-9 °С
Ясна
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика Башлығы стипендиаты
25 Декабрь 2017, 19:19
Һай, егеттәрҙең аҫылдары!
Тағы ла бер йыл менән хушлашабыҙ. Күңелгә нисектер бер аҙ моңһоу ҙа булып китә. Әтәс йылында булған ҡыуаныслы хәл-ваҡиғаларҙы, йәғни үткәндәрҙе барлайбыҙ. Киләһе Эт йылы имен-аман килһен, тип яҡшыға өмөтләнәбеҙ.
Тағы ла бер йыл менән хушлашабыҙ. Күңелгә нисектер бер аҙ моңһоу ҙа булып китә. Әтәс йылында булған ҡыуаныслы хәл-ваҡиғаларҙы, йәғни үткәндәрҙе барлайбыҙ. Киләһе Эт йылы имен-аман килһен, тип яҡшыға өмөтләнәбеҙ.
Өфөләге республика инженер интернат-лицейында XI синыфта уҡыусы Айҙар САЛАУАТОВ менән Нургиз МИҘӘТОВ та килер йылды бик тулҡынланып ҡаршылай. Бик яуаплы осор етте бит улар өсөн. Сығарылыш синыф уҡыусылары булараҡ, Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы тапшырырға ла, теләгән юғары уҡыу йортона уҡырға инергә лә, иң мөһиме, атай-әсәйең, уҡытыусыларың бағлаған өмөттәрҙе аҡларға кәрәк. Эх, Ҡыш бабайҙың тылсымлы таяғы ғына ярҙам итһә икән? Булмай шул. Бары тик үҙеңә ышанырға, нығыраҡ тырышырға, бөтә көсөңдө уҡыуға һалырға кәрәк.
Әтәс йылы был егеттәр өсөн уңышлы ғына уҙған.
– Абитуриенттар өсөн ойошторолған күп олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яуланым. Августа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән йәш химиктар менән «Сириус» белем биреү үҙәгендә ял итеп тә, ошо фән буйынса белемемде арттырып та ҡайттым. Лагерь һәләтле балалар өсөн тәғәйенләнгәйне. Бик оҡшаны, – ти Айҙар.
Алдағы көндәрҙә ул үҙен химияһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Ошо йүнәлештә университетҡа уҡырға инергә дәртләнеп йөрөй.
– Беҙҙе химия уҡытыусыбыҙ Айнур Мансур улы Ғүмәров еңеүҙәргә ҡеүәтләп, илһамландырып тора. Олимпиада төркөмөндә лә ныҡлы шөғөлләндек. Мәктәп, ҡала кимәлендә фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, көсөмдө һынаным. Химия буйынса лицейыбыҙҙағы ҡышҡы-йәйге мәктәптә шөғөлләнеү ҙә белемебеҙҙе арттырырға ярҙам итте. Химия турниры бигерәк хәтерҙә ҡалды. Ул БДУ бинаһында үтте. Беҙ 4 кешенән торған команда менән барҙыҡ. Уҡыусылар араһынан сығыш яһаусы, оппонент, рецензенттар һайлап ҡуйылды. Бер аҙҙан был ролдәрҙе икенселәр башҡарып ҡараны. Бик ҡыҙыҡлы ғына килеп сыҡты. Мин «Иң яҡшы сығыш яһаусы» номинацияһында бүләкләндем. Ә беҙҙең команда еңеүсе булып танылып, Бөтә Рәсәй йомғаҡлау этабында ҡатнашыу хоҡуғы алдыҡ, – тип хәтирәләре менән бүлеште Өфө дәүләт нефть университетына уҡырға инеп, фәнни эшмәкәрлек менән ныҡлабыраҡ шөғөлләнергә теләгән Нургиз.
Ҡатмарлы фәнгә мөкиббән киткән егеттәргә Эт йылы ла матур тәьҫораттар, яңы үрҙәр, еңеүҙәр алып килһен!
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...