+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Уңыш сере тырышлыҡта һәм түҙемлелектә», – ти Гөлнәзирә

Исемең-шәрифең: Гөлнәзирә Мәхмүтова.Уҡыған мәктәбең, синыфың: Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының XI «А» синыфында уҡыйым.

Исемең-шәрифең: Гөлнәзирә Мәхмүтова.

Уҡыған мәктәбең, синыфың: Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының XI «А» синыфында уҡыйым.
Төрлө өлкәлә яулаған иң сағыу уңыштарың:2016 йылда «Урал батыр» эпосы буйынса ойошторолған йәш сәсәндәрҙең XVIII республика конкурсының беренсе турында, халҡыбыҙҙың рухи ҡомарт­ҡыһын сит ил һәм республика халыҡтары телдәрендә яттан һөйләүселәрҙең бәйгеһендә III урын алдым. ЮНЕСКО ойошторған шундай уҡ ярышта ла I урын яулағайным. Быйыл үлемһеҙ әҫәрҙе баш­ҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XX республика конкурсының I турында I урынға лайыҡ булдым. «Тере Классика – 2018» бәйгеһендә «Урыҫ әҙәби әҫәрен иң оҫта башҡарыусы» номинацияһы буйынса бүләкләндем. Шәйехзада Бабич ижадына арналған «Халҡы өсөн» төбәк-ара конкурсында I урынға сыҡтым. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрелгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған «Әйҙә, шағир, маҡтау йырла һин…» шиғыр һөйләү бәйгеһендә II урын алып ҡыуандым.

Уңышлы булыу серен нимәлә күрәһең? Тырышлыҡта һәм түҙемлелектә.

Яратҡан фәндәрең: математика, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, физкультура, инглиз теле.

Яратҡан яҙыусы, шағирҙарың: Шәйехзада Ба­бич, Мостай Кәрим, Лев Толстой, Александр Дюма, Джек Лондон, Энтони Дорр, Маргарет Митчелл.

Яратҡан уҡытыусың: бөтә уҡытыусыларымды ла яратам, береһен дә айырып әйтә алмайым.

Синыфтан тыш әүҙемлегең: бейеү менән шөғөлләнәм. Ҡурай түңәрәгенә йөрөйөм.

Яратҡан йондоҙоң: «Twenty one pilots» тигән сит ил төркөмө оҡшай.

Күңелеңә оҡшаған иң матур йыр: ундай йырҙар күп, һанап бөткөһөҙ.

Кумирың: юҡ, әммә һоҡланған һәм өлгө ал­ған кешеләр бар. Мәҫәлән: Зәйнәб Биишева, Мәрйәм Бураҡаева, Маргарет Тэтчер, Напо­леон.

Яратҡан ризығың: бишбармаҡ.

Оҡшатып бешергән аш-һыуың: алманан бәлеш.

Яратҡан байрамың: Яңы йыл, Май байрамы, тыуған көн.

Буш ваҡытта күңелеңә ятҡан шөғөлдәр: китап уҡырға яратам, һеңлем менән уйнайым, әсәйгә ярҙам итәм, имтихандарға әҙерләнәм.

Үҙ иткән спорт төрөң: саңғыла шыуыу.

Интернет селтәренә бүлгән ваҡытың: көнөнә 20 – 30 минут тирәһе ултырам.

Whatsapp, «Бәйләнештә», «Facebook», инстаграмм – һинең өсөн… Ваҡытты бушҡа алған селтәрҙәр.

Тормош девизың: үҙеңә ышан һәм хыялдарыңа тоғро ҡал.

Киләсәккә уй-хыялдарың: имтихандарымды юғары балдарға бирергә, яңы бейеклектәр яуларға һәм киләсәктә илгә файҙалы кеше булырға теләйем.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Читайте нас: