+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тамерлан Әхмәров

Һинең статусың: Өфө ҡалаһының 35-се белем биреү үҙәгендә VII синыфта уҡыйым.

Уҡыуҙа, бәйгеләге уңыштарың, ҡаҙаныштарың: былтыр, мәҫәлән, Сочи янындағы Лоо ҡасабаһында 14 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса уҙған Рәсәй беренселегендә өс тапҡыр алтын миҙал яулап, унда абсолют еңеүсе булдым. Донъя беренселегенә үткәрелгән йәштәр турнирында, Европа чемпионатында ла алдынғы урындарҙы бирмәнем. Һанай башлаһаң, миҙалдарым бик күп инде.

Уңышлы булыу өсөн… эшһөйәр булыр кәрәк.

Иң яратҡан фәнең: йәмғиәтте өйрәнеү.

Иң яратмаған, ауыр фән: физика.

Өйгә эш әҙерләгәндә ниндәй ресурстар ҡулланаһың? Үҙемдең белемемә һәм интернет селтәренә таянам.

Яратҡан яҙыусы, шағирҙарың: Михаил Пришвин, Эдуард Успенский, Константин Паустовский, Стивен Кинг.

Әйтергә яратҡан фразаң: «Нимә еңел? Дуҫтарға кәңәш биреү».

Уҡыуҙан тыш, тағы нимә ҡыҙыҡһындыра? Футбол уйнау, конькиҙа йөрөү.

Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең? Дуҫтар менән аралашам, күнекмәләргә йөрөйөм.

Һинең тормош принциптарың: намыҫлы йәшәү.

Тормоштағы төп маҡсаттарың: уңышлы булыу.

Иң изге хыялың: киләсәктә һөнәр алып, яҡшы эш табып, атай-әсәйемә матди яҡтан ярҙам итергә теләйем.


Г. РАМАҘАНОВА.
Читайте нас: