+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Рәхмәт, уҡытыусы" акцияһына ҡушылайыҡ

 Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, "Рәхмәт, уҡытыусы" тигән акцияға ҡушылырға саҡыра. 

"Рәхмәт, уҡытыусы" акцияһына ҡушылайыҡ
"Рәхмәт, уҡытыусы" акцияһына ҡушылайыҡ

Республиканың белем усаҡтары социаль селтәрҙәрҙә уҡытыусылар тураһында  яҙырға һәм  #УчителямБашкортостана#СпасибоУчителям тигән хештегтар ҡуйырға тейеш була. 

Әйҙәгеҙ, мөһим һәм изге һөнәр эйәләрен - яратҡан уҡытыусыларыбыҙҙы байрамдары менән ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерәйек. Һәр кемебеҙҙең яратҡан уҡытыусылары бар. Һеҙ фотола күргән Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы, бар ғүмерен балаларға химия фәне серҙәрен өйрәтеүгә бағышлаған Лиза Әғәҙуллинаға ла рәхмәтле уҡыусылары бик күп, әлбиттә. 

Оҫта педагогтар менән социаль селтәрҙәрҙә таныштырығыҙ, дуҫтар, улар тураһында бар республика белһен!

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: