-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

– Ун беренселәрем мәктәбебеҙ тарихында иң шаян, шуҡ булыуҙары, шул уҡ ваҡытта ауыр эштәрҙе лә еңел генә башҡарып сыға алыу­ҙары менән иҫтә ҡалыр.

Улар араһынан өлгөлө тәртибе, яҡшы уҡыуы, белем усағында ойошторолған барлыҡ эштәрҙә әүҙем ҡатнашыуы менән ихтирам яулағандар ҙа бар. Мәҫәлән, бөтә фәндәрҙән дә «бишле»­гә генә өлгәшкән Юлиә Хәмзина, өйҙә ата-әсәһенең һәм синыфта минең таянысым булған Иштуған Мөхәмәтйәнов, спортта һынатмаған Усман Фәйезов, Ғәбдинур Баймырҙин, район олимпиадаларында призлы урындар яулаусы Рөстәм Өмөтҡужин, оҫта һүрәт төшөрөүселәр Зәлифә Исҡаҡова, Дарина Мөхтәруллина, ойоштороусы-лидерыбыҙ Фирҙәүес Хисмәтовалар, – ти Амангилде мәктәбенең XI синыф уҡыу­сылары етәксеһе Венера Ғаяз ҡыҙы Низамова.

Әбйәлил районы.

Читайте нас: