙар күңелендә белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уята, изгелек орлоҡтарын сәсә.
Баланы шәхес итеп тәрбиәләүҙә уҡытыусының өлөшө бик ҙур. Ҡыуанысыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлашыусы бит ул. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк.
Был сифаттарҙың барыһына ла минең яратҡан остазым Рәсимә Баязитова эйә, тип әйтә алам. Барлыҡ бөйөк башҡорт шәхестәре кеүек, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла милләтебеҙ араһында ғилемде күтәреүгә бар көсөн һала. Тыуған ауылы Байназарҙа урта мәктәпте тамамлағандан һуң ул БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында белем ала. 1996 йылдан алып бөгөнгәсә Байназар мәктәбендә беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәтә.
Уның ярҙамы менән төрлө конкурс, олимпиадаларҙа, ярыштарҙа ҡатнашабыҙ. Йыл да остазыбыҙ әҙерләгән уҡыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән районда ғына түгел, төбәк-ара олимпиадала призлы урындар яулап тора.
Уҡытыусым ваҡытлы матбуғат менән дуҫ, шул һөйөүҙе ул балаларҙа ла тәрбиәләй. Уҡыусылары «Йәншишмә» гәзитенең һәм «Аманат» журналының яҡын дуҫтары, күптәре «Йәш хәбәрсе» исеменә лайыҡ булды.
Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле дәрестәрен һәр кемебеҙ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Үҙ эшенең оҫтаһы, тырыш, ғәҙел, талапсан уҡытыусыма мин эшендә тик уңыштар ғына теләйем. Рәхмәт, Рәсимә апай!
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...