Уҡыған мәктәбең, синыфың: Ауырғазы районы Талбазылағы лицейҙың XI «Б» синыфында уҡыйым.
Төрлө өлкәлә яулаған уңыштарың: 2017/18 уҡыу йылында экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында, «Таҙа фән» фәнни-ғәмәли конференцияһында – еңеүсе, ботаника буйынса йәш экологтарҙың Бөтә Рәсәй слётында призёр булдым.
Уңышлы булыу серҙәре: эшһөйәр, маҡсатыңа ынтылыусан, тырыш булһаң, теләгәнеңә ирешәһең.
Синыфтан тыш эшмәкәрлегең: уҡыусыларҙың «Эврика» фәнни йәмғиәте ағзаһымын.
Яратҡан фәндәрең: физика, математика.
Яратҡан яҙыусы, шағирҙарың: Михаил Булгаков, Сергей Есенин.
Яратҡан уҡытыусың: математика уҡытыусыһы Ғәлиә Абдрахман ҡыҙы Ефимова.
Мәктәп – һинең өсөн… тормошҡа юллама.
Яратҡан шөғөлөң: ағасты көйҙөрөп биҙәк яһау.
Буш ваҡытта күңелеңә ятҡан шөғөлдәр: атай-әсәйемә ярҙам итәм, дуҫтар менән бергә ваҡыт үткәрәм.
Интернет селтәренә бүлгән ваҡытың: дәрестәрҙән һуң 3 – 4 сәғәт интернетта ултырам. БДИ-ға әҙерләнәм, вебинарҙар ҡарайым.
WhatsАpp, «Бәйләнештә», «Facebook», инстаграмм – һинең өсөн… дуҫтар, тиҫтерҙәр менән аралашыу сараһы.
Үҙ иткән спорт төрөң: баскетбол, командалағы уйындар.
Ғаиләң тураһында бер нисә һүҙ: атайым Илфир – шәхси эшҡыуар, әсәйем Айгөл – директорҙың фәнни-методик эштәр буйынса урынбаҫары. Ғаиләлә дүрт балабыҙ: иң өлкәне Таңһылыу апайым Өфө дәүләт авиация техник университетында – икенсе курста, Таңсулпан һеңлем бишенсе синыфта уҡый, Диниәгә 4 кенә йәш әле.
Киләсәккә уй-хыялдарың: юғары уҡыу йортона уҡырға инеү. Ҡайҙа икәне сер булып ҡалһын.