Уларҙың да күбеһе туған мәктәбе менән хушлашасаҡ икәне билдәле. Хәйбулла районының Әбеш мәктәбендә быйыл да ун беренселәр булманы, ә туғыҙынсыны 12 уҡыусы тамамланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: был балаларҙың 11-е төрлө ауылдарҙан – Үрнәктән, Бәләкәй һәм Ҙур Арыҫланғолдан, Һаҡмар-Наҙарғолдан, Аҡъюлдан, Ғәлиәхмәттән. Ә Әбештән – берәү генә.
– Уҡыусыларымдың күбеһе интернатта ятып уҡыны. Унда бөтә уңайлыҡтар, шарттар бар, береһе лә зарланманы. Синыфыбыҙ ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә булды. Улар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ине. Бигерәк тә Гөлназ Фәрит ҡыҙы һәм Гөлназ Ғүмәр ҡыҙы Суриналарға, Гөлсәсәк Тимерйән ҡыҙы Ҡыҙрасоваға, Фариза Хөсәйен ҡыҙы Суринаға, Илгиз Рауил улы Ҡырғыҙбаевтарға рәхмәт әйткем килә.
Спортсылар күп булды синыфымда. Мәҫәлән, Ғәзинур Ҡыҙрасов, Илнар Биктимеров, Ләйсән Билалова, Арыҫлан Евтеев, Илнар Ильясовтар. Ә уҡыуҙан Ирәндек Сурин, Ольга Панова, Марсель Дәүләткилдин, Ғәлиә Сурина, Айгизә Юнысова, Илнар Ибраһимовтар шәп булды.
Был синыф менән бишенсенән алып эшләйем. Үҙҙәренә ныҡ өйрәнеп киттем. Бер туғандар кеүекбеҙ. Уҡыусыларымдың имтихандарын матур ғына тапшырыуҙарын теләйем, – ти синыф етәксеһе Венера Тимерйән ҡыҙы Әминева.